+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Сентябрь 2021, 21:55

ЭРГӘНӘН ГЕНӘ ҮТЕП КИТТЕ... БӘХЕТ Хикәйә

Рәсимә, ҡалаға килеп уҡырға ингәс тә, егеттәр менән танышыу, ғаилә ҡороу һымаҡ мөһим мәшәҡәттәрҙән баш тартырға тырышты. Тәүҙәрәк, эшләп тә, уҡып та, егеттәр менән йөрөп тә өлгөрмәм, тип ҡурҡҡайны. Һуңынан ғына хаталаныуына төшөндө. Ул төндәр буйы уҡып, имтихандарға әҙерләнеп, һөҙөмтәлә, ҡыҙыл диплом алып, арыу ғына компанияла эшкә тотоноуға, уға тиңдәш егеттәрҙе өлгөрөрәк әхирәттәре күптән бүлешеп алып бөткәйне. Оҙаҡламай ултырған ҡыҙҙар исемлеген тулыландырҙы, ә кейәүгә сығыу уның өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялға әйләнгәндәй булды. Теге йәки был әхирәтенә барып, бәпес үҫтергәндә йә үҙен тыуған көн менән ҡотлағанда нимәнәндер мәхрүм ҡалған һымаҡ тоя башланы. Һирәк-мирәк ауылына ҡайтҡанда әсәһе лә: “Эй, ҡыҙым, яңғыҙ ғына ҡалырһыңмы икән?” – тип иламһырап һөйләнгеләй хәҙер. Бер көн әсәһе янына ҡайтып, яңы автомобилен күрһәтте. Тик әсәһенең бер ҙә ҡыуанғаны тойолманы. Аҙаҡ төшөндө Рәсимә: әсәһе уның кейәүгә сығыуын көтә икән.

ЭРГӘНӘН ГЕНӘ ҮТЕП КИТТЕ... БӘХЕТ Хикәйә
ЭРГӘНӘН ГЕНӘ ҮТЕП КИТТЕ... БӘХЕТ Хикәйә

Юҡ, былай шыпа яңғыҙ булманы Рәсимә. Үҙенә күҙ һалған, дуҫлашырға, бергә булырға теләгәндәр ҙә осраштырғыланы. Бер яҡын әхирәте: “Һин хәҙер бай, һөйкөмлө, шулай булғас, һиңә берәйһен димләргә кәрәк”, – тип күңеленә өмөт һалғандай булды.

Димләп өлгөрмәнеләр, ул эшләгән бүлеккә, Рәсимә йәштәрендә булыр, бер ирҙе эшкә алдылар. Исеме Миҙхәт икән. Ҙур ғына бер проект институтында эшләгән. Ул эшләй торған йүнәлештә белгес юҡ ине, компания конкурс иғлан иткән дә ул ҡабул ителгән. Аҙаҡ билдәле булды: айырылған, ҡатыны ун ике йәшлек малайы менән фатирында ҡалған. Етмәһә, элекке ҡатыны бик низағлы тиҙәр, күпме эш хаҡы алыуы, алиментҡа күпме биреүе менән ныҡлып ҡыҙыҡһынып, тикшереп тора икән. Ундай мәғлүмәттәрҙе Рәсимә эшләгән компанияла ситкә сығармаҫҡа тырышалар, сөнки эш хаҡының ҙур ғына өлөшөн хеҙмәткәрҙәр мәнфәғәтендә конверт менән биргән осраҡтар ҙа бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ундай эш хаҡынан һалым тотолмай, алимент түләнмәй. Шуға был ирҙе эштән ебәреү хаҡында ла һүҙ булғайны, Рәсимә яҡлап алып ҡалды. Былай үҙе тыныс кешегә оҡшаған, бик белемле һәм, ҡыҫҡаһы, бүлеккә ир ҡулы кәрәк, тип аңлатты.

Бер көн сығып барғанда Миҙхәт Рәсимәгә эйәреп алды ла күҙҙәренә ҡарап:

– Рәсимә Вәлитовна, һеҙгә рәхмәт инде, – тине.

– Ни өсөн? – тип аптыраны ҡатын.

– Әгәр һеҙ яҡлап алып ҡалмаһағыҙ, мине эштән ебәрәләр ине бит.

– Миңә һеҙҙең компания өсөн кәрәклегегеҙҙе иҫбатларға тура килде. Шул ғына, – тине Рәсимә.

Миҙхәт юҡҡа эйәрмәгән икән. Үҙенең рәхмәтен кафеға саҡырып һыйлау менән раҫларға теләй.

Рәсимә баш тартманы. Керҙеләр, ултырҙылар. Матур ғына өҫтәл ине. Үҙе телгә бик һаран, Рәсимә ундай ирҙәрҙе бик өнәп бөтмәй. Тәү ҡарамаҡҡа аҫтыртын һымаҡ тойолдо. Миҙхәттең тормош юлы бик ҡатмарлы ғына булған икән. Рәсимә һымаҡ атайһыҙ үҫкән, әсәһе лә күптән түгел мәрхүмә булған. Ҡатыны менән айырылышыу ҙа уның өсөн ҙур юғалтыу икән. Малайын һағына, хатта күҙҙәре йәшләнеп, тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы. Рәсимә уны йәшәгән урынына, ҡаланан ситтәге ятаҡтарҙың береһенә, илтеп ҡуйыуҙы кәрәк тип тапты. Ҡараңғы мөйөштә ҡалдырып киткәне өсөн хатта борсолоп бөттө.

Ҡайтҡас, төш күрҙе. Имеш, Миҙхәт менән етәкләшеп, үҙҙәренең ауылы эргәһендәге тауҙа йөрөйҙәр икән. Ап-аҡ булып ҡылған сәскә атҡан ваҡыт, диңгеҙ һымаҡ тулҡынланып тора. Шунда бер ҡыҙ бала күренә лә юғала, күренә лә юғала. Миҙхәт бер яҡтан, Рәсимә икенсе яҡтан шуны шаярып-көлөп эҙләйҙәр.

Әлеге төш аптыратты, ниндәйҙер өмөт уятҡандай булды. Яңғыҙ ир, ҡараусыһыҙ, ҡатыны менән ҡушылырына өмөтө юҡ, ә улын һағына. Иртәгеһенә Миҙхәтте үҙе көтөп алды.

– Кисә һинең өсөн борсолоп бөттөм, – тине ул, – ҡараңғы бер мөйөштә ҡалдырып киттем.

– Әллә тағы, мин өйрәнеп бөттөм инде, –  тине ир.

Һүҙ артынан һүҙ сығып, Миҙхәттең бер ҙә театрҙа, концертта булғаны юҡлығы асыҡланды. Иртәгәһен театрға спектаклгә барырға булдылар. Спектакль тамамланғас, Рәсимәнең ваннаһында крандан тамсы тамып тороуы иҫенә төштө. Ҡыҫҡаһы, һылтауын табырға, Миҙхәтте өйөнә алып ҡайтырға, үҙенең донъяһын күрһәтергә тура килде. Фатир менән танышыу ирҙең унда тороп ҡалыуы менән тамамланды.

Әлегә был хаҡта иғлан итмәҫкә булдылар. Ни тиһәң дә, икеһе бер бүлектә, етмәһә, Рәсимә – төркөм етәксеһе. Ләкин ундай серҙе оҙаҡ һаҡлап буламы инде? Был хаҡта бөтәһенә лә мәғлүм булды, әммә ғәйепкә юраусылар табылманы тип әйтерлек. Компанияның яҙылмаған ҡағиҙәләре эсендә был мәсьәләгә күҙ йомоп ҡарайҙар. Шәхси тормошҡа һәм эштәргә ҡыҫылмауҙы кәрәк тип һанайҙар. Бер арала яҡындарҙы ғына йыйып никах уҡыттылар. Загс тураһында һүҙ булманы.

Тап шул көндәрҙә Рәсимәнең телефонына сәйер генә смска килде. “Рәсимә, бәхет теләйем һиңә, ләкин шуны бел: кеше бәхетен емереп, үҙең бәхетле була алмайһың”, тип яҙылғайны унда.

Ҡатын өндәшмәне, иғтибар ҙа итмәне. Яңы тормош уны ныҡлы арбап алғайны. Эсмәй, тартмай, тағы ниндәй өҫтөнлөктәре булырға тейеш ир-аттың? Әхирәте генә,  был нәмәң бигерәк һөйләшмәй, аҫтыртын күренә, тип аптырап ҡуйғайны. Рәсимә быны улын һағыныуы менән аңлатты. Ҡатыны бик яуыз икән, бер нәмәһеҙ сығарып ебәреү өҫтөнә, улы менән дә бик аралаштырмай, алименттан тыш аҡса таптыра. Бер туҡтауҙһыҙ, шуны алып кил, быны алып кил, тип бойороп ултыра икән.

Ир менән ҡатынға, икәүләп эшләгәс, матди ихтыяждар бик еңел ҡәнәғәтләндерелә. Рәсимә үҙе ваҡсыл түгел, эш хаҡы артығы менән етә, әсәһенә лә ярҙам итә, ағаһының балаларын да онотмай. Хатта Рәсимә бала табыу тураһында хыяллана башланы. Ире менән был хаҡта һөйләшкәндәре юҡ, ләкин ул ҡаршы түгел һымаҡ. Ә бер көн теге төштө тағы күрҙе, әлеге ҡылған араһында йөрөйҙәр. Ап-аҡ ҡылған сәскә атҡан, елдә диңгеҙ һымаҡ тулҡынланып ултыра. Миҙхәт менән икәүләшеп теге ҡыҙ баланы эҙләйҙәр.

Ҡатын үҙендә етди үҙгәрештәр тойҙо һәм дауаханаға барҙы. Дауахананан ҡыуандырып ҡайтарҙылар. Ҡайтыу менән иренә ошо хаҡта шатланып һөйләй башлағайны, тегеһе торҙо ла китте. Рәсимә ни уйларға ла белмәне. Әллә тулҡынланды инде? Йомшаҡ күңелле булғас, бәлки, илап та ебәргәндер. Артынан эйәреп сыҡты Рәсимә.

– Көтөп тор, мин хәҙер керәм, – тип ир ишекте асып сығып китте. Бер сәғәттәй йөрөгәндән һуң ғына ҡайтып керҙе. Диванға һөйәнеп ултырҙы.

– Мин тағы бер балаға атай булырға әҙер түгелмен, – тине ул ҡайғылы төҫ менән, – сөнки бер улым үҫеп килә, атаһын аҙнаһына бер ҙә күрә алмай. Шуға мин нимә әйтергә лә белмәйем. Мин ике баланы ҡарай алмайым.

Ире Рәсимәнең бәхетенә ҡаршы төштө. Хәйер, ҡаршы төштөмө икән? Бик ҡаршы ла төшмәне бит, һораны:

– Үтенеп һорайым, әгәр мөмкин булһа, төшөртөп ҡайт, – тине.

Рәсимә ҡаршы бара алманы. Ире лә өмөттө өҙмәне, улымды үҫтерәйек, өйләндерәйек, оло юлға сығарайыҡ, тип һораны.

Байтаҡ көтөргә тура килде Рәсимәгә. Уның ҡарауы ире ҡәнәғәт ҡалды, улына нығыраҡ ярҙам итә башланы, сөнки үҫкән һайын күберәк кәрәк. Аҡса ла шулай байтаҡ өҙөлә. Рәсимәгә машинаһын яңыртыу өсөн кредит алырға тура килде. Фатирҙы яңыртырға булдылар. Уның өсөн дә икеһенә бер счет астылар. Донъя бит бер урында ғына тормай. Йылдар үткән һайын автомобиле лә, фатиры ла ҡиммәтләнә бара. Бер заман Рәсимә, үҙҙәре алған эш хаҡы наҡыҫланған һымаҡ тойолғас, сығымдарҙы барлап ҡарағайны, аптырап китте: Миҙхәттең ни, алименттан һуң ҡалған аҡсаһы улына китеп тик тора. Ә Рәсимәнең алған эш хаҡы ике ғаиләнең бөтмәҫ-төкәнмәҫ сығымдарын ҡаплауға етер-етмәҫ кенә икән. Шунда ғына Рәсимә үҙенә һорау бирҙе: банк картаһына күпме аҡса килгәнен, күпме тотонғанын, күпме ҡалғанын да белмәй икән дә баһа. Ҡатындың иренә ғаиләнең финанс хәленә бәйле һорауҙары байтаҡ йыйылды. Ҡайтһа, ире нәмәгәлер ҡыуанып ултыра. Үҙе өндәшмәй. Күренеп тора: шатлығын Рәсимә менән уртаҡлашҡыһы килә, ләкин Рәсимә өндәшмәй, көтә. Һәйбәт хәбәр булһа ярар ине. Ә ниндәй хәбәр һинең өсөн һәйбәт һуң, Рәсимә? Эх, ир булғас, әйтһен ине, һөйөклөм, һинең дә, минең дә йәшебеҙ үтеп бара, әйҙә, берәй ҡыҙыҡай алайыҡ, тиһен ине. Рәсимә аҡ ҡылған араһында йөрөгән ҡыҙыҡайҙы күҙ алдына килтереү менән үҙенең тыумаған балаһын иҫкә төшөрә. Ул бит быйыл беренсе класҡа барған булыр ине.

Миҙхәттең шатлығы ҙур, ахырыһы, ана бит, телефондан тағы һөйләшеп алды. Түҙмәне Рәсимә, үҙе һораны:

– Нимә бар?

– Һөйөнсө! – тине ир. Хатта сәпәкәй итеп, тыпырҙап бейеп алды.

Бәй, бының шатлығы бигерәк ҙур. Әгәр улай уртаҡлашыуҙы һорай икән, Рәсимәгә мөнәсәбәте барҙыр ул. Юҡ, Рәсимәһеҙ булмаҫ.

– Йә, әйт, минең дә ишеткем килә, – тине Рәсимә.

– Әйтәйемме?

– Әйт. Мин дә шатланайым.

– Әлбиттә, һинең өсөн дә шатлыҡ. Владик, беҙҙең улыбыҙ, өйләнә.

Ҡылған араһында йөрөгән ҡыҙыҡай тамам юғалды. Владик өйләнә? Ә уның өйләнеүенең Рәсимәгә ниндәй мөнәсәбәте бар? Өйләнһә, бәлки, киләсәктә, уға һәм кәләшенә аҡса әҙерәк кәрәк булыр? Бер ҡатлы һин, Рәсимә. Миҙхәттең улы өйләнә, хәҙер улар икәү. Оҙаҡламай өсәү буласаҡ.  Тимәк, һиңә тағы ла күберәк эшләргә, үҙеңде, иреңде һәм уның ғаиләһен ҡарау өсөн нығыраҡ тырышырға тура киләсәк.

Ире һикереп торҙо һәм саҡырыу ҡағыҙын сығарып һалды.

Туйға фатир һатып алыу өсөн йыйылған аҡсаның бер өлөшөн тотонорға тура килде. Шунда ғына Рәсимә аҡсаның ире исемендә булғанын күрҙе. Үҙенең исеменә күсерергә теләгәйне, ниңәлер өндәшергә баҙнат итмәне.

Бына туй. Былай ситкә типмәнеләр ҙә, уртаға ла яҡынайтманылар Рәсимәне. Миҙхәттең күңелле итеп йырлап-бейеп йөрөүен күргәс, бер килке аптырап торҙо, хатта, минең менән йәшәгән Миҙхәтме был, тигән һорау ҙа барлыҡҡа килде.

– Йәштәрҙе ҡотлау өсөн кейәүҙең атаһы менән әсәһе сыға, – тигәс, Владиктың әсәһе йүгереп килеп, әйҙә, тиҙ бул, тип, Миҙхәтте һөйрәп алып китте. Алдан әҙерләнгәндәр, күрәһең, бик матур ҡотланылар. Аҙаҡтан Миҙхәт тос ҡына конверт  сығарҙы һәм: “Беҙҙән һеҙгә фатир алыу өсөн тәүге взносты түләүгә миллион һум”, –  тип иғлан итте.

Миллион һум?! Рәсимә үҙенең алданыуына тамам төшөндө. Был бит ир түгел, ҡәҙимге альфонс!  Башҡа ҡатындар иҫәбенә үҙенең генә түгел, элекке ғаиләһенең дә йомоштарын хәл итеп йөрөүсе.

Тәнәфес иғлан иттеләр, бейергә төштөләр. Миҙхәт элекке ҡатыны менән Рәсимәнең эргәһенән генә вальста өйөрөлөп үтеп китте. Утты һүндереүҙәренән файҙаланып, Рәсимә урамға сыҡты. Ситтәрәк тәмәке тартып торған ирҙәр әлеге миллион хаҡында фекер алыша ине.

– Миҙхәт маладис. Бик лайыҡлы бүләк әҙерләгән. Ҡыуып сығарҙылар, ә ул  малайын ҡараны.

– Ҡайҙан ҡараһын? – тип ҡаршы төштө икенсеһе. – Бер бай бисәгә өйләнгән дә шуны йәтеш кенә итеп һауа, тинеләр.

– Эх, миңә лә шундай бер бисә кәрәк ине, – тине тағы берәүһе. Ҡалғандары уға ҡушылып хихылдашты.

Рәсимә, аҡрын ғына атлап, үҙенең машинаһы ултырған туҡталҡаға ыңғайланы. Икенсе көнөнә генә ҡайтҡан Миҙхәткә Рәсимә бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ә ире алдан әҙерләнгән, күрәһең, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгәйне.

– Һин нимә, әллә шул аҡсаңды күпһенәһеңме? Харап, берәү иренең улына фатир алырға ярҙам икән, имеш, туйға аҡса биргән. Әллә һин миңә аҡса алыуы еңел булған тип уйлайһыңмы? Илап ултырған балаң юҡ, донъяң етеш, ә йәштәргә тормош ҡорорға кәрәк. Артыҡ ярҙам иттем тип борсолаһыңдыр инде. Һин дә булған кеше! Мин һинең менән йәшәргә ғәрләнәм. Үҙең ярҙам иттең, үҙең хәҙер мине ғәйепләп, уҫал ҡарап ултыраһың.

Ир һөйләнә-һөйләнә сумаҙанын килтереп сығарҙы ла әйберҙәрен тултыра башланы һәм ишекте ныҡ итеп ябып сығып китте.

Рәсимә бер һүҙ ҙә өндәшә алманы.

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: