+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Август 2021, 11:04

АТАЙҒА – БУРЫС Хикәйә Башы

Мазһар әсәһе мәрхүмәнең әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: “Бәлә бер ваҡытта ла яңғыҙы ғына йөрөмәй икән шул. Килһә, ҡушарлап килә”. Ҡатыны Зәйнәп менән хәҙер ике-өс көн инде “һалҡын һуғыш” алып баралар. Ҡыҙы ла, улы ла аталары менән аралашырға теләмәй. Иртән хатта сәләм дә бирмәйҙәр, күрмәмеш булып үтәләр ҙә китәләр. Ә был һалҡын һуғыштың сәбәбе Мазһарҙың үҙенә лә аңлашылып етмәй. Һөйләһәң, кеше аптырар, тигән һымаҡ, Мазһар ниндәй бәләгә тарыуын үҙе лә аңлап бөтмәй.

АТАЙҒА  –  БУРЫС Хикәйә Башы
АТАЙҒА – БУРЫС Хикәйә Башы

Мазһар әсәһе мәрхүмәнең әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: “Бәлә бер ваҡытта ла яңғыҙы ғына йөрөмәй икән шул. Килһә, ҡушарлап килә”. Ҡатыны Зәйнәп менән хәҙер ике-өс көн инде “һалҡын һуғыш” алып баралар. Ҡыҙы ла, улы ла аталары менән аралашырға теләмәй. Иртән хатта сәләм дә бирмәйҙәр, күрмәмеш булып үтәләр ҙә китәләр. Ә был һалҡын һуғыштың сәбәбе Мазһарҙың үҙенә лә аңлашылып етмәй. Һөйләһәң, кеше аптырар, тигән һымаҡ, Мазһар ниндәй бәләгә тарыуын үҙе лә аңлап бөтмәй.

            Сәбәбе шул – уны суд башҡарыусыһы эҙләп йөрөй башланы. Етмәһә, тәүге килгәнендә, Мазһар өйҙә булмағас, Зәйнәп менән генә һөйләшкән. Тегеһе, суд башҡарыусыһы була инде: “Һеҙҙең ирегеҙ Мазһар Тимерйән улы Ғәлиуллиндың алимент түләү буйынса бурысы бар”, – тип иғлан иткән.

            Ҡайтыу менән, өйөндә тауыш ҡупты. Балаларға йәйге кейем алырға, тип бер аҙ аҡса йыйнаған булғайнылар. Ҡатыны шуны тартып алды, олонан һалдырып әрләне, айырылышам, тип ҡурҡытты.

            Эштән саҡ һорап ҡайтып, суд приставын эҙләп барҙы. Уныһы, Мазһарҙы күреү менән:

– Һеҙ ни өсөн бер урында йәшәйһегеҙ, ә икенсе урында теркәлгәнһегеҙ? – тип һорауҙы ҡаты ҡуйҙы.

Суд ҡарарының күсермәһе менән танышҡас, шул асыҡланды: Мазһар ҡартайған атаһына алимент тейеш икән. Ул үҙенең ғаилә хәле менән бик таныш түгел, кәрәге теймәгәс, электән артыҡ ҡыҙыҡһынманы ла. Ләкин үҙенең атаһы барлығын яҙа-йоҙа белә. Хатта бәләкәй сағында атаһы алимент түләгәнен дә арлы-бирле хәтерләй.

– Бына, атайың һиңә тағы аҡса ебәргән, – тип әсәһе улының ваҡ-төйәк мохтажлыҡтарына аҡса тоттора торғайны.

            Бик кәрәк булғандыр инде, күрәһең, бына бит, хәҙер алимент талап итә. Теге ваҡыт иҫ белгән булһа, аҡсаһынан баш ҡына тартыр ине. Онотмаған ҡартлас, ҡара һин уны, хәтеренә төшөргән, тапҡан, судҡа биргән. Аптырарһың кешенең нәфсеһенә.

            Етмәһә, бер дуҫы менән асҡан бәләкәй генә фирмалары бар ине, әлеге автотранспорт ремонтлау буйынса инде. Улар яллаған гараж бик һәйбәт урында. Транспорт күп йөрөй, клиенттар өҙөлгәне юҡ. Ә кисә эшкә барһалар, гараждан барлыҡ әйберҙәрен алырға ҡуштылар. Аҡсалы инвестор килгән, ошонда ҙур автосалон төҙөргә теләк белдергән.

            Алимент түләргә, бурыстарҙы ҡайтарырға. Ә ғаиләһен нисек һаҡлап ҡалырға? Нимә эшләргә, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй Мазһар.

– Мәгеҙ, атайығыҙҙың адресын алығыҙ, – тине пристав, Мазһарға ҡағыҙ киҫәге һоноп.

– Миңә нимәгә кәрәк ул? – тине һауалы ғына. – Хәҙер илле йыл күрмәгән атайҙы юллап йөрөргә генә ҡалғайны. Мине үгәй атай үҫтерҙе. Шәп кеше ине. Тере булһа, һораһа, мин уға түләр инем. Атай менән әсәй яңы ғына бер-бер артлы вафат булып ҡуйҙылар.

– Борсолмағыҙ, Мазһар Тимерйәнович! Хәҙер һеҙ яңғыҙ түгел, һеҙҙең атайығыҙ бар. Белеп булмай, бәлки берәй файҙаһын күрерһегеҙ.

– Күрерһең, буғай. Үҙ ғүмерендә килеп, бер күренмәгән атай аҡса таптырып ятһын әле!

– Барығыҙ, асыҡлағыҙ, алиментығыҙҙы түләгеҙ, бурысығыҙҙы ҡайтарығыҙ, – тине лә пристав, башҡа эштәренә күмелде.

            Мазһар машинаһын алды ла, иң тәүҙә үҙе теркәлгән ятаҡҡа барып етергә булды. Барһа, уның исеменә байтаҡ сәләмдәр килгән икән дәһә. Араһында бер конверт айырылып тора. Тиҙ генә асып уҡыһа, шундай яҙыу күреп ҡалды: “Мазһар, улым, был атайың яҙа. Тимерйән. Ошо адрес буйынса килеп сыҡ әле. Юл төҙөүселәр урамы, 41.”

            Үҙенә килгән башҡа ҡағыҙҙарҙы йыйып тоҡсайға һалды ла, Мазһар Юл төҙөүселәр урамын эҙләп китте. Ҡаланың икенсе осонда икән. Эргәлә генә – урман, бер-береһенә терәлеп, тигәндәй, ике күл күренә. Иҫке, борондан ҡалған баҡса эргәһендә өр-яңы бейек йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Электән ҡалған бәләкәй йорттар яңы төҙөлгән заманса коттедждар күләгәһендә фәҡир, ярҙамға мохтаж ҡарт-ҡоро һымаҡ ҡына.

            “Ни эшләйһең инде, һәр кемдең – үҙ дәүере, – тип уйланды Мазһар. – Оҙаҡламай, был иҫке баҡсалар урынында бейек-бейек ҡоймалар ҡалҡып сығыр инде. Юл төҙөүселәр урамы күл менән урман араһында икән”. Юҡҡа килде бында. Урамы Юл төҙөүселәрҙеке булһа ла, юлдары насар икән. Ямғырҙан һуң бер “Камаз” батып ултыра. Машинаһын иркенерәк урында ҡалдырып, Мазһар итеген алып кейҙе лә, күләүектәр аша урам буйлап атланы. Ҡаршыһына бер ҡатын осраны. Мазһар атаһының адресын әйтте.

– Ана, тегендә, анауы дүрт ҡатлы йортто күрәһегеҙме? Шуның аръяғында булыуы бик ихтимал. Тик ул яҡҡа йәйәү үтә алырһығыҙмы икән, уратып соҡор ҡаҙғандар.

            Мазһар тәүҙә уң яҡтан үтеп ҡарағайны. Юҡ, һис үтерлек түгел. Аптырағас, һулаҡайҙан кереп ҡараны. Бер йорттан ике төҙөүсе сығып, тәмәке тартып торалар ине, адресты уларҙан һорарға тура килде.

– Нисәнсе йорт, тинегеҙ? – тип яңынан һораны береһе.

– 41-се йорт.

– Аҙашҡанһың, абзый. 41-се йорт – бынауһы, – тип дүрт ҡатлыһына күрһәтте.

– Ә кемдең йорто? – тип һораны Мазһар.

– Белмәйбеҙ, – тине икенсеһе. Бер завод диреторының кейәүеме, урынбаҫарымы, джип менән килеп йөрөй.

– Ана, ошо бейек йорттоң күләгәһендә бер мунса күренә, шул түгелме икән һин эҙләгән 41-се йорт? Ә бына беҙ төҙөгән йорт, минең белеүемсә, 41/1, – тине төҙөүсе кейемендәге икенсе кеше.

– Унда бер ҡарт йәшәй, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Мазһар.

– Йәшәйме, әллә йәшәй инеме? – тине төҙөүселәрҙең оҙонорағы.

– Ул үлде бит, яңыраҡ күмделәр, – тине икенсеһе.

– Эйе, бер ике аҙна булалыр, нимәлер эскән дә, бер БОМЖ, ятып үлде. Шундағы ҡартты ҡарай икән, тигәйнеләр.

            Бына, алимент мәсьәләһе лә хәл ителеп килә шикелле. Кеше лә юҡ, тимәк, алимент та юҡ, тип эстән генә уйланы Мазһар. Ниһайәт, ҡотолоп бара түгелме һуң?

– Әле унда кеше йәшәйме икән? – тип һораны Мазһар, юҡ тиһәләр, боролорға иҫәбе лә бар ине.  

– Белмәйем, абзый, – тине төҙөүселәрҙең йыуанырағы. – Ошо аҙнала булдымы, берәү алма йыйып йөрөй ине.

            Саҡ урап сыҡты. Атай булаһы кеше бында нисек йәшәп ята икән? Хоҙай килтермәһен бында, тип һөйләнә-һөйләнә Мазһар туҙып бөткән ағас ҡойма артындағы бәләкәй генә өйгә ҡарай атланы. Бәләкәй ҡапҡаһы ла юҡ бит әле. Баҡсаһын сүп үләндәре баҫҡан. Ә бына алмаһы, грушаһы шәп! Сейәһе менән сливаһын йыйып та тормағандар. Өҫтөнән атлауы уңайһыҙ, түшәлеп яталар. Мазһар ҙур ғына бешкән бер алманы алып тешләгәйне, ауыҙында ирене лә ҡуйҙы. Шундай баҡсаһы булып, алимент теләнселәп йонсотмаһа инде. Хәйер, был баҡса атаһыныҡы түгелдер. Әсәһенең һөйләүенә ҡарағанда, кипмәй, һурыҡмай эскән, әсәһенә ҡул күтәргән. Хәҙер бына алама өйҙә йәшәп, үҙ ғүмерендә туңдырма ла алып бирмәгән улынан аҡса һорап ятһын инде. Ҡуй, бушты һөйләмәһен әле. Кем белә, бәлки үҙенә лә шундай яҙмыш килер?

            Мазһар, өй эргәһенә килеп, һаҡ ҡына ишекте шаҡыны.

– Инегеҙ, ишек бикһеҙ, – тинеләр эстән.

            Ир, ишекте асып, эскә үтте һәм танауына шунда уҡ бешкән алма, груша еҫе килде. Ҡайһылай күңелде күтәрә торған хуш еҫ! Үҙенә күрә мулллыҡты, байлыҡты күрһәткән һымаҡ.

– Һеҙ кем? – тине иҫке йорт хужаһы. – Ҡараңғыла насар күрәм. Мазһар, улым, һинме, әллә суд приставымы?

            Ҡара һин уны, килерен белгән һымаҡ, көтөп ултырған бит әле! Әйтерһең, Мазһар уға бөгөн бына ошо сәғәттә килергә һәм хәлен белергә, хатта аҡса түләргә бурыслы.

– Һаумы, – тине Мазһар, нисек кенә тырышмаһын, “атай”, тип әйтергә теле әйләнмәне. Әлеге, ятһыныу. Бәлки бер аҙ үпкә лә барҙыр. Аптыраныу ҙа көслөлөр.

– Ултыр, Мазһар улым. Килеүең өсөн рәхмәт! Килмәҫһең, һине күрә алмам инде, тип ҡурҡҡайным. Рәхмәт, улым!

– Ни өсөн рәхмәт?

– Килгәнең, атайыңдың хәлен белгәнең өсөн.

– Ә ниңә судҡа бирҙең? Әллә минең һиңә бурысым бармы?..

Аҙағы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: