+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Август 2021, 10:17

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Дүртенсе бүлек

Гөлназ көн һайын иртәнсәк йүгереү, физзарядка һәм гимнастика менән шөғөлләнеү хаҡында атаһына биргән вәғәҙәһен үтәргә булды. Еңелсә кейенеп, ауылдың урамдарын барлап сығып, барыһын да таң ҡалдырҙы. Тәүҙә ҡунаҡ ҡыҙҙы танымағайнылар, аҙаҡ белделәр – Мәфтүхә инәйҙең егәрле ейәнсәре! Аҙаҡ эргәләге мәктәптең спорт майҙансығына килеп, оҙаҡ ҡына төрлө күнекмәләр яһаны. Тәүҙә үҙе генә ине, икенсе көнөнә берәү сыҡты, ҡалған көндәрҙә лә эйәреүселәр табылды.

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Дүртенсе бүлек
ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Дүртенсе бүлек

Гөлназ көн һайын иртәнсәк йүгереү, физзарядка һәм гимнастика менән шөғөлләнеү хаҡында атаһына биргән вәғәҙәһен үтәргә булды. Еңелсә кейенеп, ауылдың урамдарын барлап сығып, барыһын да таң ҡалдырҙы. Тәүҙә ҡунаҡ ҡыҙҙы танымағайнылар, аҙаҡ белделәр – Мәфтүхә инәйҙең егәрле ейәнсәре! Аҙаҡ эргәләге мәктәптең спорт майҙансығына килеп, оҙаҡ ҡына төрлө күнекмәләр яһаны. Тәүҙә үҙе генә ине, икенсе көнөнә берәү сыҡты, ҡалған көндәрҙә лә эйәреүселәр табылды.

Ҡыҙ, күнекмәләрҙе тамамалап, баҡсалағы душҡа инеп, йыуынып сығыуға, өләсәһе ашарға әҙерләп көтөп тора. Ашап сығыуға, картуф күмер өсөн тәғәйенләнгән тәпкеһе әҙер. Бер көн, әсәһенә эйәреп, Асия килде һәм Мәфтүхә инәй менән нимә хаҡындалыр бик оҙаҡ һөйләштеләр. Аҙаҡ аласыҡҡа Гөлназды саҡырҙылар.

– Бына, Гөлназ ҡоҙаса, – тине Асияның әсәһе. – Апырағас, үҙем килдем. Килмәй, сарам юҡ, уның әйтеүенсә, егетен һалдырып алғанһың.

            Егетен һалдырып алған? Был хәбәрҙе ишеткәс, Гөлназ тәгәрәп китә яҙҙы.

– Ниндәй егет? Кемде әйтәһегеҙ? – тип кенә һорай алды.

– Белмәмеш булып ҡыйлана. Фәритте һин һалдырып алманыңмы ни? Ул минең ҡыҙым менән хәҙер ике-өс йыл инде дуҫлашып йөрөй. Бер көн хатта мунсаға яғырға утын килтерҙе.

– Беҙгә лә ярҙам итте лә ул, – тип һүҙгә ҡушылды Гөлназдың өләсәһе. – Быйыл бесәнде нисек эшләрмен, булмаһа, һәүкәште иткә оҙатырмын, тип йөрөй инем, Фәрит ни, рәхмәт яуғыры, бер көндө сабып, әллә ҡайһы арала килтереп тә бушатты.

– Шул шул! – тип һүҙгә ҡушылды Асияның әсәһе. – Ундай кейәү беҙгә лә кәрәк инде. Унһыҙ, беҙ тере ҡулһыҙ. Йә, әйт, ҡоҙаса, беҙҙең бесәнде кем эшләй?

– Әйтербеҙ, һөйләшербеҙ, – тип һөйләнде Гөлназ.

– Һин әйткәнгә, ни эшләп йөрөһөн ул? – тип ҡыҙа башланы Асияның әсәһе.

– Мин әйткәйнем, тыңламаны, – тип шыңшып алды Асия. – Ә һин килгәнсе, улайтып тиҫкәреләшмәй ине. Ниңә ҡалаңда ғына ятмайһың? Бында ҡайтып, донъя бутап йөрөйһөң?

– Ҡуйығыҙсы, сеүегеҙ! – тине Гөлназдың өләсәһе. – Кеше ишетеп ҡалмаһын, егет бүлешә алмай йөрөгәндәр, тип һөйләрҙәр.

            Өндәшмәй генә ултырып сәй эстеләр. Гөлназ оҙаҡ торламаны, картуф күмергә сығып юғалды. Күп тә үтмәне, тыҡрыҡта тракторы менән Фәрит күренде, техникаһын шунда ҡуйып, ҡойма аша ғына һикереп төштө лә, картуф күмеп йөрөгән Гөлназды ҡосаҡлап алды.

– Сарсаным, – тине Фәрит.

Гөлназ, йүгерә-атлай барып, айран һыулап алып килде. Икәүләп бер һауыттан айран эстеләр.

– Баяраҡ Асия менән әсәһе һеҙгә инеп бара ине, нимәгә килгәндәр? – тип һораны Фәрит.

– Әлләсе, белмәйем, – тип танды Гөлназ. – Күрмәнем дә, ишетмәнем дә.

– Ысынлапмы? Әтеү яңылыш күргәнмен инде.

– Фәрит, ә һин уларҙың бесәнен сабып бирҙеңме әле?

– Бөгөн өлгөрмәйем, иртәгә барырға ине. Ә һин нисек уйлайһың, кәрәкме?

– Әлбиттә, кәрәк. Юғиһә, миңә үпкәләп йөрөүҙәре бар. 

– Үпкәләмәҫтәр. Иртәгә үк эшләп ҡуям. Һин әйткәс.

– Ауылда миңә лә эш табылмаҫмы икән?

– Эш? Һиңә эш кәрәкме?

– Эйе, эш кәрәк.

– Ә һин ял итергә ҡайтманыңмы ни?

– Ауылда эшләү – үҙе ял бит инде ул. Мөмкинлек булһа, эшләр инем.

– Мин һине ҡаланан эштән ҡасып килгәнһеңдер, тип уйлағайным. Улай булһа, һин бик егәрле ҡыҙ булып сыҡтың түгелме һуң?

– Әтеү, улайһа, эшләмә, тиһеңме?

– Эш бар ул. Тик күбеһе – ирҙәр эше: төҙөлөш, утын әҙерләү... Һиңә нимә тәҡдим итергә лә белмәйем. Ай-һай, булырмы икән? Үҙебеҙҙең ярты ауыл эшһеҙ ята. Үҙеңдең тәҡдимең юҡмы?

            Ҡыҙ уйланды:

– Бар, ләкин әйтергә оялам.

– Нимәһен оялып торорға? Үҙеңә, йә кешегә файҙа килтерерҙәй булһа, тартынып торма.

– Бына, өләсәйем көн һайын ҡаймаҡ айырта, мин, үҙем беләһең, буй-һынымды һаҡларға тырышам, бик яратһам да, ике-өс ҡалаҡтан да артыҡ ашамайым. Ә артҡанынан өләсәйем май бешә. Ауылда күптәр шулай итәлер, тип уйлайым. Ә ниңә шул ҡаймаҡты йыйып алып, ҡалаға алып барып һатмаҫҡа? Минең һымаҡ ҡайммаҡ яратыусылар, ләкин унан мәхрүм ҡалыусылар ҡалала барҙыр ул?

– Шикләнмәйем, барҙыр, – тип Фәрит әллә хупланы, әллә ҡаршы төштө. – Ә кем уны һатып йөрөйәсәк? Мәҫәлән, минең ҡулымдан килмәй. Сауҙа минең эш түгел.

– Ә һине берәү ҙә сауҙа менән шөғөлләнергә мәжбүр итмәй, – тине Гөлназ. Интернетта аккаунт асабыҙ, заказ йыябыҙ, шунда ҡыҙыҡлы материалдар ҡуябыҙ. Аҙаҡ заказдар күрһәтелгән адрестар буйынса ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот өләшеп сығырға ғына ҡала. Бына, Фәрит, өләсәйем кисә миңә ете ҡыҙ тураһында шундай легенда һөйләне. Фәрит, һин уны ишеткәнең бармы?

– Бесәндән бушай алмайым, һин һаман әкиәт һорайһың. Мин, армиянан ҡайтҡан кеше, хәҙер әкиәткә ышанмайым инде.

– Ышанмаһаң да, тыңла.

– Йә, һөйлә.

– Етегән йондоҙон күргәнең бармы?

– Күрмәй һуң, көн һайын аҫтында йөрөйбөҙ ҙә инде, – тине Фәрит.

– Үәт, улар йондоҙ булмаған, элек ете ҡыҙ булған. Күктә эленеп тормағандар, ә ерҙә беҙҙең һымаҡ атлап йөрөгәндәр. Етеһе лә береһенән-береһе матурыраҡ булған. Йырлағандар, бейегәндәр, шиғыр сығарғандар, үҙҙәре аш-һыуға оҫта, ҡул эшенә маһир, уҡты төҙ аталар. Ҡыҫҡаһы, уларға барыһы ла һоҡланған. Ә алыҫта йәшәгән бер бай был ҡыҙҙарға яусы ебәргән.

– Етеһенә лә ме?

– Эйе, етеһенә лә. Ләкин ҡыҙҙарҙың атаһы яусыларҙы кире борған. Быны ишетеп ҡалған уҫал һәм мәкерле бай, ҙур ғәскәр туплап, ошо яҡтарҙы баҫып алырға булған. Улар килеп, ырыу йәшәгән төбәкте уратып алғандар. Ә ҡыҙҙар ҡурҡып тормаған, Торатауға йүгереп менеп киткәндәр. Ә теге бай үҙенең ярандары менән уларҙы эҙәрлекләп, тауға уҡ килеп менгән.

– Ҡәбәхәт! Ҡыҙҙарҙы тотҡанмы?

– Борсолма, тота алмаған. Ҡыҙҙар Торатауҙың көньяҡтағы иң текә ҡаяһына менгәндәр ҙә, бер-береһенә тотоношоп, аҫҡа һикергәндәр.

– Их, үлгәндәрҙер инде!

– Юҡ, үлмәгәндәр, – тине Гөлназ. – Етеһе лә берәм-берәм өҫкә ҡалҡып, етеһе лә етегән йондоҙ булып янғандар.

– Ҡайһылай ҡыҙғаныс! – тип әллә ысынлап, әллә шаяртып, Фәрит күҙ йәштәрен һөрткәндәй итте. Күреп торам, һин дә, шул ҡыҙҙар һымаҡ, һис ҡурҡып тора торғандарҙан түгелһең. Әйҙә, тотонайыҡ! Бына бөгөн-иртәгә бесән ташып бөтәм дә, атайҙың “Жигули”йын йыуып алам да, һине ултыртып, ҡаймаҡ тейәп, ҡалаға осам!

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: