+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Август 2021, 18:25

ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Икенсе өлөшө

Фәнилә өндәшмәне. Хатта иренең нимәләр тип һөрәнләгәнен дә тыңламаны, илтифат та бирмәне, көлөмһөрәп кенә ултырҙы. – Иртәгә сәғәт унға машина килер, бер нимәгә ҡарап тормай, сығып ултыраһың да, эшеңде бөтөрөп киләһең, – тине ире, бер аҙ тынысланғандан һуң.

ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Икенсе өлөшө
ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Икенсе өлөшө

Иртәгә машина буласаҡ? Бигерәк тә һәйбәт! Ашығыс ҡына барып киләһе ере лә бар. Шунда һуғылып сығыр. Әхирәте менән ярты йылға яҡын күрешкәндәре юҡ. Һуң булыуға ҡарамаҫтан, иң тәүҙә уға шылтыратты. Байтаҡ көтөргә тура килде. 10-15 минут үткәс, тағы бер шылтыратты. Шунан һуң ғына яуап бирҙеләр.

– Тыңлайым һеҙҙе, – тине Әлиә ҡоро ғына.

– Был – Фәниә – әхирәтең борсой, – тине ҡатын.

            Теге башта байтаҡ ҡына тын торҙолар.

– Һаумы, Фәнилә! Һинең тауышыңды ишетеүгә шатмын! Һин оҙаҡлауыма иғтибар итмә, минекен ултыртҡандары бирле, ошо ярты йылда иң тәүге булып һин шылтыратаһың. Тик шуны бел, беҙҙең телефон “тишек”. Ни өсөн икәнлеген беләһеңдер. Эйе, оҙаҡ алмауыма ғәжәпләнмә. Телефондың беҙҙең өсөн хәҙер кәрәге бөттө. Хатта һинең тауышыңды ла саҡ таныным. Әйткәндәй, әгәр йомошоң булһа, бер файҙаһы ла юҡ.

– Бер йомошом да юҡ, – тип аҡлана башланы Фәнилә. – Эйе, шылтырата алманым, ғәфү ит! Иртәгә килеп, һинең хәлеңде белһәм, мөмкинме?

            Теге башта тын ҡалдылар. Тынлыҡ бик оҙаҡҡа һуҙылды.

– Ҡурҡмайһыңмы?

– Ә кемдән ҡурҡырға?

– Мәҫәлән, иреңдән, уның таныштарынан. Элек беҙҙең йортобоҙҙа тәүлектәр буйы ҡунаҡ булып, беҙҙе маҡтап йырҙар йырлап, беҙҙең ярҙамыбыҙҙы мул татыған “дуҫ”тарыбыҙҙан. Әлбиттә, тырнаҡтар эсендәге дуҫтарыбыҙҙан. Хәҙер беҙгә берәү ҙә килмәй ҙә, шылтыратмай ҙа.

– Һин мине тырнаҡтар эсенә ҡуйырға ашыҡма, – тине Фәнилә. – Мин килә алманым, эйе, килә алманым, сәбәбен аңлатырмын. Иртәгә сәғәт ундарға киләм.

– Килә алһаң, кил, – тине Әлиә илтифатһыҙ ғына. – Шуны бел, килеп етә алмаһаң да, ғәжәпләнмәйәсәкмен. Һәр хәлдә, көтөп ҡарармын.

            Әллә ниндәй төштәр күреп йоҡланы Фәнилә. Сабыйҙары менән иркен, сәскәле яланда еләк йыялар, имеш. Еләктәре эре, мул, тик, күпме йыйһалар ҙа, күнәктәре бушап тик тора.

            Ире лә таң менән эшкә китте. Уныһы ла хәҙер бик борсолоп йүгергеләй. Күренеп тора, ҡурҡа һәм нимәлер көтә.

            Фәнилә, аш бүлмәһенә сығып, бар ризығын өҫтәлгә ултыртты. Ире һоғаланып бер-ике ҡапты ла, сәйгә йәбеште.

– Ниңә ашамайһың? – тип борсолоуын белдерҙе Фәнилә.

– Ашаным, еткән. Әгәр тотоп япһалар, ашатмаҫтар, тип ҡурҡаһыңмы?

            Был һүҙҙәр Фәниләне һиҫкәндерҙе һәм шунда уҡ Әлиәнең бәлә-ҡаза һәм ҡайғы һарҡып торған һүҙҙәре иҫкә төштө: “Хәҙер беҙгә берәү ҙә килмәй ҙә, шылтыратмай ҙа”.

– Машинаң ҡасан килә?

– Ул мине аҫта көтә. Ә һинең арттан ундарға килер.

– Ә һин ниңә ул хәтле борсолаһың? Эштәрең шулай насармы ни?

– Ә ни өсөн минең эштәр насар булырға тейеш? – тине ире, күтәреп, һут эскән ыңғайы. – Икенсенән, ни эшләп минең эштәрем, был – беҙҙең эштәребеҙ. Фатир, йорт – был байлыҡ ҡайҙан килгән, тиһең?

            Фәниләнең аяҡ быуындары йомшарҙы, хәле бөттө:

– Һин ниңә мине ҡурҡытаһың?

– Ҡурҡытмайым, хатта уйламайым да, һине киҫәтеп кенә ҡуям. Әҙер бул, хәҙер миндә лә, һиндә лә бала ҡайғыһы юҡ.

            Ишекте шапылдатып ябып, сығып китте.

            Унда бала ҡайғыһы юҡ.

            Кисә, табипҡа керер  алдынан, эргәһендә генә һөйләшеп ултырған ике ҡатынды хәтеренә төшөрҙө:

– Мөтиғуллиндарҙың өйөнән алтын унитаздар сығарғандар, ти. Петровскийҙар менән бер иштән ултырҡандар. Мәскәү эргәһендә алтын унитаздар эшләүсе предпритиены япҡандар.

– Ә һин үҙең күрҙеңме? – тип ҡыҙыҡһына эргәһендә ултырған ҡатын.

– Нисек күрмәйем? Күрҙем, әлбиттә. Ултырып ҡарағаным юҡ, унда мине барыбер керетмәҫтәр ине. Ә һүрәтен һалдылар. Бына, ҡара.

            Ҡатын телефонды ике бармағы менән тотоп, икенсеһе менән йәлпелдәтеп, һүрәттәрҙе килтереп сығарҙы.

– Был уларҙыҡы, тиһеңме?

– Һуң, сайтта шулай яҙылғайны. Ул – мебель! Ул – биҙәүҙәре! Ҡытай кәрәк беҙгә! Ҡытайҙағы һымаҡ, атырға кәрәк! Бер нисә мең кешене атмайынса тороп, тәртип булмаясаҡ.

– Һинекен дә, минекен дә тотоп атһалар?

– Һинекен белмәйем, минеке атырлыҡ бер нимә лә алманы.

– Испаниялағы йортоғоҙҙо әллә һаттығыҙмы?

– 210 квадрат метр?! Шул да булған байлыҡ! Беҙҙекеләр, ана, диңгеҙ буйҙарын һатып алып бөттө. Ә беҙҙең йорттан диңгеҙгә тиклем – 300 метр...

            Ҡалғанын ишетмәне Фәнилә, уны инергә саҡырҙылар.

            Сәғәт ундарҙа Фәнилә үрелеп ҡарағайны, иренең “Мерседес”ы ишек алдында ултыра. Сыҡты, иҫәнләште һәм Әлиәнең адресын әйтте.

– Ҡаланың теге башында... Шеф ярты сәғәткә генә ебәрҙе. Өлгөрөрбөҙме икән? – тип мышҡылданы водитель.

– Өлгөрмәһә, таксиға ултырам такси ҙа юҡ, тиһәң, автобусҡа күсерһең. Йәйәүләп булһа ла, барып етермен.

            Байтаҡ барырға тура килде, етмәһә, юлда автоинспекторҙар туҡтатты.

 

            Эшкә килеү менән, Марсты министрҙың урынбаҫары саҡыртып алды.

            Марс килеп инеү менән, урынбаҫар ҡатлап-ҡатлап һүгенергә һәм әрләргә тотондо:

– Һеҙ унда нимә ҡыйланаһығыҙ ул? Һеҙгә ышанып, эш тапшырған беҙ алйот!

– Нимә булды тағы?

– Сифатһыҙ эшегеҙ бөтә ҡалаға мәғлүм! Вице-премьер үҙе, ҡарап, төкөрөнөп ҡайтып киткән! Ә һин, йәнде көйҙөрөп, нимә булған, тип тораһың!

            Урынбаҫар Марстың алдына бер төргәк фотоһүрәттәр ырғытты.

– Ниңә миңә уны күрһәтәһегеҙ? Мин үҙем көн һайын шунда йөрөйөм.

– Ә ҡайҙа сифат?

– Һеҙ – талап иттегеҙ, беҙ – эшләнек. Беләм, технологияны боҙҙоҡ. Ә ниңә белмәмеш булып ултыраһығыҙ? Тышты биҙәү эштәре  7- 8 градуста туҡтатылырға тейеш. Ә беҙ уларҙы 2-3 грудуста башҡарҙыҡ һәм бына – һөҙөмтә.

– Кем ҡушты?

– Һеҙ ҡуштығыҙ!

– Ҡайҙа ҡағыҙың? Шаһиттарың бармы?..

 

            Фәнилә Әлиәнең йорто алдына килеп туҡтаны. Аҡрын ғына тороп, өйгә ҡарай атланы. Һаҡсылар юҡ икән. Элек тәүлек әйләнәһенә бер түгел, икәү ултыра торғайны. Ҡар көрәлмәгән, япраҡтар һеперелмәгән. Көньяҡта үҫә торған мәңге йәшел ағастар, ҡарлы боҙға күмелеп, ергә эйелгән. Фәнилә өйгә ингәс тә, иғтибар итте: бында һалҡынса. Подвалы менән 4-5 ҡатты йылытырға ла кәрәк шул. Газды ҡыҫҡандарҙыр.

            Ҡат-ҡат кейенгән, аяғына быймалар эләктергән Әлиә эргәләге бүлмәнән шым ғына килеп сыҡты. Бүлмәгә инделәр, ҡосаҡлаштылар һәм бер-береһен туҡтатмайынса бик оҙаҡ илаштылар. Был әрнеүле илашыуҙа бөтәһе лә бар ине: элекке рәхәт тормош, уны ҡапыл юғалтыу, был һынауҙарҙы әҙерлекһеҙ ҡаршы алыу, яҡындарын һағыныу һәм юҡһыныу...

            Әлиәнең ире – Дамир менән Фәнилә күптән таныш. Уларҙың туйында Фәнилә шаһит булараҡ ҡатнашты, уларҙың бәхетенә, мул тормошона ҡыуанып йәшәне. Әле йәй генә Марс менән ошонда ике көн ҡунаҡ булдылар. Хатта балаларына ла айырым бүлмәләр табылды. Фәнилә менән Әлиә, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, хужабикәнең зауығы өсөн ҡыуандылар. Һәр бүлмәлә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Әлиә үҙе шат, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, ниндәй шаршау элгәнен күрһәтә һәм һиҙҙермәй генә ҡунаҡтарының йөҙҙәренә ҡарай. Оҡшаталармы? Берәй етешһеҙлеген тапманылармы?

            Ҡасан ғына донъяның хужабикәһе булып йөрөгән, махсус макияжлы йөҙөнән бәхет һәм муллыҡ бөркөп торған Әлиә олоғара өйҙөң бер мөйөшөндә электр утына ғына йылынып ултыра.

– Үҙе нисек һуң? – тип һорай алды Фәнилә.

– Уға нимә булһын, адвокаты әйткән була ла ул, прокурор кеше үҙе йырып сығасаҡ, ти.

– Бәлки шулай булыр ҙа.

– Ҡайҙан булһын! Өйҙөң соҡолмаған ерен ҡалдырманылар! Ҡулаҡса менән генә ун миллионға яҡын! Ул тиклем аҡса беҙгә ҡайҙан килһен? Өйөмдә шул тиклем аҡса күмелгәнен белһәм, мин акциянан-акцияға, арзанлы тауар һағалап, йөрөр инемме? Ана, унитаздарын да бер дуҫы килтереп киткәйне бит. Уныһы нимәгә кәрәк булған?

– Шулай шул, уның ябайҙары ла бик матур! – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Фәнилә.

– Фәниләкәйем, һин үҙең күрҙең бит, кешенән йәшерерлек байлығыбыҙ бар инеме? Ул байлығы ла мине борсомай. Мәсхәрәһе! Мәсхәрәһе ни тора! Кеше араһына сығырға уңайһыҙ! Күҙ терәп торған дуҫтарыбыҙ. барыһы ла ташлап, ҡасып бөттө. Бер көн Фәрихкә шылтыратҡайным, бергә уҡынылар бит. Адвокат әйткәйне, аяғы өшөй икән. Ямалған булһа ла, яңы ойоғо ята ине. Беләһеңме, Фәрих нимә тине?

– Белмәйем, ярҙам иткәндер.

– Итә һиңә! “Беҙҙең изоляторҙарҙа һыуыҡ түгел”, – тип яуап бирҙе. Шунан бирле, шылтыратҡаным юҡ. Күңелем һиҙә, уға ла барып етәсәктәр! Адвокаты аша әйтеп ебәрҙем, Фәрих Латиповҡа ҡаршы берәй нәмәһе булһа, аяп тормаһын, тинем. Бер минеке генә интекмәһен әле!

            Фәнилә әхирәтенең ҡарғаныу ҡатыш һыҙланыуҙарын тыңлай һәм бүлмәләге йәшәү шарттарын барлай. Эргәләге мөйөштә – киң карауат. Ҡыҙҙары шунда йоҡлайҙыр. Өс бүлмәле уңайлы ғына фатирҙары бар ине, ниңә шунда ғына күсмәйҙәр икән?

– Ә ниңә ҡалаға теге фатирығыҙға күсмәйһегеҙ? – тип өндәшәһе итте Фәнилә.

            Әхирәте, аптыранып, тәүҙә Фәниләгә ҡараны. Хатта ауыҙын ҡыйшайтып ебәргәне тойолдо:

– Нимә, һин дә беҙҙе шунда күрергә теләйһеңме?

– Юҡ, юҡ! – тип аҡлана башланы Фәнилә. – Бында, әлбиттә, саф һауа. Йылытыуы ҡыйын түгелме?

– Беҙгә сауна, бассейн кәрәкмәй, Аллаға шөкөр, алтын өҫтөнән тапап та йөрөнөк. Күңелем һиҙә, минеке ғәйепһеҙ! Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң! Бына ҡайтыр, аҡланыр, Аллаһ бойорһа, кемдәр рәнйеткән, барыһын да ултыртып сыҡмаһамы!

            Һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә, әхирәттең күҙҙәренән уҫал осҡондар осоп, ваҡытһыҙ ағарған сәстәре һелкенеп ҡуйғандай булды. Хатта тештәре-тешкә бәрелде һәм ҡатын, уҫал йылмайып, башын күтәреп, Фәниләгә маһайыулы ҡараш ташланы.

– Һин дә беҙҙе хәйерселеккә дусар итергә теләмәйһеңдер? Әйткәндәй, һинеке нисек йөрөй әле, Марсты әйтәм?

– Йөрөй инде шунда.

– Беләм, ишеткеләнем. Һөйәркәләр – ҡала һайын. Фатир алып бирә лә, евро-биҙәктәр һала икән, тип ишетелгеләне.

– Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай инде, – тип кенә әйтте Фәнилә.

– Был осраҡта иләктең кәрәге лә юҡ. Иләк хәҙер, киреһенсә, барыһын шаштырып, ҡабартып ебәрә. Ана, беҙҙекен, ниндәйҙер ун миллион ғына таптылар, ә теге сайттар 40 миллионды дәүләткә ҡайтарып бирергә тура киләсәк, тип яҙалар. 40 миллион! Ҡайҙан килгән ул беҙгә ул тиклем аҡса? Һорашһалар, әйт, яҡлап, бирәр һүҙ әйт: “Булдым, ун миллион ғына алғандар, – тиген. – Ул да булған аҡса!” Әйттем мин уға, ипләп ҡыйлан, Төркиәлә, йә Австирияла өй ҡара, тинем, тыңламаны. Шунда ғына боҫоп ятып ҡала инек.   Һеҙҙең Вена эргәһендә нимәгеҙҙер бар шикелле?

            Был көтөлмәгән һорауҙан Фәниләнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, һауа етмәй башланы.

 

Дауамы бар.

 

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: