+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Август 2021, 16:19

ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Беренсе өлөшө

Табип ҡатын Фәниләгә бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ҡағыҙын ғына кире тотторҙо. Хәйер, уның ниндәй әйтер һүҙе булһын, ҡараны, һығымта яһаны, иғлан итте. Фәнилә бер яҡшылыҡ та көтмәне. Ә ниңә яҡшылыҡ көтмәй? Юҡ, киреһенсә, бик тә һәйбәт буласаҡ! Бәләкәйенә оҙаҡламай – өс йәш, беренсеһенә биш йәш туласаҡ. Ҡатындың ирен ғәйепле итеп иғлан иткеһе килде. Ул ятты бит һырпаланып, йөҙ процент гарантия, борсолма, тип алдаштырҙы. Бына һиңә мә – гарантия, өсөнсөһө моронланы.

ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Беренсе өлөшө
ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Беренсе өлөшө

Тапһа, табып та ҡуйыр ине. Бер аҙна элек булһа, икеләнмәҫ ине. Ә бер аҙна элек нимә булды һуң? Нимә булһын? Һеңлеһе килде, Әнүзә. “Марс еҙнәйҙе күрҙем, бик бәхетле йөрөп ята ине”,  – тине аҫтыртын мәкер менән, Фәниләнең үҙәгенә үтерлек итеп һөйләне. Яңы йылға тиклем бер нисә аҙна ҡалғас, халыҡ, ҡоторған һымаҡ, сауҙа нөктәләрен ҡамап ала башлай.  Марстың хәҙер аҡсаһы күп, шуны туҙҙырырға ашыҡҡандыр инде. Һөйәркәһе менән сауҙа үҙәктәренең береһенә барып сыҡҡан. Уныһы – модель һынлы, һап-һары сәсле, ҡыҫыҡ күҙле бер ҡыҙ икән. Марс, әлбиттә, Әнүзәне күргән, оятһыҙ рәүештә күҙ ҡыҫҡан, һуҡ бармағы менән ирендәрен ҡыҫып күрһәткән.

Әнүзә өндәшмәй ҡаламы һуң инде?

– Еҙнә, бик бәхетле күренәһең, – тип өндәшеп өлгөргән.

            Тегеһе, боролоп та ҡарамай, йоҙороҡ күрһәткән һәм ары атлаған. Хәҙер шуны килеп, кинәнә-кинәнә апаһына һөйләп китте. Кем белә, бәлки, дөрөҫөн һөйләп, дөрөҫ эшләгәндер. Ләкин ике бала менән өйҙә ултырған Фәниләгә был хәбәр һис тә кинәнес килтермәй. Башҡа кешенән ишетһә, бәлки, ғәйбәт, тип ҡул һелтәп кенә ҡуйыр ине. Бер туған һылыуы килтерҙе. Теге моделде хатта белгән һымаҡ була. Нисә ҡарама, кемгәлер аҫылынып, милли кисәләрҙә күренә торғайны, ти. Тимәк, беҙҙең халыҡтан. Фәнилә ҡағыҙҙы ҡарарға ашыҡманы. Унда нимә яҙылғанын белә, белмәһә лә, һиҙә. Һуңға ҡалғанын да аңлай. Үҙенсә эстән генә фараз ҡылырға тырыша. Күп булһа, ете-һигеҙ аҙна, кәм булһа, дүрт-биш. Эш аҙнала ғына булһа икән. Ике бала менән ҡурҡмайынса өсөнсөһөн тәүәккәлләргә мөмкин, ләкин бындай шарттарҙа түгел инде.

            Фәнилә кемде ғәйепле итергә белмәй аптырана. Нимә генә уйлаһа ла, һеңлеһенең мәкерле, хатта шат тип әйтерлек, йөҙө килә лә сыға. Күрмәй ҡалһа, күрмәмеш булһа, ни булған? Ниңә уйламай икән, апайымдың ғаиләһе тарҡала, тип? Ярай, айырылышып та ҡуйҙылар, ти. Уныһы еңел генә булмаҫ. Айырылышыу булғас, бүлешеү ҙә бар бит әле. Ҡала эргәһендә – ике ҡатлы йорт, Үҙәк майҙанда – фатир. Әлбиттә, хәҙер бүлешергә тура киләсәк.

Кис ҡайтыуға, ире – өйҙә һәм, ниндәйҙер көй көйләп, аш бүлмәһендә сәй ҡуйып тора ине.

– Хәйерле кис! – тине ҡатыны. – Беҙ һине кисә көткәйнек.

            Марс һиҫкәнде, ләкин бер нимә лә һиҙҙермәҫкә тырышты.

– Әллә берәр хәбәр ишеттеңме? – тине ул. Ә күҙҙәре тап Әнүзәнеке һымаҡ мәкерле яна.

– Үҙең нисек уйлайһың? – тине Фәнилә, йәнәһе, һыр бирмәй инде.

– Ну, балдыҙ, тишек ауыҙ! Шул хәбәрҙе лә һаҡлай алмағас... Һин ышандың инде?

– Юҡ, ышанманым, – тине Фәнилә, иренең күҙҙәренә ҡарап. – Һинең тоғролоғоң миндә шик уятмай. Мин һине һәр ваҡыт һаҡлап-яҡлап килдем.

– Мәскәүҙән бер ҡатын килеп төштө, – тип аҡлана башланы Марс, – шуны оҙатып йөрөргә ҡуштылар. Беҙҙең проекттың яҙмышы уның ҡулында. Әгәр шуны уңышлы ғына үткәреп ебәрһәк, бер нисә йөҙ миллион беҙҙеке буласаҡ.

– Һинең өлөшөң күпме инде?

– Ун процент – минеке, плюс – бонустар, – тип һанап китте ире. – Һәр хәлдә, беҙгә ике өс йыл буйы тыныс ҡына көн итергә мөмкинлек бирәсәк.

– Ә миңә күпме түләргә уйлайһың? – тине Фәнилә һалҡын ғына.

            Марс яуап биреп өлгөрмәне, телефоны шылтыраны.

– Тыңлайым, Сергей Арсентьевич! Һеҙҙең задание теүәл һәм еренә еткереп үтәлде! Мәскәүҙән килгән ханым беҙҙең йомартлыҡтың һәм ҡунаҡсыллыҡтың сикһеҙ икәнлегенә төшөндө. Артабан хеҙмәттәшлек өсөн ныҡлы нигеҙ бар, – тип һөйләнә-һөйләнә ул төпкө бүлмәгә үтте.

            Фәнилә, өҫтөн сисеп, элгәндән һуң үтеп барған саҡта ғына, ябылып етмәгән ишек аша иренең: “Һөйләштек бит, өйгә шылтыратышмайбыҙ! Минең “прокурор” әле генә етди дәғүәләр белдерҙе. Шунан ҡасан ҡотололам инде, һинең ҡосағыңда тәнем һәм йәнем менән ял итәм”, – тип мөңгөрләгәне ап-асыҡ ишетелде.

            Фәнилә иренең ваҡыт-ваҡыт юғалыуын, аҡса менән мул эш итеүен электән һиҙә, ләкин яуабын бик белмәй ине. Ҡыҙыҡ, ошондай буш, мәғәнәһеҙ, алдаҡсы кешегә лә аҡсаларын ышанып тапшырырҙар икән. Иҫереп ҡайтып ҡолаған саҡтарында үҙенең эштәге оҫталығын һәм ғаиләлә тоғролоғон раҫлар өсөн нимәләр генә һөйләмәне. Түҙмәне Фәнилә, кәрәкһә, кәрәгер, кәрәкмәһә, үҙенә тыңлатырмын, тип сама белмәй һөйләгәндәрен диктофонға ла яҙҙырып алғайны. Нимәгә кәрәкһен инде, ана һаман яталар. Әгәр иренең һүҙенә ышанһа, ҡаҙна аҡсаһын бер ниндәй ауырлыҡһыҙ тик бүлешеү менән генә шөғөлләнәләр икән. Ул тиклем урлаған ваҡытта ҡайҙан төҙөк юлдар булһын да, кешеләр уңайлы йәшәһен инде. Үҙҙәрен әйләнгән һайын тотоп та, ултыртып та, хөкөм итеп тә торалар бит әле.

            Тегендә – 20 миллион, бында – 25 миллион... Ул тиклем аҡса ҡайҙан килә икән һуң? Үҙҙәре еңел генә итеп ултыралар, анһат ҡына итеп килеп тә сығалар. Әйтерһең, икмәк магазинынан булка урлап тотолғандар. Ҡаҙна аҡсаһын шулай урлап торалар икән. Уны тәғәйен эшкә ҡайҙан еткерәһең?

            Фәнилә уйлай. Ире шундай кешеләрҙең төркөмөнә инеп китте, ышаныс яуланы, хәҙер эшмәкәрлегенең емештәрен йыя, тип аңларға кәрәк. Ә Әнүзәһенең – үҙ маҡсаты. Еҙнәһенән мутлашыуҙарҙа үҙен дә ҡатнаштырыуын теләй. Теләй генә түгел, талап итә. Ҡурҡыта һәм өлөшкә индереүҙәрен көҫәй.

            Еҙнәһе балдыҙынан тағы ла баш тартҡан, тип аңларға кәрәк. Юғиһә, ярһып килеп, уның өҫтөнән апаһына һөйләп йөрөмәҫ ине. Ошондай ҙа хәл иткес мәлдә бит әле! “Арыным, кәпикәгә йөрөйөм, илле мең һумға йәшәп буламы инде? Еҙнәмдең бер һүҙе етә. Апай, әйт әле үҙенә, министрға бер генә өндәшһен. Бәләм бит, күреп торам, бергә бүлешәләр. Ултырғанда ла, бергә ултырасаҡтар. Бөгөн әллә кем булып йөрөйҙәр, эләкһәләр, барыһын да сисендерәсәктәр, яҡындары ҡасып бөтәсәк, Ә мин ҡаласаҡмын, еҙнәмде яҡлаясаҡмын”, – ти ул, килгән һайын.

            Фәнилә өндәшмәй. Күңеле менән һиҙә, Әнүзә дөрөҫ һупалай. Марстың ҡотороуҙары тап шулай бөтәсәк тә. Ә инде ултырған сағында хәл белеүгә килгәндә, Әнүзә башҡаларҙан алдараҡ һәм алыҫыраҡ ҡасмағайы. Улмы һуң инде, ярҙам итеп, яҡындарын хәстәрләп йөрөйһө кеше?

            Фәнилә лә шулай фаразлай. Достоевский урамындағы мөйөштәге йортҡа, тейәнеп, үҙенә йөрөргә тура килмәгәйе. Улы менән ҡыҙын ҡалдырырға кеше таба алмай йөрөмәһә, ярар ине. Ә өсөнсөһөн ни эшләтергә? Бына инде, ваҡ-төйәк мәшәҡәткә күмелеп йөрөп, үҙен тағы онотҡан. Марс ишетһә, нимә тип әйтер икән? Ул, әлбиттә, ҡаршы төшмәҫ. Ниңә кире уйлап торһон, уға табырға, уға тәрбиләргә түгел бит. Балаларҙы алып, ҡала эргәһендә бер уңайлы, бәләкәй генә йортта йәшәйһе ине. Саф һауа, ҡояшлы көн, матур-матур ҡар өйөмдәре. Ҡалала фатирың, эргәһендә бейек йортоң булыуҙан, ни фәтеүә, әгәр донъяң түңәрәк, күңелең тыныс булмаһа.

            Әллә кем булып, Марс йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡты. Үҙе еңеүле һәм маһайыулы ҡарашын ҡатынына һирпеп ала. Йәнәһе, күрҙеңме, беҙ нисек һөйләшәбеҙ уның менән.

            Фәниләнең бер һүҙ менән уны тағы ла фашлауын, ләпелдәүенең бер генә һүҙен әйтеп, юҡҡа сығарғыһы килә, ләкин өндәшмәй. Ул – түҙемле ҡатын. Ә түҙемлеләр өндәшмәй генә, көс һалмай ғына еңергә тейеш. Бына, кем менән һөйләшеүен үҙенә әйт, ире, күҙ ҙә йоммайынса, һинең ҡолағыңа ишетелгән, һиңә табипҡа барырға кәрәк, тип көләсәк, ошо хаҡта ваҡыт-ваҡыт иҫкә төшөрәсәк.

            Ә Фәнилә табипҡа барып килде бит. Ана, сумкаһында һығымтаһы ла ята. Ас та, ҡара, иреңде ҡыуандыр, үҙең тынысланырһың.

            Фәнилә, ниндәйҙер мөғжизә көткән һымаҡ, ҡағыҙҙы ҡулына алды. Нимә яҙылғанын ҡарарға ашыҡманы, хатта күҙлеген дә кеймәне. Әйтерһең, аҡ ҡағыҙға ул көтмәгән, ул ышанырға теләмәгән нимәлер яҙылған һымаҡ.

– Был фатирҙа, ниһайәт, миңә сәй эсереүсе буласаҡмы, юҡмы? – тип һөрәнләне Марс, аш бүлмәһенә килеп инер-инмәҫ.

– Рәхим ит! – тине ҡатыны, – бына бөтәһе лә әҙер.

– Рәхмәт яуғыры! Ниһайәт, үҙ фатирымда сәй эсеп ултырам! – тип ҙур ҡалағы менән балды умырып ҡапты. – Фәнилә, һин яһаған сәйҙе яратам! Эй, сәйҙе оҫта ҡояһың! Мин әйтеп ҡарайым, эштә мәҫәлән, һинең һымаҡ сәй әҙерләгән кеше юҡ. Мин тегеләргә әйтәм, сәй ҡойорға еңгәгеҙҙән өйрәнегеҙ, тим. Шылтыратығыҙ, һорағыҙ, серен белегеҙ, тинем.

            Шунан ҡатынына боролдо. Үҙенсә яуап көтә инде.

– Миңә шылтыратҡандары юҡ, – тине Фәнилә тыныс ҡына.

– Шылтыратмаһалар ҙа, ғәжәпләнмәйем, – тип аҡыл һатты һаман да ире. – Сөнки һинән ҡурҡалар.

– Ә ниңә, мин шулай ҡурҡырлыҡмы ни? – тип аптыранды Фәнилә.

– Юҡ, әлбиттә, һинән ниңә ҡурҡырға? Ә бына беҙҙең генеральныйҙың ҡатыны, килеп, ҡайһы ваҡыт тәртип урынлаштырып китә. Шеф үҙе артыҡы ишектән сығып ҡаса. Бер тапҡыр икәүләп кенә һөйләшеп ултырабыҙ, секретаршаһы килеп инде, Элла инде, Элла: “Ҡатынығыҙ проходнойҙан үтеп киткән, туҡтата алмағандар”, – тип әйтеүе булды, артҡы ишектән йүгереп, йөк ташый торған лифтҡа ултырып, сығып ҡасмаһынмы!

– Һине эҙләп барғанда, йөк лифты аша менергәме? – тип көлдө Фәнилә.

– Юҡ инде, һин дә һөйләрһең! – тине ире. Һинме һуң инде, улайтып йөрөй торған ҡатын? Әнүзә килгән икән.

– Килде шул, – тине Фәнилә.

– Нимә кәрәк уға? Һаман эшкә һораймы?

– Ваҡ-төйәк йомошо бар, – тине Фәнилә. Эш һорауы хаҡында был юлы ла өндәшмәне.

– Мәскәүҙән килгән ханымды оҙатып йөрөгәнемде күрмәһә, килмәҫ тә ине, буғай. Килгән, һөйләгән, кинәнгән инде. Ә был ниндәй ҡағыҙ?

            Марс ҡалтыранған ҡулдарын ҡағыҙға һондо:

– Миңә уҡырға яраймы?

– Уҡы, һиңә тип һалғайным мин уны.

            Ире тәүҙә ҡағыҙҙы әйләндереп-әйләндереп ҡараны, уҡып сыҡты, шунан, үрелеп, күҙлеген алып кейҙе, тағы ла уҡыны.

– Һигеҙ аҙна тигәндәрме? Ике ай буйына ни эшләп йөрөнөң һин? Эшемде ҡылғанһың икән!

– Эшемде ҡырғанһың икән, тип миңә әйтәһеңме?

– Әлбиттә! – тине ире, күҙен дә йоммай.

– Ә ҡайҙа һинең йөҙ процент гарантияң?

            Марс оҙаҡ та уйлап торманы, тештәрен шығырҙата-шығырҙата:

– Эх, һин, ҡатыным минең! Кеше иргә ышанамы ни? Ул үҙенең бурысын үтәне, төшөп ҡоланы ла, йоҡлап та китте һәм нимә ҡылғанын да онотто. Ә һин гарантия көтәһең. Юҡ, көтмәйһең, талап итәһең! Бына бер ҡатлы ышаныуҙың һөҙөмтәһе.

– Бының менән нимә әйтергә теләйһең? – тине ҡатыны.

– Әйтмәйем, ишаралайым ғына.

– Нимәне?

– Нимәне булһын, бараһың, төшөртәһең. Икәү беҙгә еткән, баштан ашҡан.

– Ә бармаһам, ҡотолмаһам, нимә була?

– Бер нимә лә булмауы бик ихтимал. Телевизор ҡарайһың, интернеттан сыҡҡаның юҡ. Әллә донъяның ҡатмарланыуын һиҙмәйһеңме? Ана, полицайҙарҙың өсөнсө төркөмөн төрмәгә тыҡтылар. Прокурорҙарҙан – ике төркөм таш диуарҙар артында ыҙа сигә. Әллә мине мәңгелек, буйҙары етмәҫлек, тип иҫәпләйһеңме? Мин өйҙә ятмайым. Һеҙҙе уйлап, һеҙҙең муллыҡты хәстәрләп, бысаҡ йөҙөнән йөрөйөм. Белеп булмай, әллә ауырлы килеш төрмәгә аҙыҡ-түлек ташырға уйлайһыңмы? Әйттем-бөттө! Бараһың, ҡотолаһың!

            Ирҙең ҡәтғи бойрорғо Фәниләнең мейеһенә һеңгәҙәтә һуҡҡан һымаҡ тойолдо.

            Әлбиттә, барыу, төшөртөү хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Тик ире һөйләнә икән, тимәк, етди сәбәптәр бар. Фәнилә ике юл сатында тора. Ире өсөн көрәшергәме, әллә әле тыумаған балаһын ҡотҡарырғамы?

– Ишеттеңме!? – тип ҡысҡырып ебәрҙе ире. – Нимә шымып ултыраһың тағы?

            Фәнилә һиҫкәнде, ләкин бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: