+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Сентябрь 2021, 16:57

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Беренсе өлөш

Баш ҡала эргәһендәге гүзәл тәбиғәт ҡосағына килеп ингән киң юл һулға борола ла, тар шешә ауыҙына эләккән һымаҡ, туҡталғандай итә. Ошонда уҡ һаҡ хеҙмәте ултыра икән. Тимәк, теләһә-кем был ожмах мөйөшөнә инеү түгел, кемдәр йәшәүен дә белмәйәсәк. Ә бында бик һәйбәт кешеләр көн итә. Һәр ихата бейек дөйөм ҡойма менән уратылған, эстә һәр береһенең – гектар, яртышар гектар майҙанды алып торған биләмә. Закир Зөфәр улын да, уның элекке һәм хәҙерге хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, ошонда йәшәргә саҡырҙылар. Закирҙың, үҙенән бигерәк, ҡатыны Динә Ниғәмәт ҡыҙы оҡшатты был ерҙе.

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Беренсе өлөш
БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Беренсе өлөш

Ғаиләнең, бында килмәй, башҡа сараһы юҡ ине. Быға тиклем йәшәгән районда Закир Зөфәр улы үҙе көтмәгән һынауҙарға дусар булды. Тәүге ҡатыны, балаһын алып, айырылып китте. Ауыр кисерҙе был һынылышты Закир Маннанов. Өфөгә күсергә тәҡдим булғас, тиҙ генә ризалашаһы итте. Үҙе улын бик ярата ине, хәҙер уның хаҡында килгән хәбәрҙәргә генә йыуанып йәшәй. Йыш ҡына үҙенең балаһын төштә күрә, ләкин төштәргә генә ымһынып һәм йыуанып йәшәй торған кеше түгел ул. Улын һәр иртә үҙе уятып, йылы һүҙҙәр әйтеп, мәктәпкә оҙатҡыһы килә. Радмирға бында оҡшар ине.

Өфөгә күскәс, Закир оҙаҡ буйҙаҡламаны. Тиҙ генә өйләнә һалды. Хәҙерге ҡатыны уның өсөн бөтә шарттарҙы ла булдырырға, үтә ярарға тырыша.

Бындағы тыныс тормош уларҙы тамам арбаны. Хатта улар эргә-тирәләрҙә кемдәр йәшәгәнен дә белмәй. Бәлки быныһы кәрәкмәйҙер ҙә.

Ир менән ҡатындың икеһен дә бер етешһеҙлек борсой. Биш йылға яҡын йәшәһәләр ҙә, уларҙың әле булһа балалары юҡ. Хатта Закир, аҡрынлап, дингә килә башланы, намаҙ шарттарын үҙләштерергә тотондо, “Ҡөрьән”де үҙләштереүҙе лә үҙ итте һәм балаларының юҡлығын Аллаһтың бер киҫәтеүе сиффатында ҡарай башланы. Ә Динәһе иһә, дингә мөкиббән: ураҙа тота, намаҙын ҡалдырмай, хатта хаж ғәмәле ҡылырға ла ниәте юҡ түгел. Ул да ирен, ҡыҙмы, малаймы табып, ҡыуандырырға теләй, ләкин әлегә улар был шатлыҡтан мәхрүм. Икеһе лә фәҡирҙәргә ихлас һәм теләп ярҙам итәләр. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре – улар өсөн ҙур байрам. Сабый үҫтерергә ниәт иткәс, байтаҡ ҡына дауаланып та, ҡат-ҡат анализдар тапшырып та ҡаранылар, ләкин ярҙам итмәне, табиптар ҙа аныҡ ҡына диагнозды ҡуя алманы. Иң аҙаҡтан бер профессор: “Бәлки һеҙ, генетик йәһәттән, бер-берегеҙгә тап килмәйһегеҙҙер”, – тигән бик үк аңлашылып бөтмәгән, ләкин хәҙерге ваҡытта бик популяр булған фаразды белдерҙе.

– Бәлки балалар йортонан берәй ҡыҙмы, малаймы алайыҡ? – тине ҡатыны.

            Был тәҡдимдән Закир ҡурҡа ине һәм, ҡасан да булһа, ҡатынының теләген ишетерен дә белгәйне.

– Был тәҡдимде мин ҡабул итә алмайым, – тине ул, башын сайҡап. – Үҙең беләһең, әллә ниндәй бала тура килә. Шунан һуң, минең үҙемдең улым бар һәм мин уның ниндәй шарттарҙа йәшәүен дә белмәйем.

            Ә хәҙер ирекмәндәр хәрәкәте күҙ алдында көсәйеп бара. Динәнең һөнәре билдәле. Ул – уҡытыусы. Ошо хәрәкәт вәкилдәре уны үҙҙәренең араһына ылыҡтырҙы. Ике аҙна самаһы йөрөгәс, Динә үҙе өсөн бик файҙалы шөғөл, тип тапты һәм артабан да хеҙмәттәшлек итергә булды. Әлегә яңы таралып барған ойошма үҙе өсөн мохтаждарға, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеүҙе, юғалғандарҙы эҙләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Динә, тырыш ҡатын, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба. Дингә ылығыуы ла ярҙам итте. Үҙҙәренең күсмә штабынан даими рәүештә күрһәтмәләр алып, кәрәк урынға барып, кешеләргә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.

            Иртә менән, ошо яҡтараҡ бер баҡса йортонда сабый баланы ҡараусы, кәңәшкә мохтаж ир барлығы хаҡында хәбәр килде. Динә инде был осраҡты ҡулдан ысҡындыра буламы һуң, үҙенең балаһы юҡ, ярҙам көткән сабыйҙың нимәгә мохтаж булыуы ла билдәһеҙ. Сәғәт эсендә йыйынды ла. Барыр, күрер, ярҙам итер. Был тәжрибә, үҙенең сабыйы тыуғас та, кәрәк булыр.

– Башҡа кешегә бирмәгеҙ, үҙем барам, – тип үтенде ул штабтан шылтыратыусы тим-лидерға (төркөм етәксеһенә).

– Борсолмағыҙ, Динә Ниғәмәтовна, – тине ул. – Ҡаланан алыҫ, уны ҡарауы, һеҙ йәшәгән ергә яҡын. Башҡа кеше был урынға дәғүә итмәйәсәк. Тик һеҙҙең, яңы тыуған сабыйҙы тәрбиәләү буйынса, тәжрибәгеҙ бармы? – тип һораны ул, Динәнең балаһы юҡлығын белгәс.

– Ярҙам иткәнем бар. Сабыйҙың әсәһе лә шундалыр. Шунан, беҙ үҙебеҙ ҙә бала алырға йыйынабыҙ. Был һабаҡ миңә, һис шикһеҙ, кәрәк буласаҡ!

            Йыйынды ла, сығып та йүгерҙе. Такси саҡыртҡайны, уныһы ла кәрәк булманы, тип әйтерлек. Бер-ике саҡырым да барманы, “Һалҡын шишмә” баҡса ширҡәтендә ҡалдырып та китте. Өйҙө барып табыуға, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоған, күҙҙәре ҡыҙарып бөткән ир ҡаршы алды. Ҡулында – телефон, ситтән тороп ҡына, кемдәндер кәңәштәр ҡабул итә һәм, шуға ярашлы, сабыйҙы ҡарап булаша.

            Еренә еткереп тотондо Динә. Иң тәүҙә өҫтөн-башын алыштырҙы, ҡулын ентекләп йыуҙы, шунан һуң илауҙан йонсоп бөткән балаға һонолдо. Иң тәүҙә йыуындырҙылар. Йылымыс һыуға сумыу менән, сабый, эшен бөтөрҙө лә, йоҡлап та китте. Ҡара, Динәнең ҡулы килешеп тора! Теге ир, Ғәзиз исемле икән, сабый йоҡлап китеүгә, тамам тынысланды, ултырған ерендә генә йоҡоға талды. Ҡайтҡандарына – дүрт көн, ә ҡарарға, ярҙам итергә берәү ҙә килмәгән. Динә был хаҡта һорашып өлгөрмәне. Шул арала йорттоң алдын елләтеп, ашарға бешереп, ваҡ-төйәк керҙе йыуырға ла өлгөрҙө. Атаһы менән улы киске алтларға тиклем йоҡланылар ҙа ҡуйҙылар. Сабый, уяныу менән, ашарға тапыра башланы. Балалар аҙығын да байтаҡ алған икән. Хатта яраҡлылыҡ датаһын да ҡарап тормаған. Яңы тыуған сабый атаһына шуларҙы тоттороп ебәргән һатыусыһын әйт. Динә тиҙ генә ашарға әҙерләп, һыуытып, малайҙы ҡарап та өлгөрҙө. Ғәзиз, күҙ яҙлыҡтырмай, ҡатындың һәр аҙымын ҡарап, өйрәнеп торҙо.

– Йә, атайлыҡ курсын үттеңме инде? – тип һораны Динә.

– Ҡарап тороп ҡына, өйрәнеп булһасы, – тине Ғәзиз. – Хәҙер һеҙ ҡайтырһығыҙ, ә беҙ ни эшләрбеҙ икән?

            Динә ашыҡманы. Сабыйҙы ҡарау уның үҙенә лә оҡшаны. Урамға алып сығып, баҡсалар буйлап йөрөп килделәр. Тышта саф һауа, сабыйҙың ҡәнәғәт булыуы уның йөҙөнә үк сыҡҡайны. Динә бер минутын да буш үткәрмәне. Хатта әхирәте Рәшиҙә яңы ғына сабый алып ҡайтҡайны, уға ла шылтыратырға өлгөрҙө.

– Бәпескә подгузникты ҡасан кейҙерәләр ул? – тип һорап шылтыратты ул әхирәтенән.

– Ҡотлайым! Әллә бәпес алғанһығыҙ инде? – тине тегеһе, ҡыуанып.

– Алдыҡ шул! – тине әхирәте.

– Күптән кәрәк ине! Малаймы, ҡыҙмы?

– Малай!

– Исеме нисек?

– Әле уныһын уйлаған юҡ әле...

            Ошо урында Динә һораулы ҡарашын Ғәзизгә төбәне. Уныһы яурынбаштарын ғына һикертеп ҡуйҙы. Хатта исемен дә белмәй икән әле. Динә, әхирәтен тамам аптыратып, телефонын Ғәзизгә тотторҙо. Сабыйҙы ҡарау буйынса, уның да һорауҙары бар икән.

             Аптыранып булһа ла, Рәшиҙә яуаптарын йәлләп торманы. Уның кәңәштәре бик тә ярап ҡалды.

            Тамам аптыранды Рәшиҙә:

– Әллә һеҙ айырылыштығыҙмы? Нимә булды? – тип тә һораны.

– Аҙаҡ шылтыратырмын, – тип Динә, көлөп, һөйләшеүҙе туҡтатты.

            Урамда йөрөп килгәс, тамаҡ туйғас, малай тағы йоҡоға талды. Шул арала Ғәзиз үҙенең ғаилә хәлен һөйләп өлгөрҙө. Уның яҙмышы һис тә ябай түгел – фажиғәле һәм аяныслы икән.

 

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: