-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Август 2021, 15:17

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Беренсе өлөшө

Туй ни шаулап-гөрләп үтте лә китте. Тәүҙәрәк ике яҡта, олонан һалдырып, икешәр, хатта өсәр көн туйларға иҫәптәре бар ине. Ҡурҡтылар. Хәҙер колхоз юҡ бит, үҙҙәренә күберәк эшләргә тура килә. Аллаға шөкөр, матур үтте, махы бирмәнек шикелле, тип ҡыуанды Хөрмәт ағай, кейәүҙең атаһы була инде. Тәслиә апай ҙа тәүҙә ҡурҡыңҡырап тора ине.

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Беренсе өлөшө
СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Беренсе өлөшө

Туй ни шаулап-гөрләп үтте лә китте. Тәүҙәрәк ике яҡта, олонан һалдырып, икешәр, хатта өсәр көн туйларға иҫәптәре бар ине. Ҡурҡтылар. Хәҙер колхоз юҡ бит, үҙҙәренә күберәк эшләргә тура килә. Аллаға шөкөр, матур үтте, махы бирмәнек шикелле, тип ҡыуанды Хөрмәт ағай, кейәүҙең атаһы була инде. Тәслиә апай ҙа тәүҙә ҡурҡыңҡырап тора ине.

         Ялман халҡы былай ҡыҙыу ғына. Бер нәмә булһа, йоҙороҡ төйнәргә, көстәре етмәҫтәй тойолһа, күҫәккә йәбешергә торалар.

– Дөмбәҫләшеү, бит йыртышыу булманы, – тип ҡыуанды Тәслиә апай.

Ул хәҙер хаҡлы ялға сыҡты. Вәхитен өйләндергәс, уның кәләше Гөлгөнәгә үҙенең шәфҡәт туташы эшен мираҫ итеп тапшырған һымаҡ булды.

         Туйға силсәүит Ғәләүи үҙе килде.

– Йола һаҡлана, ауылыбыҙҙың шәфҡәт туташы булып Тәслиә еңгә 40 йылдан ашыу эшләне. Уның килене Гөлгөнәгә лә шул сама эшләргә насип итһен! – тине ул.

         Туйҙа, әлбиттә, төп ауырлыҡты Вәзиргә күтәрергә тура килде. Ҡайҙа ғына сапманы, нимәләр генә эшләмәне, маҡтау көҫәп йөрөмәне.

         Иң аҙаҡтан атаһы менән әсәһе:

– Йә, улым, киләһе йылға ун берҙе бөтһәң, армиянан йөрөп ҡайтһаң, һиңә лә сират етә, – тине.

         Ә Вәзир сираттың нимә икәнлеген яҡшы белә.

         Гөлгөнә менән Вәхиттең өйләнешеүе лә ҡыҙыҡ ҡына булды. Яңы медучилище бөткән ҡыҙҙы, Тәслиә апай эргәһенә, өйрәнһен, практика үтһен, тип ебәргәйнеләр. Иң тәүҙә, фатирға ҡуна, Тәслиә апай алып ҡайтҡан, шунда Вәхит менән таныштырған. Вәхитен, үҙегеҙ беләһегеҙ, бармағыңды күрһәтһәң, ҡулың менән өҙөп ҡабыр. Ҡыҫҡаһы, Хөрмәт ағайға оҡшаған. Ә Хөрмәт ағай донъя көтөүҙең нимә икәнлеген белә. Колхоздың иҫкереп бөткән “Газель”е уға ҡалды. Иң иҫке “Беларус”ты эләктереп алды ла, бесән сабыуға, бесән тейәргә, бесән ташыуға көйләне.

         Өйләнеүҙең, кәләш алыуҙың нимә икәнлеген Вәзир хәҙер үҙ елкәһендә татып белә. Белмәҫ ине, алты мөйөшлө өйҙөң төпкө мөйөшөн ҡалдырып, быныһына күсергә тура килде. Ә тегендә, кем булһын, йәштәр инде. Вәхит ҡустыһына бирге мөйөштө төртөп кенә күрһәтте һәм ағайҙарса:

– Тының сыҡмаһын! Мин һинең бында барлығыңды ла белмәҫкә тейешмен! – тип ҡәтғи рәүештә киҫәтеп ҡуйҙы.

         Шунан башланды! Юҡ! Был дөрөҫ түгел! Яңы өйләнгәндәргә шунда уҡ айырым йорт, йә фатир бирергә кәрәк! Ә ни өсөн тиһәгеҙ, ана йөрөй, Вәзирҙән һорағыҙ. Ағай менән еңгәнең яратышҡандарын сымылдыҡ ҡына ҡаплаймы һуң инде? Өй эсе түгел, ауыл тыңлап ятҡандай! Ысын! Билләһи!

         Етмәһә, туйҙа шым ғына, ҡурҡып ҡына, ипле генә йөрөгән еңгәһе килеп шаян, мәрәкәсел, хатта күңелсәк ҡатын булып сыҡты. Үҙенсә шаярта инде, теге мөйөштән өндәшә:

– Вәзир ҡәйнеш, һинең йөрөгән ҡыҙың бармы ул?

         Бармы, юҡмы, уныһы Хоҙай ҡулында, тигән һымаҡ. Юҡ тип тә әйтеп булмай.

– Эйе, бар! – тип ҡыҫҡа ғына яуап бирә Вәзир.

– Ә һеҙ икәү генә ҡалһағыҙ, нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһына еңгә.

– Урамда йөрөйбөҙ, – ти Вәзир.

         Тағы нимә тип әйтһен инде. Әле урамда йөрөйҙәр. Ҡыш көнө Күнәкәй буйына сығып булмай бит инде. Йәйгеһен, мәҫәлән, муйыллы туғайға төшкәндәре лә бар.

 

“Муйыл сәскә атҡан туғайҙарҙа

Йөрөгән инек икәү бер кисте!”

 

         Ә Вәзирҙең йөрөгән ҡыҙы – Гөлдәр. Уны көтә. Туйға ла саҡырҙы ул уны. Бик күңелле, оҡшатып ҡайтты. Үҙе ишетмәгән, бына – беҙҙең буласаҡ киленебеҙ, тип күрһәткәндәр.

         Вәзирҙең ағаһы, Вәхит, ҡарап тороуға етди күренһә лә, уйын-көлкөнө аңлай.

– Ҡустым, шуны бел, – тине ул, – ярты еңгә – ҡәйнештеке. Минең эшем күп, һуңлап та ҡайтҡылармын, ҡунып та ҡалғылармын, ә еңгәң минең юҡлығымды һиҙмәҫкә тейеш! Тамсы ғына ла күҙ яҙлыҡтырмайһың!

         Ниңә ундай ҡәтғи талап ҡуйғандыр ағаһы, Вәзир, барыбер, аңлай алманы. Ә еңгәһе, ысынлап тороп:

– Мин – риза, түлкә миңә берәү ҙә тырнаҡ менән дә ҡағылырға тейеш түгел! – тип әйтеп һалды.

– Ҡусты молодец! Вәзир – көслө егет! Һине ул ҡараһа, мин тынысмын, – тине ағаһы.

         Ә еңгәһе шаярта ла шаярта:

– Һин беҙҙең йоҡобоҙҙо һаҡларға тейешһең! – тип әйтеп ташланы ул бер көн. Шулай булғас, ниңә өйҙөң теге башына ҡасаһың? Бынау эргәләге диванда ят. Юғиһә, ағайың нисек ятты, шулай йоҡлап китә.

         Ул шаяртыуҙары еңгәнең! Бер көн йоҡларға ятҡайны, матрац аҫтында нимәлер шартланы. Бөтә өй һелкенгәндәй булды. Асып ҡараһа, шар тигәне шар түгел, теге әптектә һатыла торған әйбер икән. Ярай, әсәһе менән атаһы ишетмәне. Хатта Вәхит асыуланғандай итте.

– Матурым, уңғаным, һинең шаяртыуың оҡшай, ләкин сама беләйек! – тип тыйып ҡуйҙы.

         Урынынан ҡуҙғалманы Вәзир һәм эстән генә көндәрҙе һәм айҙарҙы һанай башланы.

         Яңы йылдан һуң – ғинуар, февраль, март, апрель түҙһә, иркенләп келәткә күсеп китә ала. Келәттәге тормош, үҙең беләһең, өй түгел. Май, июнь, июль, август, сентябрь – биш ай – ул үҙ аллы йәшәйәсәк. Кем белә, бәлки октябрь ҙә йылы булыр.

         Бер көн урамда Гөлдәр менән оҙаҡ ҡына йөрөгәйнеләр, шунан һуң туҡталышта һөйләшеп ултырҙылар. Шунда Гөлдәр һорашты:

– Төп яҡта өсәүләп йоҡлайһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынды ул.

– Эйе, тип кенә әйтә алды егет.

         Йоҡламай, ҡайҙа барайым, йәшәр урыным шул ғына, тип аҡланып торһонмо ни.

         Ә быныһы һаман төпсөшә:

– Үҙеңә ҡыйын түгелме?

Был һорауҙы көтмәгәйне Вәзир.

– Ҡыйын, ҡыйын ғына түгел, уңайһыҙ, – тип таныны.

– Шулай уҡмы?

– Шулай шул! Мин үҙем өйләнгәс, эргәмдә кемдеңдер тыңлап ятыуын теләмәҫ инем.

– Һин бигерәк! – тип әллә ҡаршы төштө Гөлдәре. – Ә ниңә шым ғына йоҡлап ятмайһың?

– Һуң, улар йоҡлатамы һуң! Ҡасан яҙ етеп, ҡар иреп, көндәр йылына инде.

– Ә беҙ, өйләнешкәс, ни эшләрбеҙ икән?

– Мин, айырым йорт төҙөмәйенсә, өйләнмәйәсәкмен!

– Был йортоғоҙҙо нисә йыл төҙөнөгөҙ?

         Вәзир һанай башланы: тәүге йыл делянка алдылар, бура буранылар, өй күтәрттеләр. Бәй, дүрт йыл була түгелме һуң?

         Егет өйгә теләр-теләмәҫ кенә, саҡ атлап ҡайтты. Шым ғына кереп түшәгенә сумғайны...

– Ҡәйнеш, ҡәйнеш, һин ҡайттыңмы ул?

– Эйе, мин ҡайттым.

– Гөлдәр сыҡтымы?

– Сыҡты.

– Үптерҙеме һуң?

– Әлбиттә!..

 

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: