+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Сентябрь 2021, 20:36

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Беренсе көн

Иртәнге яҡ, йәйҙең – һуңғы, көҙҙөң тәүге көндәре. Тормоштоң матурлығын үҙҙәре йәшәгән йорттоң подъезынан килеп сыҡҡан Фәриҙә менән Данистың шат йөҙҙәренән дә күрергә була. Улар икеһе лә бәхетле һәм тормоштан ҡәнәғәт. Һеҙҙә һорауҙар тыумаһын өсөн, асыҡлыҡ индерәбеҙ, улар әлегә рәсми теркәүһеҙ, йәғни, ЗАГС-һыҙ, ләкин мулла уҡыған никах менән генә йәшәп яталар. Ғәжәпләнмәгеҙ, ундайҙар бик күп. Хатта улар никахлашып та тормай. Йәнәһе, үҙҙәренсә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен шундай ҡаты һәм ҡәтғи һынауға дусар итәләр. Әлбиттә, кемдер егет менән ҡыҙ, ҡулдарынан тотоп ултырыуҙан башҡа хәрәкәттәргә юл ҡуймай, мөхәббәт хаҡында ғына һөйләшә һәм үбешеүҙән ары ҡуҙғалмай тип иҫәпләһәләр, хаталаналар.

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Беренсе көн
ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Беренсе көн

Иртәнге яҡ, йәйҙең – һуңғы, көҙҙөң тәүге көндәре. Тормоштоң матурлығын үҙҙәре йәшәгән йорттоң подъезынан килеп сыҡҡан Фәриҙә менән Данистың шат йөҙҙәренән дә күрергә була. Улар икеһе лә бәхетле һәм тормоштан ҡәнәғәт. Һеҙҙә һорауҙар тыумаһын өсөн, асыҡлыҡ индерәбеҙ, улар әлегә рәсми теркәүһеҙ, йәғни, ЗАГС-һыҙ, ләкин мулла уҡыған никах менән генә йәшәп яталар. Ғәжәпләнмәгеҙ, ундайҙар бик күп. Хатта улар никахлашып та тормай. Йәнәһе, үҙҙәренсә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен шундай ҡаты һәм ҡәтғи һынауға дусар итәләр. Әлбиттә, кемдер егет менән ҡыҙ, ҡулдарынан тотоп ултырыуҙан башҡа хәрәкәттәргә юл ҡуймай, мөхәббәт хаҡында ғына һөйләшә һәм үбешеүҙән ары ҡуҙғалмай тип иҫәпләһәләр, хаталаналар.

Шуның өсөн дә шат бөгөн Фәриҙә менән Данис. Егет бөгөнгә хушлашыр алдынан ҡыҙының сикәһенән үпте һәм: “Һәйбәт көн теләйем һиңә, һөйөклөм! Кискә беҙҙе ифрат етди һөйләшеү көтә. Кисен яратҡан кафебыҙҙа осрашырбыҙ”, – тип хушлашты.

            Был һүҙҙәрҙе ишеткән Фәриҙә бер нисә секундҡа ерҙән айырылып, анау аҡ болоттарға ҡушылып, осоп киткәндәй булды. “О, ес! Ниһайәт!” – уға шатланырға нигеҙ бар. Өс йыл көттө ҡыҙ был көндө, өс йыл хеҙмәтсе урынына тир түкте. Ә өйләнмәгән, фатир хужаһы булған, әсәһенең берҙән-бер улына ярауҙың ни тиклем ауыр икәнлеген был һынауҙарҙы үҙ елкәһендә татыған ҡыҙ ғына белә.  О, был иркә малайҙың талаптары һәм мыжыуҙары! Аһ, уның ыңғайына һыпырыуҙары! Фәриҙәгә хатта ойоҡ бәйләргә һәм яманырға, иҙән йыуырға, ҡырҡҡа яҡын төрлө аш-һыу бешерергә өйрәнергә тура килде. Кем әйтмешләй, әлбиттә, өйрәнгәнең үҙең өсөн, ләкин ул ғүмер буйы хеҙмәтсе ролендә йөрөргә уйламай.

            Эшкә барып инеү менән, Фәриҙә:

– Мине бөгөн бик мәшәҡәтләмәҫкә тырышығыҙ. Яҙмышым хәл ителә торған көндө, исмаһам, тыныс ҡына үткәрәйем һәм ҡабул итәйем.

– Нимә булды? – тип коллегалары һырып алды.

– Иртәгә белерһегеҙ, – тип тынысландырҙы уларҙы Фәриҙә. Дөрөҫөрәге, өс йыл буйы көткән бәхетле мәлдең, бер нисә минут эсендә билдәле булып, ҡыҙыҡһыныу юғалыуын теләмәне.

Коллегалары бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып ҡуйҙы.

Фәриҙә минут һайын сәғәтенә ҡарай һәм киске етегә тиклем ваҡытты барлай. Данистың тәҡдимен ишетеп, ҡабул иткәндән һуң Фәриҙә үҙҙәренең хәҙергә тиклемге тормошона етди үҙгәрештәр индерергә уйлай. Иң тәүҙә ишектән башларға кәрәк. Фәриҙә иртәгә үк ишектәге йоҙаҡтарҙы алыштырасаҡ. Ни өсөн? Буласаҡ ҡәйнәһе, хәҙергә – Данистың ғәмәлдәге әсәһе – Ғәфиә апай, үҙ фатирына ингән һымаҡ, килеп, ишекте тибеп асып йөрөмәһен өсөн. Хеҙмәттә ҡатнашыу, йәғни, өйҙәге эштәр ҙә бүлешеү йәһәтенән етди һөйләшеү талап итә. Әлегә икеһе лә эшләй. Дөрөҫөрәге, Данис эшләй һәм ғаилә ҡаҙнаһына күберәк аҡсаны ул килтерә.

Кешеләр Фәриҙәгә күп тапҡыр әйткәне бар. Ситтән ҡарағанда, уларҙан да бәхетлерәк кеше юҡ һымаҡ. Ирҙең эшләүе, ә ҡатынының, әйтәйек, сибәр һәм һылыу булыуы, халыҡ-ара стандарттарға ярашлы, төп күрһәткестәрҙең береһе. Юҡ, был осраҡта һәйбәт ир һәм егәрле хужабикә билдәләмәһе менән сикләнеү урынһыҙ. Сөнки, берәүгә лә сер түгел, Фәриҙә – сибәр, егәрле һәм уңған. Ә инде Данисҡа килгәндә, нимә әйтергә лә белеп булмай. Әхирәттәре күп тапҡыр, һинең параметрҙар, бынауы бишенсе үлсәмең менән генә әллә ниндәй хөрмәткә һәм иғтибарға дәғүә итә алаһың. Ә ниңә иреңә шундай бейек кәпәс кейҙерҙең? Беләбеҙ, ул үҙеңдән ярты кәпәскә тәпәшерәк. Шулай булғас, һинең тарафтан уның тар маңлайына саталы-саталы мөгөҙ ҡуйыу – үҙе бер һауап, тигәне бар.

Ә инде Данистың эшләүенә килгәндә, уның үҙе эшләгән завод хужаһына хәл иткес мөнәсәбәте бар. Данистың әсәһенең әллә ауылдашы, әллә тыуған-тыумасаһы.

Төшкө ашты саҡ еткерҙе Фәриҙә. Әхирәттәре иһә, емтек аулаған ҡоҙғон һымаҡ, уның ауыҙынан хәбәр көтә.

– Бәлки ауырға ҡалғандыр, – тине береһе. – Улай тиһәң, алдына нимә һалһаң да, һыпырып ашай, аш төрләмәй.

– Фатир һатып алғандыр.

– Фатирҙашы авто бүләк иткәндер. Мәҫәлән, “Матиз”.

            Өҫтәл артында ултырғас, ҡыҙҙарҙың береһе:

– О, Фәриҙә, һин бөгөн бигерәк матур күренәһең! – тип коллегаларына күҙ ҡыҫты.

– Үҙем дә һиҙәм, – тип һөйләнде Фәриҙә, йөҙө яҡтырып, түше кирелеп, танауы күтәрелеп ҡуйҙы. – Өс йыл көттөм! Етәр! Миңә статусымды үҙгәртергә ваҡыт!

– Әлбиттә, күптән ваҡыт! Һинең һымаҡ сибәр ҡыҙ күптән күберәккә лайыҡ! – тине икенсеһе.

– Беҙ һинең өсөн шатбыҙ! – тип өсөнсөһө Фәриҙәне иң һуңғы сиккә еткереп ҡуйҙы.

– Ысынлапмы? – тип ысынлап шатланды Фәриҙә. – Йә, әйтегеҙ әле, ҡайҙан ишеттегеҙ? Кем “тиште”?

– Берәү ҙә “тишмәне”, – тине ҡыҙҙарҙың береһе, – беҙҙең идаралыҡ уны өс йыл көтә.

– Булмаҫ! Һеҙ мине берәйһе менән бутамайһығыҙмы? Мәҫәлән, үҙең менән?

– Юҡ, юҡ! – тине теге ҡыҙ. – Миңә әлегә ундай бәхет янамай.

– Уф, ҡыҙыҡайҙарым! – тип күҙ алдында сиселде сер ҡапсығының ауыҙы. – Шундай тулҡынланам, үҙем нимә эшләргә белмәйем.

– Ә һин нимә эшләнең? – тине ҡыҙҙарҙың икенсеһе.

– Минме? Мин, ғәфү итегеҙ, әхирәткәйҙәрем, мин илап ебәрә яҙҙым. Билләһи! Күҙҙәремә йәш төйнәлде.

– Шулай уҡмы? – тине ҡыҙҙарҙың өсөнсөһө. – Иларлыҡ булдымы?

– Мин дә илар инем, – тине ҡыҙҙарҙың беренсеһе. – Тик ундай бәхет миңә эләкмәҫ инде.

            Фәриҙә эштән иртәрәк китте. Мәсет эргәһенән үтеп бара ине, мул ғына хәйер өләште. Әйҙә, уның шатлығын уртаҡлашыусылар күберәк булһын!

            Инергә уйламай ҙа ине. Аяҡтары үҙенән-үҙе, тартҡылашып, төрткөләшеп, тигәндәй, мөйөштәге, ҡаланың иң ҙур, бай ҡыҙҙары ғына йөрөй торған туй күлдәктәре салонына алып керҙе. Аһ, уны ҡаршы алыуҙары!

– Һеҙ – моңло һәм серле! Үҙегеҙҙе һәр ваҡыт шулай тотоғоҙ! Бөгөн һеҙҙең яҙмышығыҙ хәл ителә! Бына һеҙгә иң һуңғы мода буйынса тегелгән, кисә генә Франциянан килгән эксклюзив туй күлдәге. Хатта Мадонна унынсымы, ун беренсеме никахына ошондай күлдәк тектергән, ти.

            Кейеп ҡараны Фәриҙә, оҡшатты! Ысылнап та, бынауһы тап уның өсөн генә тегелгән һымаҡ! Хаҡы ла матур ғына. Эй, асыҡ ауыҙ инде ошо Фәриҙә! Кейеп ҡарай-ҡарай мауығып киткән, кафеға һуңлай яҙҙы. Ярай, такси тура килде. Барып инһә, Данисы, әллә үпкәләй ҙә һалған инде, һөмһөрө ҡойолоп ултыра. Үҙе ғүмерҙә һуңламаған кеше, ваҡытты буш үткәрергә яратмай.

            Ашап килдеме икән, өҫтәле ҡойто ғына күренә. Бына ашап бөттө, башын күтәреп, ҡыҙға ҡараны. Көсәнеп кенә йылмайҙы.

– Һин бөгөн бигерәк матурһың, – тине.

– Һинең эргәңдә генә мин матур. – тине Фәриҙә, һүҙҙәрен дә тапты.

            Данис уфтанып ҡуйҙы:

– Мин һиңә рәхмәтлемен, Фәриҙә. Шуның өсөн һинең менән һөйләшергә булдым, – тине егет ниңәлер көс-хәл менән, тип әйтерлек.

– Әйтһәң, әйт тә инде! – тип урынында боршаңланы ҡыҙ.

– Эйе, һиңә рәхмәт! Үткән өс йылда беҙҙең төрлө ваҡыт булды. Ләкин, барыбер, һиңә рәхмәтем күберәк.

– Әйҙә, ошо рәхмәтеңде артабан да күңелдәребеҙҙә һаҡлайыҡ, – тине Фәриҙә, һүҙҙәрен дә ваҡытында еткерҙе.

– Эйе шул! Ул рәхмәттәр күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр.

– Йә, нимә көттөрәһең. Шулай булғас...

– Эйе, шулай булғас, беҙ, Фәриҙә, һинең менән хушлашабыҙ.

– Нисек хушлашабыҙ?

– Аңлата белмәнем. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең юлдарыбыҙ айырыла.

– Нисек айырыла? Беҙ айырылышабыҙмы?

– Эйе. Һин үҙеңде азат тип иҫәпләй алаһың. Мин һиңә бәхет теләйем! Үҙеңдең әйберҙәреңде мин фатирҙа булған көндө, уңайлы ваҡытта, барып алыу мөмкинлеге бар.

            Әйберҙәр хаҡында һүҙ сыҡҡас ҡына, Фәриҙә үҙе өсөн яңы торлаҡ эҙләү ихтыяжы барлығына төшөндө.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: