+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Сентябрь 2021, 14:24

ҠАРБУЗ Хикәйә Өсөнсө өлөшө (аҙағы)

Рәмис әсәһе менән үҙенең ниндәй уйында ҡатнашыуын ҡайҙан белһен инде? Уларҙы шат бер егет подъезд алдында уҡ ҡаршы алды. Юл буйы мыжып килгән Рәмис ят ағайҙың ҡулындағы ҙур, оҙонса ҡарбузды күреү менән, йөҙө асылды. – Был кемгә? – тине ул, иҫәнләшеп тә тормай. – Һиңә, малай, һиңә! – Шул тиклем ҙурҙы алмаһағыҙ... – Күтәреп килә торғас, ҡул ҡалманы, – тип көлдө егет. – Тегеләр ҙә хәйләкәр. Ҙурыраҡ ҡарбузды алһаң, табыш та күберәк бит. Бынауы бер утыҙ кило булғандыр.

ҠАРБУЗ Хикәйә Өсөнсө өлөшө (аҙағы)
ҠАРБУЗ Хикәйә Өсөнсө өлөшө (аҙағы)

– Белмәйем, быны нисек ашап бөтөрбөҙ икән...

– Борсолма, һыуытҡысҡа һалһаң, бер аҙнаға тиклем һаҡлап була.

– Ҡара уны, эҫе һыу юҡ, шулай булғас, ҡарбузыңды үҙең ҡырып йыуаһың.

         Был һүҙҙәрҙе егет өйгә саҡырыу тип ҡабул итте. Ҡарбуз ҡырып йыуылды һәм бәләкәй генә батмуста урын алды. Егет өйрәнгән хәрәкәттәр менән ҡарбуздың яртыһын айырып алды ла, ваҡ ҡына киҫәктәргә турап ташланы.

– Һин – молодец! – тине егет. – Теге әзмәүерҙе күҙ менән ҡаш араһында ботарланың да һалдың. Ҡайҙа барып эләккәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды шикелле. Әллә кем булып тора ине. Иртәгә нимә эшләр икән?

Ә ҡарбуз тәмле ине. Мулыҡтылар өсәүләшеп, алһыу һыуын ағыҙа-ағыҙа, кимерҙеләр. Рәмис ашауын онотто, йоҡоһо килгәнсе, ҡарбуз тулы батмус тирәһендә өйөрөлдө.

– Етәр, улым. Әтеү түшәгеңде еүешләп ятырһың, – тип киҫәтеп тә ҡараны, ләкин тыңлата алманы.

 

***

 

         Сәхип, кисен аҡсаһын тапшырғандан һуң, үҙендә ниндәйҙер аңлашылып етмәгән хистәр кисерҙе. Анау ҡатынға юҡҡа бәйләнде. Нәфсе тигәнең тыныс ҡына йөрөргә ирек бирмәй, күптән тышауланған, ләкин әле һаман танһығы ҡанмаған күңеле гүзәл затҡа – йәшерәгенә, һутлырағына ынтыла. Шулай ҙа, арығайны. Хатта һырпаланып килгән бындағы ҡатынын да, һинең ҡайғың юҡ, тигән ҡиәфәт менән ситкәрәк этеп ҡуйҙы.

         Ир һиҙенә, ул – баҙар майҙанында иң бәләкәй, хоҡуҡһыҙ, һәр кем аяҡ һөртөп китерлек бәндә һәм уға һаҡ булырға кәрәк. Ара-тирә эләккән ял минуттарында Сәхип үҙен бик ябай һәм оҫта итеп күрһәтә белә. Йәштәр уның һәр һүҙен йотоп алырға әҙер, улар уны ярата, икенселәре хөрмәт итә, ә барыһы бергә уны күрә алмай һәм туҡмап китергә әҙер.

         Баҙар эсендә һөйләйҙәр, Сәхипте ошонда ултыртҡан кешеләр сауҙа үҙәгенең төп менеджерына әллә нисә йөҙ меңме, әллә миллионмы өҫтәп биргән, ҡала хакимиәтенән дә хуплағандар, тип ишетелеп ҡалды. Шулайҙыр. Ана бит, һәр кис, уның эргәһенә килеп, тоҡ-тоҡ аҡса алып китәләр. Аҡса ташыусы һауалы һәм тәкәббер егеттәргә, улары иҫәнләшеүҙе лә кәрәк тип тапмай бит әле, бындағылар ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай. Ә был даирәлә иҫәнләшеү, сәләм биреү – төп талаптарҙың береһе. Әгәр һиңә сәләм биреп хөрмәтләмәйҙәр икән, тимәк, һин быға лайыҡ түгелһең.

         Төн урталарында Сәхип үтә лә ҡурҡып көткән телефон номерынан шылтыраттылар:

– Унда һинең тағы нимә булды? – тип һоранылар.

– Ә, теге ҡатынмы, бәләкәй малай менән?

– Белмәйем. Хужа бик асыулы, сайттарҙы тултырғандар. Әҙерлән, һиңә иртәгә бик ауыр буласаҡ.

– Унда бер ни ҙә булманы. Яла яғалар, мине ситкә тибергә теләйҙәр, – тип ҡалтырана-ҡалтырана һөйләнде һатыусы.

– Үҙеңде, ышанысты аҡламау сәбәпле, ситкә тибелеүселәр сафында иҫәпләй алаһың, – тип һөйләшеүҙе өҙҙөләр.

         Ҡайҙан белһен инде наҙан һатыусы, сайттарҙың нимә икәнлеген һәм уның уларға ниндәй мөнәсәбәте булыуын.

Сәхип эшкә бөгөн иртәрәк килде һәм шаҡ ҡатты, кисә генә уның ауыҙына ҡарап торған егет-елән, уны күрмәмеш булып, иғтибарынан мәхрүм итте. Төркөм-төркөм булып һөйләшеп тороуҙарын, уға боролоп ҡараштырыуҙарын, шат йөҙҙәрен күреп, үҙе хаҡында һүҙ барыуын һиҙҙе. “Юҡҡа ҡыуанаһығыҙ. Ҡабаланмағыҙ әле. Абзыйығыҙҙы ат өҫтөнән ҡолатырға ашыҡмағыҙ”, – тине ул эстән генә.

Сәхипкә уҡыу бик эләкмәһә лә, сауҙа серҙәрен бында унан да яҡшыраҡ белгәндәр юҡ һәм уларҙың кәрәге лә юҡ. Бына, күрәһегеҙме, ул биләгән нөктә, килеп кергәс тә, иң алда тора һәм ингән бер кешене ҡабул итергә, уны хеҙмәтләндерергә әҙер. Сөнки һәр бер кеше иң тәүҙә уның киң ҡосағына эләгә һәм бик һирәктәр генә ул маҡтап һатҡан емеш-еләкте алмайынса ҡоролай үтеп китә. Табыш өсөн күҙгә күренмәҫ көрәш йылдар буйы, көн һайын иртәнән башлана һәм ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Хатта йоҡлағанда ла тынмай. Әллә кемдәр Сәхиптең урынын эләктереү хыялы менән яна һәм уны этеп төшөрөү буйынса пландар ҡора. Ә Сәхип үҙенең был урынға хужа түгеллеген яҡшы аңлай. Уның бурысы – күберәк һатыу һәм хужаға мулыраҡ табыш килтереү. Әгәр уның ҡулынан килмәһә, быны башҡалар башҡарасаҡ.

Шәмбе баҙары һәүетемсә генә башланды. Көн аяҙ һәм ҡояшлы, әммә шаңғытырлыҡ түгел. Оҙаҡламай эҫенән йонсоясаҡ халыҡ фатирҙарынан сыҡты һәм кем уҙарҙан баҙарҙы ҡамай башланы.

Сәхип алдараҡ ятҡан ҡарбуздарҙың, помидорҙарҙың, алмаларҙың күҙгә күренер-күренмәҫ саңын көнбағыш майы һеңдерелгән сепрәк менән һөртөп ялтыратып ҡуйҙы. Эстән генә һатып алыусыларҙы йәлеп итә торған, үҙе генә белгән доғаны уҡыны.

Башланды! Ана – уның һатып алыусылары, илаһи доғаның ҡөҙрәтенә буйһоноп, уның еләк-емештәрен тотҡолап ҡарай ҙа башланы.

Был ни ғәжәп? Тотҡолайҙар, хаҡын белешәләр, тик алыусы юҡ, мыҫҡыллы йылмайғандай, ары үтәләр. Аңламай Сәхип, үҙе тирәһендә нимә барғанын күҙ алдына ла килтерә алмай. Ә эргәһендәге егет-елән ана ниндәй күңелле ҡиәфәт менән сауҙа итә! Һатыулашып та тормай, ҡарбузын да, ҡауынын да тоттора ла ебәрә.

Сәхип үҙен ҡапҡанға эләккән ҡомаҡ һымаҡ итеп тойҙо. Эргәһендә – һөнәрҙәштәре, яҡташтары, унан ярҙам күргән кешеләр, ләкин береһе лә уны бар тип тә белмәй. Бындай хәлдә нисек йәшәмәк кәрәк? Күҙенә кисәге ҡатын менән улы салынып ҡалғандай булды. Исемдәре нисек ине һуң әле уларҙың? Ана, рәттәр араһынан, кешеләр диңгеҙен йырып, уға туп-тура ҡарап, әллә кемдәрҙе эйәрткән участковый килә ята. Улар килеп етте лә, шат йылмайышып, һатыусыны уратып алды һәм рөхсәт ҡағыҙҙарын күрһәтеүен һораны.

Һатыусы эргәләге йәшниккә тығып ҡуйған бөгәрләнеп бөткән ҡағыҙҙарын алыр өсөн эйелгәндә, һушында ине әле. Кемдер йән көсөнә елкәһенә биргән һымаҡ булды, әллә башы өҙөлдө, әллә уға шулай тойолдо, аҙ ғына туңҡайҙы ла, ҡарбуздары өҫтөнә ҡоланы ла ҡуйҙы. Һатыусы иҫен юғалтты. Мәрхәмәтле берәү “тиҙ ярҙам” саҡыра һалды.

Сәхиптең ҡапыл ҡолауын эҫе ҡояшҡа һылтанылар. Бәй, шулай булмай ни, бындай ҡайнап торған көндә һап-һау кешеләр ятып үлерлек. Дауаханаға етеп килгәндә һатыусы, йыш-йыш тын алып, үҙенең әлегә тере икәнлеген һиҙҙерә ине әле...

Баҙарға ингән ерҙә генә хужаһыҙ ҡалған нөктә һәм тау-тау булып өйөлөп ятҡан еләк-емеш хаҡындағы хәбәр халыҡҡа аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ тәьҫир итте. Шул тиклем байлыҡтың әрәм булып, юҡҡа сығыуына юл ҡуйырға ярамай. 5-6 минут эсендә иң ҙур һәм бай нөктәнән буш урын һәм йәшниктәр генә тороп ҡалды. Кемдер ҡарбуз эләктергән, ә башҡалар ҡауын күтәргән, ә иң бәхетлеләр йәшник тотҡан.

Тап шул минуттарҙа әсәһе айына 20 мең һумға яллаған фатирҙа йоҡлап ятҡан 5 йәшлек малай уянды:

– Әсәй, минең түшәгем еүешләнгән, – тип иғлан итте.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Ф. Ильясова
Читайте нас: