-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Август 2021, 12:45

ЙОҠОСО КЕЙӘҮМЕ, ӘЛЛӘ ЭТ ЯЛҠАУЫМЫ? Юмористик хикәйә

Гөләндәм апай менән Ғимран еҙнә бер-береһен бик һуңлап таптылар. Еҙнә апайға килеп якорь һалғанда, үҙе әйтмешләй, дүртенсе тиҫтәне ваҡлағайны. Гөләндәм апай менән дә шул уҡ хәл. Иренән, уҙа килһә, ике-өс йәшкә кесерәктер. Ҡыҙҙары Гөлсара һуңлап ҡына тыуҙы. Өф итеп кенә үҫтерҙеләр, бәләкәй сағынан әллә ни иркәләтмәһәр ҙә, бер теләгенә лә ҡаршы килмәнеләр. Ваҡытты туҡтатып буламы һуң инде, ҡыҙҙарына ла 21 йәш тулды. Әхирәттәре күптән кейәүгә сығып, бала-саға үҫтерәләр. Ә ул һаман һайлана. Бер-икәүҙе тотоп, алып ҡайтып, атаһы менән әсәһенә тәҡдим итеп ҡарағайны, тәүгеһе – атаһына, икенесеһе әсәһенә оҡшаманы. Өсөнсөһөн инде үҙе лә бик мөрхәтһенмәне.

ЙОҠОСО КЕЙӘҮМЕ, ӘЛЛӘ ЭТ ЯЛҠАУЫМЫ?  Юмористик хикәйә
ЙОҠОСО КЕЙӘҮМЕ, ӘЛЛӘ ЭТ ЯЛҠАУЫМЫ? Юмористик хикәйә

Гөләндәм апай менән Ғимран еҙнә бер-береһен бик һуңлап таптылар. Еҙнә апайға килеп якорь һалғанда, үҙе әйтмешләй, дүртенсе тиҫтәне ваҡлағайны. Гөләндәм апай менән дә шул уҡ хәл. Иренән, уҙа килһә, ике-өс йәшкә кесерәктер. Ҡыҙҙары Гөлсара һуңлап ҡына тыуҙы. Өф итеп кенә үҫтерҙеләр, бәләкәй сағынан әллә ни иркәләтмәһәр ҙә, бер теләгенә лә ҡаршы килмәнеләр. Ваҡытты туҡтатып буламы һуң инде, ҡыҙҙарына ла 21 йәш тулды. Әхирәттәре күптән кейәүгә сығып, бала-саға үҫтерәләр. Ә ул һаман һайлана. Бер-икәүҙе тотоп, алып ҡайтып, атаһы менән әсәһенә тәҡдим итеп ҡарағайны, тәүгеһе – атаһына, икенесеһе әсәһенә оҡшаманы. Өсөнсөһөн инде үҙе лә бик мөрхәтһенмәне.

                Әле Гөлсара Ғата менән дуҫлашып йөрөй. Ғата Гөләндәм апай менән Ғимран еҙнәнең ишекте тыш яҡтан ябыуын көтөп кенә тора. Минуты-секунды менән өйгә инеп бата. Ҡайһы ваҡыт хужалар ҡайтып кергәндә лә өҫтәл артында ашанып ултыра.

– Беҙ юҡта был икәү нимә эшләй икән? – тип Гөләндәм апай иренә баға.

                Ғимран еҙнәй, күпте күргән кеше, битенә эшлекле ҡиәфәт сығарып:

– Әлбиттә, кейәүҙе әйтәм, ҡыҙыбыҙҙың ҡулынан тотоп, фирҡәнең һуңғы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса әңгәмә ҡороп ултыраларҙыр, тип уйламайым, – тине.

– Ниндәй фирҡә, ниндәй ҡарарҙар? – тип ҡыҙып китте апайыбыҙ.

– Шуны ла аңламайһыңмы? – тине еҙнә ҡатынына. – Ярай, күрһәтәм. Бына, телевизорҙы саң ҡаплаған, күрәһеңме?

– Күрәм.

– Ә ул саң ҡайҙан сыҡҡан, беләһеме?

– Белмәйем, – тине ҡатыны.

– Ярай, аңлатам. Буласаҡ кейәү беҙгә бөгөндән уҡ анау карауаттан саң сығарырға килә.

                Апай менән еҙнәй тиҙ арала ҡаланың мөмкин булған һәр ойошмаһынан кейәүлеккә дәғүә итеүсе хаҡында мәғлүмәт туплап өлгөрҙөләр. Эҙләһәң, табыла бит ул. Ике-өс көн эсендә Ғата хаҡында барлыҡ уйҙырма һәм ысынбарлыҡ апай менән еҙнәнең ҡолағына килеп ҡапты. Әгәр хәбәр иткәндәре дөрөҫ булһа, йоҡларға ярата. Эт ялҡауы түгел, ләкин һәлкәү. Техникум бөткән, заводта электрик булып эшләй. Донъя ҡыуыуға бик юҡ. Эш хаҡы бик бәләкәй, ләкин, уның ҡарауы, аҙ ашай икән. Барлыҡ хыялы – берәй хәллерәк кәләш табып, Ғимран еҙнәй әйтмешләй, шунда причал яһау. Эсеүгә бик әүәҫ түгел.

– Юҡ, был кейәү түгел, алтын, тик бына ялҡаулығы бар инде. Нисек эшкиндереп алырға икән?

                Мәсьәлә хәл ителмәне. Гөлсара менән оҙаҡлап һөйләшеү ҙә файҙа бирмәне. Апай менән еҙнәй, һәр йылдағыса, май байрамдарында уҡ дачаға күсеп китте.  Ә фатирҙа ҡыҙҙары яңғыҙ ғына тороп ҡалды. Гөлсарамы һуң инде яңғыҙ ята торған ҡыҙ. Ваҡ-төйәге тултырылған сумаҙанын күтәреп, Ғата килеп тә етте.

                Ҡыҙ менән егет шулай һәүетемсә генә йәшәп ята, ә бер көн таң менән телефон шылтыраны. Гөлсара ҡараһа, атаһы икән.

– Ҡыҙым, ике-өс минуттан мин өйҙә булам, һин ҡапҡыларға әҙерләп ҡуй әле, әсәйеңдең бер-ике күлдәген дә һалып ҡуй. Хәҙер машинамды ғына ҡуям да, күтәрелермен.

– Ғата, ҡәҙерлем, уян, тиҙ бул!

– Нимә булды? – тип тегеһе саҡ башын күтәрҙе.

– Хәҙер атайым килеп етә. Бар, карауат аҫтына кереп йәшен!

                Әле генә йоҡлап ятҡан Ғата, матрацын һөйрәп алып, карауат аҫтына тыҡты, мендәрен һалды һәм, тапҡан ваҡыт, көндөҙ килһә, ни булған, тип һөйләнә-һөйләнә, юрғанын ябынып, кереп ятты.

                Ул арала булмай, Ғимран еҙнә лә килеп инде:

– Һаумы, ҡыҙым, уятманыммы? – тине ул, ҡыҙының арҡаһынан яратып.

– Ә нимә булды, атай?

– Юҡ, бөтәһе лә һәйбәт! Әсәйең һине һағынған. Һин әҙерлән, оҙаҡламай мин һине дачаға алып барам.

– Унда миңә нимә ҡалмаған, атай, бында ла эшем күп.

– Эш ҡасмаҫ, ҡыҙым, – тине ул һәм ҡысҡырып һөйләй башланы. – Беҙ әсәйең менән һине кейәүгә бирергә булдыҡ.

– Ниндәй кейәү, атай? Минең бит йөрөгән егетем бар.

– Ҡыҙым, беләһең, ул нәмәң беҙгә оҡшамай. Ялҡау, эт ялҡауы! Йоҡосо кейәү кемгә кәрәк? Эш хаҡы ла бигерәк бәләкәй. Заводта ул электрик булып эшләй, тиһең. Электрик түгел ул. Ул – дежур электрик. Лампочка бороп, ҡабыҙғыс ремонтлап йөрөй. Ул ялҡау һине ашатырлыҡ та аҡса таба алмай.

– Уның ҡарауы, атай, ул эсмәй, тартмай, аҙ ашай...

– Әгәр йүнле булһа, ул бер аҙ эсергә лә, тартырға ла тейеш (!“Һәнәк” журналы эскелеккә һәм тәмәке тартыуға ҡаршы!), аҡсаһын да күп алһын. Ҡыҙым, күршелә Нәғим ағайыңдарҙы беләһең бит, Шәмсинур апайың менән? Шуларҙың улы университет бөтөрөп ҡайтҡан, бик шәп бизнесмен. Улдарына һине һорайҙар.

– Нисек мине һорайҙар?

– Улдары Заһир һине күптән оҡшатып йөрөгән.

– Һуң, атай, ул бер ҡат өйләнде түгелме һуң?

– Өйләнһен. Мосолмандарға дүрт бисә менән йәшәргә рөхсәт ителә.

– Юҡ, атай, мин риза түгел.

– Һинең ризалыҡ беҙгә кәрәкмәй, ҡыҙым. Бараһың, күрәһең, кейәүгә сығаһың. Бар әле, әсәйеңдең им матур күлдәктәрен төрөп ебәр әле.

– Атай, мин риза түгел! Мин Ғатаны яратам!

– Яратһаң ни. Күрше егетен барып күр, Ғатаң менән сағыштыр, шунан һығымта яһарһың.

– Миңә бер ниндәй ҙә һығымта кәрәкмәй, – тип илап ебәрҙе Гөлсара. – Мин Ғатаға ғына сығырға ризамын.

– Юҡ, был хаҡта һөйләшеү бөттө! Әҙерлән! – тип атаһы, ишекте шаҡылдата ябып, сығып китте.

                Гөлсара илай-илай килеп, карауат аҫтына эйелде:

– Ғата, Ғатаҡайым, сыҡ әле.

                Ә карауат аҫтынан бер тауыш та ишетелмәй. Гөлсара, Ғатаны матрацы, мендәре, юрғаны менән бергә һөйрәп сығарһа, ул, бар донъяһын онотоп, йоҡлай ине.

– Нимә булды? Ниңә уятаһың? – тип аптыранды ул, иламһыраған Гөлсараға ҡарап.

– Ниңә, ишетмәнеңме ни, атайым килде бит.

– Белмәйем, мин карауат аҫтында инем, йоҡлап киткәнмен. Нимәгә килгән ул?

– Ну, нисек нимәгә килгән, мине баҡсаға килергә саҡыра.

– Саҡырһа, барырбыҙ. Ауыр эш түгел.

– Улар бит мине күрше Нәғим ағайҙың улы Заһирға кейәүгә бирергә итә. Нимә, ишетмәнеңме ни?

– Юҡ, ишетмәнем, йоҡлағанмын мин.

– Атайым дөрөҫ әйтә, һин йоҡосо икәнһең шул! Бында минең яҙмыш хәл ителә, ә һин йоҡлап ятаһың...

– Туҡта, туҡта, ҡәҙерлем, ә кем мине ялҡау, ти? Ялҡау кеше көн һайын эшкә барамы? Ялҡау кеше өйҙә ята, ә мин эшләйем, аҡсаһын да алам. Эйе, ул әҙерәк, ләкин әлегә үҙемә етә. Атайың минең эсмәгәнемде, тартмағанымды, бик әҙ ашағанымды беләме?

– Белә, күберәк ашаһа, байрамдарҙа эсеп алһа ла, ҡаршы түгелбеҙ, ти.

                Әйтелгәндәрҙән Ғата һығымта яһанымы икән, үҙенә өҫтәмә эштәр эҙләй башланы, шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә таныштарына ярҙам итте, хатта 3 мең һум тотоп ҡайтты.

                Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, таңғы алтылар тирәһендә, тағы телефон шылтыраны. Атаһы шылтырата:

– Ошо көндәрҙә күршеләр ҡунаҡҡа саҡыра, кереп алаһы әйберҙәрем бар, – тине ул.

– Ғата, тор, тиҙ бул, атайым килә!

– Яңыраҡ ҡына кереп сыҡты бит, тағы нимә кәрәк?

– Әсәйем кереп сығырға ҡушҡан.

                Ғата матрацын, мендәрен, юрғанын һөйрәп, туңҡайып, карауат аҫтына инеп барғанда:

– Үткәнендә матрацым менән юрғанымды саңға батырып бөткәйнең, саҡ йыуып алдым! Был юлы атайымдың нимә һөйләгәнен тыңлап ҡына ят, – тине ҡыҙ.

                Бына атаһы килеп керҙе лә, ҡыҙының арҡаһынан тағы яратты.

– Һаман бер үҙеңме, ҡыҙым? – тине ул, Гөлсараның күҙҙәренә ҡарап.

– Әлбиттә, бер үҙем, атай, – тине ҡыҙы.

– Нисауа, беҙ һиңә бына тигән кейәү таптыҡ! Заһир һине көтә! ЗАГС-ын да, туйын да, кейемдәрен дә һөйләшеп ҡуйған.

– Юҡ, атай, мин риза түгел! Минең яратҡан кешем бар.

– Ғатаны әйтәһеңме?

– Эйе, атай, Ғатаны яратам. Миңә унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй.

– Һиңә әйттеләр бит, Ғата йоҡларға ярата, Ғата – ялҡау! Ғатаның эш хаҡы әҙ! Ғата – йонсоу, сөнки аҙ ашай! Ә ашамаған малда рәт юҡ! Кейәү булғас, эшен дә эшләһен, ашын да ашаһын! Ошо йома килеп етәһең, танышыу ашына саҡырҙыҡ! – тип атаһы, туҙынып, сығып китте.

                Ишек ябылыр-ябылмаҫ, туҙынып, карауат аҫтынан Ғата сыҡты:

– Йоҡлап ятып, үткәнендә атайыңдың нимә һөйләгәнен ишетмәгәнмен. Гөлсарам, һин – минеке, мин һине берәүгә лә бирмәйем! Эшләйем, тиһәң, эше табыла ул. Бер ҡайҙа ла бармайһың, хәҙер мин эш эҙләп сығып китәм. Бына, бер дуҫым өйөнә электр үткәрергә саҡырҙы, – тип арлы-бирле генә ашаны ла, сумкаһын күтәреп, сығып та китте.

 

***

                Икенсе көнөнә Гөлсара таң атыр-атмаҫ, атаһына шылтыратты:

– Ни бар, ҡыҙым? Хәлдәрең нисек? – тине атаһы.

– Һәйбәт, атай, кисә 5 мең аҡса тотоп, һуң ғына ҡайтып керҙе. Иртәгә эшем бар, тине. Һиҙмәй ҙә ҡалдым, сығып та киткән.

– Был юлы беҙҙең һөйләшкәнде тыңлағанда йоҡлап ятмағанмы һуң?

– Юҡ, был юлы матрацын бирмәнем бит мин уның. Атай, ҡайһылай хәйләкәр һин! Кейәүеңде әүҙемләштереүҙең анһат юлын таптың! 

– Миңә түгел, әсәйеңә рәхмәт әйт! Әсәйең ошо хәйләне интернетта күреп ҡалған. Беҙгә ярҙам итте, бәлки тағы тағы берәйһенә кәрәк булыр.

– Шулай шул, атай, кисә Ғата әйтә, туй үткәрәйек, ти.

– Ярай, туйлыҡ ҡына аҡса табырбыҙ. Иң мөһиме, эшләһен!

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: