+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Август 2021, 12:06

ӨЙЛӘНЕРГӘ ЙӨРӨГӘНДӘ Хикәйә Икенсе өлөшө (аҙағы)

Фәнзил юғалып ҡала буламы һуң инде? Фәйрүзәне уның “етеле”һенә ултыртып алды ла шыйлатып өйҙәренә алып ҡайтып китте. Үҙ ғүмерендә йыуылмаған, тутығып бөткән “етеле” Фәнзилдәрҙең шау сәскәгә күмелеп ултырған йәшел ҡоймалы ихаталарын, зәңгәр түбәле йорттарын мәсхәрә иткән һымаҡ тойолдо. “Жигули” эсенән туҙып бөткән джинсы кейгән, яланаяҡ Фәйрүзә килеп төштө һәм был йорттоң матурлығын күреп таң ҡалды.

ӨЙЛӘНЕРГӘ ЙӨРӨГӘНДӘ Хикәйә Икенсе өлөшө (аҙағы)
ӨЙЛӘНЕРГӘ ЙӨРӨГӘНДӘ Хикәйә Икенсе өлөшө (аҙағы)

– Ҡаршы алығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Фәнзил.

– Кемде ҡаршыларға? – Әсәһе шунда өтәләнеп йөрөй.

– Ә был кем? – тип һораны ул.

– Әсәй, бына һиңә килеп алып ҡайттым.

– Эй Хоҙайым, йүнлерәк кейемлене таба алманыңмы ни?

– Йыуып-ямаштырып бирербеҙ, әсәй, – тине Фәнзил.

Ә Фәйрүзәһе өндәшмәй, оялсан ғына баҫып торған була.

Фәнзил ҡыҙҙы “Жигули”ҙан күтәреп алды, ап-аҡ йомшаҡ мендәргә баҫтырҙы. Мендәр өҫтөндә ҡыҙҙың аяҡ эҙҙәре ҡалды.

Фәнзил бармағы менән үлсәп ҡараны ла:

– 37-се размер, беҙ алған батинкалар таман була!

Ҡыҙҙы алып кереп киттеләр ҙә, бер сәғәт тә үтмәне, ул тажды башына һалып, туй күлдәген кейеп, ап-аҡ туфли менән сығып та баҫты.

Был хаҡта бөтә ауыл белә хәҙер. Ауылдаштар йыйылып китте. Бер заман машинала Гөлфирәнең үтеп киткәнен күреп ҡалғандар, уныһы йоҙроҡ күрһәтеп, ҡысҡырынып үтте, тинеләр.

Фәнзил ағай-энеләре менән кәңәш ашы ойоштороп алды. Кемуҙарҙан Фәнзилде ҡотлайҙар, килен менән танышалар.

Һуңғы һүҙҙе Фәнзилдең әсәһе әйтте:

– Хәҙер йәштәр загсҡа яңынан ғариза яҙа. Туй тантанаһы беҙ билдәләгән көндә үтә.

Ә кисен Фәнзил беренсе тапҡыр кәләшен ҡултыҡлап клубҡа концертҡа сыҡты. Йәйге көн булғас, халыҡ һуң йыйыла, төн уртаһы етә яҙҙы, концерт һаман башланмаған. Шул тирәлә йөрөгән арала Фәнзилдең күҙенә Гөлфирә салынғандай тойолдо. Бер үҙе түгел, ике ағаһын, бер ҡустыһын эйәртеп алған.

Бына Гөлфирә Фәнзил менән Фәйрүзәнең алдына килеп баҫты ла:

– Фәнзил, мине кире уйланым, мин һиңә кейәүгә сығырға булдым. Миңә артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй, тик һинең менән булырға теләйем, – тип иламһырап өндәште. Ағалары менән ҡустыһы ла:

– Эйе, дөрөҫ, Гөлфирә кисә саҡ ҡына ҡабаланған, хәҙер ул кире уйланы. Уның кейәүҙән кейәүгә йөрөүен әсәй менән атай ҙа хупламай, – тип әйттеләр.

Гөлфирәнең ағаһы Фәнзилде ситкәрәк саҡырҙы, йәнәһе, уңмаған кейәүҙең үҙенә генә әйтә торған сере бар.

Шунда уҡ Гөлфирә, эргәһенә килеп, Фәйрүзәне ҡултыҡлап алды.

– Мин һеҙгә бәхет теләйем, – тине ул Фәйрүзәнең ҡолағына ғына. – Ләкин мин һине киҫәтеп ҡуйырға тейешмен. Был егет эсә, ҡайтҡан һайын айнымай, иҫереп алһа, нимә эшләгәнен дә белмәй. Бына, мәҫәлән, мине туҡмап, күҙемде күгәртеп бөттө. Шунан һуң, ул һиңә туҡтауһыҙ хыянат итәсәк, етмәһә, Себерҙә уның тағы бер ғаиләһе бар. Былар барыһы ла пүстәк, ләкин уның тағы бер ҙур етешһеҙлеге бар: төндә, беләһеңме, ул үҙен нисек тота? Ҡыҫҡаһы, ҡот осҡос һәм кошмар. Мин һиңә был хаҡта әйтмәһәм дә була, тик һуңынан үпкәләп йөрөрһөң тип кенә әйтәм. Беләһеңме, ул түшәктә нимә эшләй?

– Белмәйем, мин уның менән йоҡлағаным юҡ, – ти Фәйрүзә.

– Әйтмәм, тигәйнем, әйтәм инде. Ул төндә һинең ҡосағыңда хырылдай.

– Ныҡ хырылдаймы?

– Шул тиклем хырылдай, өй һелкенеп тора, ә күрше-тирәләр йоҡлай алмай.

– Ярай, улайһа, мин дә әйтәм, – тине Фәйрүзә. – Мин бәләкәй саҡта бронхит менән сирләгәйнем, әгәр кәрәк булһа, унан да нығыраҡ хырылдап күрһәтә алам.

– Тимәк, һин уны миңә кире ҡайтармаясаҡһың?

– Юҡ, әлбиттә, был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, – тине Фәйрүзә.

Ә ҡараңғы мөйөштә Фәнзил менән Гөлфирәнең ағаһы Вәли мөнәсәбәт асыҡлай.  

– Беҙ туйға әҙерләнеп бөткәйнек, – тине Вәли. – Беҙҙең расхутты кем ҡаплаясаҡ?

– Улайға китһә, мин дә бик ҙур зыян күрер инем, – тине Фәнзил. – Гөлфирә үҙе кейәүгә сығыуҙан баш тартып, смска ебәрҙе. Шулай булғас, беҙҙең ғәйеп юҡ, тип әйтерлек.

– Ә беҙҙең ғаилә һинең, беҙҙең һеңлекәште ҡалдырып, икенсе кәләшкә ымһыныуыңды хупламай.

– Быныһы мине әҙ ҡыҙыҡһындыра, – тине Фәнзил. – Иртәгә беҙ Фәйрүзәнең ауылына танышырға барабыҙ.

Ә икенсе көнөнә Фәйрүзә кейәүен таныштырырға ауылына алып ҡайтып китте.

Ваҡыты еткәс, шундай күңелле туй булды, хатта бер иҫереп йөрөгән кеше күренмәне, бөтә ауыл менән күңелле итеп, йырлашып-бейешеп, туй үткәрҙеләр.

Хәҙер берәү ҙә Фәнзилдән, ҡасан өйләнәһең, туйыңа саҡыраһыңмы, тип һорамай. хәҙер ауылдаштар осраған һайын, бәпес туйына ла саҡырырға онотма инде, тиҙәр. Ә мин әлеге мәрәкәле хикәйәне компьютерға тыңҡыслап тултырҙым да ҡайһылай күңелле булған, һәр ауылда, хатта тормошта ла шулай булһа ине, тип уйлап ҡуйҙым.

Автор:Ф. ИЛЬЯСОВА.
Читайте нас: