Шунан ул эшлекле ҡиәфәттә сисенде, өҫ-башын тәртипкә килтерҙе, өҫтәл артындағы иң яҡшы урынға ултырҙы. Коля иһә араҡыны күреү менән тулҡынланды, Лаураны көтөп тормайынса, ҡойорға кереште. Ҡунаҡ ашыҡмайынса бүлмәне байҡаны, гәлсәр һауыт-һабаға һәм телевизор маркаһына айырыуса иғтибар итте. Шунан рюмканы ҡулына алды, туранан-тура әйтте:
– Яҡшы, мин һеҙҙе ҡатынлыҡҡа алам, тик бер шарт менән...
Коля араҡыға сәсәне. Лида бәлә булырын һиҙенде.
– Игнатий Семеныч, – ул ҡылансыҡланды, – һеҙ ваҡиғаны ашыҡтыраһығыҙ...
– Эйе, – Коля тороп баҫты, – ысынлап та, ашыҡтыраһығыҙ... Тере ире алдында!
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ирме ни? – Кононенко ныҡ ғәжәпләнде.
– Оҡшамағанмы ни? – Коля гайканы тағы ла нығыраҡ борҙо. – Мине ҡатынымды ниндәй шарттарҙа ҡатын итеп алыу ғына ҡыҙыҡһындыра.
– О, – Кононенко шунда уҡ ҡойроғон болғаны, – беләһегеҙме, бында ниндәйҙер хата... Мине ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙыҡһындырмай. Бөтөнләй! Мин профессиональ буйҙаҡ, фәҡәт яһалма никахтар төҙөйөм.
– Нимә? – Коля күҙҙәрен ҡыҫты.
– Ну, беләһегеҙме, прописка, фатир алыштырыу өсөн...
– Их һин, нишана! – Сидоров профессионалдың галстугынан эләктереп алды ла алғы бүлмәгә һөйрәп сығарҙы. – Минең ҡатынымды – яһалмамы?
Фатирҙан беренсе булып Игнатий Семеныч, уның артынан тун осто.
– Эҙең булмаһын! – Коля тештәрен шығырлатты. – Үлтерәм!
Гәзиттәр алырға төшөп барған Михеич ҡыҙыҡһынды:
– Һөйәрҙәрҙе сығарып ырғытабыҙмы?
Ҡоторған Коля ытырғанып асыҡланы:
– Яһалмаларын!
– Аңлайбыҙ, аңлайбыҙ, – Михеич уның хәленә инде, ә Лида Николайҙы фатирға һөйрәкләне: “Коля... Колечка...”
Ишекте япҡас та бөйөрҙәренә таянды:
– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Ни өсөн уны сығарып ташланың?
– Нимә? Кейәүҙеме ни? Шул кәрәк уға!
– Ах, Отелло, – Лида һамаҡлап иланы, – ах, миңрәү... Ул минең кейәүемме?.. Лаураныҡы баһа ла!
– Ә ниңә ул һиңә тағыла?
– Бутаны! Мине Лаура менән бутаны!.. Ой, хәҙер мин ни эшләйем инде? – Лида һамаҡланы ла һамаҡланы. – Хәҙер мин Лаураға ни тип әйтәм инде? Кейәүҙәр, иҫәр, урамда тәгәрәп ятмай... Лаура беҙгә әллә күпме изгелек эшләне, ул барыһын да булдыра.
– Барыһын дамы?
– Барыһын да. Косметика, итектәр... Миндәге муйынсаҡты күрәһеңме? Ул! Ә парик?.. Ул хатта машина ла таба ала.
– Булмаҫ... – Коля һағайҙы. – Ул ошо эш менән шөғөлләнәме әллә?
– Был уның хоббийы. Ул әле уҡый. Коля ышанманы:
– Сихырсығамы?
– Урмансыға.
Сидоров көлөргә тотондо.
– Көлөрлөк бер нәмәһен дә күрмәйем. Уларҙы бер айҙан эшкә тәғәйенләйҙәр. Урмандар буйлап.
– Ә-ә... Ул, әлбиттә, урманға барырға теләмәй?
– Ул кейәүгә сығырға теләй. Теләһә кемгә. Хатта пеләш шайтанға ла.
Коля уйҙары менән үҙенең елкә төбөнә ҡундырҙы:
– Ниңә шунда уҡ әйтмәнең?..
Шул мәлдә ишектә йәнә ҡыңғырау зыңланы. Коля ишеккә ташланды – тупһала Лаура Цаликова ҡояштай балҡый ине.
– Салют! – тине кәләш, ул үҙе менән бүлмәгә ниндәйҙер дефицит еҫтәр алып инде. – Игнатий бындамы?
– Беләһеңме, Лаура, – Коля үҙен ҡорбан итте, – һеҙ мине ғәфү итергә тейешһегеҙ. Мин Игнатийҙың кем икәнен белмәнем. Ҡыҫҡаһы, ул беҙҙе ташлап китергә мәжбүр булды.
– Нисек ташлап китергә?
– Нисек тип ни? Һәйбәтләп. Ишек аша...
Лаура ыңғырашып ултырғысҡа сүкте.
– Мин үҙемдең төҙәтеп булмаҫлыҡ хата эшләүемде аңлайым. Миңә Лида барыһын да һөйләне, тик һуңынан... Һеҙгә кейәү кәрәк. Мин үҙ ғәйебемде юйырға әҙермен...
– Нисек?
– Мин үҙемдең кандидатурамды тәҡдим итәм.
– Нимә-нимә? – Лида ҡабатлап һораны.
– Мин үҙемде кейәүлеккә тәҡдим итәм, – тип ныҡышмалы ҡабатланы Коля ҡатынының күҙҙәре менән осрашмаҫҡа тырышып.
– Ҡыҙыҡ... Ә һин быны нисек күҙ алдына килтерәһең?
– Э-э... берләштереү тәҡдим итәм! Хәҙер барыһын да берләштерәләр. Эште ситтән тороп уҡыу менән, уҡыуҙы йәмәғәт эше менән. Ҡайһы берәүҙәр хатта өс урында эшләй. Эш хаҡы бара...
– Һин ни һөйләйһең? – Лида ирен тупаҫ бүлдерҙе. – Ғаилә тормошонда, беләһеңме, һинең был берләштереүең нисек тип атала?
– Юҡ, ә нимә, Лида, – көтмәгәндә Лаура йәнләнде, – әгәр яһалма никах?
– Яһалма никах? – мыҫҡылланған Лида ҡысҡырҙы. – Ул һиңә яһалма өйләнә алһын, ә мин уның менән ысынлап айырыла алһын өсөнмө?
– Булһа һуң? – Лаура үҙ һүҙенән ҡайтманы. – Мин бөтөнләйгә тимәйем бит, мин уны кире ҡайтарам... Расписка менән...
– Ә туй буламы һуң? – тип көтмәгәндә ҡыҙыҡһынды Коля, ҡабымлыҡлы ҙур өҫтәлде күҙ алдына килтереп.
– Әлбиттә, – Лаура тамам йәнләнде, – никах яһалма булһа, туйы ысын булырға тейеш.
Лида сығырынан сыҡты. Ул Лаураның тунынан эләктереп алды ла ишеккә һөйрәне:
– Эҙең булмаһын!..
Гәзиттәр тотоп өҫкә менеп барған Михеич ғәжәпләнеүҙән ауыҙын асты:
– Хәҙер һөйәркәләрҙе сығарып ырғыталар... Ҡара һин уны, ни эшләйҙәр.
Ф. Мырҙаҡаев тәржемәһе.