-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Август 2021, 15:57

ӨЙЛӘНЕРГӘ ЙӨРӨГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөшө

Ҡайынлытауҙың осраған бер кешеһе Фәнзилде күреү менән иҫәнләшеп-нитеп тормай, ҡасан өйләнәһең, туйға саҡыраһыңмы, тип һорай. Әйтерһең, ауылда башҡа буйҙаҡ ир юҡ инде. Ана, миңрәү Һаҙый иллегә етеп бара, бер тапҡыр ҙа өйләнгәне юҡ, ә унан, ҡасан туй үткәрәһең, тип берәү ҙә һорарға йыйынмай. Егерме биш йәшенә етеп, үҙенең өйләнеүе кемделер ҡыҙыҡһындырыр, тип ғүмерендә лә уйламағайны. Аптырғас, Магнитҡа барып,  футболкаһына “Өйләнмәйем һәм өйләнергә йыйынмайым” тип яҙҙыртып алып ҡайтты. Һуң, яҡташтар бер Фәнзил менән күпме этләшергә була? Етмәһә, ауылда сибәр ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ. Уларҙың һәр береһе менән тип әйтерлек Фәнзил йөрөп сыҡты, йөрөмәгәндәренең ҡулын тотоп ҡараны, ләкин береһе лә күңеленә ятманы.

ӨЙЛӘНЕРГӘ ЙӨРӨГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөшө
ӨЙЛӘНЕРГӘ ЙӨРӨГӘНДӘ Хикәйә Беренсе өлөшө

Аптыраған көндән Фәнзил иҫ киткес тәүәккәл аҙым яһаны – ауылдың иң сибәр, иң бай, иң текә ҡыҙы Гөлфирә менән йөрөй башланы.

Гөлфирәгә килгәндә ул үҙен ябай ғына ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләмәй. Үҙе әйтмешләй, ул бик ҡиммәтле заттан. Уның күңеленә юл ярыр өсөн, йәғни ҡосаҡлап ятыу өсөн була инде, затлы тундар, алтын беләҙектәр генә етмәй. Уның алдында, өр-яңы төҙөлгән асфальт юл һымаҡ, киләсәк яп-яҡты һәм сағыу булып күренергә тейеш.

Быныһын да эшләне Фәнзил. Себергә барып, ике йыл тир түкте. Ҡулланылған булһа ла иномарка һатып алды, туйлыҡ аҡса төйнәне. Гөлфирә хәҙер яртылаш тип әйтерлек уныҡы. Ә ни өсөн яртылаш? Сөнки улар әле бергә йәшәй һәм киләсәккә бәхетле тормошто ҡат-ҡат барлай, ләкин туй ҙа, загс та булғаны юҡ әле. Мәктәптә заманында һәйбәт кенә уҡыған Гөлфирә баштан алып аҙағына тиклем туйҙың сценарийын яҙа, көрәгәсегә кастинг, йәғни бәйге, үткәрә.

Фәнзил туйға әҙерләнә. Себергә барып, эшләп, аҡсаһын алып ҡайта ла туй мәшәҡәттәренә күмелә.

– Сәйер пар, – тиҙәр улар хаҡында ауылда, сөнки аралашыуҙары ла сәйер. Гөлфирәнән һөйгәне Фәнзилгә ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына смскалар килә. Мәҫәлән, “Туй күлдәге 100 мең”, “Никах балдағы 40 мең”, “Аҡ туфли бер пары 10 мең, икенсе пары 12 мең”.

Фәнзил бай һәм йомарт. Ул уҡып та тормай, аҡсаны Гөлфирәгә күсерә лә ҡуя, сәғәте-минуты менән. Гөлфирә уйлана, икеләнә. Бер заман нишләптер Фәнзил уның күңелендә шик уята башланы. Ярай, бөгөн ул йәш, көслө, ҡартайғас, ышанысты аҡлармы һуң?

Ғаилә яҙмышы хәл ителгәндә Гөлфирә икеләнеп торамы инде?

Фәнзилдең: “Һөйөклөм, Гөлфирәм, минең аҡсам бөттө. Мин яңынан Себергә юлланам”, – тип хәбәр итеүе булды, Гөлфирә өҫтөндәге туй күлдәген, ап-аҡ туфлийын, алтын-көмөштән ҡойолған тажын сисеп һалып ҡуйҙы ла: “Фәнзил, һинең мөмкинлектәрең минең теләктәремә тап килмәй, шуның өсөн мин һиңә кейәүгә сығыуҙан баш тартам, үҙемде лә, һине лә азат тип иҫәпләйем”, – тип хәбәр ебәрә һалды.

Был хәбәрҙе алғанда Фәнзил айныҡ ине әле. Хәбәрҙе уҡығас, үкереп илағыһы, был донъяны ныҡлып әрләгеһе һәм әллә ҡайҙарға сығып киткеһе килде.

Ул көндө әсәһе иҫерек улын беренсе тапҡыр күрҙе.

– Әсәй, туй булмай, ҡунаҡтарға отбой бир, – тине.

– Нимә булды, балаҡайым? – тип һикереп торҙо әсәһе.

– Киленең, ыңҡ-ыңҡ-ыңҡ, миңә кейәүгә сығыуҙан, ыңҡ, баш тарта.

– Улым, кешеләр саҡырылған, Воркутанан ағайың менән еңгәң ҡайта, Питерҙа ҡустың көтә. Бөтәһе лә Ҡайынлытауға ынтыла. Башҡортостанда быйыл эҫе икән, Төркиә лә, Тунис та кәрәкмәй, тип бында ҡайтырға теләйҙәр. Өс һарыҡ һимертелгән, машиналарға аҡсаһы түләнгән. Нимә етмәй һинең Гөлфирәңә?

– Барыһы ла етә, ләкин һинең теләктәрең минең мөмкинлектәремә тап килмәй ти. Юҡ, әсәй, минең мөмкинлектәрем уның теләктәренә тап килмәй икән.

– Әллә, улым, берәй һораған әйберен алып биреүҙән баш тарттыңмы?

– Юҡ, әсәй, нимә һорай, вис алдым. Таж, күлдәк, ике пар батинка.

– Улым, әллә үҙем барып һөйләшәйемме?

– Юҡ, әсәй, кәрәкмәй. Хәҙерҙән шундай булғас, мин уның менән йәшәй алмам.

Фәнзил өйөнән сыҡты ла юл буйлап атланы. Ҡараһа, юл ситендә генә бер боронғо “етеле”, ә эргәһендә автомобиленән саҡ ҡына йәшерәк бер гүзәл зат ҡул күтәреп, ярҙам һорап тора.

– Нимә булды? – тине Фәнзил.

– Бер нәмә лә булманы, тәгәрмәсем генә тишелде, – тине ҡыҙ.

Фәнзил, эргәһенә килгәс, ҡыҙҙы ентекләберәк ҡараны: бәй, был йәш кенә лә баһа.

– Ағай, ярҙам итер мөмкинлегегеҙ булмаһа, ары атлағыҙ.

– Запаскаң бармы, һылыу? – тине Фәнзил.

– Ул нимә була ул? – тип аптыраны ҡыҙ.

– Әгәр бер тәгәрмәсең тишелһә, икенсеһе запасҡа багажникта ятырға тейеш, – тип егет асҡайны, запас тәгәрмәс килеп тә сыҡты.

Ун биш минут та үтмәне, машина артабан ҡуҙғалырға әҙер ине.

– О-о, егет, һеҙ мине ҡотҡарҙығыҙ. Хәҙер боронғо ғәҙәт буйынса һеҙҙең өсөн бер генә юл ҡала.

 – Ниндәй юл? – тип артыраны Фәнзил.

– Һеҙ миңә өйләнергә йә өйөмә тиклем оҙатып ҡуйырға тейешһегеҙ.

– Туҡта, асыҡлайыҡ әле, – тине Фәнзил. – Һеҙ нисәнсе размер кейәһегеҙ?

– Уныһы нимәгә тағы?

– Беләһегеҙме, һылыу, мин һеҙҙе ауылығыҙға илтеп ҡуйыу ғына түгел, өйләнеп тә ҡыуандыра алам, сөнки мин әле генә үҙемдең 50-се размерлы кәләшем менән ташлаштым.

– Нисек ташлаштың? Әткәндәй, мин Фәйрүзә булам.

– Ә мин Фәнзил. Минең мөмкинлектәрем элекке кәләшемдең  теләктәренә тап килмәне.

– И-и-и, шуның өсөн генәме? – тине Фәйрүзә. – Ә һин беләһеңме, Фәнзил, беҙҙең икәүләшеп бәхетле булыу мөмкинлеге бар.

– Нисек, әйт йә күрһәт.

– Мин һинең миңә кейәүгә сыҡ тип тәҡдим яһауыңды көтөп тормаҫҡа булдым.

– Нимә эшләргә булдың? – тине егет.

– Һин тәгәрмәсемде алыштырып ҡуйғылағансы мин ризалаштым.

Фәнзил шатлығынан һикереп ҡуйы, ҡыҙҙы бер ҡосаҡлап үпте, тишек запасканы багажникҡа ырғытты.

– Һин риза, мин риза! Хәҙер әсәйең менән атайыңдың  ризалығын алырға барабыҙ.

– Ә беҙгә барып етә алырбыҙмы икән һуң?

– Нимә булды, ҡәҙерлем?

– Минең был “етелем” таралып төшөргә тора. Мин уға ултырырға ла ҡурҡам.

– Әйҙә, улайһа, минең “Тойотамды” алайыҡ.

– Ура, ура! –  тип ҡысҡырҙы ҡыҙыҡай һәм кемгәлер шылтырата башланы. – Ә уның “Тойотаһы” бар, белдеш?!  – тип телефонын һүндереп тә ҡуйҙы.

Дауамы бар. 

Автор:Ф. ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: