+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Август 2021, 07:00

АТАЙҒА – БУРЫС Хикәйә Аҙағы

            Ҡарт, тәүге тапҡыр күргәнгәлер, улына бик оҙаҡ ҡына ентекләп ҡарап торҙо.

АТАЙҒА – БУРЫС Хикәйә Аҙағы
АТАЙҒА – БУРЫС Хикәйә Аҙағы

            Ҡарт, тәүге тапҡыр күргәнгәлер, улына бик оҙаҡ ҡына ентекләп ҡарап торҙо.

– Ниңә судҡа бирҙең, тип үпкәләйһеңме?

– Эйе, – тине улы. – Судлашып йөрөргә ваҡыт бармы ни беҙҙең?

– Үҙең уйлап ҡара, әгәр судлашмаһаҡ, беҙ һинең менән осрашыр инекме?

– Белмәйем, – тине Мазһар. – Әле лә көс-хәл менән килеп еттем.

– Ярай, улым, килеүең өсөн рәхмәт! Һине күргем килгәндә һине тап ошолайыраҡ итеп күҙ алдына килтергәнем. Сәй эсерәйем тиһәм, һыуым юҡ. Уның ҡарауы, бына – алма менән груша. Әйҙә, улым, аша.

            Төшкө аш мәле булғас, Мазһар асыҡҡайны, һыуһағайны. Һутлы алма менән грушаларҙы берәм-берәм байтаҡ ашаны.

Атаһы улының алмаға йәбешеүен оҡшатты шикелле. Ни әйтһәң дә, бәлки уртаҡ тел табырҙар.

– Тоғоң бармы, Мазһар улым? Груша, алма тултырып алыр инең.

– Әллә тағы, ҡарарбыҙ әле, – тине Мазһар. – Улым менән ҡыҙыма был күстәнәс оҡшар ине, буғай.

            Мазһарҙың телефоны шылтыраны. Ҡатыны икән. Белгеһе килә инде.

– Әле һин ҡайҙа? – тине ҡатыны. – Нимә, алиментыңды түләп йөрөйһөңмө? Асыҡланыңмы? Балаң нисә йәштә?

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мазһар көлөп ебәрҙе һәм Тимерйән ҡартҡа ҡараны.

– Түләү хаҡында һатыулашабыҙ. Бына, эргәмдә ултыра.

– Нисә йәштә, тип һорайым, – тине ҡатыны ныҡыта.

– Ҡиәфәтенә ҡарағанда, етмештән күберәк. Ярай, йонсотма, ҡайтҡас, барыһын да һөйләрмен. – Мазһар телефонын һүндереп ҡуйҙы.

– Кем шылтырата? Киленме? – тине атаһы.

– Шул инде. Пристав хәбәрҙе тәүҙә уға ҡалдырған. Алимент түләргә булғас, ҡото осто ла ҡуйҙы.

– Әсәйең дә, үгәй атайың да үлгән, тип ишеткәйнем.

– Эйе шул, – тине Мазһар. – Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, бер-бер артлы, ыҙаламай ғына киттеләр ҙә барҙылар.

            Һуңғы һүҙҙәр ҡартты уйланырға мәжбүр итте шикелле. Байтаҡ ҡына башын эйеп ултырҙы.

– Мине ҡарарға кәрәк булыр, тип борсолаһыңдыр инде. Ҡурҡма, ауырлығым теймәҫ. Судҡа ла һине килһен, күрһен, тип биргән булғайным. Әсәйең дә зәрә үҙ һүҙле, кире булды. Яратышып өйләнешкәйнек, матур ғына йәшәнек. Әле лә хәтерләйем, һиңә бер йәш булдымы икән, юҡмы икән, эш хаҡын алғас, егеттәр менән бер аҙ “йыуғайныҡ”. Иҫереп ҡайтҡанмындыр инде. Һине яратам, тип эргәңә ынтылам, әсәйең яҡын ебәрмәй. Шунда түҙмәгәнмендер инде, еңелсә генә итеп бер һелтәнем. Үҙем дә үкенәм, нығыраҡ эләккәндер инде. Һикереп тороп, әйберҙәреңде йыйып алды ла, сыҡты ла китте. Бына, шунан һуң мине икенсегә күреүең. Һине эҙләп, мәктәбеңә барып, күренмәҫме, тип һағалап йөрөй торғайным, шулай ҙа, бер-ике күреп ҡалдым шикелле.

            Ултыра торғас, Мазһарҙың күңеле бер аҙ йомшарҙы. Ентекләп атаһына ҡараны. Йыуатырлыҡ, күңелен күрерлек һүҙҙәр эҙләп ҡарағайны, таба алманы. Әллә ҡасан үҙен ташлап киткән кешегә нимә тип  әйтәһең инде.

– Шулай ҙа, тураһын әйт әле, судҡа биргәнһең, күпме аҡсаға иҫәп тотаһың?

– Аҡсаға, тиһеңме? Әйттем бит, асҡса кәрәкмәй. Һине күрер өсөн генә судҡа бирҙем. Хәҙер үкенмәйем. Үлһәм дә, үкенмәйем. Һине күрҙем, күңелем булды.

– Атыу ҡайтайыммы?

– Әллә, үҙең ҡара,улым. Ҡайтһаң да, үпкәм юҡ.

            Мазһар аптыранды. Ташлап китһә лә ҡыйын булыр һымаҡ. Бәлки ярҙамға мохтаждыр. Һүҙһеҙ генә тағы бер аҙ ултырҙылар.

            Мазһар шуға иғтибар итте, бындағы саф һауа, бешкән алма, һутлы груша еҫе күңелде тынысландыра. Хатта еңелсә генә йоҡо ла килгән һымаҡ. Ә Тимерйән ҡарт бәләкәй генә бысаҡ менән груша алып, ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләй ҙә, ауыҙына оҙата. Бәй, бының бит тештәре юҡ табаһа, тип үҙенсә асыш яһап ҡуйҙы.

– Тешем юғын һиҙҙең шикелле. Ошо баҡсаға килеп йәшәй башлағас ҡына тештең кәрәклегенә төшөндөм. Әллә ҡуйҙыртайыммы икән, протездың ниндәйен һатып алайым икән, тип уйлағансы, табиптар ҙа үҙ хөкөмөн сығарып ҡуйҙы. Шунан уйлайым, күпме генә ғүмер ҡалған, теш әллә кәрәгә, әллә юҡ, тип кире уйланым. Теш ҡуйҙыртырлыҡ ҡына аҡсам да бар ине...

            Мазһар был һүҙҙәрҙе үҙенсә аңланы. Шулай ҙа, ярҙам хаҡында тағы өндәшеп торманы.

– Һин тартынма, һөйләшәйек, килешәйек. Ҡулдан килгәнсә, ярҙам итермен. Тик һин анауы суд ҡарарын юҡҡа сығарыуҙарын һорап, ғариза яҙ.

– Яҙырмын, борсолма, – тине Тимерйән ҡарт. – Һин аҡса түләһәң дә, түләмәһәң дә миңә кәрәкмәй улар. Ошолай көнөнә ике-өс груша ашаһам, еткән.

– Ярай, мин ҡайтайым, – тип урынынан торҙо Мазһар. – Ана, болоттар ҡуйыра, тағы яуып ебәрһә, бынан мәңге сығып булмаҫ. Оло юлға сыҡҡан ерҙә бер “Камаз” батып ултыра ине.

– Иртәгә, улым, килә алаһыңмы? – тип өндәште ҡарт. Өндәшмәне лә, әллә һораны, әллә инәлде, хатта ялбарған һымаҡ булды.

            Мазһар ҡартҡа ҡараны һәм уның өнһөҙ генә күҙ йәштәрен ағыҙып илауын күреп:

– Ярай, иртәгә килермен, – тип әйтте лә ҡуйҙы.

– Үҙең генә килмә, киленде, балаларыңды алып кил. Баҡсамды күрерһегеҙ.

Әлегә шулай һөйләштеләр.

Мазһар өйөнә ҡайтыуға, улы менән ҡыҙын эйәртеп, ҡатыны Зәйнәп ҡайтып керҙе. Өсөһө өс яҡтан һорауҙар яуҙырып, хәл-ваҡиғаларға асыҡлыҡ индерҙеләр. Ҡатынында шик ҡалды. Нисек инде, ғүмерҙә күрмәгән кешенән алимент һорап ятаһың, йәнәһе. Тәүҙәрәк барырға уйламай ине, груша, алмағастар тураһында һүҙ сыҡҡас, ерҙә түшәлеп ятҡан емештәр хаҡында һөйләгәс, Зәйнәп дәртләнеп китте, тоҡтарын барлай башланы.

Күптән баҡса һатып алыу хаҡында хыялланалар ине.

– Ҡара әле, ул ҡартҡа баҡса нимәгә кәрәк? Бәлки арзаныраҡ хаҡҡа беҙгә һатмаҫмы икән? – тине йоҡларға ятҡас.

– Нәфсеңде тый, – тине Мазһар, бышылдап ҡына. – Тағы ҡарт эргәһендә баҡсаңды һат, тип өндәшеп ҡуй.

Иртәгәһен таң менән ҡуҙғалдылар. Барып етеүҙәренә тағы ямғыр һибәләй башланы. Барһалар, бер йәш кенә мулла йөрөп ята. Юлды белмәй уң яҡтан киткән икән, бысранып бөткән.

– Атайығыҙ әле генә үтте, – тине ул ҡайғылы итеп. – Саҡ килеп, “Ясин” сығып өлгөрҙөм. Мин бында килгеләп йөрөй инем. Баҡсамды улыма ҡалдырам, тине. Үҙен йыйыштырғас, карауатынан бынау ҡағыҙҙар сыҡты. Алып ҡуйығыҙ. Бынау баҡса – уныҡы. Һин, ағай, Мазһар Тимерйән улы Ғәлиуллинмы?

– Эйе, мин – Ғәлиуллин, – тип кенә әйтә алды Мазһар.

– Бындағы барлыҡ мөлкәтте һиңә мираҫ итеп ҡалдырҙы. Ерләү сығымдарын барыһын да миңә ҡалдырҙы мәрхүм. Әйҙәгеҙ, йолаһын үтәп, һуңғы юлға оҙатып ҡуяйыҡ.

            Мазһар ишек яңағына тотоноп, өйҙөң эсенә үтте һәм атаһының йөҙөнә ҡараны. Ул ҡәнәғәт һәм риза һымаҡ ине.

– Рәхмәт, атай, – тип кенә әйтә алды, күҙенән бер нисә тамсы йәш ҡойолдо. Үҙе лә һиҙмәҫтән, үкенде. Кисә бында ике сәғәттәй генә булды, атаһы әллә нисә тапҡыр улым, тип өндәште. Ә ул барыбер атай, тип әйтә алманы. Теле әйләнмәне.

– Рәхмәт һиңә, атай, – тине ул тағы бер тапҡыр. – Беҙгә үпкәләмә инде, атай!

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: