+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Сентябрь 2021, 11:29

ЕЛӘК ЙЫЙҒАНДА Хикәйә (Башы)

Әсәйем уҡытыусы булып эшләгәс, беҙгә ике фатирлы йорттоң береһен бирҙеләр. Икенсеһендә ике балалы бер ғаилә йәшәне. Ҡатынының исеме онотолған, ә бына математикаға, физикаға өйрәтеүсе ағай Мансур исемле ине. Уҡыу йылы башланыр алдынан ғына ағайҙы район үҙәгенең аръяғында ятҡан Йәшенбай ауылына мәктәп директоры итеп ебәрҙеләр. Әсәйемдең ҡурҡҡаны шул – күрше фатир буш торһа, яғылмағас, беҙҙең яҡ та һыуыҡ булыр, ти. Ошо хаҡта директор Ғәлихан ағайға бер нисә тапҡыр әйтеп тә ҡараған. Атайым иһә, ғәҙәттәгесә: “Борсолма, урман тулы утын, йылытырбыҙ әле”, – тине.

ЕЛӘК ЙЫЙҒАНДА Хикәйә (Башы)
ЕЛӘК ЙЫЙҒАНДА Хикәйә (Башы)

Беҙҙең бәхеткә, күрше фатир буш ҡалманы. Уҡыу йылы башланып, бер нисә аҙна үткәс, балалы ғаилә ҡапыл ғына күсеп килде. Тәбрис ағай беҙҙе әлеге физика менән математиканан уҡытты, ә ҡатыны – башланғыс кластар уҡытыусыһы – улы менән декрет ялында ултыра икән. Тәүҙә тауыш-тындары бик ишетелмәне. Дөп тә дөп килһәләр, мин балаһы уйнайҙыр, тип уйлай торғайным. Атайым ғына, нимәлер һиҙенеп: “Әсәһе, ишетәһеңме, күршене әйтәм, Тәбристе, Ғәзимәһенең саңын ҡоя шикелле”, – тип һөйләнеп ҡуя торғайны. Октябрь аҙаҡтарына, эш хаҡы алдылармы икән, дөбөрләү шыпа көсәйҙе һәм икенсе көнөнә ағайҙың мәктәпкә килмәүе менән тамамланды. Директор үҙе юллап килде уҡытыусыны. Ҡатыны менән һөйләшеп торҙо, баш сайҡап, аптыранып тороуынан, бик ҡәнәғәт булмауы һиҙелде. Хәҙер хәтерләмәйем, нисәлер көн үткәс, күрше ағай, барыбер, эшкә сыҡты шикелле.

Шул көндәрҙә мине шаңғытҡан һәм әле лә тетрәндергән ваҡиға булды. Баҡсала картуф һабаҡтары йыйып йөрөй инем, эргәмә Ғәзимә апай килде.

– Ҡоҙоҡтан һыу ала инем, күнәгем төшөп ҡалды, – тине ул миңә, уңайһыҙланып ҡына. – Шуны алып бирә алмаҫһыңмы икән?

            Мин уның зәп-зәңгәр күҙҙәренә бер генә ҡараным һәм үҙемде шунда күрҙем. Ул күҙҙәр ғәйепле төҫтә йылмаялар ине. Шул ваҡыт миңә нимәлер булды. Бәлки беренсе тапҡыр шундай төпһөҙ зәңгәр күҙҙәрҙе күргәнгәлер. Хәҙер, иҫләүемсә, апайға 23 йәш самаһы булғандыр, ә миңә 17 йәш икәнлеген беләм. Тимәк, танауға еҫ инә башлаған ваҡыт.

Уйлап та тормай, ҡоҙоҡтоң эсенә төшмәнем, һикерҙем, тип әйтерлек. Иғтибарлап ҡараһам, ҡоҙоҡ төбөндә бер түгел, ике күнәк ята икән. Икеһен дә алып, сынйырына бәйләнем дә, өҫкә ебәрҙем.

– Бына, берәү ине, икәүгә әйләнгән, – тинем. Үҙемсә шаяртам инде, йәнәһе.

– Быныһын үҙеңә ал, – тине апай. – Хеҙмәтең өсөн булыр.

– Юҡ, – тинем мин, ҡаршы төштөм. – Әлегә һеҙгә торһон. Һорап килһәләр, бирерһегеҙ. Хужаһы табылмаһа, үҙегеҙҙә ҡалһын.

            Бер-ике ай эсендә Тәбрис ағайҙың педагогия институтында уҡыған ваҡытында уҡ ныҡлап эсергә өйрәнеүе, ата-әсәһенең, өйләнһә, бәлки, аҡылға ултырыр, тип кәләш алып биреүе, ләкин элеккенән дә ғәләмәтерәк итеп эсә башлауы билдәле булды. Ай һайын ике тапҡыр аҡса бирәләр, ә күршеләге фатирҙа дөмбәҫләшеү көн һайын, тип әйтерлек, дауам итә.

            Ғәзимә апай хаҡында минең уйламаған көнөм юҡ, тип әйтерлек. Күңелемдә әллә ниндәй, баш та, буй ҙа етмәҫлек хыялдарға биреләм, уны йәлләйем һәм иҫерек һуғыш суҡмары иренән ҡурсалағым, уны яҡлап, һуғышҡым килә. Беҙҙең мәктәптә спорт тәрбиәһе бик яҡшы ҡуйылғайны. Төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, хатта көрәш, самбо менән шөғөлләнергә мөмкин ине. Мин иртәле-кисле йүгерәм, атайым ике берәр ботло гер алып ҡайтып бирҙе. Үҙем бер барғанда һигеҙәр килограмлы гантель күтәреп ҡайттым. Өйҙөң баҡсаһына турник ҡуйҙым һәм көн һайын үҙем белгән алымдар менән шөғөлләнәм. Миндә маҡсат барлыҡҡа килде. Мин көс тупларға, ныҡлы үҫергә һәм күрше эскесе ҡатынын рәнйетә башлаһа, уны туҡмап һалырға тейешмен!

            Ноябрь айҙары булдымы икән, тышта йылы ғына, етмәһә, мул итеп ямғыр һибәләй, ә мин уға иғтибар итмәй, гер күтәрәм. Һеҙгә серҙе асам, тап ошо ерҙә күрше фатирҙың тәҙрәләре ап-асыҡ күренә һәм Ғәзимә апайҙың уңға-һулға үтеп йөрөгәне салынып ҡала. Ул күренгән саҡта мин туҡтап ҡалам һәм ҡомһоҙланып уны күҙәтәм. Ул аҡрын ғына, теләр-теләмәҫ кенә йөрөй. Ваҡыт-ваҡыт тәҙрәгә килеп ҡаплана. Әһә, моғайын, ирен көтәлер. Ошо көндәрҙә эш хаҡы бирҙеләр шикелле, моғайын, эсеп йөрөйҙөр. Бына урамдағы күләүектәрҙе лысҡылдата иҙеп, уҡытыусы ағайҙың ҡайтып килгәне ишетелде. Болдорға еткәсерәк, тайып йығылды, ахыры, ҡатлап-ҡатлап һүгенде, ишекте тибеп асты һәм өйҙән тағы ла ямаҡ итеп ҡысҡырғаны ишетелде. Ғәзимә апай ике тәҙрәлә лә күренеп ҡалды. Төпкө бүлмәгә ҡасты, буғай. Ә ире шул арала апайҙы сәстәренән һөйрәп килеп сыҡты, уны йыға һуҡты һәм типкеләй башланы. Мин түҙмәнем. Герҙәремде ырғыттым да, йүгереп, өйгә индем. Апайҙың ыңғырашҡаны, баланың илағаны, уҡытыусының һүгенгәне ишетелә. Уҡытыусы ағай мине күрмәне лә, һиҙмәне лә. Мин утты һүндерҙем дә, ағайҙың ике күҙе араһына бер генә бирҙем. Ул, киҫкән ағас һымаҡ, һуҙылып ятты. Мин сыҡтым да, яңынан гантелдәремә йәбештем. Фатир тәҙрәһендә әллә ни хәрәкәт тойолманы. Мин тамам ҡыҙғайным. Шунда, турникка һөйәлеп, ял итеп алырға булдым. Эргәмдә нимәлер ҡыштырҙаған һымаҡ булды һәм мине күрмәйенсә, аҡрын ғына баҫып, берәү үтеп китте. Ул өй мөйөшөндә туҡталды, тәҙрә эргәһенә килеп, һаҡ ҡына шаҡый башланы. Күп тә үтмәне, өйҙән Ғәзимә апай килеп сыҡты.

– Һаумыһығыҙ! – тине ул, кемдеңдер мөңгөрҙәүенә яуап итеп.

            Теге күләгә тағы нимәлер һораны.

– Ҡайтты, ана, иҫерек ята, – тине апай, иламһырап.

            Күләгә тағы ла мөңгөрҙәне. Нимәлер һоранымы, тәҡдим иттеме.

– Юҡ! –  тине ҡатын, ҡәтғи итеп. – Әллә һеҙ мине белмәй, тиһегеҙме? Уны бит һеҙ эсереп ҡайтараһығыҙ! Әгәр тағы ла эсһә, мине туҡмаһа, мәғариф бүлегенә яҙып бирәм. Директоры эсереп ҡайтара, тием.

            Күләгә һелкенеп ҡуйғандай булды. Аҡланып, бик оҙаҡ мөңгөрҙәне, хатта ҡатынды ҡосаҡларға ла итте шикелле.

– Мин һеҙгә әйттем, һеҙҙең кереү, беҙҙең осрашыу – мөмкин булмаған эш. Әгәр РОНО ғына ҡурҡытмаһа, мин һеҙҙең ҡатынығыҙға барып ошаҡлай алам.

            Урыҡ-һурыҡ һөйләшеүҙән, мин төнгө шәүләнең Ғәлихан ағай икәнлегенә төшөндөм. Ә ҡарап тороуға, ниндәй инсафлы, әҙәпле ағай бит әле! Директор үҙе уҡытыусыһын эсертеп, иҫертеп, шуның ҡатынын әүрәтергә йөрөйҙөр, тип уйламайым да. Күршеләге мәхшәр мәңге бөтмәҫ һымаҡ тойолғайны, мин инде үҙем ғашиҡ булған апайҙы яҡлай алмауыма әсенеп, күнеп тә бөткәйнем.

Декабрь бик һалҡын булды. Бер көн аръяҡтан һуң ғына ҡайтып килә инем. Юл ситендә ап-аҡ ҡар өҫтөндә ҡап-ҡара булып нимәлер ята. Үтеп киткәйнем инде, кемдеңдер ыңғырашҡаны ишетелде. Йүгереп эргәһенә барһам, күрше Тәбрис ағай ята. Һәр ваҡыттағыса, иҫерек, ялан баш, өҫтөндәге алама пальтоһы ла юҡ. Беҙ бөтөнләй икенсе яҡта йәшәйбеҙ. Был яҡҡа нисек килеп сыҡҡан ул? Мин ҡуҙғатып ҡарағайным, һелкенмәй ҙә. Өшөгән, дер ҡалтырап тора, үҙе туҡтауһыҙ: “Ғәлихан ағай, Ғәлихан Хөрмәтович, беҙ бында кемгә килдек ул?” – тип һөйләнә һәм мине танырға теләгәндәй, күтәрелеп ҡарарға тырыша. Мин уға үҙемдең бүрегемде һәм пальтомды кейҙерҙем дә, үҙебеҙҙең яҡҡа йүгертә башланым. Атлаған ерҙә – атлатып, һөйрәгән ерҙә – һөйрәп, саҡ ҡайтып еттек. Ғәзимә апай, йоҡламайынса уны көтә ине. Күршене иртәгәһен таң менән район үҙәгенә дауаханаға оҙатҡандар.

Һуңынан асыҡланыуынса, уҡытыусы ағайҙың директор һәм уның әшнәләре менән эсеп ултырғанын күргәндәр.  Шунда ныҡлы иҫергән, шешәләштәрен ташлап, нимәгәлер үпкәләп, сығып киткән, аҙашҡан һәм, һөҙөмтәлә, бик ныҡ һалҡын алдырған. Дауаханала оҙаҡ ҡына ятты. Ул ваҡыт ауыр сирлеләргә аҙаҡ санаторийға путевка бирә торғайнылар. Шул ваҡиғаларҙан һуң күршелә балаһының тып-тып килеп йүгереп уйнағаны ғына ишетелә башланы.

            Ә бер көн ҡоҙоҡ төбөндә иртән иртүк апай менән бергә тура килдек. Белмәйем, бәлки ул үҙе мине һағалап сыҡҡан булғандыр.

– Теге ваҡыт мин һиңә рәхмәт әйтергә өлгөрмәнем, – тине ул, моңһоу ғына ҡарап.

– Нимә өсөн? – тинем мин, аптырап.

– Белмәмеш булып ҡыйланма инде, – тине ул, көлөп. – Маңлайына бер генә бирҙең, һуҙылды ла ятты. Икенсе рәхмәтем – теге ваҡыт, урамда ятҡан сағында, өйөмә алып ҡайтып, ҡотҡарып ҡалғаның өсөн. Ни тиһәм дә, улымдың атаһы бит. Үлем-мәҙәр ҡуйһа, ата-әсәһе ғәфү итмәҫ ине.

            Шулай итеп, күршем өсөн бер түгел, ике ҡапма-ҡаршылыҡлы рәхмәт ишеттем. Киләсәктә ундай рәхмәттәрҙе мин байтаҡ аласаҡмын. Ләкин, барыбер, ҡатын-ҡыҙҙы һәм уның холоҡ-фиғелен аңламаясаҡмын.

            Ғәзимә апай менән тәүге тапҡыр яҡындан аралашыуыбыҙ бәлки ошо көндә булғандыр. Саҡырһа ла, саҡырмаһа ла, мин уның өйөнә керә башланым. Утыны бөткәйне, бысып, ярып бирҙем, ҡыш буйы көрәлмәгән ҡарын таҙарттым.

            Оҙаҡламай, көс-хәл менән атлап, Тәбрис ағай ҡайтты. Ҡарҙар иреп, күләүектәрҙән йырғанаҡтар аҡҡан ваҡыт ине. Мин уның ҡояшҡа сығып ултырған сағын күргеләнем. Хатта бер тапҡыр мәктәпкә лә килеп китте. Аҙаҡ атаһы улын килеп алған, тип әйттеләр. Район үҙәгендә ярышта йөрөгән көндәр ине, уҡытыусы ағайҙың нисек ҡайтып киткәнен мин күрмәй ҡалдым.

 

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: