– Өләсәй, әйҙә! Бөтә донъяны инстаграмдан ғына ҡарап ултырасаҡһың, – тип өҙмәй ҙә ҡуймай ҡыҙыҡай.
– Уныһы нимә була һуң? – тип аптырай әбей.
– Бына, ҡара, был минең битем, йәғни страничкам. Ә был минең ава.
– Ә был һүрәттәге күҙе аҡшайған, ауыҙы остайған, осаһының яртыһын ябырҙай ҙа итәге булмаған кем тора ул?
– Мин ул, өләсәй.
– Әстәғәйем, балам, сәпсим үҙеңә оҡшамағанһың. Һин бит сәпсектәй генә ҡыҙсыҡ, ә һүрәттәгенең түше йомғаҡтай, осаһы яҫтыҡтай, ирене минен алаҡайҙыҡындай бар! Тфьү!
– Хәҙер бөтә ҡыҙҙар ҙа фотоларын шулай фотошоплай, өләсәй, аптырама. Бына бында минең дуҫтар.
– Аһ-аһ, анау бандит Абдулла һинең дуҫмы әллә? Үткәндә матасы менән бәпкәмде тапатып китте.
– Ул просто праваны һатып алған, газ менән тормозды айырмай, шуға тапаған. Ә үҙе ауылдағы иң крутой егет! Ниндәй статус ҡуяйыҡ һиңә, өләсәй? “В любви все возрасты покорны” тийәекме? Әллә “Только встретив настоящего парня, ты понимаешь, как ты ошибалась раньше, называя кого-то лучшим” Әллә “Меня обидеть — раз плюнуть, но плевать придется кровью” тип ҡуяйыммы? Во, таптым! “Будь всегда самой собой, и тогда он будет твой!” Шәп бит! Шуны ҡуям.
Ғәзимә әбей ҡулын ғына йәйә, ейәнсәре вис белә бит инде.
– Семейное положение тигәне?
– Палажинйе тип... олатайыңдың үлгәненә егерме биш йыл бит инде.
– Значит, в активном поиске. Шулай тип ҡуябыҙ.
– Эш урыны?
– Эш урыным ни баҡса, бәпкәләр, кәзә, йөн ойоҡ.
– Фермерское хозяйство улайһа. Ә профессия? Кем булып эшләнең?
– Мин ней йәштән лиспрамхузда урман ҡырҡыуҙа йөрөнөм, йәйҙәрен бесән саптым.
– Тимә-әк, ландшафтный дизайнер. Тәк, Хәҙер фотоға төшөрәм.
– Ҡуй, балам, һүрәт ҡуймайыҡ, тешем юҡ, бит сирыш, сәсем ап-аҡ, көмөрәйгәнмен.
– Не переживай, ба! Фотошоп нимә өсөн һуң? Все будет тип-топ! Хәҙер ошолайтып сәсеңә прическа... битте шымартабыҙ, күҙҙе ҙурайтабыҙ, иренде ҡабартабыҙ, түште ниндәй размер итәйек? Өс? Ярай, биш булһын. Во! Ҡара.
– Әстәғәй, минең был һүрәтте күрһә олатаң ҡәберҙән сығып килеп, ҡабат яусылар ине ул. Үлмәй аптыратыр ине әле!
– Булды, өләсәй, хәҙер һин – инстаграмда.
Ошонан һуң ни булды тиһегеҙме? Иртәгәһенә Ғәзимә ҡарсыҡҡа үрге ос Рәхимйән ҡарттан, йәш сағында ҡарамаған булған Фаиз хәҙрәттән, хатта күрше ауыл Әптелхәй бабай ҙа “подписаться” итте. Ауылдың “ самые красивые девушки” тигән төркөмө фотоһын алып ҡуйҙы. Ә лайктарҙың иҫәбе-һаны булманы. Хатта бәпкәһен тапап үткән бандит Абдулла ла йөрәккә баҫҡан ине. Хәҙер Ғәзимә әбей ҙә инстаграмдан сыҡмай. Сөнки унда күңелле, матур, рәхәт!
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"