+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Август 2021, 19:52

ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Дүртенсе өлөшө (аҙағы)

Яңы йыл етеп килә, ләкин ҡайҙалыр барыу йәки ял итеү хаҡында һүҙ сыҡҡаны юҡ әле. Марс та, бик бөтөрөнөп, эшкә күмелеп йөрөй. Күренеп тора, унда байрам ҡайғыһы юҡ. Һуң ҡайта, көн һайын, тип әйтерлек, һуҡмыш. Иртүк сығып китә. Байрамды үткәреү хаҡында һүҙ сыҡҡайны, һеҙҙең ҡайғы юҡ, тигән һымаҡ, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы.

ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Дүртенсе өлөшө (аҙағы)
ЮЛДАР АЙЫРЫЛҒАНДА Хикәйә Дүртенсе өлөшө (аҙағы)

Фәнилә, аптырағас, һеңлеһе Әнүзәгә шылтыратып ҡараны:

– Нимәләр бар? Үҙең бер ҙә күренмәйһең? – тине.

– Һине ҡыуандырырлыҡ һүҙҙәр таба алмайым, апай. Бында юҡҡа килеп ҡыҫылдым, тип үкенәм инде хәҙер.

– Шулай уҡ насармы?

– Насар ғына булһа, ярар ине. Ни, үҙем ҡотола алмайым.

            Фәнилә бер көн ауыл хужалығы йәрминкәһенә сыҡҡайны. Ҡыш һыуыҡ килә, мамыҡ шәл һатып алырға теләгәйне. Ҡараһа, машина тултырып, быйма һаталар. Ниндәйе генә юҡ! Өлкәндәргә лә, балаларға ла. Хаҡы ла йәтеш кенә, ҡиммәт тә түгел. Әлиәнең аяғындағы туҙып бөткән быймаларын күҙ алдына килтерҙе. Һалҡын өйөндә шул быймалары менән һаман да йөрөймө икән. Фәнилә икеләнеп торманы, әхирәтенә һәм уның балаларына өс пар быйма алды. Яңы йыл бүләге шул булыр. Ҡыуанып, кейеп йөрөр әле бына. Өйөнә ҡайтҡас та, таксиға өҫтәп түләне лә, ошо адрес буйынса индереп бир, тип ҡағыҙ тотторҙо.

31 декабрь көндө иртәнән алып ҡыш бабайҙы көттөләр. Байрам алды мәхшәре булғас, ҡайҙа ҡарама, “бөкө”ләр. Төшкә ҡарай, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Ҡыш бабай килде, тип ҡыуанышып, барып, ишекте асһалар, Ҡарһылыу ғына тора. Ҡыш бабайы күренмәй, Ҡарһылыуы ла сабый бала йөрөтә торған кәрзин тотҡан.

– Бына һеҙгә – Яңы йыл бүләге! – тип тотторҙо ла, Ҡарһылыу, нисек килеп керһә, шулай юҡ булды.

            Фәнилә, аптырап, кәрзинде асһа, унда сабый бала ятҡаны күренде. Балалары, әлбиттә, сабыйҙарҙы ҡауҙы килтергәнен дә, кәбеҫтә төбөнән тапҡандарын да беләләр. Быныһын бер мәркә һымаҡ ҡына ҡабул иттеләр. Сабыйҙы алып кереп, сисендереп, арлы-бирле иткәнсе, телефоны шылтыраны: “Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙең иптәшегеҙгә, балаңды өйөңә килтереп ҡалдырам, тигәйнем, – тине бая ғына күренеп ҡалған Ҡарһылыу, үҙе шикелле. – Документтары, минең ғаризам – шунда ята”.

Фәнилә, нимә тип кенә әйтә алһын инде:

– Ярар, ҡарарбыҙ, – тип кенә өндәште.

Арлы-бирле иткәнсе, Ҡыш бабай үҙе лә килеп инде. Ҡарһылыуын да эйәрткән, тик уныһы бөтөнләй икенсеһе, быға тиклем бала күтәреп килгәне түгел. Балалар Ҡыш бабайға шиғырҙарын һөйләгән арала, Марс үҙе лә шылтыратып өлгөрҙө:

– Ҡыш бабай килдеме? –  тип һораны ул, күңелле генә итеп.

– Килде, – тине Фәнилә шат тауыш менән. – Балаларҙың ҡыуанғанын күрһәң!

– Ысынлапмы? – тип ихлас шатланды аталары ла.

– Эйе, – тине Фәнилә. – Өсөһө лә ҡәнәғәт ҡалды.

– Ниндәй өсөһө лә?

– Тәүҙә Ҡарһылыуың килде, малайың менән...

            Теге башта тын ҡалдылар. Марстың уфтанып ҡуйғаны ишетелде:

– Әтеү тағы бер Ҡарһылыу килде, тиһең инде?

– Эйе, бүләге, ана, йоҡлап ята.

– Ҡара һин уны, килеп еткән икән.

            Шулай итеп, был йортта мәшәҡәт тағы ла артты.  

            Бер көн Әлиә шылтыратты: “Беҙҙең хәлдәр, аҡрынлап, үҙгәрә, – тине ул. – Ваҡытың булһа, кил әле”.

            Фәниләгә бала ҡараусы алырға тура килде. Бәпесте ҡалдырҙы ла, Әлиәгә барып етте.

            Хәҙер Әлиәне һәм улар йәшәгән йортто танырлыҡ та түгел. Йорт хужабикәһе үҙенең элекке хәленә әйләнеп ҡайтҡан. Бик ныҡ итеп биҙәнгән, йәшәреп киткәне күренеп тора. Бер сәбәпһеҙгә, ҡысҡырып көлә, килеп инеү менән, Фәниләне аш бүлмәһенә әйҙәне.

– Һинең кәйефең күтәрелеүенә шатмын! – тине Фәнилә, ихлас итеп.

– Кәйеф кенә күтәрелгән, тиһеңме? Минең күңелемдә – байрам! Хатта, тантана, тип әйтергә мөмкин!

– Үткәнендә, бик борсолоп ҡайтҡаным, хәҙер танырлыҡ та түгелһең! – тине Фәнилә.

– Беҙ – ҡатын-ҡыҙ – йомшаҡбыҙ.

– Дамирҙан һәйбәт хәбәрҙәр барҙыр? – тип һораны Фәнилә.

– Сеү! Өндәшмә! Өркөтөп ҡуйырһың! – тип шарҡылдап көлдө хужабикә. – Уның адвокаты бик һәйбәт хәбәрҙәр килтерҙе. Оҙаҡламай, уны сығарыуҙары бик ихтимал.

– Ҡайһылай шәп булыр ине!

– Һин бит Дамирҙы беләһең, ул бик көслө кеше. Уның менән булышырға ярамай. Тегендә лә... Бәйләнеп ҡарағандар, һәр береһен урынына ултыртып бөткән. Әлеге, уға бәйләнеү –көнләшеүҙән икән. Ул бит бик күп белә. Ә белгән кеше менән улай уйнарға ярамай!

            Фәнилә шуға иғтибар итте,  Әлиә шешәгә бик йыш тотона.

– Байрамдар нисек үтте? – тип һораны Фәнилә.

– Кемгә – байрам, кемгә – туй, ә беҙгә эш булды. Дамирҙың бер дуҫы килеп сыҡты. Заманында бик ныҡ ярҙам иткән икән. Шул, онотмаған, Испанияла йәшәп ята, беҙҙе лә саҡырҙы. Оҙаҡламай, шунда осабыҙ.

            Фәнилә ишек эргәһендә генә торған береһенән-береһе ҙурыраҡ юл сумаҙандарына иғтибар итте.

– Оҙаҡҡамы?

– Ҡарарбыҙ. Һәр хәлдә, бында донъя көйләнмәйенсә, ҡайтыу хаҡында һүҙ юҡ.

– Бындағы донъяғыҙҙы ҡалдыраһығыҙмы?

– Уларын Дамир үҙе ҡарар, бөтәһен дә көйләр. Юғиһә, бында кисергәндәрҙе һәм  күргәндәрҙе китап ҡына итеп яҙырлыҡ.

– Ә балаларың нисек уҡыр икән?

– Онлайн! Хәҙер онлан уҡыйҙар бөтәһе лә. Телде беләләр, алдан уҡ өйрәнәгәйнеләр. Ҡара әле, Фәниләкәйем! Бер көн, Яңы йыл алдынанмы, берәү беҙҙе мыҫҡыл итмәк булған.

– Нимә  эшләгән? – тине Фәнилә,  һағайып.

– Ышанаһыңмы, юҡмы, кемдер, беҙҙе мәсхәрә итеп, өс  пар быйма ебәргән.

– Йә, йә, шунан?

– Өс пар өр-яңы быйма. Ниндәй ишара булды, барыбер, аңламаным.

– Өйҙәре һыуыҡ, тәҙрәләре туң, өшөммәһендәр, тигәндәрҙер.

– Ебәргәс-ебәргәс,  тун ебәрһен ине! Беҙме  һуң инде, быйма кейеп йөрөй торған халыҡ? Ана, кейгәс, БОМЖ-дар кейһен. Икәү ҡар көрәргә килгәйне, шуларға тоттороп ебәрҙем. Беҙҙе хәҙер ҡояшлы Испания көтә! Шунда барып, бер нығынһам, ғүмерҙә ҡайтмаҫ инем.

– Дамир ҙа сығып, һеҙҙең эргәгә барып етһен инде.

– Миңә ишараланылар инде, мин төшөндөм. Ни хәл итәһең, бүлешергә тура киләсәк.

            Икеле-микеле уйҙар менән ҡайтты Фәнилә әхирәте эргәһенән. Бошоноуҙары юҡҡа булмаған икән. Марс эштән ҡайтманы һәм тентеү менән килеп тә еттеләр. Тәүлеккә яҡын соҡондолар, барлыҡ компьютерҙарҙы алдылар, артыҡ бер нәмә лә тапманылар.

            Адвокат, ирегеҙҙең иркен сикләү мәсьәләһе бөгөн ҡарала, үҙегеҙ ҙә булһағыҙ, һәйбәт булыр ине, тип тәҡдим итте. Бер килһә, килә бит, бала ҡараусы ла сирләп китте. Бәпес менән Фәниләнең үҙенә мәшәҡәтләнергә тура килә. Адвокат, сабыйҙы күргәс, күтәреп барһағыҙ, һәйбәтерәк булыр ине, тигән теләк белдерҙе

            Марстың яҙмышы көтөлмәгәндә хәл ителде. Адвокат: “Минең клиентым – ғаилә ҡиммәттәренә өҫтөнлөк биреүсе эшсән һәм егәрле кеше. Бына, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Сабыйҙы үҙҙәре уллыҡҡа алды. Ҡатыны дүртенсегә ауырлы”, – тип әйткәс, быға тиклем залға күтәрелеп тә ҡарамаған судья кешеләргә бер генә күҙ һирпте. Фәниләнең ирен ике ай өйөндә бикләп тотоу хаҡында ҡарар сығарҙылар. Шулай итеп, Достоевский исемендәге урам сатына аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ташыу мәсьәләһе еңел генә хәл ителде.

– Һин мине тыңламағанһың икән, – тине Марс, ҡайтып барғанда, таксиҙа, ҡатынын ҡосаҡлап.

– һинең талабыңды үтәһәм, һинең файҙаға булыр инеме? – тип көлөмһөрәне ҡатыны.

– Дөрөҫ эшләгәнһең! – тине ире. – Бәлки һеҙгә сит илгә китергә кәрәктер? Мәҫәлән, Австрияға?

– Юҡ, – тине ҡатыны. – Беҙ ҡасып китерлек енәйәт ҡылманыҡ. Ә  һин үҙеңдең эштәреңде яйға һал.

            Марс өндәшмәне. Ул үҙ уйҙарына батҡайны.

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: