+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Август 2021, 15:27

ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ Хикәйә Икенсе бүлек

Төпкә үк үтеп китер алдынан хужа киҫкен генә итеп: – Аш бүлмәһендә өҫтәл әҙерләгеҙ, – тип ҡәтғи күрһәтмә бирҙе. Сабира менән Рәхим бер ыҡсым ғына бүлмәнең йәнәш ултырған креслоларында урын алдылар. Хужа кеше тәүге тапҡыр күргән һымаҡ Сабираға ҡарап торҙо ла һағышлы ғына йылмайып ҡуйҙы: – Мин һине тап ошолайтып күҙ алдына килтергәйнем, хатта маңлайыңдың уң яғындағы яранан ҡалған йөй ҙә һаман тора икән. – Шул йөйгә ҡарап танығанһыңдыр әле, – тип көлөп ҡуйҙы Сабира. – Һине күреүемә шатмын, – тине Рәхим. – Һине йыш иҫкә төшөрәм. – Ярай инде, рәхмәт, мине онотмағас. – Ә ниңә мин һине оноторға тейеш? Был һүҙҙәрен Рәхим ниндәйҙер янау ҡатыш киҫәтеү менән әйткәндәй тойолдо.

ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ  Хикәйә Икенсе бүлек
ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ Хикәйә Икенсе бүлек

Әллә Сабираға шулай күренде генә микән? Ҡатын ирҙең һүҙҙәренә бик иғтибар итмәҫкә булды.

– Йә, тормош йылдары нисек үтелде? – тигән һорау ҡуйҙы Рәхим.  

– Бөтәһенеке һымаҡ инде. Уҡыттым, бер ул үҫтерҙек, шулай йәшәйбеҙ. Хәҙер пенсиялабыҙ. Беҙ инде совет тәрбиәһе алған халыҡ яңы шарттарға бик яраҡлаша алманыҡ.

– Тимәк, яраҡлаша алманығыҙ, – тип раҫлап ҡуйҙы Рәхим.  – Ә нимә ҡамасауланы?

– Берәү ҙә ҡамасауламаны. Һәр кемдең үҙенән тора.

Шулай һөйләшеүҙән бигерәк еңелсә һүҙ көрәштереүгә ҡоролған әңгәмә ишектә секретарша ҡыҙ күренгәс өҙөлдө.

– Өҫтәл әҙер, Рәхим Маликович, – тип өндәштеләр әҙәпле генә итеп.

– Әйҙә, сәй эсәйек, – тип Рәхим Сабираның ҡулынан тотоп алды һәм етәкләп тигәндәй эргәләге бүлмәгә алып керҙе. Ә бында, ҙур өҫтәл эргәһендә, бәләкәйерәге, ә стена буйында ике генә кешелек түңәрәк өҫтәл. Бындай байлыҡты-муллыҡты күреп, Сабираның тыны ҡыҫылды, күҙҙәре ҡамашты. Эргәләге стенаны тулыһынса ҡаплаған телевизор донъяның төрлө мөйөштәренән финанс мәғлүмәттәрен еткереп тора.

Сабира менән Рәхим өҫтәл артына ултырҙылар.

– Сәйме әллә кофемы? – тине Рәхим.

Арыған тауыш менән ҡоро ғына итеп өндәште.

– Мин сәй эсәм, – тине Сабира.

Өндәшмәй генә сәй эстеләр.

– Бәлки, коньяк ҡойорғалыр?

– Юҡ, – тине ҡәтғи итеп Сабира. – Мауыҡҡан нәмәм түгел.

Сабира үҙе сәй эсә, үҙе башы ҡатып уйлай: ярай, хужа кеше бай, капиталист, уның класташы ла булһын, ти. Етмәһә, беренсе мөхәббәте. Бына алып керҙе лә сәй менән һыйлай. Сабираға әрһеҙләшеп килеп инеп, ҡунаҡ булып ултырыу дөрөҫ микән? Бәлки, баштан уҡ баш тартырға булғандыр? Ә кем белә, бәлки, Рәхим үҙенең байлығын күрһәтергә, йоғонтоһо менән маһайырға самалағандыр. Мәктәптә уртаса уҡыны, әллә ни юғары ҡалҡҡанын хәтерләмәй, хатта ниндәй юғары уҡыу йорто бөткәнен дә иҫенә төшөрә алманы. Кем белә, бәлки, уҡымағандыр ҙа әле. Хәйер, уҡыуҙан ни фәтеүә? Ана, уның фатирында парашютын ҡосаҡлап берәү ята бит инде.

Рәхимдең – үҙ уйҙары. Һин Сабираны ниңә саҡырҙың? Ҡасандыр өҙөлөп һөйгән, уның өсөн йәнеңде бирерҙәй саҡтарың ҡайҙа ҡалды?

– Йә, мине ниңә саҡырҙың, Рәхим? – тине ҡатын, шәшкеһен этеп ҡуйғас.

– Ә мин һине саҡырҙыммы ни? – тине, Рәхим аптырап ҡатынға боролдо. – Беҙ бит һинең менән класташтар ғына түгел, һинең менән мәктәптә уҡығанда бергә бейегәнебеҙҙе лә хәтерләйем. Эйе, мин һине йыш иҫкә төшөрә инем. Үҙемде һинең эргәлә икән тип күҙ алдына килтереп ҡараған саҡтарым да булды.

– Нисек күренә инек һуң? – тине көлөп Сабира.

– Һин ышанмаҫһың, ләкин беҙ бик матур күренә инек. Һин мәктәптең иң алдынғы уҡыусыһы, аҙаҡ атҡаҙанған уҡытыусы, әткәндәй, һинең бер-ике уҡыусың миндә эшләй, мин улар менән бик ҡәнәғәтмен.

– Кемдәр икән? – тип баҙап ҡалды Сабира.

– Мәҫәлән, Ғарипов Тимур, хәтерләйһеңме?

– О-о, Тимерйән, әлбиттә.

– Васильев тигән бер егет һинеке тинеләр, исемен онотҡанмын.

– Серега?

– Эйе-эйе, Васильев Сережа. Тик Сергей тип өндәшеп ҡуйма, Сергей Васильевич.

– Улар, беләһеңме, миңә нисек килделәр? Бына беҙ һеҙҙең класташығыҙ Сабира Латипованың уҡыусылары, тип килделәр.

– Ярай, һиңә лә бер файҙам тейгән икән.

– Ниңә бер файҙа? Мин һиңә һәр ваҡыт рәхмәтле булдым.

– Һин шаяртаһыңдыр, нимәгә рәхмәтле?  

– Сабира, һин беләһеңдер, кеше тыуғас та уның маңлайына үтер юлы, күтәрелер бейеклеге, кисерер яҙмышы яҙылып ҡуйыла.

– Әллә, мин улай тип уйламайым. Кеше үҙен-үҙе яһарға тейеш. Барыр юлын да үҙе һайлай.

– Белмәйем, был хаҡта минең үҙ фекерем бар, – тине Рәхим. – Бына, әйтәйек, мин һинең эргәңдә ҡалдым, ти, беҙ өйләнештек, бәхетле йәшәп ятабыҙ, бер-ике балабыҙ үҫә, ти. Тыштан ҡарағанда беҙ бик бәхетле һымаҡ.

– Шунан, артабан нисек? – тине Сабира. – Минең менән булғас, һин хеҙмәт юлыңда бер-бер артлы уышһыҙлыҡтарға дусар булаһың. Һин үҙең дә һиҙмәҫтән шешәгә тотонаһың.

– Юҡ-юҡ, мин улай тип әйтергә теләмәгәйнем, – тип ике ҡулын да күтәреп туҡтатты Рәхим.

Сабира һиҙенде: Рәхим ошо үткән йылдарҙа бер тапҡыр ҙа осрашыуға килмәһә лә, уның ире менән тормошо хаҡында ишетеп-белеп, ҡыҙыҡһынып, хатта һорашып торған. Кем белә, бәлки, Фират уңышһыҙлыҡҡа осрағас, ҡыуанғандыр әле. Ана бит, ниндәй һауалы һөйләнеп ултыра. Ҡайҙан килеп керҙе бында?

– Ярай, минең эшем бар бит. Ашығыс дүрт хат бар тигәйнеләр.

Сабира тороп, ишектәрҙең ҡайһыһына барып тотонорға белмәй туҡтап ҡалды. Бәй, Рәхим ҡуҙғалырға  ашыҡмай ҙа түгелме һуң?

– Ҡабаланма. Әгәр мин рөхсәт итмәһәм, һин бынан сыға алмаясаҡһың,– тип көлөмһөрәне Рәхим. – Ултыр урыныңа.

– Әллә мине бикләп ҡуйырға итәһеңме? – тип әллә көлдө, әллә асыуланды Сабира.

– Һағынғанымды күрмәйһеңме ни? Үҙең менән бер аҙ һөйләшеп ултырайыҡ.

– Ә минән нимә кәрәк һуң һиңә?

– Ә һин үҙең был хаҡта уйлағаның юҡмы? Бына байтаҡ ултырабыҙ, ә һин минең хаҡта бер нәмә лә һорашмайһың. Һине минең ғаиләм, ҡатыным, балаларым ҡыҙыҡһындырмаймы ни?

Сабира тағы күтәрелеп Рәхимгә ҡараны. Бына ҡыҙыҡ, мин хәҙер төпсөшә башларға тейешме инде? Әгәр ҡатынын һорашһам, мәҫәлән, ни өсөн төпсөшә тип уйлауы бар.

– Рәхим, мин һинән шуны ғына һорайым. Һин нисек уйлайһың, мин нишләп һинең хаҡта башыңды ҡатырып, ҡыҙыҡһынып, һорауҙар биреп ултырырға тейешмен? Бына беҙҙең икебеҙҙең арала ошо түңәрәк өҫтәл генә түгел, икебеҙҙең арала ҡырҡ-илле йыл ғүмер ята. Ул йылдарҙа нимәләр генә булмаған да нимәләр генә кисермәгәнбеҙ. Улар хәҙер беҙҙең тарих, бөттө, онотолдо, йәшәлде. Әгәр белгең килһә, кисерелде. Күҙҙәреңдән күреп торам: һин минән, үкенәһеңме, тип һорарға теләйһең. Һинең минән, үкенәм, тиеүемде көткәнеңде беләм.

– Юҡ, – тине Рәхим ҡәтғи генә. – Минең һиңә бер һорауым да, тәҡдимем дә юҡ. Мин һиңә рәхмәт кенә әйтергә теләйем.

Рәхмәт әтйергә?..  Сабира күтәрелеп эргәһендә ултырған иргә ҡараны. Ҡара һин уны, ҡайһылай затлы костюм кейгән, галстугы үҙенә килешеп тора. Тырнаҡтарына тиклем матур итеп ҡырҡып-тәрбиәләп тороусыһы барлығы күренә. Әллә бая бик һауалы булып тойолдо ғынамы икән? Әле бына һағышлы һәм уйсан ҡарап ултыра.

– Нимә өсөн рәхмәт әйтергә теләйһең?

 

Дауамы бар.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: