0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Сентябрь 2021, 16:29

ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ Хикәйә Өсөнсө бүлек (аҙағы)

Рәхим урынынан торҙо һәм, бүлмә буйлап атлап, Сабираның эргәһенән үтеп китте. – Әгәр был тормошта мин нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, быларҙың барыһына ла һин сәбәпсе булдың. – Нисек, мин? – Сабира ғәжәпләнде. – Эйе, һин, Сабира. Әгәр теге ваҡыт Фират менән алышҡанда мин уны еңһәм, бәлки, мин шунда тороп ҡалыр инем һәм һинең иреңдең аяныслы яҙмышын ҡабатлар инем. Сабира өндәшмәне, кемдер уның сикәһенә киҙәнеп һуҡҡан һымаҡ булды.

ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ  Хикәйә Өсөнсө бүлек (аҙағы)
ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ Хикәйә Өсөнсө бүлек (аҙағы)

– Төшөндөрә белдемме? – тине Рәхим, тауышын бик күтәрмәй генә.

– Төшөндөм, – тине Сабира. – Былай булһа, бит һин миңә бурыслы булып сығаһың?

 – Эйе, мин бурыслы, – тип көлдө Рәхим.

– Эйе, – тине Сабира уңайһыҙланып ҡына. – Хәҙер мин ул ваҡиғаларҙы яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем. Һине эскәне юҡ тинеләр, шулай булғас, йәш организм бер-ике кәсә шампан шарабына бирешкән дә ҡуйған.

Ошо урында Рәхим яңғыратып көлөп ебәрҙе.

– Ә мин ул көндө, Сабира, ғөмүмән, хәтерләмәйем. Нимә булғанын саҡ ҡына ла белмәйем.

– Өсәүләп, йәғни минең бер яғымда һин, икенсе яғымда Фират ултырғанын да хәтерләмәйһеңме?

– Юҡ, хәтерләмәйем, – тине Рәхим ысынлап. – Өйгә ҡайтҡас, икенсе көнөнә айнығас, мин үҙемдең ситкә тибелеүемде аңланым. Дөрөҫөрәге, аңлатып бирҙеләр.

– Кем инде ул кеше, күҙеңде асыусы?

– Ә һин, Сабира, кемде атар инең? Һин уны үҙең беләһең.

– Ә унда беҙҙең араға ҡыҫылырлыҡ кеше бар инеме? Күҙ алдына ла килтермәйем, – тине Сабира. – Ә кем һөйләне һуң?

– Ильяс һөйләне, – тине Рәхим. – Мөжәһитовты хәтерләйһеңме?

Бына нисек! Сабира аптыраны. Нисәмә йыл үткәс, Ильястың күләгәһе килеп сығыр тип кем уйлаған?

– Әллә һеҙҙе Ильяс менән дуҫлыҡ ептәре бәйләйме? – тип һораны Рәхим.

– Белмәйем, ул бер нисә тапҡыр портфелемде тотоп, өйгә тиклем оҙатып ҡуйғайны. Аҙаҡ донъялар үҙгәрә башланы.

– Ярай, улайһа, Сабира, шым ғына ултыр һәм тыңла. Бер тауыш та сығарма. Һинең бында икәнлегеңде берәү ҙә белмәй.

Рәхим телефонынан кемгәлер шылтыратты һәм тауышын асып ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, торубканы алдылар.

– Хәйерле көн, Рәхим Маликович. Иғтибар менән тыңлайым.

– Тыңла, – тине Рәхим ҡаты ғына итеп. – Бындағы объекттар буйынса һинең үткән аҙнала үткәргән эш сәфәре үҙен аҡламаны.

– Мин унда булдым, эштәр менән таныштым, – тип аҡлана башланы Ильяс.

– Беләм, булғанһың, кешеләр менән һөйләшкәнһең, ләкин һинең унда булыуыңдан бер файҙа ла юҡ. Кисә үҙемә барырға, барыһын да хәл итеп ҡайтырға тура килде. Йә, хәҙер, Ильяс, уйла инде, миңә ундай кәңәшсе кәрәкме икән?

– Нисек әйтергә, Рәхим Маликович, һеҙ талап иткәс, мин тағы ла объектҡа барырға тейешмен.

 – Йөрөмә, – тине ҡаты ғына итеп Рәхим. – Һинең барыуыңдан бармауың яҡшыраҡ. Был аныҡ эш, һин уны юҡҡа сығарҙың. Был һиңә элекке һымаҡ комсомол, партия йыйылыштарында ялҡынлы телмәр һөйләү түгел. Әйткәндәй, мин һиңә Сабира менән Фират тураһында белешергә ҡушҡайным. Ни тиһәң дә, беҙҙең һабаҡташтар, бәлки, ярҙам, эш кәрәктер.

– Һорауығыҙға яуап бирергә рөхсәт итегеҙ, Рәхим Маликович, – тип дәртләнеп һөйләй башланы Ильяс. – Мин уларҙы күргәнем юҡ, тип әйтер инем. Ике-өс йыл элек Сабираны театрҙа күреп ҡалдым. Бик ҡартайған, бөтөрөнгән, миндә хатта йәшел йылан менән мауыҡмаймы икән, тигән шик ҡалды.

– Бына нисек? – тине Рәхим, Сабираның иғтибарын телефонға йүнәлтеп.

– Шигем раҫланды, уларҙы  ире Фират менән өйҙә ятып эсәләр икән тинеләр. Ә Фират мәғлүм, ул электән эскегә әүәҫ булды.

– Шулай уҡмы? Ә мин уларҙы берәй эшкә саҡырайыммы икән тип тора инем.

– Саҡырырға була, әлбиттә, – тине Ильяс.

– Һин уларға нимә тәҡдим итер инең?

– Уларға ни, бында эш табыла инде. Мәҫәлән, мин бөгөндән урам һепереүсе, офис бүлмәләрен йыйыштырыусы кәрәклеген беләм.

– Тимәк, һин уларға офис менеджеры урынын тәҡдим итергә, йәғни иҙән йыуыусы итергә теләгең бар инде?

– Һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ, Рәхим Маликович, – тине Ильяс. – Үткәнендә бер иҙән йыуыусы эш урынынан компьютерҙың төрткөһөн, икенсеһенең онотоп ҡалдырған кеҫә телефонын урлап киткән. Әгәр былар ҙа урлашһа, мин улар өсөн яуап бирергә теләмәйем.

– Да-а, һин мине аптыраттың, – тине Рәхим.

– Һорарға рөхсәт итегеҙ, нимә менән аптыраттым?

– Йүнле бер хәбәр ҙә әйтмәнең, хатта үҙебеҙҙең класташтар хаҡында.

– Рәхим Маликович, һеҙ әллә миңә ышанмайһығыҙмы?

– Ышанам, хатта ышанырға теләгем ҙур. Ә мин, мәҫәлән, Сабираның атҡаҙанған уҡытыусы булыуын, уҡыусыларының Мәскәүҙә уҡыуын ишеткәнем бар ине.

– Ире ярҙам иткәндер.

– Уҡыусыларының олимпиадаларҙа еңеүҙәрен мутлашып алып биргәндер, тиһеңме?

– Кем белә? Бәлки.

Рәхим хушлашып та тормай һөйләшеүҙе өҙөп, телефонын һалып ҡуйҙы.

– Бына шундай кеше беҙҙең хөрмәтле класташ.

– Аңлашылды, – тип көлдө Сабира. – Ара-тирә беҙҙең хаҡта хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғайны, бына уны кем таратҡанын да белдек.

– Рәхим Маликович, ә һеҙ үҙегеҙ Ильястың һөйләгән һүҙҙәренә ышанаһығыҙмы?

– Дөрөҫөн әйткәндә, ышанмайым. Ә бына ишетеүе ҡыҙыҡ булды.

Шул ваҡыт хужаның секретаршаһы килеп инде.

– Ғәфү итегеҙ, Рәхим Маликович, ҡабул итеү бүлмәһенә һеҙ саҡырған кешеләр йыйылғайны.

– Ярай, хәҙергә һөйләшеүҙәрҙе тамамлайбыҙ.

Хушлашыр алдынан Рәхим Сабираға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

– Һин үҙгәрмәгәнһең, – тине ул. – Әгәр ентекләберәк ҡараһың, һиндә элекке Сабираны күрергә мөмкин. Беләһеңме, мин һиңә бәләкәй генә булһа ла яҡшылыҡ эшләргә теләйем.

– Мин бөгөн ишеткәндәр ғүмер буйына етерлек, – тине Сабира. – Шуға шундай фекерҙә килдем: һинән бер яҡшылыҡ та өмөт итмәйем.

– Юҡҡа ундай һығымта яһайһың, – тип башын сайҡаны Рәхим. – Мин шундай йәштәмен, хәҙер миңә тыныс тормош хаҡында уйлай башларға ваҡыт. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Бәлки, һиңә аҡсалыраҡ эш бирергә кәрәктер, мәҫәлән, дөйөм бүлек мөдире вазифаһын.

– Рәхмәт, мин уйлармын.

Сабира ҡайтыр алдынан иң тәүҙә дөйөм бүлеккә инеп сыҡты, уны хатта йылы ҡаршы алдылар, сәй тәҡдим иттеләр. Нишләһендәр инде, бындағы иң ҙур етәксе үҙе иғтибар менән эҙләп йөрөгән ҡатын бит.

Ҡайтҡанда Сабира күҙ йәштәренә төйөлөп илай-илай атланы: бына бит тормош ниндәй асыштар алдына килтереп ҡуя. Онотмаған, һорашҡан, мәғлүмәт туплаған. Бынан тиҙерәк ҡасҡыһы, ул хаҡта онотҡоһо килде. Хәйер, үҙендә Ильясҡа ла, Рәхимгә лә үпкәһе юҡ ине. Улар яңы, аяуһыҙ тормошҡа яраҡлаша. Улар өсөн алдау, бер-береһен яманлау бер ни тормай.

Икенсе көнөнә Рәхим Малик улы дөйөм бүлеккә шылтыратты һәм курьерҙы үҙе эргәһенә саҡырырға ҡушты. Бүлек мөдире телефонды тотоп аяғүрә баҫты һәм курьер Сабира Хөрмәт ҡыҙы Латипованың, үҙ теләге менән ғариза яҙып, вазифаһын ҡалдырыуын иғлан итте.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: