-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Сентябрь 2021, 15:34

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Бишенсе көн

Ишеткәнһегеҙҙер, был хаҡта телевизорҙан күрһәттеләр, интернеттан тараттылар, радионан һөйләнеләр. Ә теге Рафаэль тигәндәре шундай никахлашыу юлдары менән, мутлашып йөрөүсе бәндә икән. Әгәр хәләлегеҙҙән ҡотолорға теләһәгеҙ, ул бәндә арзан ғына хаҡҡа һеҙ теләгән эротик фантазияларҙы файҙаланып, тормошҡа ашырасаҡ. Уның һымаҡ кешенең хеҙмәтенә ихтыяж, айырыуса, байҙар араһында күп. Артабан да һүҙ шул хаҡта барасаҡ тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Сөнки иренән, йәки бисәһенән ҡотолоусылар шул тиклем күп, көнө-төнө шуның менән генә шөғөлләнһә лә, Рафаэль һеҙҙең бөтә талаптарығыҙҙы ла үтәй алмаясаҡ.

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Бишенсе көн
ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Бишенсе көн

Ошо ваҡиғанан һуң Данис мәсеткә барҙы һәм ентекләп, ниндәй бәләгә тарыуы хаҡында һөйләне, хатта видеонан да күрһәтте. Үҙегеҙ беләһегеҙ, мәсет тирәһендә әхлаҡи йөҙө бик үк таҙа булмағандар тойолмай, йәки улар, киреһенсә, бик күренмәҫкә тырыша. Данистың киноһын мәсеттә Аллаһҡа һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүселәр: “Тәүбә! Әстәғәфирулла тәүбә!” – тип ҡаранылар һәм Фәриҙә менән Данистың никахы ваҡытынан алда тарҡатылды, тип таптылар. Шулай итеп, Рафаэль заказды үтәне, Данис маҡсатына өлгәште, ә Фәриҙә урамда тороп ҡалды тип уйлағандар бик етди хаталана. Сөнки ире юғалған, йәки балтаһы һыуға төшкән һымаҡ йөрөгән Фәриҙәнең ҡапыл йөҙө үҙгәрҙе, баяғы, американдар әйтмешләй, ҡиәфәте миллион долларлыҡ күренде.

            Доллармы, доллар түгелме, мөһим түгел, Фәриҙәнең Рафаэль ярҙамында бәләгә тарыуы  уға һис көтөлмәгән уңыш килтергән. Ул лотерейға, интернет хәбәр итеүенсә, биш миллион һум аҡса отҡан. Был хәбәр шул көнөндә үк таралып китте һәм кисен йоҡлар алдынан Данистың иғтибарына лайыҡ булды:

– Биш миллион һум! Данистың хатта тыны ҡыҫылды.

            Ул шунда уҡ, эх, ҡабаландым шикелле, тигән фекергә килде. Ҡуй инде, биш миллион һумдан нисек еңел генә баш тартмаҡ кәрәк? Етмәһә, бөгөн төшкө ашҡа барһа, һин дә мин Фәриҙәһе лә йөрөп ята. Аҡсаһы ла барҙыр, күрәһең, ике кәтлит ашап ултыра. Данис, бик йәне көйһә лә, Фәриҙәһе менән битараф ҡына иҫәнләште, һыр бирмәҫкә тырышты. Ә инде, әхирәттәре килеп, Фәриҙәне, бер-бер артлы килеп, ҡосаҡлап, үбеп, шатланыуҙарын белдергәс, белмәмеш булды һәм: “Ниңә ҡотлайһығыҙ?” – тип һораны.

            Аңлаттылар, төшөндөрҙөләр.

– Мин дә ҡотлайым, – тигән булды Данис, теш араһынан ғына сығарып.

            Икеһендә лә бер-береһенә ынтылыш барлыҡҡа килдеме икән, уртаҡ өҫтәл артына ултырҙылар.

            Өндәшһәләр, оҡшамаған һүҙ әйтеүҙән ҡурҡып, шым ғына ашанылар. Нимә уйлағандарҙыр – үҙҙәре генә белә, ләкин Данис шуға төшөндө: ҡатын унан ыңғай тәҡдимдәр көтә.

            Данис өндәшмәне. Сөнки, нимә тиһәң дә, биш миллион ул биш тәңкә түгел, уны үҙләштереү, йәки тормошҡа ашырыу бик һаҡ аҙымдар менән оҙатылырға тейеш. Данис белә, ул банк таларға йыйынмай. Шунан һуң, әгәр ғәҙеллекте файҙаланырға булһа, әлеге биш миллионға уның да ҡатнашы, йәки мөнәсәбәте бар. Бәхетле билетты Фәриҙә улар икәү бергә саҡта һатып алған. Бергә, тимәк, шул ваҡытта тупланған мөлкәт тә уртаҡ. Был осраҡта миллиондар уларҙы айырмаҫҡа, ә, киреһенсә, берләштерергә тейеш. Уны, йәғни, миллиондарҙы, кинәнә-кинәнә бүлешергә булыр ине, әгәр уларҙың араһында Данистың “талағы” ятмаһа.

– Ашыҡтым, ҡабаландым, – тип өҙгөләнде Данис һәм, калькулятор ярҙамында, нимәләр һатып алырға мөмкин буласағын иҫәпләп ҡараны.

Юғалтыуҙар бер бүлмәле фатир һәм автомат коробкалы иномарка тирәһен күрһәтте.

– Юҡ, – тине Данис, – мин был тиклем юғалтыуҙарға ҡуя алмайым. Мөхәббәт ул шундай хис-тойғо, ул бер ваҡытта ла иҫкермәй, туҙмай. Һәр ир менән ҡатын уны үҙенсә яңырта. Ниңә ул, бер тапҡыр мөгөҙ ҡуйған, тип хәҙер алтынға әйләнгән ҡатындан баш тартырға тейеш?

            Данис, хәйерлек аҡсаларын барланы ла, яңынан мәсет тупһаһын аша атлап уҙҙы.

            Данистың тормоштағы мәшәҡәттәрен белгән дин әһелдәре уның эргәһенә килеп тә етте.

– Ни йомош, ағай? – тинеләр улар. Данис ябай ғына аңлатып бирҙе:

– Никахлап өйләнешкәйнек, матур ғына йәшәп ята инек, хәҙер беләм, шайтан ҡотортто, шартына килтереп, айырып ебәрҙем.

– Өс тапҡыр “талаҡ” әйттегеҙме? – тине муллаларҙың иң өлкәне.

– Әйттем, айырҙым, – тине Данис.

– Бер ауырлығы ла юҡ, – тинеләр. – Һеҙҙән хәҙер бурыс төшкән, икенсе кешегә никахлап бирәһегеҙ ҙә, ул өс тапҡыр “талаҡ” әйткәс, никахлап, кире алаһығыҙ.

            Данис башындағы һирәк-мирәк сәстәрҙең ҡыштырҙап һелкенеп ҡуйыуын һиҙҙе. Иң үкенеслеһе шул, иң дәһриҙәр дингә ҡаршы көрәшкәндә, ул был хаҡта яҙа-йоҙа ишеткеләгәйне һәм коммунистар тарафынан уйлап сығарылған өгөт-нәсихәт сараһы тип уйлағайны. Үкенескә ҡаршы, ысынбарлыҡ шул осорҙан хәҙер ҙә үҙгәрмәй һаҡлана икән.

– Һеҙҙең үтенесегеҙҙе тормошҡа ашырыу ниәтенән, никахлап алырлыҡ ир-егетте беҙ һеҙгә табып бирә алабыҙ, – тинеләр. – Клиент был хаҡта кешеләрҙең белмәүен талап итә. Быныһы тулыһынса үтәләсәк.

– Ә ул ир-егеттең нисә йәштә булыуы ихтимал? – тип ҡыҙыҡһынды Данис.

– Бәлиғ булғандан алып, үҙенең никах тарафынан бирелгән бурысын үтәрлек, йәки ошо ике-өс көн эсендә фани донъяға күсмәҫлек булһа, бик мәслихәт, – тине өлкән мулла.

            Данис шундайыраҡ ҡарт табырға ҡушып, муллаға бер “ҡыҙыл”ды тотторҙо.

            Икенсе көнөнә Данисты коляскала ултырған, бәлтерәп бөткән бер ҡарт менән таныштырҙылар. Ҡарттың ҡалтыранған ҡулдарын һәм тешһеҙ ауыҙын күреп, Данис еңел һулап ҡуйҙы. Был ҡарт ике-өс көнгә булһа ла, түҙһә, ярар ине, тине. Бында бөтәһе лә һәйбәт ҡуйылған. Әллә ҡайһы арала Фәриҙәне килтереп еткерҙеләр, никахын да уҡынылар, ашап-эсеү ҙә мул ғына ине. Кейәү менән кәләште ҡала эргәһендәге бер пансионатҡа оҙатып та ҡуйҙылар. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ, юҡ, Фәриҙә менән ҡартты Данис үҙе алып барып бикләп ҡайтты.

Бер көн үтте, ике көн, шылтыратып ҡарай, Фәриҙәнең телефоны яуап бирергә уйламай ҙа.

Түҙмәне Данис, өсөнсө көнөнә, үҙе, килеп, ипләп кенә шаҡыны. Шым!

– Кемде эҙләйһегеҙ? – тине эргәләренән үтеп барған табип.

– Бында бер ҡатын менән үлергә йөрөгән бер ҡарт булырға тейеш ине.

– Улар бит икеһе лә кисә үк сығып киттеләр, – тине табип.

            Ышанманы Данис. Ишекте асып ҡараһа, унда бер кем дә юҡ, тик инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән коляска ғына етемһерәп ултыра.

 

Дауамы бар.

 

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: