+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Сентябрь 2021, 16:36

ҠАРБУЗ Хикәйә Икенсе өлөшө

– Әгәр һеҙ мине йәбештерергә уйлайһығыҙ икән, ни өсөн был эшкә минең улымды йәлеп итәһегеҙ? – тине Ләйсән. Ҡатын ҡабаланмай ғына, еренә еткереп, ирҙең күҙҙәренә ҡарап, әлеге мәлгә бәйле тәғәйен һүҙҙәр әйтте. Һатыусы эстән генә ҡалтыранып ҡуйҙы.

ҠАРБУЗ Хикәйә Икенсе өлөшө
ҠАРБУЗ Хикәйә Икенсе өлөшө

– Мин һеҙҙең намыҫығыҙға зыян килтерерлек һүҙҙәр әйтмәнем, – тине ул, ике ҡулын йөрәге эргәһенә ҡуйып. – Күреп торам, һеҙҙең аҡса яғы бик самалы, ә улығыҙ, йәй үтеп бара, ҡарбуз да ауыҙ иткәне юҡ. Бөгөн бит йома, бына, мәсеттән намаҙҙан килдек тә, үҙебеҙҙең эшебеҙҙе дауам итәбеҙ – һеҙгә, һеҙҙең халыҡҡа емеш-еләк, йәшелсә һатабыҙ. Мосолмандар бөгөн бер-береһенә ярҙам итергә, мохтаждарға хәйер бирергә тейеш. Шуны иҫәпкә алып, мин һеҙгә бына – ҡарбуз, әгәр кәрәкһә, картуф тәҡдим итергә уйлағайным. Ә һеҙ минең изге теләгемде, ғәфү итегеҙ, зинһар, ғәфү итегеҙ, әллә ҡайҙарға бороп ебәрҙегеҙ.

            Шул ваҡыт йәш ҡатын нәфрәтләнде, асыуынан туҙынып, сәсрәп китерҙәй булды. Ҡара һин уны, нимә һөйләй. Әле генә ниндәйҙер аңлашылмаған, оятһыҙ ниәттәр менән өйөнә килергә тәҡдим яһаны, ә хәҙер килеп, изге йома исеменән, мосолманлыҡҡа һылтанып, хәйер-саҙаҡа хаҡында һүҙ ҡуйыртмаҡсы.

            Сәхиптең тирә-яғында үҙ эштәре менән мәшғүл булған яҡташтары әле булһа күҙгә күренмәҫ алыштың кем файҙаһына барғанын аңлай алмай аптырана һәм өнһөҙ генә уларҙы күҙәтә.

            Ләйсән иһә, барыһын аптыратып, Сәхипкә ҡаршы һөжүмгә күтәрелде:

– Һеҙ нимә бушты һөйләйһегеҙ? Һеҙ әле генә, улымдың эргәмдә булыуына ла иғтибар итмәй, мине кәмһетеүсе, кешелек дәрәжәһенә тап төшөрөүсе оятһыҙ тәҡдим яһанығыҙ һәм, хәҙер килеп, үҙегеҙҙең ғәйебегеҙҙе танырға теләмәйһегеҙ. Һеҙҙең был аҙымығыҙ бер ниндәй язаһыҙ үтергә тейеш түгел. Етмәһә, быны, минең улымдан тыш, һеҙҙең эргәлә торған башҡа һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ишетте.

– Ләйсән ханым, мине һеҙҙең матурлығығыҙ һәм һеҙҙең улығыҙға ҡарбуз тәмләтергә теләү тойғоһо һеҙгә йылы мөрәжәғәт итергә мәжбүр итте, – тине һатыусы һаман да ике ҡулын да күкрәгенә ҡуйып. – Әйҙәгеҙ, быны онотайыҡ һәм уны булманы тип иҫәпләйек. Һеҙ миңә үҙегеҙ теләгән ваҡытта килә алаһығыҙ, мин һеҙгә ташламалар менән үҙегеҙгә оҡшаған еләк-емеште һатырмын.

            Ләйсән үҙенең барыбер еңелеүгә дусар ителеүен, ҡайҙа барһа ла, уның һүҙе үтмәҫен белә һәм ошо урында низағты ябып, ҡайтып китергә лә йыйынғайны. Ләкин бәхәскә улы Рәмистең яңынан килеп ҡушылыуы ваҡиғаларҙы ҡуйыртып ебәрҙе һәм бөтөнләй көтөлмәгән йүнәлеш алды.

– Әсәй, беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тине Рәмис, талапсан итеп.

– Фатирға ҡайтабыҙ, улым.

– Ә ниңә ҡайтабыҙ? Беҙ ҡарбуз да, картуф та алмайбыҙмы ни?

– Юҡ, алмайбыҙ.

– Әсәй, һин әле генә, бабай беҙгә картуф менән ҡарбуз килтерә, тинең. Беҙгә ҡарбуз да килтермәйме? Минең ҡарбуз ашағым килә, – тип малай иң ҙур ҡарбуздарҙың өҫтөнә менеп үк ултырҙы.

            Рәмистең был ҡылығы һатыусыны башын күтәрергә, күкрәген кирергә, ҡатынға тамаҡ төбө менән өндәшергә мәжбүр итте:

– Ханым, һаман да төшөнә алмайым, һеҙгә нимә кәрәк? Ҡарбузмы? Һайлап алығыҙ ҙа, аҡсаһын түләгеҙ ҙә, ана бара юлығыҙ! Әллә картуфмы? Килоһы – 40 һум. Аҡсаңды сығарып түлә лә, хуш булығыҙ!

– Ә мин һеҙҙән әллә артыҡ берәй нимә талап иттемме? – тине Ләйсән, нәфрәтләнеүҙән ҡалтыранған тауыш менән. Мин һеҙҙән бер нимә лә һораманым.

– Эйе, һораманығыҙ. Кем баянан бирле минән бушлай ғына ҡарбуз менән картуф эләктерергә самалап тора?

            Ҡатын, уңайһыҙланып, тирә-яғына ҡаранды. Исмаһам, бер танышы осраһа, ярҙам итерлек бер кешеһе булһа... Эргәһендә ҡапыл бушлыҡ хасил булғандай тойолдо, күҙҙәре ҡараңғыланды, шулай ҙа, улын етәкләп алды: “Әйҙә, улым, китәйек бынан. Быларҙың тырнағына килеп эләгергә яҙмаһын!”

            Ә һатыусы ҡатындың кинәт сигенеүен үҙенең файҙаһына ҡабул итте һәм эргәләге иптәштәренә үҙ телендә, Ләйсәнгә күрһәтеп, хихылдай ҙа башланы: “Ана, күрегеҙ, танығыҙ, минең иҫәпкә малайына ҡарбуз ашатырға самалағайны. Ярай, үҙем үткер, килеп сыҡманы был мутлығы”.

            Эргәһенә яҡташтары йыйылып китте, берәүһе, улын етәкләп, баҙарҙан сығып барған ҡатынды улы менән видеоға төшөрә башланы. Береһе һыҙғырҙы, икенселәре ят телдә мәсхәрәле һүҙҙәр ҡысҡырҙы.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: