+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Сентябрь 2021, 12:33

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Икенсе көн

Эйе, хәҙер Фәриҙәгә үҙенә йәшәү урыны эҙләргә тура киләсәк. – Ғәфү ит, – тине лә ул урынынан һикереп торҙо һәм тыҡылдата баҫып бәҙрәф яғына ыңғайланы.          Ҡыҙҙың көс-хәл менән атлап барыуын егете күрәме икән? Фәриҙә һиҙә, егете унан ҡотолоп ҡына ҡалырға теләмәй, ә ғәм халыҡ алдында унан баш тарта, йәки ҡыуып сығара. Фәриҙә иң тәүҙә апаһына шылтыратты.

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Икенсе көн
ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Икенсе көн

– Нимә булды? Тиҙ һөйлә! Ваҡытым юҡ! – тине апаһы ҡәтғи генә.

         Яуап итеп Фәриҙә һығылып-һығылып илай башланы:

– Апай... – тип кенә әйтә алды ул.

– Тыныслан. Үҙеңде ҡулға ал. Нимә булды?

– Ул минән баш тартты. Эйе, миңә өйләнергә теләмәй.

         Мәрйәм апаһы шунда уҡ киләсәктә буласаҡ көрәшкә ҡушылып китте:

– Әле һеҙ ҡайҙа?

– Кафела.

– Кем саҡырҙы?

– Үҙе саҡырҙы – Данис.

– Оһо! Биш йыл бергә йәшәгән кәләштән ҡотолоу өсөн, кафеға аҡсаһын йәлләмәгән.

– Апай, биш йыл түгел, өс йыл.

– Үҙең уйлап ҡара, эш йылдамы ни? Миңә тимәгәйе, унау булһын, ләкин уның һинән еңел генә ҡотолорға хаҡы юҡ!

– Мин дә шулай уйлайым, апай, нимә эшләп ҡарайым икән?

– Һинең ҡулыңда бер нисә мөмкинлек бар. Хәтерем алдамаһа, Данис һинән тәпәшерәк. Тимәк, һин уны еңә алаһың. Өҫтәлегеҙҙә ниндәй блюдолар бар?

– Кофе, йогурт, ниндәйҙер бутҡа...

– Үәт, ҡомһоҙ! Кафеға килеп, кеше бутҡа ашап ултырамы? Иң һуңғы сиктә, өҫтөнә кофе һибеп, битен бутҡаға ҡаплай алаһың.

– Апай, мин улай көрәшергә теләмәйем. Һин миңә өйрәт, мин уны нисек үҙемдең эргәмдә ҡалдырайым?

– Фатирының асҡысы һиндә бармы?

– Бар. Бер юлы ошо булыр, кереп бикләнәһең дә, сыҡмайһың.

– Йәбешеп ятайыммы? Теләһәң, нимә эшлә, сыҡма! Һеҙҙең никах теркәлгәнме?

– Беҙҙең никах бар, ләкин ЗАГС ҡағыҙы юҡ.

– Аңлашылды. Кейәүең һиңә “талаҡ” әйттеме?

– Ниндәй талаҡ? Ишетмәнем.

– Дини йолалар буйынса, никах уҡылһа, айырылыу өсөн уның, ҡатынына ҡарап, өс тапҡыр: “Талаҡ!” – тип әйтеүе мотлаҡ.

– Нисек өс тапҡыр талаҡ?

– Талаҡ! Талаҡ! Талаҡ! Төшөндөңмө? Ошо өс һүҙҙән тыш, ул һине айырып ебәрә алмай.

– Бер аҙ төшөндөм. Хәҙер мин унан ошо һүҙҙәрҙе әйттерергә тейешме?

– Киреһенсә, һин был һүҙҙәрҙе әйттермәҫкә тырыш. Ә хәҙер эргәһенә бар ҙа, иғлан ит: “Мин һинең тәҡдимеңде ҡабул итергә әҙер. Үҙем дә һинең ҡарарыңды көтөп йөрөй инем”, – тиң.

– Һин нимә һөйләйһең, нисек көтөп йөрөйөм?

– Ҡыҙма. Һин әле уның тәҡдименән шаңғып ҡалғанһың. Тимәк, айырылышыуға әҙер түгелһең. Хәҙер һиңә ваҡыт кәрәк. Иң кәмендә – аҙна-ун көн. Шул ваҡыт эсендә һин никахығыҙҙы һаҡлау өсөн аныҡ план менән эш итергә тейешһең.

– Нимә тип әйтәйем?

– Шартына килтер. Йолаға ярашлы, никах уҡытҡанда кемдәр булһа, шул уҡ кешеләр никахты юҡҡа сығарғанда ла булырға тейеш, тип әйт. Бөтәһен дә йыйығыҙ, халыҡты әҙерләгеҙ, әсәһенең фатихаһын алығыҙ һәм ҡалғаны – һеҙҙең ҡарамаҡта. Йәғни, хуш, Хәйрүш!

         Фәриҙә тиҙ генә Данис эргәһенә сыҡты. Уныһы ҡасып китмәһә, ярар ине. Ултыра. Бутҡаһын көйшәй һәм ара-тирә тирә-яғына ҡараштырып ҡуя.

– Мин – риза, – тине Фәриҙә яғымлы ғына. – Үҙем дә көтөбөрәк йөрөй инем. Әйткәндәй, мин дә һиңә рәхмәтлемен. Һинең менән бергә саҡта, миңә еңел булды. Иҙән йыуырға, аш бешерергә өйрәндем.

– Мин һин бешергән аш-һыуҙы һағынып иҫкә аласаҡмын! – тине Данис, күңеле йомшарып. – Үҙ-ара бәйләнештәрҙе һаҡларбыҙ.

         Фәриҙә өҫтән-мөҫтән генә, йоланы үтәүгә ярашлы, талаптарҙы һанап сыҡты. Данис тыныс ҡына тыңланы. Бер генә аныҡлаусы һорау бирҙе:

– Былары мотлаҡмы? – тип өндәште.

– Әлбиттә! – тине Фәриҙә, күҙен дә йоммай. – Икенсе тапҡыр никахлашҡанда, һеҙҙең өсөн бер сикләү ҙә булмаясаҡ. Мин дә тыныс күңел менән үҙемдең бәхетемде артабан эҙләй алам.

         Был хәбәр Данисты һиҫкәндерҙе:

– Әллә һинең берәйһе бармы? – тине ул.

– Мин һиңә тоғро булдым, Данис, – тине Фәриҙә. – Шулай ҙа, тәҡдимдәр булды, ләкин мин бер ваҡытта ла башымды юғалтманым.

         Фәриҙә аҡрынлап никахта ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың исемлеген барлай башланы. Егермеләп кеше булған. Уның яғынан – унлап, ҡалғандары – Данистыҡылар. Исемлектең иң башында – кейәүҙең, элекке кейәүҙең, тип әйтергә тел әйләнмәй, әсәһе – Ғәфиә апай. Килен менән ҡәйнә мөнәсәбәттәренең нисек булырға тейешлеген аңлағандарға өйрәтеп тормайбыҙ. Әгәр улар татыу һәм матур йәшәһә, бер һүҙ ҙә булмаҫ ине. Ләкин был осраҡ ул хаҡта түгел. Ғәфиә апай менән Фәриҙә, Данисҡа ҡарата йоғонто йәһәтенән, артыҡ низағҡа барманылар, шым ғына һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә, йәғни, ҡан ҡоймай ғына “киҫтеләр”. Фәриҙә ҡәйнәһенән бер изгелек тә көтмәне, көрәшмәне. Бәхәс килеп сыҡҡан осраҡта, ишетмәмеш, йә күрмәмеш булыуға өҫтөнлөк бирҙе. Иң ҡыҙығы шул, килененең бындай холҡо ҡәйнәһенә оҡшаны. Ләкин яратты, тип әйтеүҙән алыҫ ине.

         Фәриҙәне иң ғәжәпләндергәне шул, ярҙам уға иң тәүҙә бөтөнләй көтмәгән яҡтан килде. Әлбиттә, Данис буш йөрөмәгән, Фәриҙәгә тиҙ арала алмаш таба һалған һәм, уныһын эйәртеп, әсәһенә барып еткән. Унда булған ваҡиғалар хаҡында кеше төрлөсә һөйләй. Күбеһе уйҙырма, ә бына йәш килендең кейәүенән ярты кәпәскә түгел, бер башҡа бейегерәк икәнлеге бөтәһенә лә мәғлүм. Хатта йәнәш атлап барғанда, кемгәлер ҡыҙ егетен, йәғни, Данисты, ҡултығына ҡыҫтырып барған һымаҡ тойолған. Дөрөҫ түгел, һис тә улай булмаған. Эйе, Данис уныһын әсәһенең өйөнә алып барған, таныштырып аҙапланған, ләкин тәүге күрһәтеүе уңышһыҙлыҡҡа дусар ителгән. Ғәфиә апай, ҡан баҫымы күтәрелеп, дарыу ҡабып ҡараған, ләкин ярҙам итмәгән. Әллә ҡайһы арала “тиҙ ярҙам” килеп еткән, Ғәфиә апайҙы, тейәп, дауаханаға оҙатҡандар.

         Ҡәйнәһенең ҡапыл сирләп китеүе, Данистың уңышһыҙлыҡҡа юлығыуы Фәриҙәне яңы еңеүҙәргә дәртләндереп ебәрҙе. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, дауаханаға барып етте. Ни үле-ни тере ҡәйнәһен ҡосаҡлап алды һәм ҡушылып илап ебәрҙе.

– Килен, – тине ҡәйнәһе, телен саҡ әйләндереп, – ҡотҡар мине...

         Ҡыҫҡаһы, шундайыраҡ һөйләшеү булған. Кемде ҡотҡарыу, кемдән ҡотҡарыу хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ. Данис килеп ингән инде. Әсәһе, ҡулын һелтәп, уны сығарып ебәргән. Ғәфиә апайҙың сирләп китеүе улы менән килененең мәшәҡәттәрен бөтөнләй икенсе һыҙатҡа күсерҙе. Хатта был хаҡта күптәр белмәй ҙә ҡалды һәм апайҙың һаулығы өсөн борсола башланы.

         Тап шул көндәрҙә Фәриҙәнең ҡәйнәһен ифрат яратыуы һәм хөрмәт итеүе асыҡланды. Бының өсөн Фәриҙәгә үҙенең, аш-һыу әҙерләү йәһәтенән, барлыҡ оҫталығын егергә, хатта таныш кулинарҙан кәңәш һәм ярҙам алырға тура килде.

         Данис, әлбиттә, әсәһен ярата һәм үҙенең уллыҡ бурысын теүәл үтәргә тырыша. Хәҙер бит дауаханала оҙаҡ тотмайҙар, ун көн булдымы, юҡмы, ишек яғына ымлай башланылар. Мәрйәмдең кәңәше тағы ярап ҡалды. Фәриҙә өлгәшелгәнде нығытырға ҡарар итте һәм ҡәйнәһен фатирына, йәғни, Данистың фатирына, алып ҡайтырға булды. Хәҙер Данистың кәләшен айырыуы, һис юғы, яңыһын алып ҡайтыуы хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

         Фәриҙә тәүге кистә үк Данистың хужалыҡ өсөн тотҡан сүкеш, бысҡы һымаҡ ваҡ-төйәк йәшнигендә ике өр-яңы йоҙаҡ күреп ҡалды һәм был көрәштә еңеүенең ваҡытлыса икәнлегенә төшөндө. Шулай ҙа, һәр йоҙаҡҡа алтышар асҡыс тура килеүен асыҡлағас, донъя бит, кәрәге тейеүе ихтимал, тип берәрен алып ҡуйыу ҡамасауламаҫ, тип тапты. Был асҡыстар киләсәктә лә тутығып ятмаясаҡ, үҙ урынын аласаҡ һәм ваҡиғаларҙы ҡуйыртасаҡ әле.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: