+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Сентябрь 2021, 07:15

ЕЛӘК ЙЫЙҒАНДА Хикәйә (Аҙағы)

Көн атынан көндәр үтә, күңелле һабантуйҙар артта ҡалды. Беҙ сығарылыш кисәһенә әҙерләнәбеҙ, эш күп, халыҡ бесәнгә төшә, еләк йыя башланы. Беҙҙең “кәзә” (“Минск-106”) мотоциклы бар ине. Шуны сығарып, яғыулыҡ ҡойоп, һөрткөләп йөрөй инем, ҡойма аша Ғәзимә апай өндәште: – Еләк уңған, тиҙәр. Мине алып бар әле, – тине ул, уңайһыҙланып ҡына.

ЕЛӘК ЙЫЙҒАНДА Хикәйә (Аҙағы)
ЕЛӘК ЙЫЙҒАНДА Хикәйә (Аҙағы)

Көн атынан көндәр үтә, күңелле һабантуйҙар артта ҡалды. Беҙ сығарылыш кисәһенә әҙерләнәбеҙ, эш күп, халыҡ бесәнгә төшә, еләк йыя башланы.

Беҙҙең “кәзә” (“Минск-106”) мотоциклы бар ине. Шуны сығарып, яғыулыҡ ҡойоп, һөрткөләп йөрөй инем, ҡойма аша Ғәзимә апай өндәште:

– Еләк уңған, тиҙәр. Мине алып бар әле, – тине ул, уңайһыҙланып ҡына.

            Һәр көн ундай тәҡдим булмай, бар эшемде ташланым да, ҡыуанып, тигәндәй:

– Әйҙәгеҙ, барайыҡ, күнәгегеҙҙе алығыҙ, – тинем.

            Ишетеп торған шикелле, артыбыҙҙан, эйәреп,  әсәйем дә сыҡты.

– Улым, ипләп кенә йөрө, апайыңа Ҡапсыҡ аръяғын күрһәт. Ул яҡҡа кеше барып етмәй, анау Яңғыҙ Ҡайындың көньяҡ битләүендә еләк түшәлеп ята торғайны.

            Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Ҡапсыҡҡа ике юл алып бара. Уңдан – мәктәп аша – китһәң, юл яҡыныраҡ. Һулдан барырға мөмкин, юл яҡшыраҡ, ләкин алыҫыраҡ. Ә миңә директор Ғәлихан ағай күренмәгән юлдан үтергә кәрәк. әгәр уның күҙенә салынһаҡ, беҙҙе бер яҡшылыҡ та көтмәйәсәк.

Мәктәп эргәһенә килеп, үрелеп кенә ҡараным, машинаһы күренмәй. Тимәк, ҡайҙалыр киткән. Мин тәүәккәлләнем һәм ҙур хатаға юл ҡуйҙым. Мәктәп ҡоймаһы эргәһенән үтеп барғанда, бәләкәй ҡапҡаны асып, Ғәлихан ағай килде лә сыҡты. Миңә тиҙ генә үтеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Билемдән ҡосаҡлап, миңә һыйынып ултырған Ғәзимә апай, ситкә ҡарап ултырғас, директорҙы күрмәне. Ә мин өндәшеп торманым.

Артабан берәү ҙә осраманы, хәҙер был яҡҡа йөрөгәндәре юҡ шул. Хатта юл да һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып ята. Килеп төшһәк... Еләктең күплеген әйт әле!

– Был тиклем еләкте үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр күрәм! – тине ул, балалар һымаҡ ҡыуанып, хатта мине ҡосаҡлап алды. – Еләк ояһына алып килгәнең өсөн рәхмәт, күрше!

            Ғәзимә апай, хатта дәртләнеп китеп, йөҙө асылып, шәп-шәп итеп йыя башланы. Үҙе йыя, үҙе уҡыған ваҡыттағы ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләй. Минең дә кәйеф күтәренке. Эргәмдә – һылыу ҡатын. Минең һымаҡ егеткә нимә кәрәк инде тағы? Күп тә үтмәне ваҡыт, икебеҙгә берәр күнәк йыйып та өлгөрҙөк.  

– Йөрөгән ҡыҙың бармы? – ти апай. Ә үҙенең күҙҙәре хәйләкәр яна.

– Юҡ, – тинем мин.

– Бушты һөйләмә! – тине ул. – Кисә генә ике ҡыҙ, килеп, ҡойма аша һинең тәҙрәңә ҡарап торҙолар. Ә һин күңекмәләр менән шөғөлләнә инең.

            Мин аптыраным. Ысынлап та, шулай булдымы икән?

– Кемдәр ине? – тип һорайым.

– Мин бит һеҙҙең ауылдан түгел, уларҙы танымайым.

– Мәктәп уҡыусыларымы? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Бөгөн дә килһәләр, исемдәрен һорармын, – тип көлә апай. – Һин тағы, спорт менән мауығып, ҡыҙҙар барлығын онотоп ҡуйма!

            Мин, уңайһыҙланып, ҡыҙарынам. Уҡытыусыға ҡарап торам һәм үҙемде онотам. Ул бигерәк күркәм һынлы бит әле! Бынау еләк һымаҡ һутлы һәм тәмлеме икән?

– Миңә берәү ҙә кәрәкмәй, – тинем мин. Ә үҙемдең апайҙың ике яҡлап битен ҡаплаған ҡап-ҡара сәстәрен тотоп ҡарағым килә.

– Әйҙә, ял итәйек. Күнәктәр ҙә тулды, – тип апай йәм-йәшел хуш еҫле үләнгә күмелә. Миңә яҡын ғына ултыра, хатта үрелһәң, буй етерлек. Мин оҙаҡ итеп уға ҡарайым. Ҡояш баш осонда ғына. Күҙҙәрем йәшләнә һәм мин үлән араһына һуҙылып ятам.

Күп тә ятманым шикелле, әллә йоҡлап киттем, битемдә бер бөжәк йөрөгән һымаҡ. Ҡулым менән ҡыуалап ҡарайым, әллә килә лә ҡуна инде... Тағы һелтәйем һәм уҡытыусы апайҙың ҡулын тотоп алам. Ул яңғыратып көлөп ебәрә һәм, нимәлер өмөт иткән һымаҡ, әллә мине дәртләндергәндәй, ихлас йылмая. Бына ул ултырған еренән генә муйынын һоноп, нимәлер урларғамы, тыйылғанды ҡылырғамы, йыйынғандай, мут күҙҙәре менән тирә-яҡты байҡаны, ныҡ итеп тын алды һәм эргәмә ятты ла тәүҙә сикәмдән үпте. Мин хатта һиҙмәй ҙә ҡалдым, бар кәүҙәм дерелдәп ҡуйҙы. Уҡытыусы апай, уңайһыҙланғандай, баҙнатһыҙ ғына йылмайып: “Әйҙә, мин һине иң тәүҙә үбешергә өйрәтәйем”, – тип ирендәремә ҡапланды. Мин, әле мәктәптә уҡып йөрөгән малаймы, егетме, барыбер, ауылдыҡы бит инде, тәүҙә баш тартырға теләгәндәй ҡуҙғалып та ҡарағайным, ләкин апайҙың һутлы ирендәре мине ҡуҙғалыу түгел, һелкенеү мөмкинлегенән дә мәхрүм итте лә ҡуйҙы. “Юғиһә, ҡыҙҙар килер, үбешә лә белмәй торорһоң, өйрәнеп алғас, рәхмәт уҡып йөрөрһөң әле”, – тип бышылданы ул минең ҡолағыма һәм тағы үбә башланы.

Танһыҡлаған һымаҡ, һаҡ ҡына, ҡабаланмай ғына үпте. Сәстәремде еҫкәне, бармаҡтары менән тараған һымаҡ итеп төрлө яҡҡа һыпырҙы. Мин өндәшмәнем. Ә нимә эшләргә тейеш инем һуң?

– Һин Аполлон һымаҡ. Урал батыр ҙа һинең һымаҡ булдымы икән?

            Ул минең күкрәгемдән үпте. Ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтеү? Ул, минең күҙҙәремә ҡарап:

– Мин һине кисәге ҡыҙҙарҙан көнләштем, – тине.

            Хәҙер мин уларҙы ҡыуалап ҡайтарырға тейешме инде?

– Йөрөһөндәр, – тинем мин. – Улар мине ҡыҙыҡһындырмай.

            Ваҡыт та, беҙҙең үлән һәм сәскәләр араһында ятыуыбыҙ ҙа тамам онотолдо. Беҙгә шул тиклем рәхәт, әйтерһең, был ерҙә, беҙҙән башҡа, берәү ҙә юҡ.

            Нимәлер шаҡылдаған һымаҡ ишетелде. Мин күтәрелеп ҡараным һәм алыҫ та түгел директорҙың ҡыҙыл ҡыҙыл “жигули”йы ултырғанын күрҙем. Ул беҙгә арҡаһы менән торған һәм күҙҙәре менән кемделер эҙләй ине. Минең йөҙөмдө күреп, Ғәзимә апай ҙа һиҫкәнде, мин усым менән уның ауыҙын ҡаплап өлгөрҙөм. Ҡолағына: “Директор килгән”, – тип бышылданым.

            Мин тағы ла үрелеп ҡарарға булдым. Башымды күтәрҙем һәм Ғәлихан ағай менән күҙгә-күҙ осраштым. Ул беҙгә ҡарай атланы. Мин һикереп торҙом да, уға ҡаршы йүнәлдем. Арабыҙ тамам ҡыҫҡарғас, ул туҡталды, хатта саҡ ҡына артҡа сигенгәндәй булды.

– Ә Ғәзимә апайың ҡайҙа? – тине ул.

– Ул ошонда, ҡайҙалыр еләк йыя, – тинем.

– Алдамайһыңмы? – тине директор, әллә һорашты, әллә янаны. – Әгәр алдаһаң, һине нимәләр көткәнен беләһеңме?

– Беләм, – тинем. – Фатирҙы бушатырға ҡушасаҡһығыҙ. Беҙ уны үҙебеҙ ҙә ҡалдырырға йыйынабыҙ. Ауылда һатлыҡ өй бар, шуны аласаҡбыҙ. Әсәйемә ҡамасаулай алмайһығыҙ. Сөнки ул эшен яҡшы белә. Тағы нимә эшләй алаһығыҙ?

– Ҡурҡмайым, ҡайтмайым, тиһең инде?

– Юҡ, әлегә ҡайтмайым. Эш бөткәс, ҡарарбыҙ.

– Үҙ башына ҡарышҡан малай! Ҡайҙа ул уҡытыусы апайың? – тип екеренде ул.

– Әйттем бит, еләк йыя.

            Директор ағай ауыҙ эсенән генә һүгенгән һымаҡ итеп, ныҡ баҫып, миңә ҡарай атланы. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, уға ҡарай бер генә аҙым яһаным. Ә ул шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Ми н тағы бер атланым, ә ул боролдо ла, машинаһына йүгерҙе.

            Эргәмдә генә Ғәзимә апайҙың пырхылдап көлгәне ишетелә.

– Ниңә көләһең? – тинем мин уға, аптырап.

– Нисек көлмәйһең? Бер ике һүҙ менән, директор һынлы директорҙы ҡурҡытып ебәрҙең бит!

– Ә мин һеҙҙән өйрәндем, – тинем. – Әле мин уны мәғариф бүлегенә барам, РОНО ярҙам итмәһә, ҡатынығыҙға мөрәжәғәт итәсәкмен, тип әйтмәнем әле.

– Һин беҙҙе тыңлап торҙоңмо?

– Әлбиттә!

            Ғәзимә апай тағы ла көлдө:

– Эх, һин, батырым минең! Ә былай бик баҙнатһыҙ күренһәң дә, ҡыйыулығың баштан ашҡан икән! Кил бында, тиҙерәк кил, хәҙер мин һине тағы бер һөнәргә өйрәтәм.

            Минең күрше апайға буйһонмауҙан башҡа сарам ҡалманы.

            Ике көндән мин аттестат алдым һәм уҡырға инергә әҙерләнә башланым. Бер айҙан уҡырға инеп ҡайттым. Һуң, ҡараңғы төшкәс, ҡайттым. Һуңлауымдың сәбәбе шул, мин ҡайтҡас та, күрше апайға инеп боҫормон да, икенсе көнөнә кис һиҙҙермәй генә килеп сығырмын, тип йыйынғайным.

Ике фатирҙың да тәҙрәһендә ут күренмәй. Йоҡлайҙарҙыр, тип тынысландырам мин үҙемде. Ғәзимәнең тәҙрәһен сиртеп ҡарайым, өндәшмәй. “Һинең ҡайтырыңды көтөрмөн”, – тип ҡалғайны бит. Ишеккә барһам, ҙур йоҙаҡ эленеп тора. Тупһаға ултырып, үҙем дә һиҙмәҫтән, өнһөҙ генә илап ебәрҙем. Һағышты һәм һөйөүҙе күҙ йәштәре генә йыумай икән шул. Мин үҙебеҙҙең ишекте шаҡыным. Әсәйем асып керетте. Һүҙ араһында Ғәзимә апай тураһында ла һораштым. Ул, мин уҡырға инергә киткәс тә, тыуған яҡтарына юлланған икән. Аҙаҡ атаһы менән килеп, әйберҙәрен тейәгән, эштән дә киткән.

Аҙаҡ апайҙан миңә бер генә хат килде. “Һин – йәш, үҙ тиңеңде эҙлә, – тип яҙғайны. – Ә теге ваҡыт һине һораған ҡыҙҙың исеме Кәримә ине. Ул тағы ла килде, мин уға, бәхетле йәшәгеҙ, тип теләгемде еткерҙем”.

Шул көндән һуң беҙҙең бәйләнештәр өҙөлдө. 

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: