-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Август 2021, 18:00

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Өсөнсө өлөшө

– Юҡ, бында берәү ҙә эсмәйәсәк! – тип Гөлгөнә ҡәтғи рәүештә эсемлектәрҙе алып ҡуйырға ҡушты. Һаман да аяғын сисмәгән Зиннур кухня эргәһендәге ултырғысҡа барып ултырҙы һәм: – Был кем ул? Бында ни эшләп йөрөй ул? – тип һораны.

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА  Хикәйә Өсөнсө өлөшө
СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Өсөнсө өлөшө

– Юҡ, бында берәү ҙә эсмәйәсәк! – тип  Гөлгөнә ҡәтғи рәүештә эсемлектәрҙе алып ҡуйырға ҡушты.

            Һаман да аяғын сисмәгән Зиннур кухня эргәһендәге ултырғысҡа барып ултырҙы һәм:

– Был кем ул? Бында ни эшләп йөрөй ул? – тип һораны.

Вәзир күңеле менән һиҙҙе: бында хәл ҡатмарлаша, Зиннур-күҫәк ауылдың ҡотон алып өйрәнгән. Низағ сыҡһа, уларҙы берәү ҙә яҡламаясаҡ.

Вәзир ипләп кенә Зиннурҙы тынысландырырға тырышты. Ә теге “Күҫәк” һис тә бирешергә, йә тынысланырға уйламай.

– Кем булһа ла, сығарып ебәрегеҙ бынан!  – Ул үрелеп кенә шәшке өҫтәре алды.

– Йәгеҙ, танышыу хөрмәтенә берәрҙе күтәрәйек! – тип эсемлектәрҙе һондо (“Һәнәк” спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы!).

            Вәзир Зиннурҙан ҡурҡа ине. Бер тапҡыр “ултырып” ҡайтҡан ир үҙен ауылдың хужаһы итеп тоя, хатта урындағы хакимиәт башлығын да тыңламай.

            Эсеп ебәрҙеләр (“Һәнәк” спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы!). Зиннур алмашлап, һәр береһенең шәшкеһен ҡарап сыҡты, эсеп бөткәндәрен барланы. Вәзирҙең араҡыһының эселмәүен күргәс:

– Нимә, ҡустым, мине һанға һуҡмайһыңмы?  Йә бәхәскә тарырға итәһеңме?  – тине.

            Зиннурҙан бик ҡурҡмаһа ла, тағы бер уртланы.

– Маладис! – тип дәртләндерҙе тегеһе. – Тағы бер йотһаң, бөтә. Юғиһә, хәҙер штраф алаһың!

            Тағы эстеләр, бер-береһенә маҡтау һүҙҙәрен ҡойолдорҙолар. Зиннур ҡатын-ҡыҙҙарҙы эсергә ҡыҫтай башланы. Вәзирҙең тәүҙә башына сыҡты, аҙаҡ бер аҙ онотолоп ултырҙы, тамам иҫереүен һиҙҙе.

            Һуңғы тапҡыр Зиннурға ҡарағанда, уның һары тештәрен ыржайтып: “Слабак!” – тип арҡаһына һуғыуын һиҙҙе.  Барыһы ла йыйынып, дөбөрләшеп клубҡа сыҡты. Тамам иҫергән  Вәзирҙең йөрәге ҡыҫылды, үҙҙәренә ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бәлә янауын һиҙҙе. Аһ! Ул бит иҫерҙе! Ҡайҙа булды еңгәһе, ни эшләп күренмәй ул?

– Зиннур ағай, әйҙә тағы берәр шешә табайыҡ әле (“Һәнәк” спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡаршы!), – тип өндәште.

– Ҡарағыҙ әле бынау “маңҡа”ға. Бая эсереп булмай ине, хәҙер туҡтатып булмай! Кеше шулай күҙ алдында алкашҡа әйләнә лә ҡуя!  Аҡсаң бармы һуң?

– Булмай һуң? – тип Вәзир кеҫәһенән йөҙлөктәр сығарҙы.

– Унауҙы ал! Мең тәңкәгә – бер литр! – тип бойорҙо Зиннур.

            Вәзир уларға эйәргән ҡатындарҙы ҡараны һәм улар араһында еңгәһен күрмәне.

Егет араҡыға тип сыҡты ла, өйөнә ҡайтты. Өйҙә, бикләнеп, Гөлгөнә ултыра икән.

– Маладис, еңгә! – тине ҡәйнеше. – Мин һине эҙләп килдем бит!

– Харап итә яҙҙың бит мине! Был алкаш ҡайҙан килеп сыҡты ул?!

– Еңгә, һуңынан асыҡларбыҙ, – тине ҡапыл айный башлаған Вәзир. – Хәҙер миңә араҡы илтеп бирергә кәрәк! Юғиһә, уның бында эҙләп килеүе бар. Мин өйҙө тыштан бикләп сығам.

            Вәзир, ишекте бикләп, урамға сығыуға, бер эйәрсенен эйәртеп, Зиннур килеп тә сыҡты. Өйгә үрелеп ҡараны. Эх, өлгөрмәй ҡалды! Гөлгөнә, тышта тауыш сыҡҡанын ишетеп, өй эсендәге уттты һүндерҙе.

– Туҡта, егет! – тип екерҙе Зиннур. – Ни эшләп һин бер үҙең?

– Ни эшләп бер үҙем булайым? – тине Вәзир һәм кеҫәһенән ике шешә сығарҙы. – Бына, беҙ өсәү!

– Өсөгөҙҙө бер еңгәңә алыштырам. Тиҙ бул! – тип екерҙе.

– Ул йоҡлай, башы ауырта, – тине.

– Ә беҙҙә башты дауалай торған дарыу бар, – тип иләмһеҙ көлдө Зиннур. – Хәҙер үк еңгәңде алып сығаһың! Юғиһә, хәҙер үк башыңды бынау бағанаға бәреп алам! Йә, өскә тиклем һанайым! Бер...

            Вәзир өҙгөләнә. Был аулаҡ тигәндәре хата булды. Их, ниңә иртәрәк уйламанылар икән?

– Ике...

            Был Зиннур бөтөнләй иманын юғалтҡан! Нисек оялмайынса кеше ҡатынын саҡырмаҡсы була икән?

– Өс!.. – Зиннур йоҙороғо менән Вәзирҙең эсенә һуҡты. – Йә, Гөлгөнәне сығараһыңмы, юҡмы?

– Еңгәм ял итергә тейеш! – тип тиҫкәреләште Вәзир. – Һин улайтып еңгәмә бәйләнергә хаҡың юҡ!

– Молокосос! – тип ҡысҡырҙы иҫерек Зиннур, ҡыҙып китеп, күн курткаһын сисеп ташланы. Егетте һуғып йыҡты, ул туҡтарға уйламай ине.

            Ауылдың теге осонда патруль машинаһының сигнал биргәне ишетелде һәм утын ялпылдатҡаны күренде.

– Ҡәбәхәт! Полиция саҡыртып өлгөргән! Бының өсөн һиңә айырым хисаплашырға тура киләсәк! Әлегә ҡалып тор, төн оҙон, яҡтырғансы, мин бында тағы киләсәкмен! Онотма, маңҡа! Мин үҙемә маҡсат ҡуйһам, уны үтәмәйенсә, туҡтамайым! Бөгөн һинең еңгәң минеке буласаҡ! Бәлки һин белмәйһеңдер, мин көндөҙ кереп, дауаханала еңгәңде күреп сыҡтым. Нимә кәзәләнәһең? Ағайың өйҙә юҡ, атайың менән әсәйең ҡунаҡта. Әллә бер еңгәне бүлешә алмабыҙ тип ҡурҡаһыңмы? Ҡара уны, әгәр мин әйткәнде үтәмәһәң, миңә бер генә юл ҡала!

– Ниндәй юл? – тип һораны Вәзир.

– Күрше ҡыҙы ҡала, Басир абзыйҙың ҡыҙы, Гөлдәрҙе әйтәм. Уға минең бер бармаҡ шартлатыуым етә, хәҙер килеп ҡолаясаҡ минең ҡосағыма! Бар, еңгәңде әҙерлә, беҙ клубҡа барып киләбеҙ!

            Вәзир, өйгә кереү менән, атаһының йәшереп ҡуйған мылтығын эҙләй башланы. Табырһың, буғай. Хөрмәт затлы әйберҙәрен шул тикле йәшерә, ҡайһы ваҡыт кеше түгел, үҙе лә таба алмай, уңайһыҙ хәлдә ҡала икән.

            Вәзир, шулай ҙа, ваҡыт юҡлыҡтан файҙаланып, тышҡы ҡапҡаны бикләп ҡуйҙы. Өйгә керҙе. Гөлгөнә ҡалтыранып юрған аҫтында ята ине.

– Вәзир, кил бында, мин ҡурҡам! – тине.

– Ҡурҡма, өйҙө емереп кермәйәсәк!

– Ә килеп керһә?

– Ә керһә, бына – күҫәк. Ишектән килеп инеү менән, киҙәнеп, берҙе бирәм дә ҡуям!

– Үлтереп ҡуйһаң, ни эшләрбеҙ?

– Ә мин шаңғытырлыҡ ҡына һуғырмын.

            Гөлгөнә ҡурҡышынан Вәзирҙең ҡосағына кереп боҫто:

– Ҡәйнешкәйем, мине бирмә! Берүк мине уларға күрһәтмә!

            Улар икәүләшеп сымылдыҡтың эсенә үк кереп ултырҙы.

– Ҡурҡма, еңгә, бында бит мин бар.

– Нисек ҡурҡмайһың? Һин, мине ҡалдырып, теге яҡҡа сығып киттең.

– Атыу был яҡҡа сығам.

– Сыҡ шул, сыҡ та, сымылдыҡтың был яғына ят.

            Ҡурҡышынан тамам хәле бөткән еңгәһе ҡәйнешенең эргәһенә һыйынып ятты. Үҙе йомшаҡ ҡына, хушбуй еҫтәре аңҡып тора.

            Бер аҙ ятҡас, йоҡлап китте шикелле, тынды.

– Әгәр ағайың белеп ҡалһа, – тине ҡатын иламһырап.

– Ә беҙ берәүгә лә әйтмәбеҙ, – тине ҡәйнеше.

– Их, ҡәйнешем, һине көтә инем бит! – тине еңгәһе. – Ағайың аҡса эшләргә сығып киткәс, мин яңғыҙым нимә эшләргә тейеш?

– Был хаҡта берәү ҙә белмәһен, – тип бышылданы Вәзир, ләкин артабан өндәшә алманы. Кемдер күҫәк менән өйҙөң улар ятҡан мөйөшөнә һуҡты. Хатта һауыт-һаба шылтырап ҡуйҙы.

– Йә, ҡоҙалар, етте! Ишекте асығыҙ ҙа, сығығыҙ! – тип һөрәнләне Зиннур һәм имәнес итеп көлдө.

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: