+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Сентябрь 2021, 08:20

УҢМАҒАН Хикәйә Икенсе өлөш

Егет сығып киткәс, ректор урам яҡҡа ҡараған тәҙрәгә килде, майҙанға күҙ ташланы. Ана, уның буласаҡ аспиранты – банк президентлығына кандидат китеп бара. Туҡта, туҡта, үҙенә бер ҡыҙ эйәргән түгелме һуң? Был егет төшөп ҡалмаҫ. Ана, артынан бер ҡыҙ йүгереп китеп бара.             Булат туҡтаны ла теге ҡыҙға боролоп, ҡулдарын һелтәй-һелтәй нимәлер аңлата түгелме һуң? Бына ҡыҙыҡайы туҡтаны, ике ҡулы менән битен ҡаплап эйелде һәм егет тағы нимәлер әйткәндән һуң, ҡыҙыҡайы, шәп-шәп атлап, уңға китте.             Шул ваҡыт Булат, үҙе лә һиҙмәҫтән, ректорҙың тәҙрәләре сыҡҡан яҡҡа ҡараны һәм уны бик ентекләп ҡарап торған Хәким Хәйриевичты күреп ҡалды.

УҢМАҒАН Хикәйә Икенсе өлөш
УҢМАҒАН Хикәйә Икенсе өлөш

Суҡынған малай! Юғалып ҡалманы, уң ҡулын күтәреп, әллә ректорҙы, әллә алыҫта китеп барған бер дуҫын сәләмләне.

Ректор, оҙаҡлап тормай, банк президентына шылтыратты. Йәноҙаҡов үҙендә икән. Хәл-әхүәл белешкәндән һуң, банк президенты:

– Нимәләр бар, Хәким Хәйриевич? – тине.

– Мин һиңә бер егет таптым. Әле генә саҡырып һөйләштем үҙе менән. Былай ипле һәм бик ҡаты ҡуллыға оҡшаған. Тәртипле күренә. Эсергә тәҡдим иткәйнем, баш тартты.

– Уларға ышанһаң, алдыңда – бер төрлө, күҙҙәнн ысҡынһалар – стажлы алкоголик.

– Һинең, ҡорҙаш, именлек хеҙммәте бар бит. Ниңә шуларға ла бер аҙ эш бирмәйһең? Тикшерһендәр егетте.

            Банкир шунда уҡ Булаттың барлыҡ мәғлүмәттәрен яҙып алды һәм банк һаҡсылары уның кандидатураһын өйрәнә башланы.

            Ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, Булат кандидатураһының әлегә өҫтөнлөккә эйә булыуы мәғлүм булды. Ләкин ҡайҙалыр мәғлүмәт тышҡа һарҡып сыҡҡан һәм, билдәле, төбәкте тотоп торған банктарҙың береһендә киләсәге бик өмөтлө вазифаға һайлау ойошторолоуы хаҡында күптәргә билдәле икәнлеге асыҡланды. Аҙаҡтан, беленеүенсә, именлек хеҙмәтендә эшләүселәр бик насар эшләгән. Мәҫәлән, Булаттың ҡайҙа йәшәүе, кемдәр менән аралашыуы, әсәһе, йөрөгән ҡыҙы хаҡында белешеү нимәгә кәрәк булғандыр. Уларҙың вайымһыҙлығы арҡаһында, конкурста ҡатнашыыу өсөн Хөкүмәт тирәһенәнн дә бер нисә кандиидат килеп ҡушылды. Шунныһы йәтеш булды, улары – түрә-ҡара балалары икән, уҡыу яғы бик саамалы, ә инде әхлаҡи тәтипкә килгәндә, улар хаҡында һөйләүе лә уңайһыҙ. Шулай ҙа, конкурс булды, исем өсөн, тип әйтерлек. Тәүҙә ун ике кешене саҡырҙылар, аҙаҡ дәғүәселләр өсәүгә ҡалды. Уларҙы ла һынап ҡарағас, Булат Сафиндың ҙур өҫтөнлөк менән еңеп сығыуы асыҡланды.

            Ректор менән банкир хәҙер әлеге эштең иң хәл иткес өлөшөнә – егетте Йәноҙаҡовтың ғаиләһе менән таныштырыуға әҙерләй башланылар. Банкир үҙе, Абдулла Юлай улы була инде, Булаттың үҙенән кәм тулҡынланманы. Ни әйтһәң дә, төбәк иҡтисадында билдәле урын биләгән абруйлы ғаиләнең яҙмышын хәл итерҙәй вариҫ һайлайҙар.

            Ректор Булатҡа үҙе шылтыратты:

– Арыу ғына кейемдәреңде кейеп, киске биштәрҙән һуң кил әле, – тине ул егеткә, атайҙарса хәстәрлек күрһәтеп.

– Ҡайҙа барабыҙ? Концертҡамы? – тип ҡыҙыҡһынды аспиранты.

            Унда концент ҡайғыһы:

– Ҡустым, һөйләшеп, кәңәшләшеп алырға кәрәк. Ошо көндәрҙә һинең яҙмышың хәл ителәсәк.

            Булатҡа ҡайтып, иң арыу күлдәген, былтыр алған костюм-салбарын кейеп, ректорҙың ҡаршыһына барып баҫырға тура килде. Ректор бик ентекләп ҡараны егеттең кейем-һалымын. Сығып, тотҡолап та ҡараны. Эстән генә борсола ине. Кейем йәһәтенән, маҡтанырлыҡ түгел. Ана, маршрутка шоферҙары, гастарбайтер булһалар ҙа, арыуыраҡ кейенәләр. Ректорға иң төпкө кеҫәһенән үҙе генә белгән банк картаһын сығарырға тура килде.

– Бына, Булат, пин-кодын яҙып ал. Ошоноң менән, барып, хаҡына ҡарап тормай, кейен. Иртәгә беҙҙе банкир ҡала ситендәге биләмәһендә көтә. Һин ҡарап һоҡланырлыҡ булырға тейешһең. Төшөндөрә белдеме?

– Әлбитттә! – тине тулҡынланған егет.

            Бер сәғәт эсендә, карта менән түләгәндән һуң, ректорҙың телефонына килгән һандарға ҡарағанда, был егет аҡсаның ҡәҙерен белә һәм ул ғилми етәксеһенең йомартлығын бик әрһеҙләшмәй геннә файҙаланған.

            Икенсе көнөнә, иртәнге туғыҙҙа, банкирҙың буласаҡ кейәүе ректор янына килеп ингәндә, бик күптәр, хатта уҡыу йортоноң хужаһы ла, егетте көс-хәл менән таныны. Хатта, ҡаштарын төйөп, туп-тура ҡарауы үҙе ни тора!

– Шәп! – тине ректор, кеҫәһенә картаһын кире йәшергән ваҡытта. – Һиине ҙур һәм бөйөк эштәр көтә. Яйы сыҡһа, бурысыңды ҡайтарырһың. Булмаһа инде, ғәфү итергә тура килер.

– Юҡ инде, Хәким Хәйриевич, – тине Булат. – Мине аҡсаһыҙ йөрөй, тип уйламағыҙ, – тине һәм шунда уҡ бурысын да ҡайтарып ҡуйҙы.

            Кисен банкирҙың ҡала эргәһендәге биләмәһенә барыу бәхетенә ирешеләр. Күренеп тора, был ожмах мөйөшөндә Булат түгел, ректор үҙе тәүге тапҡыр икән. Юғиһә, икеһе ике яҡҡа ҡарап, килеп ингәс тә, асҡан ауыҙҙарын ябырға ла онотоп, Йәноҙаҡов үҙе килеп сыҡҡансы тормаҫтар ине.

– Да, былар йәшәй белә, – тине ректор эстән генә, ләкин күпте күргән ҡарт бүре һоҡланыуын да, көнләшеүен дә эскә йәшереп өйрәнгәйне. Ә бына Булат, бындай урынға беренсе тапҡыр килеп эләккәс, ҡайтып киткәнсе, тип әйтерлек, иҫенә килә алманы.

            Банкир, ҡунаҡтарын әйҙүкләп, өйөнә алып керҙе. Икенсе ҡатта үҙенең эш бүлмәһе бар икән. Тәүҙә шунда ултырып оҙаҡ ҡына кәңәшләштеләр.

– Булат, беҙ һиңә ҙур өмөт бағлайбыҙ, – тине, Йәноҙаҡов егеткә ҡат-ҡат ҡарап. – Көслө, аҡыллы егеттәр һәр урында уңышҡа өлгәшеп эшләй. Һин – беҙҙең арала яңы кеше. Шуға әллә ни иҫең китмәһен. Ошондай тормошто һин үҙең өсөн үҙең булдырырға бурыслы.

Аҙаҡ банк тирәһендә эшләгән яҡындары, туғандары киске ашҡа ултырҙылар.

Осраҡлы булманы, Диана менән Булаттың урындары бергә тура килде. Ҡыҙ менән егет, электән дә таныш булғас, матур ғына аралашып ултырҙылар. Булат, бындай ҡорға тәүге тапҡыр тура килгәс, ашауҙан бигерәк, шым ғына тыңлап ултырҙы. Хатта ҡойған коньяктарына ла, вискиҙарына ла иғтибар итмәне. Аҡ шарапты ғына бер тәмләп ҡараны (“Һәнәк” журналы – эскелеккә ҡаршы!). Күберәк банк ставкалары, кредит хаҡында һөйләштеләр. Нефткә хаҡтарҙың юғары булыуы уларға ла оҡшамай икән. Йәноҙаҡов эргәһендә ултырған берәү, именлек хеҙмәте етәксеһе икән, күҙ яҙлыҡтырмай, Булатты күҙәтте. Банкир яңы автомобиль һатып алған булдымы икән, шул хаҡта иғлан итеүгә, автопром яңылыҡтарын барлай башланылар. Банк структураһында бик популяр булмаһа ла, микрозаймдарҙы күпләп таратҡандар. Аҡса алып, бурысын ҡайтара алмағандарҙың тетмәһен теттеләр.

            Оҡшаны был ҡор Булатҡа. Үҙе бер башҡа үҫеп киткәндәй булды. Өлкәндәр ҡалды, аҙаҡ Диана менән биләмәне арҡыры-буй йөрөп сыҡтылар. Ике-өс гектар майҙанды биләгән биләмәнең бейек аш ҡоймаһы эсендә икешәр-өсәр ҡатлы тағы бер нисә йорт күренә.

– Ә быларында кем йәшәй? – тип ҡыҙыҡһынды Булат.

– Мин ҡайҙан беләйем иинде? – тип аптыранлы Диана. – Бынауһында кеше күренгәне юҡ, бәлки ҡунаҡ йортолор. Анауһында хеҙмәтселәр йәшәммәйме иикән, тип уйлайым.

Ҡыҫҡаһы, бында бөтәһенә лә урын етерлек. Бирерәк ҙур ғына бассейен күренә. Эргәһендә – сауна, тинеләр.

            Ҡараңғы төшкәс, ректор менән ҡайтырға ҡуҙғалдылар. Йәноҙаҡов ҡатыны, Диана менән өсәүләп оҙатырға сыҡты.

            Хәким Хәйри улы алдан уҡ егетте киҫәтеп ҡуйғайны. Булат, машинаға ултырыр алдынан, кеселекле итеп үҙенең рәхмәтен белдерҙе.

Банкир өҫтәл артында бер төрлө булып алғайны, хушлашыр алдынан:

– Персонал менән эшләү бүлегенә, үҙеңдең ҡасан эшкә сыға алыуыңды хәбәр итә алаһың, – тип мөңгөрләне.

– Иртәгә үк сыға алам, – тине Булат. Ҡабаланды, үҙенең эшкә ынтылыуын күрһәтергә тыырышты.

– Уйларбыҙ. Берәр аҙна ял ит.

Шуның менән Булат Сафиндың юғары даирәләрҙә урын яулау буйынса сәфәре тамамланды.

 

Дауамы бар.

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: