-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Сентябрь 2021, 14:51

УҢМАҒАН Хикәйә Дүртенсе өлөш (аҙағы)

Байҙарҙың нимә уйлағанын ҡайҙан беләһең инде. Йәноҙаҡов йыйылғандарға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Хәйер, ҡараманы, нимәлер уйланы шикелле. Уҫал йөҙөнә ҡарағанда, унан ошо минуттарҙа бер ниндәй яҡшылыҡ та көтөлмәне. Залда ауыр тынлыҡ урынлашты, ҡарттың холҡон белгәндәр алдан уҡ дарыуҙарын әҙерләп ҡуйҙы, ҡартыраҡтар ултырғысҡа ҡоланы. Йәноҙаҡов эргәһенә Булатты саҡырҙы: – Кил әле бында, улым, – тине ул. Тегеһе – ни үле-ни тере, ҡайныһы эргәһенә килеп баҫты: – Беҙҙең банк структураһында яңы вазифа барлыҡҡа килеүе хаҡында иғлан итәм. Идара итеүсе совет “ПримаКапитал” идаралығына вице-президент вазифаһын индерҙе. Ул урынға... Залда был хәбәрҙе беренсе булып ишетеү бәхетенә ирешкәндәр, тын алырға ла шикләнеп, яңы тәғәйенләүҙе көттө. Тынлыҡ шул тиклем оҙаҡҡа һуҙылды, хатта күптәр ултырғыстарына ҡоларға мәжбүр булды.

УҢМАҒАН Хикәйә Дүртенсе өлөш (аҙағы)
УҢМАҒАН Хикәйә Дүртенсе өлөш (аҙағы)

– ...Тәғәйенләнә – Сафин...а Диана Абдулла ҡыҙы! Уның беренсе урынбаҫары – Булат Самат улы Сафин!

            Күптәр еңел һулап ҡуйҙы. Диана иң тәүҙә, килеп, атаһын ҡосаҡлап, рәхмәттәрен уҡыны. Уның артынан килгән Булат, ҡайныһын ҡосаҡлап, үҙенең рәхмәттәрен ҡойолдорорға тырышты.

            Булатты тағы ла урап үттеләр. Кейәү балаҡай бының ни өсөн эшләнеүен тағы ла аңламаны.

            Икенсе көнөнә ул, кәңәш һорап, Хәмит Хәйри улы эргәһенә ашыҡты.

– Беләм, беләм, ишеттем, үҙем дә күрҙем, – тине ректор, үҙенең аспирантын ҡаршы алып. – кадрҙар мәсьәләһе – иң нескә мәсьәлә. Банкта уның үҙ үҙенсәлектәре бар. Беҙ уларға ҡыҫыла алмайбыҙ. Һәр хәлдә, һинең тарафтан тупланған тәжрибә “ПримаКапитал”дың байлығын ишәйтергә ярҙам итәсәк. Һиңә хәҙер шым ғына эшләргә, баш баҫып йөрөргә кәрәк. Икегеҙҙең бер ғаиләнән икәнлегегеҙҙе лә онотмағыҙ.

            Бындай карьера уңышһыҙлыҡтарын, ғәҙәттә, ир-ат бик ауыр кисерә. Сөнки улар өсөн вазифанан мәхрүм ителеү яратҡан һәм уйнап туймаған уйынсығын юғалтыуға бәрәбәр.

            Булат Сафин эргәһендәге кешеләрҙән генә түгел, ҡатынынан да ҡурҡа башланы. Тирә-яҡта нимә һөйләшкәндәрен шым ғына тыңлап йөрөргә ғәҙәтләнде. Ә ишеткәндәре уның киләсәгенә һис тә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй ине. Сөнки тормоштоң һиллеген төбәктә юғары властың алышыныуы, парламентта депутаттарҙың ғәмәлдәге власты бүлешергә мәжбүр булыуы боҙҙо. Иң юғарыла элита алышыныуы бер ваҡытта ла тыныс үтмәй. Кемдер юғалта, икенселәр табып ала. Уртаҡ ялай торған тоҙҙо ла икенсе яҡҡа тәгәрләтеп ебәрәләр, бутҡаның майын да үҙ яғына тартыусылар, усаҡтың утлы ҡуҙҙарын кеше ҡулдары менән сүпләргә теләүселәр ҙә ишәйә. Ә яңылар иһә, кинәнеп, нимә ҡалғанын барлай һәм киләсәккә яҡты маҡсаттар билдәләй.

            Ундай тырышлыҡтар һәр ваҡыт ыңғай һөҙөмтәләр бирә, ләкин шунда уҡ һәм оҙаҡҡа түгел.

Шулай килеп сыҡты, банкир менән ректор, төрлө кимәлдәге үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә, икеһе ике яҡ ярҙа тороп ҡалдылар һәм бер-береһен күреү түгел, ишетмәй ҙә башланылар.

Шундай мәғәнәһеҙ һәм аңлайышһыҙ көндәрҙә үҙенең кабинетына үтеп барған Булат ике иҙән йыуыусының һөйләшеүҙәрен ишетеп ҡалды:

– Был егет һаман йөрөймө ни әле? – тине береһе, хатта шымыраҡ һөйләүҙе лә кәрәк түгел тип тапты.

– Күреп тораһың, әлегә йөрөй.

– Оҙаҡҡамы икән?

– Урынына кеше тапҡандар, ләкин ул бәндә риза түгел икән.

– Ҡара әле, банкта эшләүҙән дә баш тартыр кеше бар икән.

– Ни эшләп булмаһын? Бөгөн – банкир, иртәгә – иҙән йыуыусы. Ана, Дианаһы ла бик һауалы йөрөй ине, хәҙер беҙҙең менән дә иҫәнләшә башланы.

– Ә был егетте ниңә ситләттеләр?

– Билдәле инде, ултырғыс өсөн көрәш бара. Шунан һуң уның дуҫтары үҙен бик өнәп бөтмәй икән.

– Һауаландымы икән?

– Уныһы ла барҙыр.

            Булат үҙенең кабинеты урынлашҡан 25 ҡаттан төрлө төҫтәге уттарға күмелгән ҡалаға күҙ ташланы. Селектор телгә килде. Әһә, ҡатыны шылтырата:

– Булат Саматович, һеҙҙе үҙемә саҡырырға мөмкинме?

            Йә инде, үҙ ҡатының үҙеңде рөхсәт менән генә саҡырһын әле!

– Әлбиттә! – Булат ҡатыны яғына ыңғайланы.

Диана эске телефондан, яңғыратып ҡуйып, атаһы менән һөйләшә.

– Хәлдәр нисек, ҡыҙым?

– Эш күп, атай. Эш бер ваҡытта ла бөтмәй, ҡыҙым. Кейәүҙе нығыраҡ ек!

– Әгәр кейәүең ышаныслы булһа, һин ҡалдырған урында мин түгел, ул ултырыр ине.

– Ҡыҙым, һин бит үҙең риза булманың, уны ҡалдырыуға.

– Атай, ундай уңмағанды һин ҡалдырыр инеңме?

– Үҙең ҡара, ҡыҙым. Банк хәҙер һинең ҡулыңда. Кем аҡсаны оҫта һанай, шул яҡшыраҡ йәшәй...

           

Атаһы менән һөйләшкәндән һуң Диана башын күтәрҙе һәм Булатҡа, һин бында ни эшләп йөрөйһөң, тигән ҡиәфәт менән оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ҡатын иренә үҙенең хәләле итеп түгел, вазифа буйынса буйһонған һәм ниндәйҙер эш боҙған кешегә, ниндәй яза бирәйем икән, тигән ҡиәфәт менән баҡты.

– Саҡырҙығыҙмы? – тине тегеһе. Мин һеҙгә, тоғро этегеҙ һымаҡ, хеҙмәт итергә әҙермен.

         Эт тураһында һүҙ сыҡҡас, Диана, артҡа ҡайҡайып, шарҡылдап көлөп ебәрҙе:

– Ныу, һин сағыштырыуҙы табаһың инде!

– Һинең өсөн тырышам, – тине урынбаҫары.

– Һинең тоғролоҡ миндә шик уятмай. Һин, ысынлап та, һәйбәт кеше, Булат. Ләкин Ерҙә “һәйбәт кеше” тигән һөнәр юҡ. Һин ҡәҙимге уңмаған кеше, йәки  “неудачник”! Ошонда һин ултырырға тейеш инең. Ләкин үҙеңде күрһәтә алманың. Үҙең эттәрҙән башлағас һәм сағыштырғас, иҫеңә төшөрәм: уларҙың да төрлөһө бар. Ҡуян ҡыуа торғандары, һаҡсы, эҙләүсе, хатта һуғыш эттәре бар икән. Һине ҡайһы төркөмгә индерергә? Мин һине ҡуян тотоусы булараҡ та күҙ алдына килтерә алмайым. Ә бына ҙур, бай йорттарҙа ирмәк өсөн бәләкәй генә эттәр тоталар. Уларға шул тиклем ихтирам һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә, көнләшеүҙән, кешеләрең ятып үлерлек. Һине мин шулар һымаҡ итеп тә күрмәйем. Әле бына һиңә ниндәй эш йөкмәтергә белмәйем. Шуға һин үҙ яйың менән йөрө ошонда. Һинең һымаҡтар ҙа берәү булырға тейеш.

         Булат Самат улы бер һүҙ ҙә әйтә алманы.

 

Аҙағы.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: