+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Август 2021, 07:00

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Етенсе бүлек

Джипты күргәс тә, икеһе лә аптырап ҡалды.

ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Етенсе бүлек
ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Етенсе бүлек

Джипты күргәс тә, икеһе лә аптырап ҡалды.

– Уф, нимә тип әйтермен икән? – тип ҡото осто Гөлназдың.

– Нимә булһын, керәбеҙ ҙә, ғәйебебеҙҙе таныйбыҙ һәм мәрхәмәтлеккә өмөт итәбеҙ.

– Мин бит атайыма һүҙ бирҙем, ун икенән дә ҡалмай, ҡайтам, тинем. Ә хәҙер сәғәт дүртенсе китте. Улар йоҡламайынса беҙҙе көтә.

– Әйҙә, керәйек, – тине Фәрит. – Нимә булһа ла булыр.

– Һин атайымды белмәйһең шул. Ул – ғүмер баҡый етәксе вазифаларҙа эшләгән кеше – бер ваҡытта ла үҙ һүҙенән ҡайтмаясаҡ.

– Ә бындай стиль һиңә ҡағыламы һуң?

– Атайым өсөн бөтәһе лә бер: уның ҡулы аҫтындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә, һәм ғаиләһендәге кешеләр ҙә.

– Гөлназ, һин аңла, мин һине ташлап китә алмайым. Ни булһа ла булыр, әйҙә, керәйек.

– Әллә һин ҡайтаһыңмы? Был осраҡта мин үҙемдең ҡайтып китеүемде ҡурҡаҡлыҡҡа һанаясаҡмын. Мин һиңә ярҙам итергә теләйем, ҡәҙерлем.

– Рәхмәт, ни булһа ла, була инде, әйҙә, керәбеҙ.

            Йәштәр аҡрын ҡына өйгә атланы. Уларҙың тауышы ишетелеү менән, әсәһе, атаһы, өләсәһе ҡаршы йүгерешеп сыҡтылар.

– Ярай, һуңлап ҡайттығыҙ, – тине Гөлназдың атаһы, ихлас йылмайып. – Йәш саҡтарҙы, атайҙы иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ.

– Улайһа, атай, һин беҙҙе әрләмәйһеңме?

– Ә нимә өсөн һеҙҙе әрләргә?

– Атай, ғәфү үтенәм, мин бит һуңлап ҡайттым, һүҙемдә тора алманым.

– Ғәжәпләнмәйем, ҡыҙым, ошондай матур төндә томорҡо өйҙә ултырһаң, мин аптырар инем. Ә һин беҙҙе егет менән таныштырманың түгелме һуң?

– Ҡуй, улым, йәштәрҙен уңайһыҙ хәлгә ҡуйма. Мин улар хаҡында һеҙгә бик матур итеп һөйләнем бит инде. Икеһен дә ауылда яраталар. Теге, нимә әле, нисек атала әле, эш асып ебәрҙеләр. Элек кеше ҡаймағын ҡайҙа ҡуйырға белмәй ине, хәҙер Гөлназ менән Фәриттең табышы ауылдың аҙыҡ-түлеген ташып ҡына тора.

– Файҙаһы бармы һуң? – тине Гөлназдың атаһы.

– Әлбиттә, бар, – тине Гөлназ. – Мин хатта үҙемә яңы телефон алырлыҡ аҡса йыйҙым.

– Шәп булған, – тип ҡыуанды Миңлекамал апай.

– Яҡшы, – тип үҙенең фекерен белдерҙе атаһы.

            Йәштәрҙең эсенә йылы йүгерҙе. Әллә ел-дауылһыҙ ғына үтеп китергә итә инде? Гөлназдың атаһы, ҡалын кәүҙәле, уртаса буйлы кеше, Фәриткә тишерҙәй итеп ҡараны ла:

– Нимә, егет, ғүмер буйы һөт, ҡатыҡ һатып йөрөргә уйлайһығыҙмы? – тине көтмәгәндә.

– Фәрит был һорауға яуап бирергә әҙер түгел ине.  

– Әлегә йәй ваҡыты. Гөлназ да буш, мин яңы армиянан ҡайттым.

– Эйе, атай, беҙ үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ.

– Яҡшы, – тине полковник. – Бер-берегеҙҙе белергә кәрәк, әлбиттә.

            Һәм бөтәһе лә күрерлек итеп сәғәтенә күҙ һалды.

– Ғәфү итегеҙ, беҙ бик һуң ҡайттыҡ, – тип урынынан ҡуҙғалды Фәрит. – Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин ҡайтып йоҡлайым да, ҡалаға ҡуҙғалырға ине.

– Нисәгә барып етергә кәрәк? – тине Гөлназдың атаһы, сәғәтенә тағы ла күҙ ташлап.

– Иртәнге һигеҙҙә магазиндарҙа көтәләр, ә ундан – тәүге баҙар.

– Ике-өс сәғәт йоҡлап, һеҙ нисек сауҙа итергә уйлайһығыҙ? – тине полковник ҡаты итеп. – Алмаш шофёрығыҙ бармы?

– Юҡ шул, – тип әйтеп ҡуйҙы Фәрит.

– Ваша поездка отменяется! – тине полковник ҡаты итеп. – Мин һеҙгә сығырға рөхсәт итмәйем! Минең өсөн һеҙҙең ғүмерегеҙ ниндәйҙер килешеүҙәрҙән һәм юғары сифатлы ҡаймаҡтан да ҡәҙерлерәк. Бынан тыш, тағы ла бер белдереү яһарға мәжбүрмен! Гөлназ хәҙер йоҡлай, иртәнге ундарҙа тора, сөнки беҙ ун икеләрҙән дә ҡалмай ҡайтырға тейешбеҙ!

– Атай, атаҡайым, мин ҡалайым инде. Минең эшем саҡ ҡына ҡалды бит...

– Ҡыҙым, һинең тарафтан беҙҙең һөйләшеү һәм килешеү боҙолдо, шулай булғас, был теманы мин ябам һәм Фәриткә хәйерле юл теләйем.

            Күмәкләшеп сығып, Фәритте оҙатып ҡалдылар.

– Уға бик һүҙ әйтмә! – тине Гөлназдың өләсәһе.

            Полковник артығын һөйләмәне:

– Асыҡларбыҙ, – тип кенә ҡуйҙы.

            Фәрит күҙ ҡарашы менән генә хушлашты ла, өйө яғына атланы. Гөлназ ятҡас та, йоҡлай алмай бик оҙаҡ боршаңланы. Ҡолағына атаһы менән әсәһенең ҡыҙып-ҡыҙып мөңгөрләшкәне ишетелде. Өләсәй генә, төнө буйы йүгереп арығанлыҡтан, ятыу менән йоҡлап та китте. Гөлназдың атаһы ҡыҙғайны. Хатта килеп инеү менән, егетте баҫтырып ҡуйып, ныҡ ҡына тетергә лә иҫәбе бар ине. Үҙендә көс тапты, түҙҙе, өндәшмәне.

            Ун беренсе киткәс, полковник джибы менән, ғаиләһен тейәп, юлға сыҡты. Гөлназ өнһөҙ генә илай ине. Бөтәһенә лә ул үҙе ғәйепле. Фәритте атаһы менән әсәһе алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы. Хәҙер ул бер үҙе ризыҡтар тултырылған һауыттарҙы таратып йөрөйҙөр инде. Бәлки атаһы менән алдан уҡ һөйләшергә булғандыр? Ни хәл итәһең, түҙергә тура килә инде. Уҡырға ла хәҙер күп ҡалмай бит.

– Йә, ҡыҙым, ауылда ял итеү оҡшанымы?

– Оҡшаны, – тине Гөлназ. – Һиңә рәхмәт инде, атай, оҙаҡлап ял итергә мөмкинлек биргәнең өсөн.

– Тағы барырға теләгең ҡалдымы әле? – тине әсәһе.

– Һеҙ рөхсәт итһәгеҙ инде.

– Киләһе йыл уҡырға инәһең, имтихандан һуң килерһең.

            Ҡалаға яҡынайғас, полковниктың автомобилендәге мобиль рация эшләй башланы: “ЮХХДИ хәбәр итә, – тинеләр. – Ҡалаға кергән түңәрәктә авто-авария теркәлгән. Километр ярымға етерлек “бөкө”. Кемдәр ҡабалана, маршрутты алдан билдәләргә тәҡлим итәбеҙ”.

– Быны ишеткәс, Гөлназдың әсәһе һөйләнеп ҡуйҙы:

– Уф, көн һайын бәреләләр ҙә, ҡырылалар.  Иҫән-һау булһалар ғына ярар ине.

            Полковник ҙур тиҙлектә ҡала яғына ынтылды.

            Юлдан аҫта, маркаһын да белерлек түгел, ҡыйралған автомобиль ята. “Тиҙ ярҙам” машинаһы тора.

Был күренеште Гөлназ күрмәне. Ул йоҡлай һәм ҡайтып еткәс, иң тәүҙә Фәриткә шылтыратырға йыйына ине.

Полковник, ЮХХДИ-гә шылтыратып, һәләкәткә осраған водителдең фаимилияһын асыҡлауҙарын һораны.

Аҙағы бар.  

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: