+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Август 2021, 16:39

МИРАҪҠА ҠАЛҒАН НИЗАҒ Хикәйә

Риф бабайҙар беҙҙең өйҙән тыҡырыҡ аша ғына йәшәне. Әйтерһең, Сәләховтар ауылдың был өлөшөндә ғүмер буйы йәшәгән. Тыҡрыҡтың исеме лә уларҙыҡы ине – Сәләх тыҡрығы. Мин бәләкәйерәк саҡта уйлай торғайным, ни өсөн тыҡрыҡ уларҙың исемен йөрөтә, һис тә беҙҙекен түгел? Был хаҡта, нимәгә кәрәк булғандыр инде, әсәйем менән атайымдан да һораштыра торғайным. Өләсәйем һөйләп бирҙе. Сәләховтарҙың нәҫел-ырыуҙары элек-электән бай йәшәргән. Ауылға үҙенә күрә бер терәк һымаҡ булған улар. Ана, Көнәкәй йылғаһы ағып ята. Сәләховтарҙың урамынан йылҡы өйөрө һыулауға сыға, тәүге бейәләр һыуға барып моронон төрткәндә, ҡалғандары ихата эсенән сығып бөтмәгән булған.

МИРАҪҠА ҠАЛҒАН НИЗАҒ Хикәйә
МИРАҪҠА ҠАЛҒАН НИЗАҒ Хикәйә

Риф бабайҙар беҙҙең өйҙән тыҡырыҡ аша ғына йәшәне. Әйтерһең, Сәләховтар ауылдың был өлөшөндә ғүмер буйы йәшәгән. Тыҡрыҡтың исеме лә уларҙыҡы ине – Сәләх тыҡрығы. Мин бәләкәйерәк саҡта уйлай торғайным, ни өсөн тыҡрыҡ уларҙың исемен йөрөтә, һис тә беҙҙекен түгел? Был хаҡта, нимәгә кәрәк булғандыр инде, әсәйем менән атайымдан да һораштыра торғайным. Өләсәйем һөйләп бирҙе. Сәләховтарҙың нәҫел-ырыуҙары элек-электән бай йәшәргән. Ауылға үҙенә күрә бер терәк һымаҡ булған улар. Ана, Көнәкәй йылғаһы ағып ята. Сәләховтарҙың урамынан йылҡы өйөрө һыулауға сыға, тәүге бейәләр һыуға барып моронон төрткәндә, ҡалғандары ихата эсенән сығып бөтмәгән булған.

         Бына ниндәй кешеләр йәшәгән беҙҙең урамда! Риф бабайҙы мин хәтерләмәйем, тип әйтергә була. Уның тороп ҡалған ҡарсығы, Нәсимә инәйҙе лә, яҙа-йоҙа ғына күҙ алдыма килтерәм.

Ә бына улдарын һәм ҡыҙын яҡшы беләм, тип әйтә алам. Ҙур ихатаны бер итеп, йәй һайын йыйыла торғайнылар. Риф бабайҙан ҡалған йорттоң һәм ихатаның буш булғанын да хәтерләмәйем. Иң өлкәндәре – Вафа бабай ине. Үҙебеҙҙә 90-сы йылдарға тиклем хужалыҡ рәйесе булып эшләне. Риф бабайҙан ҡалған йортто ла ул төҙөттө, тинеләр. Ул йорттоң ҙурлығы – йүгерешеп уйнағанда урап сыға алмай торғайныҡ. Вафа бабай шунан һуң ҡалаға күсеп китте. Шунда тағы бер йорт төҙөгән, тинеләр. Ҡулынан килгәс, төҙөһә, төҙөгәндер инде. Урманы, кирбесе, техникаһы – үҙ ҡулында.

Халыҡ Риф бабайҙы әле лә һағына. Һағынмай, колхоз бар, тимәк, эш тә бар. Күпме кәрәк, шул хәтле ташыйһың. Риф бабайҙың икенсе улы Нәзир ағай ҙа колхоз эшенән алыҫ китмәне. Егәрле ине, нимә ҡушһалар, шгунда эшләне. Иншар бабай тураһында артығын һөйләй алмайым. Ул электән сығып киткән дә, һирәк-мирәк кенә ҡайтты, тинеләр. Хәҙер өйҙә Гөлғәйшә инәй йәшәй. Сәләховтарҙың донъяһын ул тотоп тора хәҙер. Ҡалала йөрөгән, балалары шунда төпләнгән. Бында һирәк-мирәк киләләр шикелле. Ныҡ йәшәне инәй. Һыйыр, башмаҡ, кәзә-һарыҡ, тауыҡ – ҡош-ҡорт – үҙе бер ҙур колхоз һымаҡ. Хәҙер һыйыр мөңрәүе түгел, әтәс ҡысҡырғаны, тауыҡ ҡытҡылдағаны ла ишетелмәй. Инәйҙең балалары бер йыл бесән сабырға ҡайтмағайны. Яңғыҙ ҡарсыҡ, ни эшләһен, барлыҡ мал-тыуарын бөтөрҙө лә ҡуйҙы. Хәҙер йөрөйҙәр инде, башҡаларҙың ит кимергәнен күҙәтеп.

Ә иң кеселәре – Танир ағай. Ул инде, төпсөк булғас, аяулы йәшәгәндер. Эшкә бик юҡ ине, эскегә лә бирелеп ҡараны, Сәләховтар ихатаһында тағы бәләкәй генә йорт бар икән, хәҙер шунда йәшәй, тинеләр. Бына ниндәй донъя ҡалған Сәләховтарҙан Сәләховтарға үткән быуаттан.

Иң ҡыҙығы шул, мин ҡайтҡылап йөрөгән бер арала беҙҙе айырып торған тыҡырыҡ та юҡҡа сыҡҡан. Эйе, Риф бабай был хаҡта күптәнән һөйләгән булған, ә Гөлғәйшә инәй тормошҡа ашырып ҡуйған. Гәзиткә лә яҙышҡандар шикелле, тыҡрыҡты баҫып алдылар, үҙләштерҙеләр, тип. Беҙҙекеләр өндәшмәгән, Үрге урамдыҡылар ғына силсәүиткә, ошонан үтеп йөрөүе рәхәт була торғайны, тип наказ биргәнме, ялыу иткәнме...

Ике меңенсе йылдар башында мөлкәт, мираҫ, күсемһеҙ милек һымаҡ һүҙҙәр барлыҡҡа килгәс, был йорт тураһында низағ ҡуйыра башланы. Өлкәндәре, Вафа бабай менән Нәзир бабай, Гөлғәйшә инәйҙең Риф бабайҙан ҡалған донъяһында яңғыҙы ғына йәшәп ятыуын бик өнәп бөтмәгән. Ике ағай бәхәсте ҡәтғи ҡуйған: “Мираҫты теркәүселәр әйтте, – тигән улар, – был донъя бишебеҙгә берәр баштан тигеҙ бүленә. Әгәр кемгәлер кәрәкмәй икән, рәхим ит, башҡаларға бирә алаһың, бүлә алаһың. Ә инде һеңлебеҙ Гөлғәйшәгә кәрәк икән, аҡсаһын түләһен дә, хужа булһын”.

Иң ҡыҙыҡ һүҙҙе Танир ағай әйткән: “Күпме генә йәшәргә ҡалған, миңә бер нимә лә кәрәкмәй, ошонда йәшәтһәгеҙ, була” – тигән. Уртансылары, Иншар бабай, Вафа бабайҙың мөрәжәғәтенә яуап та бирмәгән.

Ун йыл артығы менән булғандыр, шул сама бүлештеләр бер туғандар атай малын. Һуңғы йылдарында Вафа менән Нәзир бабайҙар хатта сәләм дә бирешмәй, үҙ-ара эшләй торған эш булһа, ҡатнашмай, йылдар буйы осрашмаһалар ҙа, ҡул да бирешмәйҙәр икән. Гөлғәйшә инәй менән Танир, йыйылып, өлкәндәрен саҡырып ҡарағандар. Юҡ, һис тә ыҡҡа килерлек түгелдәр икән.

Әле бер 4-5 йыл элек, ҡайтҡанымда, Вафа бабай мине һорап керҙе:

– Һине көтөбөрәк йөрөйөм, улым, – тине ул уңайһыҙланып ҡына, – бынау өй мәсьәләһен тәки хәл итә алмайбыҙ бит. Үҙем дә аптыранып ҡуям. Әллә берәйһенә бүләк итергәме, йә ут төртөргәме икән?

– Нисек ут төртөргә? – тинем мин. – Гөлғәйшә инәй шунда йәшәп ята түгелме һуң?

– Йәшәүен йәшәй инде, нисек ҡыуып сығараһың, үҙебеҙҙең һөйәк. Тик законлы булһа икән. Әтеү ана, Нәзир килә лә, өй менән ихатаның ошо мөйөшгө минеке, тип кәртә һуғырға самалай. Һеңлеһе, илап, миңә килә. Иншарына ла бер нимә лә кәрәкмәй, хатта шылтыратмай ҙа, хат та яҙмай.

– Бабай, был – атай малы һеҙҙеке. Һеҙҙең уны бүлешеүегеҙ мотлаҡмы ул? – тип ҡыҙыҡһындым.

         Ҡартайған, бәлтерәй башлаған бабай минең нимәгә ишаралауымды бик аңлап та бөтмәне.

– Мөлкәт тигәс, ул мираҫ буйынса ҡалмаймы ни ул? – тип ныҡышты ул һаман. – СССР тарҡалды – мөлкәт бүлештеләр, үҙең күрәң, Рәсәйҙә әллә нимәләр булып бөттө. Ул өй миңә кәрәкмәй, минең йәшәр урыным бар. Ҡалала ла мөйөшөм ҡарсығым менән мине генә ҡарарлыҡ. Ҡайҙа ҡарама, милек тә мөлкәт бүлешәләр. Күрше өлкәләрҙә лә губернаторҙар һеңдергәндә үҙҙәренә байтаҡ умырып ҡалған икән, тип ишетәбеҙ.

         Мөлкәт бүлешеү, милек теркәү минең эшем түгел. Сөнки беҙҙең атай баҫалҡы йәшәне. Низағлап бүлешерлек мал ҡалдырманы.

         Сәләховтарҙың, мөлкәт бүлешеү менән бәйле, оҙайлы низағын, үҙем дә һиҙмәҫтән, капитализмдың тешен шаҡылдатып үҙ урынын яулауы, тип аңланым. Капитализмға мөкиббән киткәндәр шулай, ти, бит. Йәнәһе, берәүҙәр – хужа, улар эшләтә һәм аҡса түләй, ә ябай халыҡ уларға бил бөгә, тамаҡ хаҡына.

         Шулай ҙа, күңелем һиҙә, 80-се йылдар булһа, ошолайтып мөлкәт бүлешеп ултырырҙармы икән? Шулай ҙа, бабайға үҙем белгәнде төшөндөрөргә тырышам:

– Вафа бабай, һеҙ, мәҫәлән, мөлкәттең 1/5-нәме, ¼-нәме иҫәп тотаһығыҙ, – тинем. – Ярай, һеҙгә бирҙеләр, ти, теркәү тураһында ҡағыҙын да тотторҙар. Һеҙ уны ни эшләтергә уйлайһығыҙ?

– Һуң, уныһы бит – минеке. Донъя хәлен белеп буламы, ятһын шунда үҙемдеке һымаҡ булып.

         Шунда көтмәгәндә иҫемә төштө. Мин бит быларға дөрөҫ аңлатмайым. Сөнки хәҙерге капиталистик либералдар Ленин бабайҙан ҡалған төп талаптарҙың береһен – иң тәүҙә – иҫәп, тигәнен генә үҙләштерҙеләр бит. Ни өсөн?

– Һеҙгә ошо милектән сығып, һалым түләргә тура киләсәк, – тинем мин, ҡулымда башҡа дәлил ҡалмағас.

– Һалым? Әпәт һалым түләйбеҙме?

– Түләмәй, ҡайҙа бараһығыҙ, бөтә донъя һалым иҫәбенә йәшәй. Рәсәйҙә теркәлмәгән милек күп. Хөкүмәт был өлкәне тәртипкә һалырға саҡыра. Булған милек-мөлкәттән сығып, һәр береһе һалым түләйәсәк.

         Бер туғандар аҙмы-күпме төшөнгәндәй булды, ләкин бәхәс урынында ҡалды.

         Донъялар үҙгәрҙе, күптәр боларышып бөттө, хәҙер донъяға кеше түгел, тажлы зәхмәт хужа.

         Әле йәшәрҙәр, донъя көтөрҙәр, тип өмөтләнә инем. Атайым шылтыратты:

– Нәзир бабай китеп барған икән. Иншар бабайҙы саҡырып, шылтыратҡандар, бабай социаль приютта көндәрен һанай, ти. Вафа бабай аптыранып Гөлғәйшә инәй эргәһенә инеп сыҡҡан. Уныһы ни, ҡарсыҡ кеше, ағаһы килеп кергәс, ҡото осҡан да ҡуйған. Үҙе лә уҫал ҡарсыҡ, сәй ҙә эсереп тормай, сығарып ебәргән. Шулай ҙа, инәй эргәһенә Танирҙы алған. Ике йәнгә ике мейес йылытыу нимәгә хәжәт, тигәндәр. Тик алдағы ҡышты күрә алмауҙары ғына үкенесле. Танир йоҡтороп ҡайтҡанмы, әллә Гөлғәйшә инәй автобуста улы янына барған, битлек кейеп тормаған, ти. Ҡайтҡас та, ятҡан, аҙна эсендә үтеп тә киткән.

         Хәҙер быларҙың барыһына ла Вафа бабай хужа. Тәүҙәрәк силсәүиттән кеше саҡыртып кереп ҡарағандар, силсәүит әйткән, юлланың ни, юлламаның ни, былар хәҙер барыһы ла һинеке. Беҙҙең бер мөнәсәбәт тә юҡ, Алып барып, аҡсаңды һал да, теркәтеп ҡуй, тигәндәр.

– Әпәт аҡса түләргәме? – тип аптыранған бабай.

– Түләмәһәң дә була, теркәтмәһәң дә була. Ауылда һеҙ генәме ни, – тигән хакимиәт башлығы. – Былтырғына егермеләп кеше үлде, бер сабый тыуҙы. Бабай, һығымтаны үҙең яһа.

         Кисә һуң ғына ҡайтып төштөк. Күршеләге донъяға – Вафа бабайҙан ҡалған өйгә – ҡараным. Кеше йәшәгәне тойолһа, ут янғаны күренһә, ҡасандыр һәр тәҙрәһенән ут һәм йылы бөркөп, ауылды йәмләп ултыра ине бит был Сәләховтарҙың донъяһы!

         Эх, беҙҙең ауылды ла шундай яҙмыш көтәме икән? Ҡасан ғына бүлешә алмай низағлаштыҡ, хәҙер көн итергә кеше таба алмайбыҙ.

 

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: