+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Сентябрь 2021, 07:15

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Өсөнсө көн

Фәриҙә, үҙенең мәшәҡәттәрен аҙмы-күпме хәл итеп, тынысланды һәм эшкә дәртләнеп йөрөй башланы. Әлбиттә, әхирәттәре уның тормошондағы үҙгәрештәр хаҡында һорашып ҡарағайнылар. “Ҡәйнәм сирләне, шуның һаулығын хәстәрләп йөрөнөм”, – тип ҡотолдо.

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Өсөнсө көн
ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Өсөнсө көн

Бөгөн кис дарыуаханаға кереп, ҡәйнәһенә дарыуҙар алып сыҡҡайны, подъездағы күршеһе, Зәкирә, балаларын эйәртеп, килеп сыҡты. Улар бер-береһен электән белгәс, йылы ғына иҫәнләштеләр. Күрше ҡатындың атаһы – ҡалалағы иң ҙур төҙөлөш ойошмаларының береһендә яуаплы вазифа биләй. Аҡсаны бик күп ала, шуға ире, Зиннур, ҡатынын эшләтмәй, өйҙә генә ултырыуын һорай. Һорамай ни, ҡайныһы – ул эшләгән төҙөлөш ойошмаһының иң ҙур хужаһы. Фәриҙә иғтибар иткәне бар, улар, балаларының тәүлек әйләнәһенә бер-бер артлы туҡылдап уйнауҙарын иҫәпкә алмағанда, бик һөйкөмлө һәм әҙәпле кешеләр.

– Хәлдәрең нисек, күршекәйем, – тине Фәриҙә, Зәкирәне ҡосаҡлап уҡ алды.

            Күршеләрҙең балалары ла ирәбе икән, Фәриҙә апай, тип танып торалар.

– Бөтәһе лә һәйбәт, Зиннур эшкә иртүк китә, һуң ҡайта, командировкаларға йыш йөрөй, – тип теҙеп алып китте Зәкирә. – Атайым ҡартайҙы. Ойошманы беҙгә яҙҙырам, ти.

            Фәриҙә, Зиннурҙы ла, Зәкирәне лә яҡшы белгәнгә, үҙенең серҙәрен дә йәшергәне юҡ.

– Үҙегеҙ хужа булһағыҙ, ҡайһылай шәп булыр ине! – тине ул. – Бәлки беҙҙе лә эшкә алырһығыҙ.

– Ярай, нисек булыр әле, – тине Зәкирә. – Зиннур һеҙҙең хаҡта бик һәйбәт фекерҙә. Тик бына үҙем аптырап торам әле. Икенсе баланы алып ҡайтҡас, һимерҙем дә киттем инде. Хатта кейемдәрем ярамай башланы. 60 кило инем, 75-кә еттем дә ҡуйҙым.

– Ҡуй, улай бөтөрөнмә, – тине Фәриҙә, – үҙеңә килешеп тора. Һиңә, модель булып, подиумға сығаһы түгел. Шулай булғас, әйҙә, балаларыңды имеҙәһең дә имеҙәһең инде. Ана, үҙҙәре, ҡайһылай матур булып үҫеп киләләр, күҙ теймәһен!

– Һин әйтмешләй, ирем дә шулай, ти. Бигерәк йомороландым, һинең алдыңда сисенергә оялам, тиһәм, ә мин һине таҙа килеш нығыраҡ яратам, тисе. Һин нисек уйлайһың, ысын әйтәме икән?

– Әлбиттә, дөрөҫ әйтә. Һиңә таҙарыу бик килеште, – тине Фәриҙә күршеһенең эйәге аҫтында төҫмөрләнә башлаған икенсе ҡатҡа, еңдәренә саҡ һыйып торған беләктәренә күҙ ташлап һәм эстән генә, Хоҙайым, ошолай һимерергә яҙмаһын, тип теләй ине.

            Фәриҙәнең һүҙҙәрен ысынға алған Зәкирә күршеһен сәй эсергә инергә ҡыҫтай башланы.

– Ысынлап, керер инем, – тине ул, – өйҙә ҡәйнәм ята бит.

– Ни эшләп, ҡәйнәңдең башҡа балалары юҡмы ни? – тип аптыранды Зәкирә. – Әйҙә, улар ҙа ҡараһын. Улын да ҡара, әсәһен дә ҡара, ул ҡайҙа китә, ти ул? Мин үҙемдекеләргә әйтеп ҡуйҙым. Беҙҙең атай ҙа, әсәй ҙә бай, ләкин уларҙы беҙ алмашлап ҡараясаҡбыҙ.

            Зәкирә фатирына инһә, Зиннуры сумаҙанын йыйып йөрөй.

– Ҡәҙерлем, ҡайттыңмы? – тип ул ҡатынын ҡосаҡлап үпте, балаларын яратты. – Бына, командировкаға йыйынам.

– Ниндәй бөтмәҫ командировка булды ул? – тип аптыранды ҡатыны. – Атайыма әйтеп, туҡтатмай, булмаҫ, ахыры. Йыуаш икәнлегеңде беләләр, тоталар ҙа, менәләр. Олатайым шулай тип зарлана торғайны.

– Әйтһәң, шәп булыр ине, – тип әйберҙәрен бушата башланы. – Тик минең командировка ҡайнеым ышанған үҙ кешеһенә генә тәғәйнләнгән һәм, уның үтенесе буйынса, был хаҡта берәү ҙә белергә тейеш түгел. Мин һиңә әйткәйнем шикелле, сәфәрем ҡулаҡса менән бәйләнгән.

– Юҡҡа әйттем. Бараһың, йөрөйһөң, командировкаңды өҙмәйһең, – тип ҡатыны иренең сумаҙанын үҙе тултырыша башланы.

            Өс көн дә үтмәне, йөрөп тә ҡайтты. Зиннур кеше менән һөйләшә белә шул. Ҡайныһы ла шулай, ти. “Зиннур һымаҡ кейәүгә ышанырға була”, – тип тә ебәрә.

– Күршеләр эшкә һорай, – тине бер көн Зәкирә, Фәриҙәләрҙең фатиры яғына ымлап. – Икеһе лә ипле һәм тыныс күренә, Данистың әлеге эшендә бәйләнешщтәре бар, ләкин әҙ түләйҙәр, ти.

– Ҡарарбыҙ, – тине Зиннур.

            Күп тә үтмәне, Фәриҙә ҡәйнәһен өйөнә илтеп ҡуйҙы. Бәйләнеште өҙмәнеләр, көн һайын хәлен белешеп, нисә барыу эсеүен, нимә ашауын һорашып тора. Ғәфиә апайҙың барыһын да белеп, үҙ ҡарамағында, күҙҙән ысҡындырмай, тотҡоһо килә. Осраған бер кешегә, хәл белешергә ингәндәргә, шылтыратҡандарға бер туҡтауһыҙ, ергә төшөрмәйенсә, киленен маҡтай.

– Фәриҙә килен шуны бешерҙе, шуны алып ҡайтты. Хатта Данисым уңды, килеп, татыу йәшәйҙәр, – тип өҙлөкһөҙ маҡтаны һәм маҡтанды.

            Данис бер ни тиклем балтаһы һыуға төшкән оҫта һымаҡ йөрөнө лә, үҙенең ғаиләһе яҙмышын үҙгәртеү мәсьәләһен һуңғараҡ ҡалдырырға булды.

            Фәриҙәһе иһә, иренең нимәләр уйлағанын бик иҫәпкә алмай, йоҡларға ятҡас: “Һин дә, мин дә ҡартайып барабыҙ. Бәлки беҙгә берәй бәпес хаҡында уйларға кәрәктер?” – тип ҡайнар бышылдап та ҡараны.

            Бәпес алып ҡайтырға? Был хаҡта Данис уйламай түгел, уйлана. Хатта үҙен бәпес күтәреп йөрөгән һымаҡ итеп күҙ алдына ла килтереп ҡарай. Ул бәпес, әсәһенә оҡшап, оҙонораҡ буйлы үҫһә лә, шәп булыр ине. Сөнки үҙенең башҡаларға ҡарағанда тәпәш булыуын Данис бик ауыр кисерә. Анау ваҡыт үҙенән ике башҡа, тип әйтерлек, бейегерәк кәләште алып ҡайтыуы ла, баяғы, нәҫел-ырыуҙың параметрҙарын оҙонораҡ итеү менән бәйләнгәйне.

            Зәкирәнең ире тағы ла командировкаға йыйына. Ана, ире, күңелле генә! һыҙғырып, тағы ла сумаҙанын тултырып йөрөй.

– Ҡасан ҡайтаһың? – тип һорай ҡатыны.

– Ҡайтҡас та, әйтермен, – ти ире. – Ҡайным: “Өс көндән дә артыҡ йөрөмә”, – ти. Әйтерһең, үҙемдең эш менән сығам инде. Әйҙәгеҙ, бергә барайыҡ. Дүртәүләшеп күңелле итеп йөрөп ҡайтырбыҙ. Сит ерҙәр күрерһегеҙ, минең ниндәй шарттарҙа эшләүемде белерһегеҙ.

– Шәп булыр ине. Ҡайһы яҡҡа бараһың?

– Себенград ҡалаһына барам.

– Юҡ! Юҡ! Юҡ! Ул себенеңә үҙең генә бар. Беҙгә Дубай, йә Греция ла еткән. Ҡайҙа, үҙем магазинға сығып киләйем әле.

            Зәкирә супермаркетҡа сығып китте. Ҡараһа, аҡсаһын да, телефонын да онотҡан. Эх, онотмаһа, ни булған да бит. Кире боролдо. Боролмай, бер әмәле лә юҡ. Ире шул арала кофе ҡойоп алған да, телефондан, яңғыратып, һөйләшә:

– Һөйөклөм! Саҡ ҡына түҙ! Хәҙер төн уртаһында беҙ һинең менән Мәскәүгә осабыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта бер түгел, өс көн буласаҡ. Һинең дә, минең дә һағыныуҙарыбыҙҙы “Президент-отелдә” баҫырбыҙ. Беләһеңме, мин үҙемдең “тултырылған тауығыма” һәм балаларына, әйҙәгеҙ, минең менән командировкаға барып ҡайтығыҙ, тип саҡырғайным, баш тарттылар. Эйе: “Беҙгә Дубай кәрәк!”, – ти минең “тауығым”.

            Был һүҙҙҙәрҙе ишеткән Зәкирә телһеҙ ҡалды. Кем, улмы... тултырылған тауыҡ?

– Ә һин – көйҙөрөлмәгән үгеҙ! Хәҙер үк сығып кит минең өйөмдән!

            Зиннуры, ярылған шар һымаҡ, иҙәнгә ҡоланы һәм ҡатыны алдына тубыҡланды:

– Берҙән-берем! Ҡәҙерлем! Ғәфү итә күр, һуңғы тапҡыр!

            Ҡайҙа инде ғәфү итеү? Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Зәкирә атаһына шылтыратты:

– Атай, бынау кәзә тәкәһен тиҙ арала эшенән ҡыу! – тип күрһәтмә бирҙе.

– Ҡыҙым, нимә булғандыр, белмәйем, һәр хәлдә, һин хаталанмай торғайның. Иреңде элекке тип иҫәпләй алаһың.

            Зиннур тамам иҙәнгә һуҙылып ятты һәм, үкереп, илай башланы.

            Зәкирә, еңдәрен һыҙғанып, үҙенә адвокат ялланы ла, Зиннур менән айырылышыу һәм мөлкәт бүлешеү эштәрен башлап ебәрҙе. Зиннур күпме генә ярашырға, алдашырға, үҙенә умырырға тырышмаһын, уға ятаҡтан бер 15 квадратлы бүлмә генә эләкте.

            Ике айға яҡын барған процестан Зәкирә еңеп, ирен бөлдөрөп, иң мөһиме, 15 килограмға кәмеп килеп сыҡты.

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: