Фәриттәрҙең баҡсаһына йүгерешеп барһалар, йәйге йорттоң бер мөйөшөндә бүрәнәләр яна, ике бәләкәй тәҙрәһенән урғылып төтөн сыға. Халыҡ арлы-бирле иткәнсе, һыу килтергәнсе, Фәрит тәҙрәләрҙең береһен аҡтарып, эскә инеп тә китте. Уны хатта Гөлназ да туҡтатып өлгөрмәне. Бер нисә секунд үтеүгә, бер ҡосаҡ ҡағыҙ тотоп, төтөн эсенән Фәрит килеп сыҡты һәм ҡағыҙҙарын тотторҙо ла, өй эсендә кире юҡ булды.
Халыҡ ах та ух килгән арала Фәрит тағы бер бәйләм тотоп килеп сыҡты һәм:
– Унда иҫке карауаттан башҡа бер нимә лә юҡ, янһа ла, борсолмағыҙ, тип иғлан итте.
Шылтыратып өлгөргәндәр икән, янғын һүндереүселәр килеп тулды һәм бер нисә минут эсендә йортто күбеккә батырып ҡуйҙы.
Янғын һүндереүселәрҙең береһе, Фәриттән, килеп:
– Эстә кешеләр ҡалманымы? – тип һораны.
– Юҡ, юҡ, ҡалманы, сығарып бөттөк, – тине Фәрит.
– Кемде сығарҙығыҙ? – тип һораша башланы инспектор.
– Мине сығарҙылар, – тине Фәрит.
– Кем сығарҙы?
– Үҙем сығарҙым. Үҙемде үҙем сығарҙым.
Шартына килтереп, янғын сыҡҡан өйҙө тулыһынса ҡарап сыҡтылар һәм, ут төрткәндәр, тип һығымта яһанылар.
– Ут ҡайһы мөйөштән сыҡты? – тип һораны янғын һүндереү инспекторы.
Инспектор шул мөйөштө таҙартты ла, аласығының бер мөйөшөн юнып алып, еҫкәп ҡараны.
– Дизель яғыулығы еҫе аңҡып тора.
Һорау алып, әңгәмә үткәргәндән һуң, янғын һүндереүселәр ҡайтып китте, халыҡ таралышты, Фәрит Гөлназды оҙатып ҡуйҙы.
Икенсе көнөнә бер нисә матбуғат баҫмаһынан шылтыраттылар, урындағы телевидениенан килеп еттеләр.
Мәғлүмәт сығанаҡтарында “Эшҡыуарға ҡаршы – кәрәсин менән”, “Көндәшлекте ут хәл итә”, “Уңышлы бизнесменды ҡурҡыталар”, тигән һәм башҡа баш менән хәбәрҙәр сыға башланы.
Тәүҙәрәк Фәрит был хәбәрҙәргә сик ҡуйырға тырышып ҡарағайны, аҙаҡ, көсө етмәҫен күреп, ҡул һелтәне. Хатта үҙе лә бер нисә мәғлүмәт өҫтәп ебәрҙе, күрелгән зыянды ҙурайтып күрһәтте.
Тағы бер аҙнанан икенсерәк йөкмәткеле мәҡәләләр күренде. “Мөхәббәт ҡорбаны”, “Ут менән ҡурҡытыу”, “Йәштәргә ҡаршы ут менән” тигән мәҡәләләрҙә мөхәббәт өсмөйөшө хаҡында ишаралаусылар ҙа табылды.
– Иғтибар итмә, күрмәмеш бул, – тип тынысландырҙы Фәритте Гөлназ. – Был бит беҙгә үҙенә күрә реклама. Беҙҙең һатып алыусыларҙың 80 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. Ә шуланҙын 94 проценты барлыҡ мәғлүмәтте смартфон аша ала. Тимәк, улар хәҙер беҙҙе яҡшыраҡ белә һәм ярҙам итергә әҙер. Кисә, мәҫәлән, минән: “Һеҙ “Табыш”тан икән, һеҙгә ярҙам итергә теләйбеҙ”, – тип артығыраҡ һатып алдылар.
Хәҙер Фәрит күберәк финанс эштәре менән шөғөлләнә. Элек мәктәптә яҡшы ғына уҡыған икән, шул ярҙам итә. Хатта яңы пландар менән йәшәй. Ауылда сауҙа үҙәге төҙөү өсөн урын ҡараштыра башланы. Әлегә “Табыш”тың офисы уларҙың өйөнөң соланында бер мөйөштө биләй.
Был өйҙәшлек, әлбиттә, әсәһенә оҡшамай:
– Йәйге йортто яндырған һымаҡ, соланға ут һалмаһындар тағы.
Тикшереүселәр килеп, кемдең ут төртөргә мөмкинлеген асыҡлағанда ҡайһы бер асыштар яһағандар. Мәҫәлән, Асияларҙың келәте эргәһендә кәрәсин тулы электән ҡалған мискә ултырған икән. Янғындан һуң мискәнең урыны ғына тороп ҡалған. Уның ҡарауы, Асия эҙһеҙ юғалған.
– Вахта менән эшләй. Ямал округына китте, – тип аңлатҡан уның әсәһе. – Ардесын ҡалдырманы.
– Бынауында кәрәсин тулы мискә ултыра ине, шул ҡайҙа? – тип һораны хакимиәт башлығы Әхмәҙиев.
– Уны малайҙар металлоломға тапшырҙы, – тип аңлатҡан Асияның әсәһе.
Уның ҡарауы, мунсанан яртылаш кәрәсин тултырылған шәм тапҡандар. Хәҙер Фәриттең янған өйөндәге бүрәнәгә һеңгән яғыулыҡ менән мунсала табылған яғыулыҡты сағыштырып ҡараясаҡтар.
Һуңғы көндәрҙә Фәрит бик ауыр һәм ҡатмарлы эшкә тарыуын аңланы. Шуға күрә бик күңелһеҙ йөрөй. Ә бына Гөлназдың кәйефе күтәренке һәм ул ауыл менән ҡала араһын тапауҙан бушаған арала Фәриттең өйөнә ике-өс тапҡыр кереп сыға. Тәүге осор уңайһыҙланһа ла, хәҙер ул бында үҙен үҙ кеше итеп тоя, хатта оҙаҡламай килен буласағын да йәшермәй.
Фәриттең күңелһеҙ йөрөүенең тағы ла бер сәбәбе бар.
– Гөлназ, мин шуны уйлап ултырам, аҡса эше минең холҡома тура киләме икән? – тине ул. – Эшҡыуарлыҡ улай уҡ ауыр һәм ҡатмарлы эштер, тип уйлап көтмәгәйнем.
– Ниңә ундай уйҙар борсой һине? – тине Гөлназ.
– Шул да булған кәсеп! Иртән торам да, аҡса уйлайым. Төнө буйы уңға-һулға таратам да, кисен тағы һанайым. Аҡса һанау хәҙер төшкә керә башланы. Күпме һанама, барыбер етмәй икән.
– Аңлашылды. Тимәк, һин аҡса һанарға яратмайһың? Шулай булһа, һин аҡсаға мөнәсәбәтеңде кәмет. Әйләнештән сығар.
– Бына ҡыҙыҡ, нисек итеп?
– Аҡса һанай торған машина һатып ал. Ул ҡиммәт түгел, иҫәп-хисапты банк картаһы менән ойоштора алаһың. Икебеҙгә берәр банк терминалы алһаҡ та, артыҡ булмаҫ. Һалым түләгәндә лә һинең эшең еңеләйәсәк.
– Бик ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр! – тип ҡыуанды Фәрит. Ә мин был хаҡта уйламағайным да.
– Һанайым, һанайым, тиһең, табышҡа-табыш сығамы һуң?
– Күп түгел, ләкин сыға, – тип йылмайҙы Фәрит. – Һинең менән минең ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе үтәрлек.
– Һин ни эшләрһең икән, мин бит хәҙер каникулдан һуң ҡайтып китәм.
– Ә мин һине ҡайтармайым.
– Нисек ҡайтармайһың?
– Бик ябай ғына юл менән. Мин һиңә өйләнәм. Ҡыҫҡаһы, беҙ өйләнешәбеҙ.
– Бына ҡыҙыҡ, “Табыш”тың хужаһы уҡыусы балаға өйләнгән, тип яҙғандарын уҡырға теләйһеңме?
– Кисә әсәйем шылтыратты, – тине Гөлназ. – Уға тағы нимәлер яҙып һалғандар. Тауышы бик борсоулы ине, килергә йыйынабыҙ, тине.
Ҡыҙ телефонын тоҡандырып, сәғәткә ҡараны:
– Уф, дүртенсе киткән. Ҡайтайыҡ, йоҡлайыҡ, иртәгә таң менән юлға!
Улар Гөлназдың өләсәһенең өйө янына килгәндә урамда атаһының машинаһы ултыра ине.
– Аһ! Атайым килгән бит! Ул миңә, 12-нән дә һуңлаһаң, үҙем алып ҡайтып китәм, тигәйне...
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"