+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Август 2021, 07:00

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Икенсе өлөшө

Бер көн ағаһы туҙынып, тигәйндәй ҡайтып керҙе һәм бөтәһе лә йыйылғас, әлеге эшенән китеүе хаҡында әйтте: – Эш хаҡы түләмәйҙәр, йәшерәк шоферҙарҙы ебәрәләр, ике айлыҡ эш хаҡы бирәләр...

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Икенсе өлөшө
СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Икенсе өлөшө

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА

Хикәйә

Икенсе өлөшө

 

Бер көн ағаһы туҙынып, тигәйндәй ҡайтып керҙе һәм бөтәһе лә йыйылғас, әлеге эшенән китеүе хаҡында әйтте:

– Эш хаҡы түләмәйҙәр, йәшерәк шоферҙарҙы ебәрәләр, ике айлыҡ эш хаҡы бирәләр...

         Атаһы, Хөрмәт ағай, аптырап ҡалды. Сөнки ауыл ерендә эшһеҙ ҡалыу һис тә еңел эш түгел:

– Ай, улым, ни эшләрһең икән?! – тине атаһы.

– Рәсәй, ҙур, эш табырбыҙ. Себерҙән бергә хеҙмәт иткән егеттәр саҡыра, бәлки шунда китербеҙ.

– Себер, тип ауыҙыңды ла асма! – тине әсәһе.

– Ярай, өндәшмәм. Ә миңә кем эш бирә? – тип ҡыҙа башланы улы. – Ана, ярты Башҡортостан Себергә йөрөй.  Мин уларҙан кәмме, әллә артыҡмы?

– Ә килен нимә тип әйтер икән? – тине әсәһе. – Гөлгөнә, улымды Себер ебәрәһеңме?

– Әллә тағы. Туйҙа еҙнәм дә саҡырғайны. Кеше эшләй бит. Беҙ ҙә йәшәрбеҙ әле.

– Атаһы, һин нимә тип әйтерһең икән?

         Хөрмәт ағай бындай осраҡтарҙа ҡыҫылмаҫҡа, үҙенә яуаплылыҡ алмаҫҡа өйрәнгән. Сөнки ҡатын-ҡыҙ, маҡсат ҡуйһа, барыбер үҙе теләгәнсә эшләйәсәк. Күренеп тора, килен кейәүен аҡса һуғырға ебәрмәксе. Шулай булғас, ҡаршы төшөүҙән, кәңәш биреүҙән бер фәтеүә лә булмаясаҡ.

– Һеҙгә йәшәргә, – тине Хөрмәт ағай. – Тик бына ҙур аҡсаға тотоноп, эсергә өйрәнмәһә, ярар ине.

– Берәү ҙә ауыҙыма тотоп ҡойғаны юҡ әле, – тине улы, мәсьәлә хәл ителде, тигән ҡиәфәт менән. – Эсергә өйрәнергә булһа, бында ла мөмкин. Әлегә миндә ундай теләк юҡ.

         Аҡсаһын табып, билетын алып, оҙатып ҡалыуға аҙна самаһы ваҡыт китте лә ҡуйҙы.

         Вәхит иртәгә китәм, тигән көндө Вәзир менән йорт тирәһен ҡараштырып, ҡар көрәп, бесән ҡутарып йөрөнөләр. Бер арала икәү генә һөйләшеп тә алдылар:

– Ҡустым, унда нисек булыр, белмәйем әле. Унда ла эш мәсьәләһе еңел түгел, тиҙәр. Эшһеҙ ҡалырымды белһәм, өйләнмәҫ инем. Әсәйем дә арығандыр инде. Ныҡышты ла ҡуйҙы бит!

– Борсолма, ағай, бөтәһе лә һәйбәт булыр.

– Һин еңел генә әйтәһең. Ағай менән еңгәнең эргәһендә бер-ике ай яттым да, төшөндөм, тип уйлама. Үҙең күреп тораһың, Берәүҙәр – байый, икенселәр булғанын да юғалта. Танышыуыбыҙға ярты йыл, Мин, Гөлгөнәгә өйләнеп, уны яратып та өлгөрҙөм. Һин булғас, мин тыныс, шик-шөбһәгә урын ҡалмаҫ, тип уйлайым.

– Ул хаҡта, ағай, һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Мин һиңә ныҡлап әйтәм, мин армияға киткәнсе үк өйләнә ала инем. Кеше һүҙенә ҡалмайым, тип баш тарттым. Ауылда кемдәр вахтаға йөрөй? Кемдәр егәрле, уңған һәм кемгә аҡса кәрәк, шулар йөрөй. Ә кемгә аҡса кәрәк, кем өй төҙөй, машина алырға теләй, ҡатынын кейендерә йыйына, шулар йөрөй. Мин тегендә аҡса эшләп йөрөйөм, ә ул бында минең өҫтән мыҫҡыл итеп исемен сығара икән, ундай кәләш миңә кәрәкмәй.

         Вәзир хуплап бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ризалығын белдереп, баш ҡағып ҡына торҙо. Ағайымдың һүҙен үтәйем, еңгәмде һаҡлайым, тип көнө-төнө ултыра алмай инде.

         Вәхит Себергә юлланды. Йорт тынып ҡалды. Әсәһе менән атаһы, бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң Вәзирҙе алғы яҡҡа күсерҙеләр. Үҙе лә күптән шул хаҡта хыяллана ине. Ләкин һәр ваҡыт Вәзир телгәнсә генә булмай шул.

         Бер көн Тәслимә апай менән Хөрмәт ағайҙы район үҙәгенә туғандары ҡунаҡҡа саҡырып алды.

         Вәхиттең юлға сығыуына ике аҙнанан саҡ ҡына күберәк ваҡыт үткәйне.

– Ҡәйнеш, ниңә беҙ һинең менән күңелһеҙләнеп өйҙҙә генә ултырырға тейеш? Әйҙә үҙебеҙ генә йыйылышып, аулаҡ үткәрәбеҙ?

– Аулаҡ? Уныһы нимәгә кәрәк тағы?

– Һин Гөлдәреңде саҡыраһың, мин булам, һин – өсәүләшеп һөйләшеп ултырабыҙ. Һин мине кәләшең менән таныштырырһың.

– Һеҙ таныш та инде.

– Булһа ни? Әле үҙебеҙ генә осрашҡаныбыҙ юҡ.

– Ярай һуң, – тине Вәзир һәм Гөлдәргә шылтырата башланы.

Ә ниңә күңелһеҙләнеп йортта бикләп ултырырға? Вәзир тәүәккәлләне. Өсәү  генә ултырмаҫҡа, йәштәрҙән тағы бер нисә парға өндәшергә ҡарар иттеләр. Араларында вахтанан ҡайтҡандар ҙа бар. Матур ғына һөйләшеп ултыралар ине, нимәлер етмәгән һымаҡ тойолдо. Берәр шешә шарап кәрәк булған икән.

Вәзир хужа исемен күтәргәс, әсәһенең запасының ҡайҙа ултырғанын белә, байтаҡ ҡына соҡонғас, йәтеш кенә бер шешә килтереп сығарҙы.

Йәштәрҙән Мифтах исемле егет Когалымда йөрөй, былай тәжрибәһе ҙур түгел, “Әле икенсе  генә сезонын ваҡлайым”, – ти.

Ошо хаҡта белеп ҡалған Гөлгөнә һорауҙарҙы өйҙө генә. Хатта барып шунда эшкә урынлашыу һәм йәшәү хаҡында ла һорашты.  Ундағы ятаҡ тормошо, туҡланыуҙы хәл итеү тураһында  байтаҡ мәғлүмәттәр алды. 

– Шофёр эше ауыр бит? – тине Гөлгөнә. – Ас йөрөмәһә, ярар ине.

– Себерҙә кеше асҡа үләме ни, төн уртаһында ла бер яйы табыла ул. Унда ни шәхси кафелар ҙа бар! – тине Мифтах, иҫе китмәй генә.

– Ярай ҙа эсеп йөрөмәһә, мажара эҙләүселәр, унан башҡа ла, барҙыр, – тине Гөлгөнә. –  Беҙҙеке һүҙ бирҙе,  ул эсмәйәсәк, айныҡ йөрөйәсәк.

Музыка тыңлап, йырлашып, күңелле генә ултырҙылар. Таралышыр ваҡыт та етеп килә ине шикелле. Шул ваҡыт шап иттереп  өйҙөң мөйөшөнә килтереп һуҡтылар. Вәзир йүгереп сығыуға, уны эйәртеп өс егет килеп инде.

– Сәләм, ҡыҙҙарға һәм егеттәргә! – тине ауылдың башкиҫәре, булараҡ даны сыҡҡан  Зиннур исемле берәү һәм, аяҡтарын да сисеп тормай, түргә үтә башланы.

– Беҙ, клубта кеше юҡ, тибеҙ, ә бында ярты ауыл йыйылған! Кемдең өйө был, рөхсәтегеҙ бармы?

– Көтөп тороғоҙ әле, был һеҙгә клуб түгел, – тип  уға ҡаршы төштө Гөлгөнә. – һеҙҙе саҡырып килтермәгәс,  үтеүегеҙ мотлаҡ түгел.

Вәзир Зиннурҙы бик белеп бөтмәй, ауылға һирәк-мирәк ҡайтып, тауыш сығарып йөрөгәнен ишеткәне бар.

– Беҙ таралышабыҙ, – тине лә Вәзир, кейенә лә  башланы.

– Ә беҙ ҡабаланмайбыҙ, – тип   Зиннур өҫтәлгә бер-ике шешә араҡы ултыртты.

 

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: