+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Сентябрь 2021, 11:28

ҠАРБУЗ Хикәйә Беренсе өлөшө

Ләйсән улы Рәмисте балалар баҡсаһынан кереп алды ла, көн һайын үтә торған йүнәлештә, супермаркет аша, өйҙәренә ыңғайланы. Ә сауҙа үҙәге янындағы киң майҙанда көҙгө байлыҡты килтереп өйгәндәр. – Йә, улым, нимә алайыҡ? – ти әсәһе, улына еләк-емеште күрһәтеп. – Ҡарбуз! – тине Рәмис, ике лә уйлап тормай. – Бына бынауһын, иң ҙурын.          Эргәһендә йөрөгән ҡара мыйыҡлы олпат ир бәләкәй генә малайҙың һүҙҙәрен аңлап тора бит әле. – Быныһы ҙурыраҡ булыр. Мин һеҙгә ошоһон тәҡдим итәм. Молодец, малай, исемең нисек?

ҠАРБУЗ Хикәйә Беренсе өлөшө
ҠАРБУЗ Хикәйә Беренсе өлөшө

– Рәмис!

– О, Рәмис! Ә минеке – Сәхип! Әйҙә, танышайыҡ! Әсәйеңдең исеме нисек?

         Ләйсән оҡшатманы был һөйләшеүҙе. Был тиклем ҙур ҡарбузды өйгә тиклем һөйрәп алып ҡайтырға кәрәк бит әле. Алып ҡайтҡас та, эш бөтмәй. Бынауында сүп-сар, саң араһында нисәмә көн ята, ышҡып-ышҡып йыуырға кәрәк. Ә фатирҙа ике аҙна инде эҫе һыу юҡ. Киләһе аҙнаға ла булмаясаҡ.

– Туҡта, улым, әйҙә, слива ғына алайыҡ.

         Үҙе эстән генә уйлай, килоһы йөҙ һум, ярты килоһы – илле тәңкә. Ә авансҡа тиклем бер аҙна бар әле. Бәлки ошо ялда ҡайтып килермен дә, тигәйне.

– Әсәйемдең исеме Ләйсән, – тип әйтә һалды Рәмис, алға сығып. Етмәһә, ҡарбуздарҙың иң ҙурын һыйпай ҙа башланы.

– Ләйсән? Ниндәй матур исем! Ә ни эшләп ул яңғыҙ?

         Һатыусының күҙҙәре ҡыҙыҡһынып түгел, көтмәгәндә килеп эләккән табышын эләктерергә йыйынған йыртҡыстыҡы һымаҡ ҡомһоҙ янып ҡуйҙы.

– Ә атайың ҡайҙа? – тине ул, бышылдап, тип әйтерлек.

         Ҡатын юғалып ҡалды, улын тыйып өлгөрмәне.

– Эх, беҙҙең атай юҡ, – тип ярып та һалды.

         Әсә улын ҡапыл үҙенә тартты.

– Иғтибар итмәгеҙ. Бала кеше нимә генә һөйләмәҫ.

         Һатыусы, һуңғы хәл иткес ынтылышын яһар өсөн, уҡ һымаҡ кирелгән йыртҡыстай, тауыш-тынһыҙ ғына улар эргәһенә килде.

– Улығыҙ бик аҡыллы күренә. Ҡара һин уны, ололар һымаҡ фекер йөрөтә. Ә һеҙ уны тыймағыҙ. Өлкәндәр менән дә, балалар менән дә аралашып үҫһен. Бына мин дә һеҙҙең һымаҡ яңғыҙ. Ә яңғыҙлыҡтың ауырлығын һеҙ беләһегеҙ инде.

         Ләйсән тәүҙә өндәшмәне. Һатыусы күҙ алдында үҙгәрҙе, бая ғына ҡан ҡойошло һикереүгә әҙерләнгән йыртҡыс битлеген алып ташланы һәм ҡәҙимге кешегә әйләнде.

         Ләйсән тирә-яғына ҡарап ҡуйҙы. Был аралашыу оҙаҡҡа китте. Таныштар күреп ҡалмаһын тағы. Әллә нәмә уйлауҙары бар.

– Хәтерләйһеңме, улым, ҙур ҡарбуз алғайныҡ, ашап бөтә алманыҡ, яртыһын ташларға тура килде.

– Ҡасан алдыҡ? Былтырмы? – тип мышҡылданы улы. – Мин уны күптән оноттом. Ана, Батырҙың әсәһе көн һайын ҡарбуз ала. Гүзәлдең атаһы алып ҡайтҡан.

         Ләйсән ҡапыл да аптыранды. Бер ҡарбуз, егерме килоға яҡын тарталыр. Бәй, ҡырҡар һумдан 800-ҙән ашып китә лә инде. Юҡ, ул тиклем ҡарбуз менән һыйланырға, уның мөмкинлеге әле бик самалы.

         Һатыусы, ҡатындың икеләнеүле уйҙарын һиҙгән һымаҡ, уң яғына сыҡты. Көрәктәй устары менән гөпөлдәтеп йәм-йәшел биҙәкле ҡарбузды һуҡҡыланы.

– Ишетәһегеҙме, Ләйсән, ниндәй симфония сығара был тәбиғәт мөғжизәһе! Ул нимә ти, беләһегеҙме? “Алығыҙ, мине үҙегеҙҙән мәхрүм итмәгеҙ! Мин – һеҙҙеке! Ләззәтләнеп ашағыҙ, ханбикәм, мин – һеҙҙең тоғро ҡолоғоҙ – һеҙҙең өсөн барыһын да эшләргә әҙер”.

Һатыусы, теленән бал да май ҡойған арала, эргәлә генә өйөрөлгән Ҡаф тауҙаштарына еңеүле ҡарашын ташларға ла онотмай, үҙенең сауҙа серҙәре менән йомарт һәм ихлас уртаҡлаша. Ул ғына ла түгел, тын да алмай тыңларға һәм өйрәнергә саҡыра. Ә тегеләр, тегеләр һуң... Ауыҙҙарын асып, тын алырға ла онотоп, сауҙа һабаҡтарын үҙләштерәләр.

Ҡатын йонсоу ҡарашын аҫҡараҡ йүнәлтте һәм картуфтың да 40 һум икәнлеген белде. Үҙе белә, һиҙә, юлында көтмәгәндә тап булған “быуар йылан”дың төпһөҙ ауыҙына инеп барған һымаҡ. Бер үҙе генә түгел, улы менән.

– Улым, бәлки бөгөнгә картуф ҡына алырбыҙ? – тине ул әрһеҙ һәм әҙәпһеҙ, хатта оятһыҙ һатыусынан ҡотолоу өсөн генә.

– Әсәй, ә ниңә ҡарбуз алмайһың? – тине Рәмис.

         Күренеп тора, малай әсәһенең ҡарбуз алырына бик өмөт итмәй, ләкин, балалығына барып, еңмешләнә һәм бик өмөтһөҙ генә үҙ һүҙен һүҙ итергә тырыша.

         Һатыусы шул ваҡыт үҙенең әсә менән ул эргәһендә тороуын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.

– Сибәр ханыма ҡарбуз да, картуф та йәл түгел. Һеҙҙең матурлығығыҙға таң ҡалған минең һымаҡ егеттең бәләкәй генә бүләге сифатында ҡабул итегеҙ.

         Рәмис аңламай. Бер – әсәһенә, йә тиҙ-тиҙ нимәлер һөйләгән, үтә күп йылмайған мөһәбәт кәүҙәле ағайға ҡарай.

– Әсәй, нимә тине ул?

– Әйтмәне, ҡарбуз, йә картуф алығыҙ, тине.

         Ләйсән бер ҡатлы ҡыҙ бала түгел. Майлы ҡарашлы һатыусының нимә тәҡдим итеүен дә, үҙенән нимә талап ителеүен дә яҡшы аңлай. Тормош тәжрибәһе әллә ни ҙур түгел, һәр хәлдә, шулай булмаһа, улын яңғыҙы тәрбиәләмәҫ ине. Арзанлы мөхәббәт, үҙенең яҡын күренеүе, хатта ҡул һуҙымында булыуы менән әүрәтә, баш был осраҡта компьютер һымаҡ эшләй һәм ҡайһы ваҡыт “эленеп” тә тора. Аяҡ араһында йөрөгән улы – шул хаталарҙың береһенең емеше. Юҡ, юҡ, Ләйсән улын бик ярата, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Әле балалар тыуҙырыу йортонда уҡ, яңғыҙ табыуын белгәс, ярҙам итәбеҙ, тигән һылтау менән, улығыҙҙы алырға теләүсе бик хәлле ғаилә бар, тип ҡылын сиртеп ҡарағайнылар, шунда уҡ баш тартты. Аҙаҡтан, белеүенсә, тәҡдим итер аҡсалары ла мул ғына булған икән.  Үкенмәне Ләйсән, ана, ниндәй матур булып үҫеп килә улы. Ауылда олатаһы менән өләсәһе көтөп тора, хатта ҡулдан да төшөрмәйҙәр.

         Ә донъя көтөүе еңел түгел. Хатта ауылда ла. Бик һаҡ тотонһалар ҙа, аҡса еткереп булмаған заман. Һуң, бер ҡарбуз һатып алырлыҡ хәлең булмағас, баланы ымһындырып, ниңә бында урап инәһең? Һатыусыһы, йәш ҡатындың икеле-микеле уйҙарын уҡып торған һымаҡ, бар кәүҙәһе, булыр-булмаҫ һүҙ байлығы менән һаман да ҡамауын дауам итә. Оятһыҙ ир үҙе лә һиҙә, ул хәҙер олоғара баҙарҙың үҙәгенә әйләнде, яҡташтары, тын да алмай, уны күҙәтә һәм уның сираттағы еңеүенең йомарт тантанаһына әҙерләнә.

         Ҡатын иһә, уйламай ҙа, икеләнмәй ҙә, хатта һатыусының вәғәҙәләрен дә ишетмәй. Ниңә, донъя шул тиклем арзанға әйләндеме икән ни? Кисә генә бергә эшләгән әхирәте, Маргарита, бөтәһе алдында маҡтанып торҙо: “Ҡарбуз, апельсин, нектарин – минең өсөн проблема түгел. Ана, берәү менән танышҡайным, көн һайын күтәренеп килеп инә, йөҙөмөн, сливаһын күрге лә килмәй. Балаларымдың ауыҙы осоноп бөттө. Йәшәй белергә кәрәк”.

         Ләйсән Сәхиптең йөҙөнә күтәрелеп ҡараны. Бәй, был ҡарт күренә лә инде, моғайын, минең атайым йәшендәлер. Уның да минең һымаҡ ҡыҙҙары-улдары бармы икән? Бая ғына ҡорбанын бер һелтәүҙә һоғонорға әҙер торған йыртҡыс күҙҙәре ҡапыл йылмайҙы, иркәләгән төҫ алды һәм үҙе баҙарҙы яңғыратып көлөп ебәрҙе.

         Әллә Сәхип был юлы абынды инде, көрәш самаһыҙ оҙаҡҡа һуҙылды, тип иғтибар менән күҙәтеп торған яҡташтары еңел һулап ҡуйҙы. Сәхипме һуң инде бирешә торған кеше? Был юлы уның тырнаҡтарына үҙ ирке менән килеп ҡабырға йыйынған ҡорбаны ифрат ныҡ һатыулаша, күренеп тора, һатыусы тәҡдим иткән хаҡ менән риза түгелдер. Эйе, йәш күренә, улы ла бар, ләкин баҙар хаҡын улар түгел, һатыусы билдәләй. Бына – ҡарбуз, ул һеҙҙә 40 һум тора, ә мин уны 30 һумға алам, ти. Үҙенә зыян килтереп сауҙа итеүсе  бында оҙаҡ тормай, шунда уҡ бөлә һәм йөк ташыусылар рәтенә баҫа.

– Рәмис, улым, һин хәҙер әсәйең менән өйөңә ҡайт, ә кисен бынау ҡарбузды, бынау картуфты күтәреп, мин һеҙгә киләм.

         Һатыусы баянан бирле өнһөҙ генә, ләкин уңышлы ҡаршылыҡ күрһәтеүсе йәш ҡатындың иң йомшаҡ һәм яҡланмаған яғынан һуҡты. Үҙенең аҙғын һәм ерәнгес уйынына баланы йәлеп итте.

         Ҡатын асыулы ҡиәфәт менән һатыусыға ҡарай боролдо.

 

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: