+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Август 2021, 07:00

ОНОТОЛОП БӨТКӘН ТУЙ Хикәйә Аҙағы

Һәр көн Дамир ағай тураһында уйлаһам да, улын эҙләргә шунда уҡ тотоноп булманы. Ҡала ҙур бит, эҙләһәң дә тиҙ генә табырлыҡ түгел икән. Аптырағас, үҙебеҙҙең ауыл хакимиәте башлығына шылтыратып, бәйләнеш тотмайҙармы икән, тип белештем. Башлыҡ, ике лә уйлап тормай, телефонын әйтеп тә бирҙе. Оҙаҡ тормай, Уранға шылтыраттым. Мәскәүҙә командировкала икән, бер аҙнанан өйҙә булам, осрашырбыҙ, һөйләшербеҙ, тине. Һөйләшеүендә ниндәйҙер һағайыу, хатта уҫаллыҡ та бөркөлөп ҡалғандай булды.

ОНОТОЛОП БӨТКӘН ТУЙ Хикәйә Аҙағы
ОНОТОЛОП БӨТКӘН ТУЙ Хикәйә Аҙағы

Һәр көн Дамир ағай тураһында уйлаһам да, улын эҙләргә шунда уҡ тотоноп булманы. Ҡала ҙур бит, эҙләһәң дә тиҙ генә табырлыҡ түгел икән. Аптырағас, үҙебеҙҙең ауыл хакимиәте башлығына шылтыратып, бәйләнеш тотмайҙармы икән, тип белештем. Башлыҡ, ике лә уйлап тормай, телефонын әйтеп тә бирҙе. Оҙаҡ тормай, Уранға шылтыраттым. Мәскәүҙә командировкала икән, бер аҙнанан өйҙә булам, осрашырбыҙ, һөйләшербеҙ, тине. Һөйләшеүендә ниндәйҙер һағайыу, хатта уҫаллыҡ та бөркөлөп ҡалғандай булды.

– Ҡайтҡас та, яйы сығыу менән, шылтыратырмын, көтөгөҙ, – тине ул.

            Байтаҡ ваҡыт үтеп китте, ләкин Уран шылтыратырға ашыҡманы. Үҙем тураһында хәтеренә төшөрөп, СМС-ка ебәрергә тура килде. Яуап бирмәне.

            Ул арала тағы ла аулыл яғына юл төштө. Әсәйгә күстәнәс алдым, Дамир ағайға ла ваҡ-төйәк әҙерләнем. Кем белә, бәлки ҡаҙы ашағыһы киләлер. Бер ыҫланған тауыҡ та үҙенә ярап ҡалыр һымаҡ. Машина менән ҡапҡаһы алдына килеп туҡтауым булды, көтөп торғанмы ни, Дамир ағай, килеп тә сыҡты. Килеп кенә сыҡманы, уҫал итеп миңә ташланды:

– Һин, Уран улым, тамам оятыңды юғалтҡанһың икән! Атайыңды бында алдаштырып килтереп ташланың да, ҡотолдом, тиһеңме?

– Ғәфү ит, ағай, мин бит Урал түгел, – тип әйттем.

Юҡ, ҡаршы төшөүем ҡартты ярһытып ҡына ебәрҙе.

– Хәҙер һин мине алдатып, икенсе исем менән ҡасып ҡалырға итәһеңме? Не выйдет! Не получится! Теге ваҡыт мин бит үҙемдең машинам менән фатирымды бирҙем. Беләһеңме, ул ваҡытта “Жигули” күпме тора ине? 5600! Ә мин һинән бер тәгәрмәслек тә файҙа күрмәнем. Мәскәүгә уҡырға ебәргәндә ҡулыңа тотторған аҡсаларҙы һанап алдыңмы? Алдың. Ә хәҙер пенсионер ҡарт булған атайың һиңә кәрәкмәйме?

            Был ҡарғаныуҙы тыңлау еңел эш түгел ине. Шуға мин алйыған ҡартты ыңғайына һыпырып ҡарарға булдым:

– Эй, ағай, рәхмәт инде, һинең аҡсаң булмаһа, бөтөнләй уҡый алмаҫ инем.

– Ана бит, үҙең һөйләп тораһың, ә хәҙер һиңә атай кәрәкмәй?! Мин һине хәҙер бөтәһенә лә фаш итәм! Мин һине уҡыттым, кеше иттем, ә һин хәҙер ошонда мине һалып ҡуйып, астан, һыуыҡтан үлтерергә итәһең!

– Юҡ, ағай, – тинем мин, күстәнәстәремде сығарып. – Бына һиңә – ҡаҙы, бына – тауыҡ ите.

            Ағай күстәнәстәрҙе ҡат-ҡат тотҡолап та, еҫкәп тә ҡараны.

– Ҡайһылай еҫе тәмле! Ай-һай, улым, һин мине байыттың бит! Бындайҙы күптән ашаған юҡ ине! Ҡара әле, бынауһы бит настоящий Баймаҡ ҡаҙыһы! Рәхмәт инде, улыҡайым, мин уны әҙ-әҙләп, һаҡлап ҡына ашармын инде! Ҡайҙан белеп алып ҡайтҡан бит әле! Бында ни ашау насар! Шәрәкәйҙең килене һыуға бутҡа бешергән була ла ул, ундайҙы бит хәҙер эт тә ашамай. Әйтеп ҡарайым, һине әйтә, аҡсаһын әҙ ебәрҙе, ти ҙә ҡуя.

            Мин, хушлашып, әсәй янына ашығам. Юҡ, бабай мине ысҡындырмаҫҡа тырыша. Көс-хәл менән ҡуҙғалып киттем, артымдан атлай биреберәк, тороп ҡалды.

            Әсәй менән сәй эсеп ултырғанда:

– Дамир ағайҙың улы ҡайтҡаны бармы? – тип һораным.

– Кеше аша консерва ебәргән булған, дуңғыҙ ите, тиме, уныһының да срогы сыҡҡан, ти. Шунан һуң, теге бутҡа бешереүсе килен дә баш тартҡан. Аҡсамды бирләй, бутҡамды урлай, тип ғәйепләгән.

            Өфөгә ҡайтҡас, бер хәбәр булмаһа ла, Уранға тағы шылтыратаһы иттем. Ике тапҡыр шылтыратҡандан һуң, бәләкәй генә СМС-ка килде: “Иртәгә һөйләшербеҙ”, – тигәйне. Икенсе көнөнә төштән һуң эшләгән урынына саҡырҙы.

Килеп, бер ярты сәғәт үткәс, үҙе сығып ҡаршы алды:

– Ғәфү итегеҙ, эшем шул хәтле күп, хатта миңә һеҙҙең алда уңайһыҙ, – тине ул кеселекле генә итеп.

            Мин уға былай тинем:

– Уран Дамирович, беҙ, һеҙҙең яҡташтарығыҙ, һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Ауылдаштарығыҙ һеҙҙең менән ғорурлана һәм артабан да уңышлы эшләүегеҙҙе теләй... – тине кенә әйтеп өлгөрҙөм.

– Әйҙәгеҙ, ағай, эш тураһында һөйләшәйек. Сөнки бик мөһим документ менән эшләйбеҙ, һеҙҙең менән беҙҙең аралашыу өсөн ун минут самаһы ваҡыт ҡалды. Ғәфү итегеҙ, хатта сәй ҙә эсерә алмайым. Һеҙҙең миңә ниндәй дәғүәләрегеҙ бар?

– Беҙҙең һеҙгә бер дәғүәбеҙ ҙә юҡ һәм булырға ла тейеш түгел, – тинем мин.

– Шулай булғас, ниңә мине мәшәҡәтләп йөрөйһөгөҙ? – тине ул шаҡтай уҫал итеп. – Эйе, һеҙҙең ауылда минең атайым йәшәй. Мин был хаҡта ауыл хакимиәтенә кереп әйттем. Улар ваҡиғаларҙы контролдә тота. Атайҙы ашаталар, тәрбиәләйҙәр һәм ҡарайҙар. Бының өсөн мин ай һайын аҡса күсереп торам. Эйе, минең атай хәҙер сирләй. Был сир бөтәбеҙҙә лә булыуы ихтимал һәм унан ҡотолоу юҡ, терелеү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Эйе, ҡарау буйынса дәғүәләр юҡ, тип әйтерлек. Ләкин ул бит һеҙҙең атайығыҙ. Атайға мөнәсәбәт тә атайҙарса булырға тейеш түгелме икән?

– Хуш күңеллелек күрһәтеп, һеҙҙең мине тәрбиәләргә теләүегеҙҙе күрмәмеш булам һәм киҫәтеп ҡуям: әгәр шундай итеп шик-мәҙәр була ҡалһа, мин һеҙҙе хәҙер үк кабинетымдан ҡыуып сығарам һәм, әгәр кәрәк булһа, атайҙы ла ауылдан алып килеп, бындағы иң тәүге социаль приютҡа урынлаштырам. Беләһегеҙме, хөрмәтле ауылдаш, унан килеп, мине мәшәҡәтләп йөрөүсе булмаясаҡ.

            Ул бит һеҙҙең атайығыҙ, – тинем мин, тотлоға-тотлоға.

– Ә һеҙ беләһегеҙме, минең атайым мине әсәй тәрбиәһенән мәхрүм итте. Әсәйемә булған һөйөүҙе фатирға һәм “Жигули”ға алыштырҙы. Мин ғүмер буйы үҙемде тере етем итеп тойҙом. Интернатттың һалҡын ятағында бер үҙем ҡалған саҡта төндәр буйы яҙмышымды ҡәһәрләп, үкһеп иланым. Һәм ни өсөн мине ошондай һынауҙарға дусар итеүҙәрен аңламаным. Әле лә аңламайым. Атайым интернатта каникул ваҡытында ҡалған саҡтарымда мине бик һирәк, иң күбе ике-өс көнгә ала торғайны. Ә бер тапҡыр әсәйемдең мине эҙләп табып, өйөнә барғаным, ғаиләһе менән танышҡаным өсөн йәйге каникулда ике айға балалар лагерына ебәрҙе. Ә һеҙ ошо хаҡта беләһегеҙме?

– Белмәйем, – тинем мин. – Ғәфү итегеҙ, ләкин һеҙҙең ундай һынауҙарға дусар булыуығыҙ хаҡында ишеткәнем дә булманы.

– Ярай, һеҙ мине үс ала, тип уйламағыҙ тағы. Атай, нисек кенә үкенесле яңғырамаһын, үҙ язаһын алды инде. Мин уны ҡарттар өсөн интернатҡа урынлаштырып ҡараным, ул миңә нимә тине, беләһегеҙме? Улым, ҡартайған көнөмдә атайыңды интернатҡа илтеп һалырһың, тип көтмәгәйнем, тине. Интернатта үткән бала сағың өсөн үс алаһың, тип ғәйепләне. Шунан һуң мин унан, атай, мин һинең өсөн ни эшләй алам, тип һораным. Ул миңә, ауылға алып ҡайт, миңә бер нимә лә кәрәкмәй, тине.

            Бик ауыр хис-тойғолар менән сыҡтым мин Уран Дамир улы янынан. Ә бит асылда, ҡараһаң, уны ғейпләүе ауыр.  Ә, шулай ҙа, ауылға һуңғы ҡайтҡанымда Дамир ағайҙың өйө эргәһендәге йәнлелеккә аптыраным.

            Өйгә ингәс, әсәйемдән, унда нимә эшләйҙәр ул, тип һораным.

– Ике аҙна элек Уран үҙе төҙөүселәр эйәртеп ҡайтҡан, газ үткәрәләр, өйөнөң эсенә ванна, унитаз ҡуйғандар, ти. Ҡойманы хәҙер тимерҙән эшләтә, ти.

– Һәйбәт булған бит, әсәй. Исмаһам, ҡыш өшөп ултырмаҫ, – тинем.

– Шулайын шулай ҙа, халыҡ үҙенсә һөйләй, – тине әсәйем. – Малайын әйтәләр, Уранды инде, үҙенә урын әҙерләй, тиҙәр. Ауырып китһә-маҙар, малайы менән ҡыҙы бар, ошонда килтерерҙәр ҙә, ябырҙар, тиҙәр.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: