+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Август 2021, 13:32

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Бишенсе өлөшө (аҙағы)

Бер атыу барыһын да иҙәнгә түшәп һалды һәм уның тауышы бик оҙаҡ яңғырап торҙо. Көтмәгәйне Зиннур бындай ҡаршылыҡты. Үҙ маҡсатына еңел генә өлгәшеп, әгәр бирмәһәләр, талап алып өйрәнгән бәндә иҙәндә бик оҙаҡ аунап ятты. Хатта уны соланға сығарып һалырға тура килде.

СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Бишенсе өлөшө (аҙағы)
СЫМЫЛДЫҠТЫҢ БЫЛ ЯҒЫНДА Хикәйә Бишенсе өлөшө (аҙағы)

Юҡ, юҡ, пуля уға ла, бүлмә эсендәгеләрҙең береһенә лә теймәне. Икенсе көнөнә таң менән полиция килеп етте, уларға эйәреп, “тиҙ ярҙам” күренде. Табиптар, ни эшләһен, кемгә кәрәк, ҡан баҫымын үлсәнеләр, тотҡолап ҡаранылар, түшәмдәге ҙур тишеккә баш сайҡап ҡарап торҙолар ҙа, вазифалары үтәлгән тойғо менән ҡайтып киттеләр. Полиция, әлбиттә, мылтыҡты шунда уҡ тартып алды һәм бармаҡ эҙҙәренең күсермәһен теркәп ҡуйҙы.

– Ошо мылтыҡтан аттылармы һеҙгә? – тип һораны следователь Зиннурҙан, ҡушкөбәкте күрһәтеп.

– Эйе... Эйелер... Эйеме икән? – тине ҡалтыранған тауыш менән Зиннур, бер – түшәмгә, бер мылтыҡҡа ҡарап.

         Ул арала булмай, йорт хужаһы менән хужабикәһе ҡайтып төштө, өйҙәге мәхшәрҙән бигерәк, түшәмде күреп, тәгәрәшә яҙҙылар.

         Ҡушкөбәктең рөхсәт ҡағыҙҙарын талап иттеләр. Рөхсәт ҡағыҙы юҡ ине. “Мылтыҡ кемдеке?” – тип һоранылар.

– Мылтыҡ минеке, – тине йорт хужаһы.

– Ҡайҙан алдығыҙ?

– Электән ята ине, колхоз заманынан. Бер йыл һарыҡ көткәйнем, бүре йонсотто. Шунан көтөүселәргә мылтыҡ бирҙеләр.

– Ә ниңә мылтыҡты кире тапшырманығыҙ? – тип һораны следователь.

– Кемгә тапшыраһың? Колхозы юҡ, хужалар таралып бөттө. Мин уны ҡайҙа йәшергәнде лә онотҡайным.

         Хәҙер мылтыҡты кем ҡулланғанын асыҡларға тотондолар.

– Ҡайһығыҙ атты? – тине следователь, бүлмәләгеләрҙең барыһын да күҙе аша үткәреп.

         Гөлгөнәнең урынынан ҡуҙғала башлағанын күреп, Вәзир һикереп торҙо:

– Мин аттым, – тине ул.

– Ниңә аттығыҙ?

– Ҡурҡытырға теләгәйнем. Бынау икәү өйҙө баҫып килеп керҙе...

         Дөрөҫөн әйткәндә, Зиннурҙы көтөргә тура килде, үҙегеҙ беләһегеҙ, уға ҡайтып, өҫ-башын алыштырға тәҡдим иттеләр. Сөнки мылтыҡ тауышы уға бик көслө тәьҫир яһаған. Хәҙер Зиннурҫы баҫтырып, уның был йортҡа нисек килеп кереүен һорай башланы тикшереүсе.

         Зиннур инде хәҙер иҫенә килгән, үҙенең ғәмәлдәре өсөн яуап бирерлек кимәлгә еткән һәм үҙен нахаҡҡа рәнйетелгән итеп тоя ине:

– Гражданин тикшереүсе! – тине ул. – Йоҡлар алдынан, саф һауа һулап үтә торған ғәҙәтем бар. Ошонан үтеп барам, ауылдаштарымдың тыныс йоҡоһон боҙоп, ҡайҙалыр йырлашалар. Ҡараһам, Хөрмәт ағайҙың йортонда, бер төркөм йәштәр, йыйылып, иҫкелек ҡалдығы булған аулаҡ ҡороп ултыралар. Мин керҙем дә: “Ғәфү итегеҙ, һеҙ миңә йоҡларға ҡамасаулайһығыҙ!”, – тинем. Хәҙер минең һымаҡтарға хөрмәт юҡ бит, былар тағы ла ҡысҡырыбыраҡ йырлай башланы. Аптырағандың төнөнән, мин өйгә керергә мәжбүр булдым. Инеүем булды, миңә бик ныҡ ҡаршылыҡ күрәһттеләр. Кереп, быларға, батырҙарса, үҙемдең дәғүәләремде белдерәйем тиһәм, береһе гөпөлдәтеп мылтыҡтан атты. Шул тиклем ныҡ атты, мин һушымды юғалттым! Сөнки мин, миңә пуля тейҙе һәм мин үлдем, тип аңланым.

         Хәҙер Вәзирҙән һораша башланылар. Вәзир барыһын да ентекләп һөйләне. Зиннурҙың нисек килеп инеүе, араҡы алып килеүе, эсергә ҡыҫтауы, аҙаҡ, ҡыйралған тәҙрәләргә күрһәтеп, бында килеп инеүен дә йәшермәне:

– Мин баҙға төшөп йәшенергә булдым. Ҡулыма мылтыҡ килеп эләкте һәм нисек атып ебәреүемде һиҙмәнем дә.

         Төштән һуң Зиннур менән уның әшнәһен йорт баҫыуҙа ғәйепләп, райондың полиция бүлегенә алып киттеләр.

         Эш бының менән генә бөтмәне. Зиннурҙың эше артынан йөрөп, Гөлгөнә менән Вәзир һәм башҡа ҡатнашҡан кешеләр район үҙәгенә барҙылар ҙа ҡайттылар, барҙылар ҙа ҡайттылар һәм былар менән ник бәйләндем, тигән көнгә төштөләр.

         Ошо мажара хаҡында ауылда төрлө хәбәрҙәр таралды. Беҙ юғарыла һеҙгә ишеттергәне – шул фараздарҙың береһе һәм, иң кәмендә, дөрөҫлөккә яҡыны...

         Был мәхшәр әле лә онотолғаны юҡ. Мәҫәлән, берәүҙәр, Хөрмәттең йортона Зиннур, мылтыҡ тотоп, килеп ингән, тип һөйләһә, икенселәр Гөлгөнәнең, баҙҙан атылып килеп сығып, Зиннурҙы бер һуғыуҙа һуҙып һалыуы һәм төрткөләп сығарыуы хаҡында еткерһә, башҡалар Вәзирҙең нисек итеп еңгәһен ҡотҡарып ҡалыуын һоҡланып тикшергәндәр.  Зиннурға, әлбиттә, ныҡ ҡына эләккән, хатта тағы ла ултырта яҙғандар шикелле. Уның атаһының, шым ғына килеп, тәҙрә алыштырыуын, түшәмде яңыртыуын, дөрөҫ эшләгән, тип баһалағандар.

         Оҙон ҡышта, иҫтәренә төшөрөп, аулаҡ ашына йыйылыусылар ҙа табылған. Хәҙер шундай хәбәр сыҡһа, Зиннур бер нисә көнгә булһа ла, ауылдан китеп тора икән.

         Вәхит тураһында бер нисә һүҙ. Ул водитель булып бер предприятиела урын тапҡан. Тәүге ялына ҡайтҡан саҡта юғарыла һүрәтләнгән мажараларҙың аҙағына эләккәс, ҡыҙып китеп, Гөлгөнәһен Себергә алып китергә лә йыйынған.

Әсәһе: “Мин эшләп арыным, ауылды тере  ҡулһыҙ ҡалдыраһың”, – тип Гөлгөнәгә юлға сығырға рөхсәт итмәгән.

         Ауылдың уртаһына өр-яңы ФАП ултыртҡандар. Гөлгөнә унда йырлап йөрөп эшләй икән. Ауылдың тәртипһеҙ егеттәре күберәк ФАП-ты урап үтә ә уның хужабикәһе күренһә, арттарына ла әйләнеп ҡарамай ҡаса икән.

         Беҙ был ауылда булған саҡта вахтаға йөрөү, ауылда эш табыу буйынса етди генә һөйләшеү булды. Халыҡ яңы предприятиелар төҙөлгәнен, эш урындары асылғанын көтә. Аҡрынлап, эш урындары асыла, ләкин, халыҡ әйтеүенсә, әлегә етерлек түгел. Шулай ҙа, өмөттө өҙмәйек. Килер заман, әллә ҡайҙарға йөрөмәй, үҙебеҙҙә эшләйһе көндәр булыр әле.

          

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: