+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Сентябрь 2021, 15:08

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Икенсе өлөш

Ғәзиздең һөйләгәндәрен тыңлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ! Хатта Динә бер нисә тапҡыр илап та алды. Үҙенең хәтерендә соҡона торғас, бер ай самаһы элек социаль селтәрҙәрҙең береһендә ошо хаҡта бер аҙ уҡығаны ла иҫенә төштө.             ...Ғәзиз менән Румия бик яратып өйләнешкәндәр. Икеһенең дә яратҡан эше бар. Ҡатыны ҡалала билдәле бер компанияларҙың береһендә рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Сәнғәт кешеләренең тормошо башҡаларҙыҡы һымаҡ түгел. Улар үҙҙәрен иркенерәк тотоп өйрәнгән, дөйөм ҡағиҙәләргә бик буйһоноп та бармайҙар. Тәүҙәрәк Ғәзиз кәләшенең һуңлабыраҡ ҡайтыуына, ҡыҙмасараҡ булыуына бик иғтибар итмәй. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Румия иренә үҙенең ауырлы булыуы хаҡында иғлан итә. Румия малай алып ҡайтҡас, Ғәзиздең шатлығының сиге булмай. Ата-әсәләре ярҙам иткәс, Румия оҙаҡламай эшкә сыға. Элекке тормош яңынан башлана. Ғәзиз ҡатынын бик ныҡ ярата, күп тапҡырҙар һөйләшеп ҡарай. Тәүге балаһына ауырлы саҡта өйҙә генә ултырыуын иҫәпкә алып, икенсе балаһын да тиҙерәк табыуын талап итә. Икенсе улы, бына, әлегеһе була инде, уның исеме Риф икән, ваҡытынан алда тыуа. Ғәзиздең кәләшенә балалар тыуҙырыу йортонда оҙаҡларға тура килә. Айға яҡын ваҡыт эсендә нимәләр генә булмаҫҡа мөмкин. Ләкин хәҙерге медицина көслө, Рифте бик тиҙ сығарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Ләкин иртәгә сығабыҙ тигән көндө Румия менән перинаталь үҙәктә ниндәйҙер аңлашылмаған хәл була.

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Икенсе өлөш
БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Икенсе өлөш

 Дежур шәфҡәт туташының тумбочкаһынан 200 грамм самаһы спирт юғала. Иртәгәһен мәғлүмәт сараларында үҙәктең 4-се ҡатынан бер әсәнең ташланыуы хаҡында хәбәрҙәр күренә.

– Румияның ата-әсәһе мине ғәйепләне, – тине Ғәзиз. – Йәнәһе, мин ҡатынымды һәр ваҡыт әрләгәнмен, эсеүҙән тыйғанмын. Ике малай табып биргәне өсөн, шулмы минең рәхмәтем? Бер нисә мәртәбә следователь, саҡыртып, һөйләште. “Мин үҙәктә булманым, төндә нимә булғанын белмәйем”, тип әйттем. Румияның әсәһе, бигерәк, улымды үҙенә алғас, бындағы улымды, Кәримде, биреүҙе талап итә башланы. Миндә эш ҡайғыһы китте, икенсе улымды ҡарауҙы миңә рәсмиләштерергә тура килде.

– Нисек уйлайһың, һинең ҡатының бәлки бала табыуҙан һуң була торған депрессия осорон күтәрә алмағандыр? – тине Динә.

– Был хаҡта һүҙ булды, – тине Ғәзиз. – Ләкин мин белгес түгел, был ваҡиғаға аңлатма бирә алмайым. Хәҙер минең алда ошо баланы үҫтереү, ағаһын да алыу бурысы тора. Күңелем һиҙә, был һис тә еңел булмаясаҡ.

– Ә низағтың нигеҙендә әсәлек капиталы, йәки бала тыуғандан һуң күрһәтелә торған ярҙам, яталыр, тип уйламайһыңмы? – тип һораны Динә.

– Булыуы бик ихтимал, – тине Ғәзиз. – Ҡайным менән ҡәйнәм былай бик һыҡмыр кешеләр. Уларҙың һәр һумы иҫәпле, мине ҡайһы ваҡыт аптыратып та ҡуя торғайнылар. Ҡайғынан башым ҡатҡайны, мин, аҡсаны үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин дәғүә итмәйем, тип баш тарттым. Шунан һуң ғына, бер аҙ тынысланғандай булдылар.

            Динә өйөнә һуң ғына ҡайтты. Ярай, алдан ашарға әҙерләп киткәйне. Ире телевизорҙан концерт ҡарап ултыра.

– Әллә берәйһендә эшләйһеңме һин? – тип һораны ул ҡатынынан.

            Динә, ентекләп, Ғәзиз, уның улы хаҡында һөйләп бирҙе. Иртәгә лә барырға йыйыныуы хаҡында өндәште.

– Әйтәм, үҙеңә сабый еҫе һеңеп ҡайтҡан! – тине ире, ҡатынын ҡосаҡлап. – Малай еҫе бигерәк татлы икән! Өйгә шулай бәпес еҫе килһен!

            Икенсе көнөнә Динә шунда уҡ Ғәзиздең йортона йүнәлде. Малайға массаж яһарға кәрәк икән, поликлиникаға алып барып килделәр. Сабыйҙы күтәреп килгәндә, Динәнең элекке таныштары осраны. Танығас, аптырап ҡалдылар.

– Ҡотлайбыҙ! – тине күптәнге бер танышы.

            Ә инде Ғәзизде күргәс, күптәр аптыранылар. Хәйер, донъяла нимәләр генә булмай. Кем өйләнешмәй ҙә, кем айырылышмай. Сабый күтәреп йөрөү Динәнең үҙенә лә оҡшаны.

            Әхирәтенә ярҙам итергә тип, балаһын күтәреп, Рәшиҙә үҙе килеп етте. Уның сабыйы хәҙер ҙур ғына инде, бик ҡыҙыҡһынып, Рифте күҙәтте.

            Ә төштән һуң ишек ҡаҡтылар. Матур ғына кейенгән ир менән ҡатын – Румияның апаһы менән еҙнәһе икән. Малайҙы ҡарарға килгәндәр. Динә өҫтәл әҙерләһә лә, саҡырыуҙы ҡабул итмәнеләр, күберәк өндәшмәй генә ҡарап, өйрәнеп ултырҙылар. Динәнең сабыйҙы ҡарау буйынса тәжрибәһе юҡлығын һиҙҙеләр. Апаһы ғәжәпләнгән һорауҙарын биреүҙән дә тартынманы:

– Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тип ҡәтғи һораны ул Динәнән.

– Мине ирекмәндәр штабынан ебәрҙеләр.

– Ирекмән? Ишетәһеңме? – тине ул иренә. – Волонтер буламы ул? Башҡа йүнлерәк кеше тапманығыҙмы? Һин бит был баланы ҡарай ҙа белмәйһең!

– Өйрәнербеҙ. Бөгөн поликлиникала булдыҡ, педиатр ҡараны, ҡәнәғәт ҡалды.

– Динәне мин саҡырҙым, – тине Ғәзиз. – Уның ярҙамы миңә бик кәрәк.

– Был хәл беҙгә оҡшамай! – тине ҡатын. Шунан иренә мөрәжәғәт итте. – Һин нисек уйлайһың?

– Мин уйламайым. Баланы бағыуҙа етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуын күрәм.

– Дөрөҫ әйтәһең. Беҙ хәҙер үк уны, Ғәзиз, һинән тартып алыу мәсьәләһен күтәрергә тейешбеҙ.

– Әгәр көсөгөҙ етһә, – тип ҡаршылашты Ғәзиз. – Мин быға юл ҡуймаясаҡмын! Шуны белегеҙ, мин өлкәнен дә кире алырға уйлайым.

– Юҡ инде, өлкәнен һин хәҙер онот! Хәҙер ул алыҫта, һинең буйың етмәйәсәк, – тине ҡатын.

            Ғәзиз ҡапыл үҙгәрҙе, ҡалтыранып китте:

– Һеҙ ниңә миңә баланы һәйбәтләп ҡарарға мөмкинлек бирмәйһегеҙ? Минән тағы нимә кәрәк һеҙгә?

– Баланы беҙгә бирәһең дә, ошо өйҙән сығып китәһең, – тине ир. – Һин уға тейешле иғтибар бүлә алмайһың. Ана бит, урамдан ниндәйҙер волонтер алып килгәнһең. Һиҙмәйһеңме ни, волонтер был осраҡта беҙҙең файҙаға уйнай, һинең булдыҡһыҙлығыңды раҫлай.

            Был осраҡта Динә лә өндәшмәй булдыра алманы:

– Һеҙ хаталанаһығыҙ. Ғәзиз улын бик оҫта ҡарай. Әрләһәгеҙ ҙә, ул бит – ике бала атаһы. Ә беҙҙең ярҙамыбыҙ гуманитар маҡсаттарҙан сығып эшләнә. Бөтә донъя шулай йәшәй – бер-береһенә ярҙам итә. Ә беҙ бындай изге ғәмәлдәргә яңы өйрәнәбеҙ.

– Беҙгә лекция һөйләмәгәҙ! – тине ҡатын, урынынан тороп китте. – Беҙ баланы хәҙер үк алып китергә әҙер.

– Юҡ! Мин уны берегеҙгә лә бирмәйем! – тине Ғәзиз. Әгәр мөмкин булһа, сығыуығыҙҙы талап итәм! Артабан, әгәр минән рөхсәт булмаһа, бында килеүегеҙ мотлаҡ түгел!

            Румияның апаһы менән еҙнәһе, һөйләнә-һөйләнә сығып киттеләр.

            Улар күҙҙән юғалғас, Ғәзиз ике ҡулы менән башын тотоп ултырҙы. Күренеп тора, ул бик ныҡ ҡайғыра һәм тегеләрҙән шикләнә ине. Уның күҙҙәренән йәш аҡты.

– Минең ярҙамға иҫәп тота алаһың, – тине Динә. – Бында көн һайын кемдер булырға тейеш.

– Миңә улымды уларҙан алырға кәрәк, – тине Ғәзиз. – Ул мине һағынғандыр. Уның өсөн йөрәгем һыҙлай. Олатаһы менән өләсәһен ул электән яратмай ине.

– Ғәзиз, аңла, һин уларҙың икеһен дә ҡарай алмайһың. Бының өсөн көсөң дә, ваҡытың да етмәйәсәк, – тип тынысландырырға тырышты Динә.

– Һеҙ уларҙың һүҙен һөйләйһегеҙ! – тине Ғәзиз, асыуланып. – Әллә һеҙ улар менән бергәме? Әгәр улай булһа, хәҙер үк сығып китәһегеҙ! Мин улымды бер үҙем ҡарай алам. Белеп тороғоҙ, мин өлкәнен дә барып аласаҡмын һәм үҫтерәсәкмен!

            Динә нимә әйтергә лә белмәне, үҙе лә һиҙмәҫтән, аҡлана башланы:

– Ғәзиз, һеҙ мине дөрөҫ аңлағыҙ. Мин, киреһенсә, ике улығыҙҙың да һеҙҙең ҡарамаҡта булыуын теләйем. Шуныһын беләм, закон һеҙҙең яҡта. Хәҙерге ҡануниәт һеҙҙе яҡлаясаҡ. Ғәҙеллек тә һеҙҙең файҙаға булырға тейеш.

– Шулай булғас, ниңә тегеләрҙең һүҙен һөйләйһегеҙ? Әгәр һеҙ ярҙам итергә теләйһегеҙ икән, миңә улымды нисек итеп алып ҡайтырға кәңәш бирегеҙ.

– Мин юрист менән һөйләшермен. Ирем эшләгән төҙөлөш компанияһында бик көслө юристар эшләй. Улар, әлбиттә, күберәк мөлкәт мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Ләкин кәңәш менән ярҙам итеүҙәре бик ихтимал.

            Ғәзиздең йөҙө асылып китте:

– Мөлкәт мәсьәләһе – бөгөн минең өсөн иң мөһимдәрҙең береһе инде! Тегеләр белә шул, ҡайһы ергә йәбешергә. Бәхәстең нигеҙен ошо өй алып тормаймы икән, тип шикләнәм.

– Ни өсөн? Был өйҙөң ни ҡыҫылышы бар?

– Бөтә бәлә шунда, өй минең исемдә түгел. Беренсе улыбыҙ тыуғас, мин уны, һатып алып, ҡатыным исеменә рәсмиләштереп, уға бүләк иткәйнем.

– Бер ҡурҡынысы ла юҡ. Һеҙ никахта ваҡытта һатып алынғас, берлектәге мөлкәт иҫәпләнә. Тик, мираҫ мәсьәләһен асыҡлап, вариҫты билдәләргә һәм һеҙҙең исемгә күсерергә генә кәрәк.

            Ғәзиздең йөҙө ҡараңғыланды, ул ауыр итеп уфтанып ҡуйҙы:

– Эх, һеҙ әйткәнсә, еңел генә хәл ителһә шул!

– Тағы ниндәй проблема бар?

– Бар шул. Һеҙгә әйтмәм, тигәйнем. Тегеләр ни өсөн үҙҙәрен оятһыҙ тота? Сөнки минең хәл ителмәгән мәшәҡәттәрем бар. Беҙҙең тормош бер-бер артлы эйәртенешеп килгән хаталарҙан тора. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, ошо баҡсаны һатып алғандан һуң, беҙгә айырылышырға тура килде. Аҙаҡ, тормош беҙ теләгәнсә бармай шул, онотолдо, икенсе планға күсте. Улдарымдың атаһы булһам да, уларҙың әсәһенең мираҫына минең хоҡуғым, үкенескә ҡаршы, һеҙҙекенән артыҡ түгел.

            Урамда ҡапҡа шаҡығандары ишетелде. Ғәзиз тиҙ генә улар янына сыҡты. Динә, тәҙрәнән ҡарағас, ике йәш егетте күрҙе. Улар Закир етәкселек иткән компанияның униформаһын кейгән, каскаларына һәм арҡаларына “ЭлитСтрой” тип яҙылғайны.

            Оҙаҡламай, Ғәзиз килеп керҙе һәм ҡулындағы ҡағыҙҙы ырғытып ебәрҙе:

– Ниһайәт, мираҫ мәсьәләһе лә хәл ителде!

 

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: