+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Сентябрь 2021, 20:36

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Алтынсы көн (аҙағы)

Данис аптыраны: – Ул ҡарт кем ине ул? – тип һораны мәсеткә барып, уларҙың никахын яңыртырға теләгән мулланан. – Ошонда, мәсет алдында, ғүмер буйы хәйер һорашып ултырҙы, – тине мулла. Аптырағас, бергә йәшәгән ҡатыным юғалды, тип полицияға барырға мәжбүр булды. Улар Фәриҙәнең фотоһына ҡараны ла, никах ҡағыҙын һоранылар. Бәй, был ниндәй закон ул, мөнәсәбәттәр рәсми теркәлмәһә, ғариза ҡабул ителмәй икән. Шулай ҙа, дежурҙа ултырған полицейский Фәриҙәнең фотоһын алып ҡалды, Данистың паспортын “ксерокс” аша үткәрҙе. – Ҡара уны, абзый, – тине полицейский. – Һинең мәғлүмәттәр бөтәһе лә бында. Әгәр ошоға оҡшаған мәйет-фәлән килеп сыҡһа, иң тәүҙә һине эҙләп табасаҡтар. – Әгәр тапмаһалар, минән нимә кәрәк буласаҡ? – Ҡатыныңдың иҫән-һау булыуын теләп йөрөү кәрәк буласаҡ.

ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Алтынсы көн (аҙағы)
ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Алтынсы көн (аҙағы)

Уның менән оҙаҡ һөйләшеп торманылар, сығарып та ебәрҙеләр.

         Данис, аптырағас, Фәриҙә йәшәгән йорт эргәһенә килде. Бына – ул йөрөгән юлдар. Ана – ул кереп киткән ишек. Ошо йорттоң өсөнсө ҡатында имен-аман йәшәп яталар ине. Күҙҙәре йәшләнгән Данис, өсөнсө ҡатҡа ҡараны һәм тәгәрәп китә яҙҙы. Тәҙрәнән, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, уның Фәриҙәһен кире ҡайтарырға тейешле бәлтерәп бөткән ҡарттыҡына оҡшаған бер бит күренә ине.

         Данис, әллә күҙемә күренә инде, тип ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөрткөләгәнсе, ҡарт юҡ та булды. Ул ғына түгел, ут та һүнде.

         Егет йүгереп менде һәм ишектең ҡыңғырауына баҫҡылай башланы. Әллә бик оҙаҡ хитланды инде, ике яҡтан да, күршеләре сығып, әрләп ебәрҙеләр.

         Бер пенсионер әбей:

– Айҙан артыҡ инде, был йортта берәү ҙә күренгәне юҡ, – тине.

         Егет аҫҡа төштө, йәшле күҙҙәрен һөрткөләп, тағы ла тәҙрәгә баҡты. Теге яҡлап тәҙрәгә эленгән ҡалын шаршау кешене генә түгел, яҡтыны ла күрһәтмәҫлек ине.

         Данисмы һуң инде, юҡ-барға ышанып, алданып йөрөй торған кеше? Ҡайтып, тиҙ генә йылы кейемдәрен кейеп, хатта ултырырға йомшаҡ мендәр алып килде лә түҙемле генә көтә башланы. Төн шундай матур. Күктә – йондоҙҙар һәм ай ғына, ә ерҙә – Данис. Башҡа бер кем дә юҡ. Йоҡоло-уяулы ята торғас, төн уртаһы ла үтеп китте. Төнгө ҡалала бөтөнләй икенсе тормош башланды. Ә ҡараңғылағы тормош көндөҙгөһөнән ер менән күк айырылған һымаҡ икән. Данис түҙемле. Ул һөйгәнен ҡайтарыу өсөн бында таңға тиклем ултырырға ла әҙер. Ләкин ул таңға тиклем түҙмәне.

         Йәш кенә бер егет менән килеп сыҡты Фәриҙә.

– Һөйөклөм, ҡәҙерлем! Мин һиңә килдем! – тине Данис, хатта ҡыҙҙы ҡосаҡлап алырға уйлағайны. Ләкин эргәһендәге егет еңел генә итеп Данисты этеп ебәрҙе, әллә һуҡты ла инде.

– Был кем ул? Теге мужикмы? Ул беҙең бында икәнлекте ҡайҙан белгән?

         Данис ентекләп ҡараһа, ул теге ҡартҡа оҡшаған түгелме һуң?

– Һин мине алданың, ҡартлас! – тине Данис. – Һин Фәриҙәне кисә үк ҡайтарырға тейеш инең!

– Аңламайым, нимә тураһында һүҙ бара ул? – тип теге егет Фәриҙәгә ҡараны.

– Макс, һиңә нисек аңлатырға икән... Һөйләй башлаһаң, бик ҡатмарлы. Төшөндөрә лә белмәм һымаҡ. Һин ошо әҫәрҙе “Һәнәк”тең сайтынан уҡып сыҡ. Барыһын да аңларһың. “Шул да булған тормош!” тип атала. Был егет – Данис, шул тормошҡа йәбешеп ятыусы. Беҙ ҡасандыр бергә булдыҡ, аҙаҡ ул мине сығарып ебәрҙе. Шунан һуң мин уны шаяртырға булдым һәм 5 миллион һум аҡса отоуым хаҡында хәбәр тараттым.

– Ә был чувак ышандымы?

– Әлбиттә, ышанды. 5 миллион түгел, 5 тин өсөн, ул бит әллә кемдәрҙең боғаҙын сәйнәрлек кеше.

         Егет хихылдап ҡуйҙы:

– Аҡса өсөн йәнен бирергә теләүселәр бар шул. Ә һин уға хәҙер нимә әйтерһең?

– Миндә ике вариант бар, – тине Фәриҙә. – Береһе яҡшы, икенсеһе насар. Береһе яҡты, икенсеһе ҡараңғы.

– Яҡтыһынан башла, ҡәҙерлем, – тине егет.

– Йә, Данис, мине тыңла. Һинең ваҡытың үтте. Беҙ һинең менән йәшәп ҡараныҡ, килеп сыҡманы. Шулай булғас, һин дә, мин дә хушлаштыҡ. Беҙҙең тормошта төрлө хәлдәр булды. Мин уларҙың күбеһен оноттом. Яҡшы көндәрҙе лә үткәрҙек, ләкин улары әҙ булды. Бына был егет беҙгә дуҫлыҡ һәм бәхет тәҡдим итеп килде. Мин уны ҡабул итергә булдым. Хуш, Данис, үпкәләмә миңә!

– Йә, ҡараңғырағы нисегерәк?

– Эх, һин, Данис, һин минең менән булғанда, ниндәй һәйбәт күренә инең. Ә хәҙер ҡартайғанһың, бөлгәнһең, эштән сыҡҡанһың. Сөнки һинең күңелең тар. Ә тар күңелле, ҡомһоҙ егеттәрҙән ҡыҙҙар баш тарта. Шуға мин һинән китергә булдым. Үҙең һымаҡ үҙен генә ҡайғыртҡан ҡыҙҙы тап. Һәр хәлдә, мин унан һине көнләшмәйем. Һинең менән йәшәү – бәхет түгел.

– Ошомо һинең рәхмәтең? – тине асыуынан шартларҙай булған Данис. – Бына, вис кенә яҙып барғанмын: бергә йәшәү дәүерендә мин өйгә 2600 һумлыҡ икмәк, ит, һөт, ҡаймаҡ һатып алғанмын. Ике тапҡыр – ҡарбуз – 2000 һум, һиңә – өс һауыт шоколад, дүрт тапҡыр кофела. Йәмғеһе – 30 мең һум... Һәм шунан һуң һин мине ҡомһоҙ, тиһеңме? Бына шул инде, ит изгелек, көт яуызлыҡ! Ә сәскәләр? Нисә рауза сәскәһе алып бирҙем мин һиңә?

         Данис асыуланды, йоҙроҡтарын төйнәне, ике тапҡыр, саң сығарғансы, ергә типте.

– Ҡуй, ҡәҙерлем, китәйек, – тине Фәриҙә моңһоу ғына. – Был бер нимә лә аңламаған.

         Яҡтырып бөтһә лә, Данис һаман тора ине әле. Үҙ алдына нимәлер һөйләнде, хатта уянып киткәндәй булды. Ә Фәриҙәһе ҡайҙа булды ул? Әле генә ошонда ине. Бер тапҡыр ресторанда ашағандарын әйтергә онотҡан, эҫе көндәрҙә – кеүәҫ, кока-кола, пепси алып ҡайтты. Ваҡланманы егет, уларын да яҙманы.

         Данисты кисә лә шунда тора, тигәйнеләр. Һеҙ күрмәнегеҙме?

 

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: