+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Сентябрь 2021, 15:24

УҢМАҒАН Хикәйә Беренсе өлөш

Донъя беҙҙең менән генә бөтмәгән. “Шул да булған тормош!”то уҡығандар иғтибар иткәндер: был йүнәлеш киңәйтеүҙе һәм төплөрәк һүрәтләүҙе талап итә. Шуға беҙ әлегә Данис менән Фәриҙәнең мәрәкә ҡатыш мажараларын ҡалдырып торорға һәм эргә-тирәләгеләргә иғтибар итергә булдыҡ. Шулай итмәй сара юҡ, беҙгә хәҙер капитализм хужа. Күпселек эш һәләткә һәм аҡсаға ҡоролған. Хәҙер беҙ һеҙгә шул хаҡта һөйләргә йыйынабыҙ.   Юридик академия ректоры Сәйфуллин Хәким Хәйри улы менән “ПримаКапитал” банкы идарасы президенты Йәноҙаҡов Абдулла Юлай улы 80-се йылдарҙа Мәскәүҙә бергә уҡығайнылар. Ҡайтҡас та бер-береһен ташламанылар, ғаилә дуҫтары булып, әле лә аралашып йәшәйҙәр. Күргәндәрен-күрмәгәндәрен бергә күтәрҙеләр. Хәҙер бергә булыу бик хупланмай, заман башҡа талаптар ҡуя. Йәноҙаҡовҡа Хәким Хәйри улы академия мәшәҡәттәре менән даими мөрәжәғәт итә торғайны. Әле лә һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Абдулла Юлай улының мәшәҡәттәре бар икән.

УҢМАҒАН Хикәйә Беренсе өлөш
УҢМАҒАН Хикәйә Беренсе өлөш

– Киләсәк тураһында уйларға кәрәк. Ғүмер буйы банк менән генә йәшәп булмаҫ. Үҙем киткәндән һуң кемдең етәксе булып ҡалыуы борсой.

– Улың бар бит, ниңә шуға ҡалдырмайһың? – тине Хәким Хәйри улы.

– Юҡ шул, улым медицинаға ылыҡты.

– Ә ҡыҙың?

– Ҡыҙым һиндә уҡый, оҙаҡламай тамамлай.

– Шуға ҡалдыраһың, – тине дуҫы.

– Ҡатын-ҡыҙ банкир бик һирәк уңышҡа өлгәшә, ир-ат кәрәк.

– Дөрөҫ аңлаһам, һиңә банкир түгел, ә ҡыҙыңа кейәү кәрәк.

– Эйе, дөрөҫ аңланың, дуҫ. Диана бик өмөтлө ул, тик ҡатын-ҡыҙ был өлкәлә бик ныҡлыҡ күрһәтә алмай. Үҙем дә йәлләйем, харап итке килмәй.

– Ә кейәү мәсьәләһе нисек тора? – тип һораны дуҫы.

– Юҡ, кеше бар ул, кандидаттар етерлек, тик төплөһө юҡ. Анауы Мостафиндарҙың улы йөрөгәйне, аҙаҡ ишетелде – эсә икән.

– Бәй, теге ваҡыт йәрәшкәйнек түгелме һуң? – тип аптыраны дуҫы.

– Булды, онотолдо, беҙ уны ҡыуҙыҡ.

– Ярай, һиңә ниндәйерәк кейәү кәрәк?

Банкир үҙенең теләген еңел генә итеп еткерҙе:

– Буйға бер сама булһындар, аспирантурала уҡыһа ла, насар түгел.

– Үҙем алырмын, – тине ректор. – Быйыл да миңә бер аспирант бүлделәр.

– Иң мөһиме – эсмәһен һәм, Хоҙай һаҡлаһын, наркоман булмаһын инде.

Әлегә шулай килештеләр. Ректор тиҙ арала кешеһен табасаҡ, бының өсөн ябай ғына осрашыу буласаҡ, хатта уны, буласаҡ кейәүҙе, банктың аспиранты итеп рәсмиләштереүҙе лә кәрәк таптылар.

***

Ғәлимә Булатты саҡ көтөп алды.

– Хәҙер нимә эшләйем инде? – тине ул, егете килеп ингәс тә.

– Мин һинең һорауыңа яуап бирергә әҙер түгелмен, – тине Булат. – Бөгөн, бәлки, әсәйем менән һөйләшермен, – тине ул, күҙҙәрен ситкә алып.

– Әгәр әсәйең ҡаршы булһа?

– Ниңә ҡаршы булырға тейеш? Әле беҙ икәү бит. Оҙаҡламай мин эшләй башлайым. Әгәр әсәй ҡаршы төшһә, фатир ялларбыҙ.

Шул ваҡыт Булатҡа: “Һеҙҙе ректор эҙләй”, – тигән смска килеп төштө.

Уҡыу йортоноң етәксеһе үҙенең аспирантын бик йылы ҡаршы алды. Шунда уҡ мөйөштә сәй, кофе ҡуйҙы, өҫтәл аҫтына күрһәтеп, ҡатырағын эсергә тәҡдим итте.

Булат был кабинетта бер-ике тапҡыр булғайны, ләкин ректор һынлы ректор менән эсеп ултырыуҙы килештермәне.

– Һинең ғаилә хәле нисек, иптәш Сафин? – тине ректор, егеттең өҫ-башын байҡап. Былай матур кейенгән, ҡараулы кешегә оҡшап тора. Эсмәне, тимәк, ул йәһәттән дә ныҡ. – Өйләнмәнеңме әле?

Егеттең ҡыҙ хәтеренә төштө, эстән генә, өйләнәм тип, әллә бүлмә һорайһы инде, тип уйлап ҡуйҙы.  

– Юҡ, – тине егет, – әле өйләнергә ашыҡмайым.

– Диана Йәноҙаҡованы беләһеңме? – тип һораны ректор.

– Банкир Йәноҙаҡовтың ҡыҙын һорайһығыҙмы? – тине Булат йылмайып. – Әлбиттә, беләм, бик ябай, матур ҡыҙыҡай.

– Ул һиңә оҡшаймы? – тип һораны ректор.

– Оҡшауҙан ни фәтеүә? – тине егет аныҡ ҡына итеп. – Оҡшауҙан бигерәк буй етеүе лә кәрәк бит әле. Улар өсөн икенсерәк егеттәр үҫә.

– Үҙеңде бик түбән төшөрмә, Булат, – тине ректор. – Хәҙер уңғандар һәм эшлеклеләр заманы килде.

– Ә беҙ улар исемлегенә инә алабыҙмы? – тип һораны Булат.

– Йәшерен-батырын түгел, Булат ҡустым, – тине ректор. – Абдулла Юлай улы һинең һымаҡ тырыш бер нисә егетте эшкә алырға теләй. Бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң, һайлап-һайлап, мин уға банкта эшләү өсөн һине тәҡдим итергә булдым.

– Ысынлапмы? Рәхмәт һеҙгә, Хәким Хәйри улы. Минән тағы нимә талап ителә?

– Һинән әүҙемлек талап ителә, ҡустым. Үҙең беләһең, банк эше бик сетерекле, банкирҙың үҙе хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, сөнки кандидатты төрлө яҡлап тикшереп, энә күҙәүе аша үткәрәсәктәр. Хәҙерге заманда теләһә кемгә ышаныу юҡ. Ҡустым, мин һиңә уңыш теләйем, ышанысты аҡларыңа өмөт итәм.

– Тағы ниндәй талаптар, шарттар булыр? – тине Булат. Ул ректорҙың бөтәһен дә һөйләп бөтмәгәнен һиҙә ине.

– Тағы ниндәй талаптармы? Һинән тоғролоҡ талап ителә. Һиңә әйтмәм тигәйнем, әммә серҙе сисергә мәжбүрмен: Йәноҙаҡов ҡыҙына кейәү эҙләй. Кейәү менән ҡыҙ киләсәктә банкҡа хужа буласаҡ.

– Ә ниңә банкир ҡыҙын ғына ҡалдырмай? – тип аптыраны Булат.

– Ҡалдырыр ине, ҡыҙы йомшағыраҡ. Дианаға ҡәтғилек, ныҡышмалылыҡ етмәй. Йомшаҡ күңелле кешегә ышанып тапшырһаң, банктың бер-ике йылда бөлөүе ихтимал.

– Ә Диана, ҡыҙын әйтәм, миңә кейәүгә сығырға риза булырмы икән?

– Быныһы һинең йә минең эш түгел.

Һөйләшеп бөткәндән һуң ректор студентын ҡабул итеү бүлмәһенә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Ни тиһәң дә, Булат хәҙер теләһә кем түгел, буласаҡ банк президенты. Әлегә – президенттың буласаҡ кейәүе.

Булат бик күңелле итеп йылмайып, бөтәһен дә ҡосаҡлап алырҙай булып килеп сыҡты урамға. Күңелле генә итеп китеп бара ине:

– Булат! – тип өндәштеләр.

Уф, бынау Ғәлимәһе икән, һаман ҡайтмаған.

– Һиңә нимә кәрәк? – тип асыуланды ул ҡыҙға.

– Бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине Ғәлимә. – Ректор эҙләткәс, берәй нәмә булғандыр тип ҡурҡтым.

– Ҡурҡма, минең енәйәт ҡылғаным юҡ.

– Ә ректор ниңә саҡырҙы?

– Мине аспирантураға ҡалырға өндәй.

– Ҡайһылай шәп булған! – тип ҡыуанды ҡыҙыҡай. – Һин ризалаштыңмы?

– Әлбиттә. Ғүмер эсендә бер була торған хәл.

– Ә мин һиңә ярҙам итә аламмы? – тине Ғәлимә.

– Һинең ярҙамың миңә бигерәк кәрәк, – тине Булат, шунда уҡ үҙгәреп. – Һиңә абортҡа барырға кәрәк. Ғәлимә, бик ныҡ кәрәк.  

– Ни өсөн?

– Әгәр һинең менән минең мөнәсәбәттәрҙе белһәләр, һинең ауырға ҡалыуыңды һиҙһәләр, минең өсөн аспирантура ишеге шунда уҡ ябыласаҡ.

– Ниңә? Аңламайым, – тип аптыранды ҡыҙ.

– Һуң, үҙең уйлап ҡара. Ректор мине аспирантураға саҡырҙы. Мин өйләнмәгәнмен. Етмәһә, минең балам тыуған. Ундай кешене ректор аспирантураға түгел, эшкә лә алмаясаҡ.

– Улайһа, һин минән баш тартаһыңмы?

– Әлегә был хаҡта һүҙ булманы, – тине Булат. – Һин миңә үҙең әйттең, яҡшылыҡ теләйем, тинең.

– Әлбиттә, Булат. Мин һине яратам, бөтәһен дә эшләргә әҙермен.

– Шулай булғас, һин миңә эшлә бер яҡшылыҡ: иртәгә үк дауаханаға бар.

 

Дауамы бар.

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: