Бынау Фәриҙә менән Данисты ҡарағыҙ әле. Һин дә мин йәшәп яталар ине, араларынан ҡара бесәй үткән һымаҡ булды. Фәриҙәһе, ҡәйнәһен ҡарап, үҙенең алыштырғыһыҙ икәнлеген иҫбатлағас, Данис та үҙенең Фәриҙәгә мөнәсәбәтен, никахлы ғына булһа ла, үҙгәртте. Фәриҙә иһә, был мөнәсәбәтте ныҡлы, ышаныслы тип тапты һәм үҙенең уяулығын юғалтты. Ауылдан килгән хәйләһеҙ, бер ҡатлы ҡыҙ тәүге хатаһын шулай яһаны.
Ғүмер баҡый ҡалала йәшәүселәр мыҫҡыллы ҡиәфәт менән, “ҡыҙҙы ауылдан сығарып була, ләкин ҡыҙан ауылды бер ваҡытта ла сығарып булмай”, тип көлөшһәләр ҙә, Фәриҙә, ҡалала байтаҡ ҡына йәшәү йылдарында йышылып алғайны.
Данис та шымды һуңғы арала. Фәриҙәһенә, “мөхәббәтем”, “ҡәҙерлем”, “уңғаным”, “үҫкәнем”, “һин – минең берҙән-берем”, тип өндәшһә лә, әгәр яйы килеп сыҡһа, статусын үҙгәртеп ебәреүгә ҡаршы түгел.
Шул да булған тормош! Үҙенә бер ентекләп ҡарағыҙ әле. Тағы нимәгә өмөт итә икән?
Эйе, Данис менән Фәриҙә һәүетемсә генә эшләп йөрөйҙәр ине, Фәриҙә эшләгән бүлеккә яңы хеҙмәткәрҙе эшкә ҡабул иттеләр. Хеҙмәткәр генә тип әйтһәң, әҙ булыр, үҙенең ҡиәфәте, буй-һыны, ҡарашы 007-се агент – Джеймс Бондты хәтерләтә. Аһ, уның үлтереп ҡарауҙары! Фәриҙә ултырған бүлмәләге, уның үҙен ҡушып иҫәпләгәндә, дүрт ҡатын-ҡыҙ йоҡонан яҙҙы, тип әйтеү генә аҙ булыр. Эйе, улар йоҡонан түгел, аҡылдарынан яҙҙылар. Был дүрт ҡатын-ҡыҙ эшкә вазифа бурыстарын үтәргә түгел, был “агент”ты күрер өсөн генә йөрөй башланылар. Исемен генә әйтеү ҡатын-ҡыҙҙың һушын алырҙай. “Рафаэль”, – тип таныштырҙы ул үҙен. “Аһ, Рафаэль!”
Тик бер үк, магазинда һатылған шоколад һымаҡ йоморо һәм ап-аҡ тәмлекәс менән бутай күрмәгеҙ. Ул килеп инеү менән, бүлмә яҡтыра, таш стеналар күсә һәм иркенәйә, ә түшәм бөтөнләй ҡайҙалыр осоп китә. Рафаэль хаҡында, ысынбарлыҡтан бигерәк, уйҙырмалар күберәк ине шикелле. Шуларҙың иң таралғандарының береһе былайыраҡ яңғырай: ҡайҙалыр эшләгән, хужаның ҡыҙына ғашиҡ булған, уныһы ла битараф булмаған, ләкин хужа берҙән-бер ҡыҙын үҙенең бик бай кампаньонына кейәүгә бирергә булған. Шундай мөхәббәт булған, имеш, Рафаэль, һөйгәнен бәхетле итер өсөн, үҙ теләге менән эшенән китеү хаҡында ғариза яҙған. Бында эшкә урынлашыуға, уңмаған ҡайныһының, йәғни һөйгәненең атаһының, ҡулы уйнаған, тиҙәр. Эйе, урынын да тапҡандар. Кәзә тәкәһен кәбеҫтә баҡсаһына килтереп бикләгән һымаҡ инде. Бында бер түгел, дүрт ҡатын-ҡыҙ, береһенән-береһе гүзәлерәк һәм әрһеҙерәк, төндәр буйы уны үҙенең түшәгендә күреп һаташа.
Рафаэль – таш һымаҡ. Килеп керә, эшкә тотона, ә эргәһендә нимә барғанын тоймай, күрмәй, ишетмәй.
Әмәлгә ҡалғандай, бер көн Фәриҙәнең машинаһы ватылды. Бында ғына булмай, оҫтаханала ҡарарға кәрәк, тип эвакуаторҙа әлеге “Матиз”ын тейәп, алып киттеләр. Әлеге Фәриҙә, бер ҡатлы ауыл балаһы! Әйтерһең, машинаһы ватылмаған, ә донъя емерелеп төшкән! “Уф, беҙҙең яҡҡа ниндәй транспорт бара икән, әллә такси ғына саҡыртаһымы икән?” – тип кенә үҙ алдына һөйләнде. Рафаэль үҙенең ас бүренеке һымаҡ ҡомһоҙ ҡарашын бер генә ташланы. Фәриҙә ике-өс метрҙа ғына торған аяу белмәгән йыртҡыс ҡарашында яныу ҙа, һағыныу ҙа, осоу ҙа күрҙе һәм ҡурҡышынан күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Быныһы иһә, ризалыҡ билдәһе ине.
Эш сәғәте бөтөүгә, офистан бергә сыҡтылар һәм, бер нигә лә ҡарап тормай, бер кемде лә күрмәй, хатта иғтибар ҙа итмәй автомобилдәр туҡталҡаһына йүнәлделәр.
Икенсе көнөнә үк Фәриҙә үҙенең дә машинаһы барлығын онотто һәм тамам уяулығын юғалтты. Уның бөтә мәшәҡәттәрен Рафаэль үҙ өҫтөнә алды һәм еренә еткереп үтәй башланы.
Фәриҙә йәшәреп киткәндәй булды. Бүлмәләш хеҙмәттәштәре был үҙгәреүҙе нисек юрарға ла белмәне. Һорауҙар биреп, төпсөшөп ҡарағайнылар, Фәриҙә: “Эх, ҡыҙҙар! Тормоштоң йәмен дә, тәмен дә белмәй, ҡартайып барабыҙ икән”, – тине.
Тормош мәңге шулай дауам итер һәм бер тәтрәнеү ҙә булмаҫ, ғашиҡтарҙы, нисек әйтергә, уларҙың бит үҙ ҡурсалаусыһы бар шикелле. Афродита тиҙәрме икән?
Офиста эшләгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар Рафаэлға ҡарата өмөттәрен тамам өҙгәндән һуң, аяҙ көндө йәшен атырлыҡ хәл булды. Кем “тишкәндер” – әлегә билдәһеҙ, тәүҙә Данис бик уйсан һәм күңелһеҙ йөрөнө, тинеләр. Ләкин был уйсанлыҡ тик дауыл алдынан ғына була торған һиллекте хәтерләтеүенә иғтибар итеүсе табылмаған.
“Матиз” хәҙер Фәриҙәгә кәрәкмәй. Ул йорт эргәһендә саңға батып ултыра. Ә уның хужабикәһен көн һайын Рафаэль эшкә килеп ала һәм ҡайтарып ҡуя. Бына бөгөн дә күңелле генә итеп эштән сыҡтылар ҙа, ҡайтыр яҡҡа йүнәлделәр. Бик аҙға ғына туҡталдылар.
– О, мөхәббәтем! – тине Рафаэль, Фәриҙәне ҡосағына алып.
– Ҡасанға тиклем дауам итер беҙҙең бер-беребеҙҙе һағыныуыбыҙ? – ти Фәриҙә, Рафаэлдың ҡосағында иреп.
– Оҙаҡламай.
– Ҡасан?
– Бәлки иртәгә, бәлки иртәгә һуң...
– Әйт, – тип төпсөшә ҡатын. – Һин нимә эшләргә уйлайһың?
– Мин уйламайым. Мин ошо хәлдән сығыу юлдарын эҙләйем.
– Табырһыңмы һуң?
– Мин уны таптым инде.
– Ә һин нимә көтәһең?
– Мин һинең киткәнеңде көтәм...
Шул ваҡыт тағы ла йәшен йәшнәне, донъя емерелеп төштө. Водитель яғындағы ишек асылып китте һәм, шат йылмайып, Данис пәйҙә булды.
– Ха-ха-ха! – тине ул, мәкерле көлөп. – Ә мин аптырайым, ни эшләп “Матиз” көн һайын урынында ултыра икән, тип. Ә һин шәхси водитель тапҡанһың икән!
Оятһыҙ! Үҙе туҡтауһыҙ видеоға төшөрә. Кейенгәндәрен көтһә, ни булған икән?
Ситтән ҡарап, күҙәтеүселәргә бик ҡыҙыҡ күренгәндер инде: салон эсендә баһадир кәүҙәле берәү менән кейенеп аҙапланыусы ҡатын һәм автомобиль тирәләй юрғалап йөрөүсе бәләкәй генә буйлы ир.
– Талаҡ! Талаҡ! Талаҡ! – тип ҡысҡыра ул.
Баһадир машинанан сыҡты һәм Данисты эләктереп алды.
– Ныҡ һөрәнләмә! Беҙ улай һөйләшмәнек! – тип бышыданы ул Данистың ҡолағына. – Аҡсаңды килтер, юғиһә, бынау ҡоймаға элеп ҡуям.
Данис ҡып-ҡыҙыл бер төргәкте тегенең ҡултығына ҡыҫтырып ҡуйҙы.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"