+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Сентябрь 2021, 20:13

УҢМАҒАН Хикәйә Өсөнсө өлөш

Дәртләнеп, ҡыуанып ҡайтты Булат Йәноҙаҡовтарҙың биләмәһенән. Әсәһе ишетһә, ҡыуаныр инде. Уның берҙән-бер улы хәҙер шундай бейеклеккә күтәрелде, хатта кешене күреү-таныу түгел, үҙе лә күренмәйәсәк. Алдынғы студент булараҡ, ул үҙенең белеменә шикләнмәй. Һәр хәлдә, “ҡыҙыл диплом”ды теләһә кемгә тоттормайҙар. Ә инде аспирантураға уны ебәреү өсөн фән докторҙары сиратҡа торҙолар. Һиҙәләр елдең ҡайһы яҡҡа иҫкәнен. Дуҫлашып, бәйләнештәр урынлаштырып ҡалыу – маҡсаттары.

УҢМАҒАН Хикәйә Өсөнсө өлөш
УҢМАҒАН Хикәйә Өсөнсө өлөш

Шундай шик-шөбһәләр менән, Булатҡа ректорҙың үҙенә мөрәжәғәт итергә тура килде. “Файҙанан бигерәк, зыяны күп төҫмөрләнә, – тине күпте күргән ҡарт. – Минең менән булған хәл ҡабатлана. Мине үҙҙәренә эләктерер өсөн яғалашып бөттөләр. Ә саҡ ҡына бәләгә тарығайным, һәммәһе ҡасып бөттө. Киреһенсә, миңә ҡаршы һөйләнеп йөрөнөләр”, – тине Хәким Хәйри улы.

            Белә был хаҡта Булат, ишеткәне бар. Фән кандидатына диссертацияһын яҡлағас, баҡсаһында ҡасып, дуҫ-иштәре менән ныҡ ҡына “йыуған”. Артыҡ эскәнме, бәлки араҡыһы сифатһыҙ булғандыр, бер дуҫы сығып ҡолай һәм айнытҡысҡа эләгә. Ә илдә бөкөрө генсек тарафынан эскелеккә ҡаршы иғлан ителгән кампанияның иң ҡыҙған сағы. Сәйфуллинды, галстугынан һөйрәп, ҡала комитеты бюроһына килтерәләр. Ә ул бирешеп тормай, еңеп сыға.

            Булат үҙенең уҡытыусыһының һәр һүҙен һеңдереп бара. Хәким Хәйри улы юҡты һөйләмәҫ. Ул үҙенә эстән генә һүҙ бирҙе: аҙаҡҡа тиклем ректор Сәйфуллиндың эргәһендә булырға кәрәк.

            Шым ғына икеһенә бер шешә “Һеннесси”ҙы (“Һәнәк” – эскелеккә ҡаршы!!!) юҡ иттеләр.

            Бөтәһен дә һөйләнеп бөтмәне ҡарт. Бынауы ҡыуанып йөрөгән малайҙың, нисек кәйефен боҙаһың инде. Сөнки сәбәптәре бар. Йәноҙаҡовтың биләмәһендә ҡунаҡта саҡта егет, үкенескә ҡаршы, үҙен бик лайыҡлы күрһәтә алмаған. Әлегә Булатҡа ҡарата Диананың йылы мөнәсәбәте генә киләсәк уй-ниәттәрҙе һаҡлап алып ҡалған.

            Ректор бик оҙаҡ ҡарап ултырҙы егеткә. Эстән генә: “Йәштәр йомшарҙы. Тиҙ бирешә, ә бит әҙер донъяға килеп инер өсөн бик күп көс һалырға кәрәк. Етмәһә, Дианаһына ла ышаныс бик юҡ”, – тип уйланы. Бында ректор үҙе генә белгән сер ҙә бар, әлбиттә. Яҙған булһа, уныһы ла киләсәктә ишетелер. Шулай итеп, тәүге осрашыу бер кемдең дә еңелмәүе менән тамамланды, тип иҫәпләргә мөмкин.

            Ҡабалана егет, үҙен тиҙерәк күрһәтергә тырыша. Әйттеләр бит, бер аҙананан килергә, тип. Ә ул үҙен күрһәтергә ашыға. Өс көндән, килеп, инергә ынтылып йөрөгән. Хатта офис-менеджерҙан, үҙенең кабинетын күрһәтеүҙе талап иткән. Ә быныһы инде – “иләмәгән-һуҡмаған, ҡәйнәм, һиңә – бер ыштан, барығыҙға бер иштән” һымаҡ килеп сыҡҡан. Ярай, офис-менеджер үҙен сығарып ебәрмәгән. Юғиһә, һуңынан, быныһын да төрткөләп оҙатып ҡуйырға күп һорамаҫтар ине. Белә ректор, егет, иң кәмендә, бүлеккә хужа булырға иҫәп тота. Ә уға бөгөн консультант урынын ҡарайҙар. Үҙҙәренсә киҫәтәләр инде, йәнәһе. Консультант ҡайҙа ла – консультант инде. Әлбиттә, йыйыштырыусынан юғарыраҡ, уның ҡарауы, ҡарауылсынан түбәнерәк.

– Булат ҡустым, банктың үҙенең үҙенсәлектәре бар. Бында иң түбәндән башлағандарҙы яраталар.

– Мин ҡаршы түгел, – тине егет. – Түбәндән икән, түбәндән. Мин эшләгән бүлек киләсәктә иң яҡшыһы буласаҡ!

            Эх, был егет юҫығын күҙ алдында юғалта, – тип һуҡранды ректор. Ҡайҙа уға бүлек, уға тигән бүлекте Дианаға тотторҙолар. Ә һин шунда консультант булып йөрөү хоҡуғына эйә булһаң, бик хуш. Бөтәһе лә аңлаясаҡ һәм хуплаясаҡ. Банкир-президент үҙенең кейәүенә, әлбиттә, ундай статусты яулай алһа, ҡайҙан сыҡҡанын күрһәтергә теләй.

            Тын да алмайынса тыңланы Булат Сафин үҙен һәм буласаҡ кәләше – Диананы тәғәйенләү тураһында фармандарҙы.

            Һабаҡташтары эстәрен тырнап көлөрҙәрме икән инде? Оҙаҡламай, президент ҡамыты кейәһе вариҫ, төп банкирҙың килеүе – консультант. Ә уның кәләше – бүлек мөдире.

            Булат, йүгереп сығып китеп, тәүге үтеп барған машинаның тәгәрмәстәре аҫтына ҡолай яҙҙы. Ошонда бәләкәй генә тишек булһа, оятынан, шуны тырнай-тырнай ҙурайтып, кереп китер ине.

            Ярай, ҡарт банкир үҙенең һүҙен әйтеп өлгөрҙө:

– Ә ниңә Сафинды? Буласаҡ президентты бик һүрән тәбрикләйһегеҙ, – тине.

            Быны ишеткәндәр ҡулдары ҡыҙғансы алҡышланы, хатта хөрмәт йөҙөнән һикереп торҙолар.

Булат тынысланды һәм, йөҙөнә шатлыҡ билдәләре сығарып, күнергә мәжбүр булды. Банктың идарасыларының береһе аҙаҡтан аңлатыуҙы кәрәк тип тапты:

– Булатҡа ҡыуанырға кәрәк. Уға бик яҡты, киң юл астылар. Хәҙер кемдең президент булыуы берәүҙә лә шик уятмай. Һиңә, буласаҡ президентҡа, бик түбән проценттар менән кредит бирҙеләр. Һин үҙеңде күрһәт, түлә, бурысыңды ҡайтар, ҡулыңдан киләсәк.

           

Ярты йылдан туй булды. Әлбиттә, банкир ҡыҙының банк залында йөрөгән консультантҡа кейәүгә сығыуы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Уның ҡарауы, әлеге ҡарт хужа бик демократик ҡарашлы икән. Дилбәгәне байҙар балаларына түгел, ябай халыҡ араһынан сыҡҡандарға ышанып тапшыра икән, тигән фекерҙе нығытты.

            Шулай бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Консультант, Сафин, үҙенең туҙып бөткән папкаһын күтәреп, ябай халыҡтың ниндәй кредитҡа лайыҡ булыуҙары хаҡында аңлатма бирҙе. Арыны, ғәрләнде, бер нисә тапҡыр, күтәреп һуғып, сығып китергә лә уҡталып ҡуйҙы. Бындай осраҡтарҙа ул ректорға мөрәжәғәт итте.

– Түҙ, һине һынайҙар. Бындай һынауҙар ике-өс йылға бара.

– Ике-өс йыл?

– Эйе, ике-өс йыл.

            Юҡ! Бындай мәсхәрәләүҙе Булат Сафин күтәрә алмаясаҡ. Бына, диссертацияһын яҡлар ҙа, Мәскәүгә китер. Ҡыҙы ла, банкы ла кәрәкмәй.

Йәне көйгән егет, ошо хаҡта иғлан итеү өсөн, уңайлы көндө көтә башланы. Ләкин ундай көн күпкә тиҙерәк килде.

Бер көн шәмбегә тағы ла банкирҙың биләмәһенә саҡырҙылар. Матур ғына итеп, күңелле генә итеп ултырҙылар.

– Хәлдәр нисек, кейәү? – тине банк хужаһы, уның күҙҙәренә һынсыл ғына ҡараш ташлап.

            Һорау аҫтыртын һәм мәкерле ине. Ләкин Булат үҙен бик тиҙ ҡулға алып өлгөрҙө:

– Һәйбәт! Хатта бик һәйбәт, Абдулла Юлай улы!

– Эшләүе бик ҡыйын түгелме? – тип һораны тағы ла банкир.

– Минең өсөн эштең ҙуры-бәләкәйе юҡ.

Һөйләшеү әлегә тамамланды. Булат тағы аптыранды. Һорашҡан-белешкән була, ә һөҙөмтә – юҡ.

Президент, нимәлер әйтергә теләгән һымаҡ, Булатҡа байтаҡ ҡына ҡарап торҙо...

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: