-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Август 2021, 14:51

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Дүртенсе өлөшө

Күҫәк тағы иләмһеҙ итеп көлдө. – Зиннур ағай, китегеҙ, юғиһә полиция саҡыртам, – тине Вәзир. – Саҡырт, саҡырт, бая бер килеп ҡайттылар инде. Шулай булғас, көтмә. Хәҙер уларҙың бөгөнгә яғыулыҡ лимиты ла бөттө. – Табырҙар, килерҙәр, – тип ныҡышты Вәзир. – Шуны онотма, ҡустым, – тине Күҫәк, – полицияла һин түгел, мин күберәк булам. Уларҙың барыһы ла минең менән таныш. Етмәһә, улар менән һөйләшеп ҡуйғанмын, мин уларға артыҡ мәшәҡәт яһамаҫҡа вәғәҙә иттем. Шулай булғас, бында бөгөн килеп йөрөмәйәсәктәр.

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА  Хикәйә Дүртенсе өлөшө
СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Дүртенсе өлөшө

– Ә беҙҙән һиңә нимә кәрәк һуң?

– Бәй, һаман төшөнмәнеңме ни? Еңгәң кәрәк. Еңгәңә мин күптән күҙ һалып ҡуйғанмын. Борсолма, был хаҡта берәү ҙә белмәҫ. Еңгәңде сығараһың, йә мин хәҙер үҙем керәм, – тип Күҫәк тәҙрәгә төрткәйне, бер өлгөһө сылтырлап ҡойолоп та төштө.

– Асаһыңмы, юҡмы?!

Вәзирҙең ишек яғына атлағанын күерп, еңгәһе уның юлына төштө:

– Асма, асмайһың!

– Күрмәйһеңме ни, тәҙрәне ватып, өйгә кереп килә бит, – тип ҡәйнеше еңгәһен этеп ебәргәйне, Гөлгөнә ҡоланы ла ҡуйҙы.

Зиннур Вәзирҙең ҡурҡҡанын һиҙеп ҡалды, ахыры, нығыраҡ һөжүм итә башланы.

– Ҡана, күҫәкте бир әле! – тине ул һәм стенаға дөбөрләтеп һуға башланы. Зәңгәр ҡалай менән көпләнгән өй дөбөрләп тора, хатта бөтә ауылға ишетелгән һымаҡ. Ләкин берәү ҙә килергә, ярҙам итергә уйламай ҙа.

– Еңгә, был хайуан өйҙө емерә бит. Берәй нәмә уйла әле.

– Нимә эшләргә ҡушаһың һуң? – тип ҡалтыранды ҡатын.

– Әйҙә, сығайыҡ, йә һин берәй ергә йәшен.

– Йәшенерлек урынығыҙ бармы һуң? Бынау мөйөштә баҙға ҡапҡасы бар. Төш тә төпкәрәк үт, урыныңдан да ҡуҙғалма, тын алғаның да ишетелмәһен.

Ул арала булмай Зиннур икенсе ҡаттың да өлгөһөн ҡыйратып төшөрҙө һәм эскә үтергә яҫҡыныуын дауам итте.

Ярай Гөлгөнә төпкө бүлмәгә инеп юғалды.

Күҫәктең һүгенә-һүгенә һөрәнләгәне хәҙер эргәлә генә ишетелә. Уң ҡабырғаһы менән өй эсенә килеп тә инде. Курткаһы менән тәҙрә яңағына эләгеп торҙо. Кәпәсе иҙәнгә килеп төштө.

“Эх, бынау көрәк һабы менән елкәһенә генә берҙе биргәндә!“–  тип уйлап ҡуйҙы Вәзир, ләкин ҡурҡты, хатта ҡатып ҡалғайны. Ҡайындан эшләнгән көрәк һабын үрелеп тә ала алманы. Зиннур күреп ҡалмаһын тип, аяғы менән диван аҫтына этеп ҡуйҙы.

Иҙәнгә баҫыу менән Зиннур Вәзиргә бер киҙәнде, ләкин һуғырға шикләнде шикелле.

– Нимә ҡарап тораһың тағы? – тип һүгенде Зиннур. – Ваҡытым әҙ, килтер еңгәңде! Смотри уны, берәүгә бер һүҙ өндәшмәйһең. Юғиһә икегеҙҙе лә имгәтеп һалыуым да бар.

– Сы-сы-сығып китте ул, өйҙә юҡ, – тип тотлоҡто Вәзир.

– Сығып китте? Бая ғына өйҙә ине, үҙем күрҙем. Һәр хәлдә һуңғы бер сәғәт эсендә был йорттан сысҡан да сыҡманы.

– Юҡ тип әйттем бит, солан аша сығарып ебәрҙем.

Зиннур әшнәһе менән өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп тентей башланылар.

– Эҙләй белмәйһең!, – тип екерҙе Зиннур дуҫына. – Өйҙө квадраттарға бүләбеҙ. Ошо яҡты дүрт квадратҡа бүлдек. Һин – бынау мөйөштән, мин – бынау мөйөштән. Дөрөҫ эшләмәйһең. Ҡыйыҡтан башлайбыҙ.

Улар икәүләшеп тәүҙә түшәмгә ынтылып ҡаранылар, ләкин үтә алманылар. Етмәһә, унда асылыр урын да күренмәй икән.

– Шеф, түшәм бит бикле, унда берәү ҙә юҡ. Хәҙер өйҙөң эсен ҡарайбыҙ.

Ике башкиҫәр бер-бер арлы йүгереп йөрөп шифоньер эсендәге әйберҙәрҙе сығарып ташланы, бер ыңғай Хөрмәт ағайҙың йәшереп ҡуйған ике шешә араҡыһын тапты. Икәүләшеп ҡыуана-ҡыуана ғорлаһынан ғына эсеп, түшәк кәрәк-ярағын аҡтарып ташланылар.

Зиннур, иптәшен эйәртеп, ҙур яҡҡа үткәс:

– Күңелем һиҙә, ул ошонда ҡайҙалыр... Хәҙер беҙ һине табабыҙ, борсолма, матурым, мин һиңә хәҙер килеп етәм.

Өйбаҫарҙар йәштәр йоҡлай торған мөйөштән башланы. Зиннур бер һелтәүҙә сымылдыҡты өҙөп йолҡоп алды ла иҙәнгә һалып тапаны.

– Туҡта, – тип уң ҡулын өҫкә күтәрҙе. – Ошондалыр, мин уның еҫен һиҙәм. Ә һин, дуҫ, ирҙәр ҡосағына инергә йыйынған әле тотонолоп та бөтмәгән кәләштең нисек тәмле булғанын беләһеңме? Юҡтыр. Ә мин беләм. Хәҙер һин дә беләсәкһең.

Ә тегеһе ни үле, ни тере тора, һиҙә бит саманан ашҡандарын. Күҫәк туҡталыр, үҙен аңлар кимәлдән үткәйне.

– Борсолма, дуҫ, һин бит ул һылыуҙы күрҙең. Шундай һутлы, шәп ҡатын. Уның менән йоҡлағас, ултырһаң да үкенескә ҡалмаҫ.

Бына улар өйҙөң был яғын аҡтарып бөттө. Уларға бер ҡаршылыҡ та күрһәтә алмай Вәзир ултыра һәм иртәгә әсәһе менән атаһы ҡайтып ингәс, нимә уйларҙарын күҙ алдына килтерә. Был хәтлек ҡыйралышты күтәрә алһалар ярар ине. Ни анау еңгәһен табып ҡына ҡуймайҙар. Әллә берәй юлын табып, ҡасып ҡотолдо микән? Уф, еңгә түгел, бер бәлә булды инде. Бынау ағаһының аҡса һуғам тип сығып китеүен әйт.

Зиннур менән әшнәһе баҙға төшә торған мөйөштөң өҫтөнә килеп баҫты.

– Әгәр ошонан да таба алмаһаҡ, өр-яңынан өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндерәсәкбеҙ. Нимә, Вәзир, өйҙө боларттылар, тип борсолаһыңмы? Борсолма, мырҙам, еңгәң нисек донъяғыҙҙы туҙҙыртһа, шулай уҡ йыйыштырып та алырһығыҙ. Минең бында ғәйебем юҡ тип әйтерлек. Өй болартҡан өсөн ултырта торған закон юҡ. Әгәр ялыу бирһәгеҙ, әйтәсәкмен, ире ситтә аҡса һуға, ә ҡатыны бында яңғыҙ ирҙәргә ҡаш һикертә, осрашыуға саҡырып, яулыҡ болғай тип әйтәсәкмен. Артыҡ зыян юҡ, еңгәң үҙе саҡырҙы, үҙе яуап бирер.

Зиннур, ниндәйҙер күңелле көй көйләп, баҙҙың ике таҡтаһын асты.

– Ошонда. Ошонда булмаһа, башымды киҫергә бирәм. Миндә ковид юҡ, танауым еҫ һиҙә. О-о, ул илерткес йәш ҡатын еҫе!

Шул ваҡыт баҙ ауыҙынан ут көлтәһе урғылып сыҡты һәм мылтыҡ атҡан тауыш ишетелде.

Дауамы бар.

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: