+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Август 2021, 13:06

ОНОТОЛОП БӨТКӘН ТУЙ Хикәйә Башы

Беҙҙең ауылда ул туйҙы әле лә хәтерләйҙәр. “Жигули”, ”Волга” һымаҡ автомобилдәрҙең яңы таралып барған сағы. Еңел автомобилдәр унауҙан артыҡ ине. Бөтә ауыл, тип әйтерлек, өйҙәренән сығып, урамда ҡарап торҙо. Ауыл советы бинаһынан Дамир ағай кәләше Зифаны күтәреп алып сыҡты.

ОНОТОЛОП БӨТКӘН ТУЙ Хикәйә Башы
ОНОТОЛОП БӨТКӘН ТУЙ Хикәйә Башы

Беҙҙең ауылда ул туйҙы әле лә хәтерләйҙәр. “Жигули”, ”Волга” һымаҡ автомобилдәрҙең яңы таралып барған сағы. Еңел автомобилдәр унауҙан артыҡ ине. Бөтә ауыл, тип әйтерлек, өйҙәренән сығып, урамда ҡарап торҙо. Ауыл советы бинаһынан Дамир ағай кәләше Зифаны күтәреп алып сыҡты. Кәләштең туй күлдәген күреп, ҡыҙҙар аһ иттеләр. Ҡаланан музыканттар саҡырғайнылар, улар төнө буйы клубта гитарала уйнап, халыҡты бейетте. Туйҙан һуң йәш ғаилә яңынан ҡалаға китте. Кәләше – табип, ағай үҙе – инженер. Йәшәрлек фатирын да бик тиҙ алғандар шикелле. Дамир ағайҙың әсәһе менән атаһы ярҙам иткәндәр. Кәләш яғынан да хәлле булғандарҙыр. Шулай булмаһа, 4-5 йыл да үтмәй, өр-яңы машинала ҡайтып йөрөй алмаҫтар ине. Дамир ағайҙың атаһының өйө лә ауылда иң ҙурҙарҙың һәм матурҙарҙың береһе ине. Мин мәктәптә уҡығанда улар ҡайтҡылап йөрөй ине әле. Йәй көнө ауылда көтөү көтә инем. Төшкө ашҡа ҡайтһам, Дамир ағай ике-өс йәшлек улы менән һыу буйында балыҡ тотоп ултыралар ине.

– Дамир ағай ҡайтҡан икән, – тинем әсәйемә.

– Ҡайтыуын ҡайтҡан да, – тине әсәйем. Тик бер ҙә донъяларының рәте юҡ шикелле.

            Быныһы мине ҡыҙыҡһындырманы. Ул ваҡыт  ғаилә ҡиммәттәре бик ныҡ һаҡлана, кешеләр айырылышырға ашыҡмай ине.  Көтөүсе малайҙы бындай мәсьәлә ниңә ҡыҙыҡһындырһын инде.

– “Жигули”йы менән ҡайтҡанмы? – тип һораным мин, шулай ҙа.

– “Жигули”йын да, фатирын да ҡатынына ҡалдырған, ти. Зифаһы шунда хәҙер яңы ире менән йәшәп ята, ти.

– Ә шулай буламы ни, әсәй? – тип һораным.

            Хәҙер хәтерҙә бик ҡалмаған, ләкин әсәйем мин аңларлыҡ итеп былай тине:

– Зифа килен эштә элекке бер мөхәббәте менән тура килгән. Аралары бик үк һыуынмаған булған. Был хаҡта белеп ҡалған Дамир бик ныҡ ғәрләнгән һәм ҡатынын хыянатта ғәйепләп, тиҙ арала айырылышыуҙы талап иткән. Тәүҙә малай килен яғында ҡалырға тейеш булған, ләкин Дамир ҡатынын еңел холоҡло булыуҙа, хатта эскелектә ғәйепләп, малайын үҙе менән ҡалдырыуға өлгәшкән. Тегенеһе лә йылан бисә икән, әгәр фатир менән машинаны миңә бирһәң, Уран һиңә ҡаласаҡ, тип әйткән. Дамир ағайың ни, ике лә уйлап тормай, ризалашҡан да ҡуйған. Ялдан һуң Мәүлиҙә инәйеңде алып китә инде. Улын ҡараясаҡ. Инәйең аптырай инде, нисек баланы машина менән фатирға алышырға мөмкин, ти. Ауылды ла ҡалдырғыһы килмәй.

            Ошо ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ йылдар үтте. Мин дә мәктәпте тамамлап, армияла йөрөп ҡайттым, ауыл хужалығы институтына уҡырға инеп, тамамлап сыҡтым. Йәй һайын ҡайтҡылап йөрөгәс, Дамир ағай, уның улы менән осрашып тора инек.

            Ағай бик уҫал булмаһа ла, сәмле кеше ине шикелле. Туйға төшкән бүләктәрен таратып, хатта еңгә менән төшкән фотоларына тиклем яндырып, юҡҡа сығарып бөткән. Ҡалаға ышанманымы икән, ауылға алып ҡайтып яндырған. Әсәйем әйтә, кеше аптыратып, көнө буйы мөрйәһенән ҡара төтөн сыҡты, ти. Үҙем эстән генә уйлап ҡуйҙым, ниндәй матур башланғайны, ниндәй һоҡланғыс ғаилә, ҡара төтөн булып, юҡҡа сыҡты. Дамир ағай башҡа өйләнмәне, күңеленә яраған ҡатын-ҡыҙҙы тапмаған, тинеләр.

            Улы үҫеп, интернатта үҙен ҡарарлыҡ була башлағас, әсәһе Мәүлиҙә инәй ҙә ауылға ҡайтты.

            Был ғаилә, уларҙың яҙмышы хаҡында мин онота башлағайным инде. Хәҙер Мәүлиҙә инәйҙең гүр эйәһе булыуына ла байтаҡ йылдар үтте. Өйө, шулай ҙа, буш торманы. Дамир ағай улы Уран менән һәр йәйҙә, тип әйтерлек, ҡайтҡылап йөрөнөләр. Әле былтыр, өсөнсө йыл тәҙрәләрендә ут күренә торғайны.

            Хәҙер әсәйем дә өлкәнәйҙе. Уға ярҙам итәм, тип йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Ҡайтҡан һайын, Дамир ағай йәшәгән йортҡа күҙ һалып үтәм. Мал-тыуары, ҡош-ҡорто күренмәһә лә, кеше йәшәгәне тойола. Бер ҡайтҡанымда, минең машина күренеү менән, ҡапҡа алдында ултырған Дамир ағай, ҡулын болғап, миңә ҡаршы сыҡты. Өлкән генә кеше, хәлен белешәйем, тип туҡтайһы иттем. Электән арлы-бирле аралашҡанғамы икән, мине танымауы ғәжәпләндерҙе.

– Ә, һин икәнһең, – тине ул миңә, ныҡлы ҡарап. – Ә мин Уран улым ҡайтып килә икән, тип торам.

– Улыңды күргәнем юҡ, – тинем мин, аҡланған һымаҡ.

– Әллә һин минең улымды ла белмәйһеңме?

– Нисек белмәйем, беләм, – тип аҡландым мин. – Һәр йәйҙә ауылға ҡайта торғайнығыҙ.

– Белергә тейешһең. Минең улым – ҙур кеше! Хәҙер ул Рәхимйәновтың эргәһендә йөрөй! Мин уны, ҙур кеше булһын, тип үҫтерҙем. Ә бөгөн китәһеңме һин?

– Бер-ике сәғәт булам әле, – тинем мин.

– Ярай, күстәнәс ебәрермен тигәйнем, өлгөрмәйем инде. Һин улыма сәләм генә әйт. Әйбер ебәрһәң дә, хәҙер кешегә ышаныс юҡ. Йә, юғалтырһың, йә ашап ҡуйырһың.

            Мин ғәфү үтендем дә, ары ҡуҙғалдым.

            Машинам килеп туҡтау менән, өйҙән әсәй килеп сыҡты. Өйгә индек, тиҙ генә сәй хәстәрләне әсәй.

            Дамир ағай тураһында һорашмай, булдыра алманым.

– Ағайға нимә булған ул? – тип һораным мин.

            Нимә булһын инде, улым. Баяғы, шул ҡартлыҡ ғәләмәте.

– Һәр ваҡыт шулаймы?

– Юҡ, ҡайһы ваҡыт асылып китә ул, дөрөҫөн һөйләй. Икенсе ҡараһаң, хаталана ла ҡуя инде. Нимә һөйләгәнен дә аңлап булмай.

– Дауалап ҡарағандармы һуң?

– Уны нисек дауалайһың? Бала хөкөмөндәге өлкән кешегә дауа бармы икән һуң?

– Ә бында кем килтерҙе һуң?

– Кем булһын, улы килтерҙе инде, больницанан тура ошонда алып ҡайтҡан.

– Үҙен тәрбиләүсе-ҡараусы бармы һуң?

– Ураны һөйләшеп, бер киленгә ҡушып киткән, уныһы ике-өс көнгә бер бутҡа бешереп бирә. Кисә мин аш илтеп бирҙем.

– Ашаймы һуң?

– Ас булғас, ашамай, ҡайҙа барһын?

– Ни эшләп, әсәй, асмы ни?

– Әзмәүерҙәй ҡартты бутҡа менән генә аҫырап буламы ни? Ағайың электән ашҡа ла, эшкә лә шәп булды бит.

– Артабан нисек булыр икән? – тинем мин.

– Белмәйем, ошонда йөрөр инде. Өйөн йылытырға кәрәк, хәҙер газ үткәреү ҡиммәт. Колхоз да юҡ. Ҡаланан ҡайтҡас, ул кемгә кәрәк инде?

– Ә улы ҡайҙа эшләй һуң.

– Шунда бер министерствола, ти. Уныһы нимәгә, улым?

– Яҡташ бит, кереп, хәлен белеп, танышып сығыр инем.

            Был ҡартҡа нисек ярҙам итергә? Күренеп тора, уны бында килтереп ташлағандар һәм ҡотолғандар. Тик ни сәбәпле? Һуң, улы бар бит әле. Өфөлә өлкән йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән социаль приюттар ҙа бар. Бәлки шуларҙың береһенә урынлаштырыу ҡулайлыраҡ булмаҫмы икән? Был мәсьәлә мине бик борсоно. Миңә мөнәсәбәте булмаһа ла, Уран Дамир улын табырға, ошо хаҡта һөйләшергә ҡарар иттем.

 

Аҙағы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: