+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Август 2021, 12:16

Юлдар айырылғанда Хикәйә Өсөнсө өлөшө

– Эйе, – тине ул һуҙып һәм телдәр-теләмәҫ кенә. – Кешенән ҡалып булмай бит инде.             Нимә тип әйтһен инде Фәнилә? Күрмәнем, белмәйем, булғаным юҡ, тип әйтһенме?             Әлиә барыбер ышанмаясаҡ. Бына бит, ныҡлап тотондо: – Үҙең булдыңмы? Оҡшанымы? Нисә ҡатлы? – тип һорауҙарын яуҙыра башланы.

Юлдар айырылғанда Хикәйә Өсөнсө өлөшө
Юлдар айырылғанда Хикәйә Өсөнсө өлөшө

Фәнилә нимә әйтергә белмәй бәләкәй бүлмәне ҡарап сыҡты.

– Йәшәрлек, – тине Фәнилә.

– Ошо гел өндәшмәҫ булды инде. Партизан булып ҡыйланаһың, – тине Әлиә.

            Фәнилә әхирәтенең күҙҙәренә ҡараны, унда нәфрәт һәм көнләшеү тойғоһо ярылып ята ине.

– Миңә унда оҡшаманы, – тине Фәнилә.

– Оҡшаймы, оҡшамаймы, эләктереп ҡалғанһығыҙ, дөрөҫ булған. Ә бына мин, бахыр, әсәйемдән ҡалған иҫке быйманы ярай һаҡлағанмын. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. өшөп-туңып, йоҡлай алмайым.

– Балалар нисек? – тип һораны Фәнилә.

– Улар ауыр кисерә, – тине Әлиә, иламһыраны. – Улар һаман да элекке тормош менән йәшәй. Былтыр бер аҙна Финляндияла булғайныҡ бит. Бәләкәйе һорай, быйыл бармайбыҙмы ни, ти. Ҡайҙа барабыҙ? Яңы йыл шыршыһына кейендерергә аҡсам юҡ. Өлкәне атаһына хат яҙған. Нимә яҙһа ла, барып етмәҫен ҡайҙан белһен инде. Бына шулай йәшәйбеҙ, Фәниләкәйем! Беҙ күргәнде дошманыңа күрергә яҙмаһын!

– Мин Дамирға ышанам. Уның ғәйебе булмаҫҡа тейеш, – тип тынысландырырға тырышты Фәнилә. – Бына, Яңы йылға ҡайтарырҙар әле.

– Ҡайтарырҙар... Үткән аҙнала ҡулға алыу срогын тағы ике айға оҙайттылар.

– Ысынлапмы? – тип аптыраны Фәнилә.

– Интернетта булды, телевизорҙан күрһәттеләр, гәзиттәргә яҙҙылар. Тағы нимә кәрәк? Ярай, гел илашып ултырмайыҡ инде, әйҙә, сәй эсәйек.

           

Ниһайәт, Марс менән урынбаҫар ҡысҡырышып бөттөләр:

– Һин мине лә аңла, – тине урынбаҫар һәм бармағы менән әйләндереп, түшәмгә күрһәтте. Йәнәһе, беҙҙе тыңлайҙар бит, үпкәләп ҡуйма, тиҙер инде.

– Беҙҙән нимә талап ителә? – тине Марс.

– Нимә талап ителһен, эшләргә кәрәк. Барлыҡ етешһеҙлектәрегеҙҙе йәйгә бөтөрәһегеҙ. Арыттың. Әйҙә, кереп, кофе эсәбеҙ.

            Төпкө бүлмәгә үттеләр. Ишек төбөндә урынбаҫар Марстың ҡолағына бышылданы:

– Нисек килеп сыҡты? Шым ғына тыңлаһалар, ышанырҙармы икән?

– Оҫтарғанһың! Молодец! – тине Марс, әшнәһенең ҡолағына. – Йәлләп торма, нығыраҡ бир.

– Бындай һүҙҙәрҙән һуң, туҡмап һалырға ғына ҡала.

– Бер-ике һуғып һалһаң да була, – тип бышылданы Марс. – Тик еңелсә генә булһын.

– Артабан ҡарарбыҙ, – тип урынбаҫар виски (“Һәнәк” журналы спиртлы эсемлектәр эсеүгә ҡаршы) шешәһе сығарҙы.

– Шәп! – тине Марс. – Кисәгенән баш ауыртып тора ине.

– Юғарынан фарман булды, – тине урынбаҫар. – Һеҙҙең эштәрҙе ныҡлы контролгә алырға ҡуштылар. Так что, һинән бер кеше кәрәк буласаҡ.

– Мине тикшерергә, мин кеше яллайым? – тип аптыраны Марс.

– Һинән аҙаҡ дәғүәләр яумаһын өсөн, шундай ҡарарға килдем. Сит кеше булһа, өҫтөңдән төшмәйәсәк. Ә үҙеңдеке менән һәр ваҡыт килешергә мөмкин.

– Ҡатын-ҡыҙ булһа, яраймы? – тине Марс.

– Шайтандың үҙен килтереп ҡуйһаң да, һин ышанырлыҡ кеше булһын.

– Бар ундай кеше. Ышаныслы һәм тоғро.

            Марс шунда уҡ балдыҙы Әнүзәне күҙ алдына килтерҙе. Эшһеҙ аптырап йөрөмәһен, өйөнә килгеләп йөрөгәс, бөтәһен дә белә. Марс шунда уҡ шылтыратып, уға эшкә урынлашыу өсөн документтарын әҙерләргә ҡушты.

 

            Фәнилә ҡайтырға сыҡты һәм такси саҡырҙы. Таксист бындағы бейек һәм затлы йорттарға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай һәм эстән генә нимәлер мөңгөрҙәй ине. Шоферҙың алан-йолан ҡараныуынан, үәт, төҙөгәндәр... Ҡоторҙолар... Нисек ҡурҡмайҙар?.. тигән һүҙҙәрен һаңғырау ҙа аңларлыҡ ине.

– Һөйөнсө! Әнүзәгә эш таптым, – тине Марс, кис менән, өйөнә ҡайтҡас.

– Ә мин һинән уға эш һораманым, – тине Фәнилә һалҡын ғына.

– Һорамаһаң да, белеп тор. Хәҙер Әнүзә – ҙур кеше. Ул минең өҫтән төҙөлөш, ремонт эштәрен контролдә тотасаҡ.

– Ике кәзәне кәбеҫтә баҡсаһына ебәргәндәр икән! – тип шарҡылдап көлдө Фәнилә. – Беләһе ине, бер йылдан һуң нисек булыр икән?

            Ире аптыранып, ҡатыны эргәһенә килде:

– Бер йылдан һуң нимә була?

– Нимә була? Күҙ алдыңа килтер. Ҡылған ғәмәлдәреңде барлып ҡара. Ана, Дамирҙы ишетмәнеңме ни? Тағы ике айға оҙайтҡандар.

– Онотманыңмы? Мин һиңә Дамир хаҡында әйтеп ҡуйғайным, – тине Марс. – Былтыр йәй ҡунаҡ булып ятҡанда уҡ киҫәткәйнем. Прокурор – закон һаҡсыһы. Ул былай хандарса йәшәргә тейеш түгел. Сама белергә кәрәк. Аҡсаһын алғас, йүнләп йәшәмәгән дә бит, асыҡ ауыҙ! Кем шул тиклем байлыҡты өйө эргәһенә күмеп ҡуя инде, ҡомһоҙ! Юғалтырмын, йә урларҙар, тип ҡурҡҡандыр инде.

            Марс ҡапыл туҡтаны һәм ҡатынына ентекләп ҡарап торҙо.

– Нимә бар тағы? – тине Фәнилә.

– Ә һин бөгөн барҙыңмы?

– Әлбиттә!

– Тимәк, проблемаңды хәл итеп ҡайттың?

– Эйе.

– Молодец! Дөрөҫ эшләгәнһең!

– Нимә, Австриялағы йортоңда тағы бер балаға урын табылмаҫ, тинеңме? Әллә беҙһеҙ генә ҡасырға теләйһеме?

– Ниндәй Австрия? Ҡайһы йорт? Кем һөйләне?

– Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй. Мин был хаҡта электән белә инем, – тип томан ебәрҙе Фәнилә.

– Унда бөтәһе лә һыясаҡ! – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Марс.

– Ярай, бәлки һыйырбыҙ. Ә ниңә беҙ был хаҡта һуңлап ҡына беләбеҙ?

– Петровский нисек улырҙы, беләһеңме? – тип һораны Марс. – Малайы мәктәптә маҡтанып йөрөгән: “Грецияла утрау һатып алдыҡ, вилла төҙөнөк. Ҡарт пенсияға сыҡҡас, шунда күсенәбеҙ”, – тип маҡтанған. Маңҡа малайы үҙен бик һауалы тотҡан. Өҫтәүенә, бер һабаҡташының томшоғон емергән. Уныһының атаһы – ен, прокуратураға яҙып биргән, тикшерә башлағандар һәм бөтәһе лә килеп сыҡҡан. Эйе, бар беҙҙең дә вилла. Аллаһ бойорһа, ваҡыты етер, барырбыҙ, күрербеҙ. Бөтәгеҙҙең дә сит ил паспорттары бар, визалар асылған. Бәлки Яңы йылға берәр аҙнаға барып та ҡайтырбыҙ. Тик киҫәтеп ҡуям, балалар был хаҡта һөйләнеп йөрөргә тейеш түгел.

            Шул ваҡыт ишектә ҡыңғырау шылтыраны һәм бер егет эйәртеп, Әнүзә килеп инде. Уның шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Буйтым төшөрөп алған:

– О, еҙнәкәйем, ҡәҙерлем минең, – тине ул Марсты ҡосаҡлап үпте, ҙур ғына шешә ултыртты, апаһына бер ҡосаҡ рауза сәскәләре һондо.

            Бер нисә минуттан улар күмәкләшеп Әнүзәнең нимәләр эшләйәсәге һәм, унан да бигерәк, эшләмәйәсәге хаҡында һуҙ ҡуйырта башланылар.

            Фәнилә өндәшмәне. Ул шым ғына был өсәүҙең эш хаҡында бәхәсләшеүҙәрен тыңланы.

Ул өндәшмәй, көлөмһөрәп кенә ултыра. Өсөһө лә фекерҙәш икәнлектәре күренеп тора. Улар өсөн эш түгел, матлашыу, табыш алыу – төп талап булып тора һәм улар үҙҙәренә йөкмәтелгән эште башҡаса тормошҡа ашыра белмәй.

– Һинең ҡул аҫтында 7-8 кеше буласаҡ, – тине Марс. – Штат раҫланған.

– Ете кеше? Ниңә улай бик әҙ? – тип ҡаршы төштө Әнүзә.

– Эш башлағанда, шунан да артыҡ кәрәкмәй, – тип өҙҙө еҙнәһе. – Әгәр ойоштора белһәң, былар менән дә тауҙар аҡтарырға мөмкин.

– Кәрәкһә, аҡтарабыҙ беҙ уны, – тине Әнүзә.

– Ә бына быныһы һис тә кәрәкмәйәсәк. Киҫәтеп ҡуям. Әгәр, минән башҡа, бер аҙым ситкә китһәң, бөтәгеҙҙе лә тараҡан урынына һытып бөтәсәкмен. Ҡарағыҙ уны, аяу булмаясаҡ! Һүҙ бик ҙур суммалар хаҡында бара. Контроль ойошмаһы минең тәҡдим менән барлыҡҡа килде һәм мин нимә ҡушһам, шулай буласаҡ. Һәр ваҡыт!

            Фәнилә һиҙә, был икәү бик шикле һәм һәләкәтле юлға аяҡ баҫты. Һеңлеһенең эргәһендә ултырған өсөнсөһө бер кемде лә тыңламай, шым ғына эсеүен белә. Әнүзә менән Марс күп мәсьәләләр буйынса шунда уҡ уртаҡ фекергә килде, бер-береһен ҡотлны, туҡтацһыҙ рәхмәттәр әйтеште.

            Аҙаҡ Фәнилә уларҙың нимә һөйләшкәненә иғтибар ҙа итмәне, бөгөн әхирәте Әлиәнең яҙмышы күҙ алдынан үткәндәй булды.

            Әлиә шул тиклем асыулы һәм нәфрәтле ине. Фәнилә, хушлашыр алдынан:

– Сир ҡотора, кейенеп йөрөгөҙ, һаҡ булығыҙ, – тип иҫкәртеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты.

– Сир ҡайғыһы юҡ, – тине Әлиә, ниндәйҙер мәкерле кинәнес менән. – Беҙ генә түгел, барлыҡ донъяһы ҡырылып ятһа ла, аҙ ғына ла бошмаясаҡмын! Бындай ғәҙел булмаған илдә интегеп көн иткәнсе, йәшәмәүең мең артыҡ!

            Шулай тине. Хатта, ирендәре ағарып һәм дерелдәп ҡуйғандай тойолдо.

            Ҡайҙан килә бындай нәфрәт һәм күрә алмаусанлыҡ хисе?

– Тағы ла килермен, – тип кенә әйтә алды Фәнилә.

– Әгәр ҡурҡмаһаң, беҙҙең менән аралашыу зыян килтерер, тимәһәң, көн һайын килһәң дә ҡаршы түгелмен, – тине әхирәте. – Мин һиңә бәхет һәм ирек теләйем!

            Ә был икәүгә Әлиәнең ниндәй хәлгә төшөүен күрһәткәндә, һис тә артыҡ булмаҫ ине. Ана бит, асыҡтан-асыҡ аҡса бүлешә башланылар. Һүҙ Әнүзәнең ипотекаға алған фатиры хаҡында бара икән.

– Һин нимә, еҙнә? – тине балдыҙы. – Әгәр ипотека буйынса фатирыма түләп бөтмәһәм, мин нимәгә һиңә эшкә ялланам? Минең әлеге эшем дә насар түгел. өҙөп-йолҡоп, ай һайын 100 меңдән ҡалмайым.

– Нәфсеңде тыя бел, балдыҙым. Кисә генә илле мең, тип шыңшығаныңды хәтерләйем. Мин һиңә алтмыш мең эш хаҡы ҡуйҙым. Башлағанда, уныһы ла артыҡ.

– Алтмыш мең? Юҡ! Алтмыш меңгә йөрөйһөм юҡ! Минең әлеге эшемдә, 50 меңдән тыш, шул хәтле рәхмәт йөҙөнән генә килеп тора. Шуға, еҙнә, һинең мөмкинлектәрең мине шикләндерә башланы.

            Бәхәс ҡуйырҙы, Әнүзәгә эйәреп килгән иҫерек тә ҡыҫылып китеүҙе кәрәк тип тапты.

  • Бөгөнгә етәр! – тине Фәнилә. Төн уртаһында аҡса хаҡында һөйләшмәйҙәр. Сөнки ундай һөйләшеүҙең бәрәкәте юҡ. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә берәр шәшке сәй яһайым!

 

Дауамы бар.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: