+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Сентябрь 2021, 10:01

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө өлөш

Динә Ғәзиздең былай асыуланыуын беренсе тапҡыр күрә ине. – Нимә булды? – тип аптыранды ул. – Минең бөтә эштәр хәл ителде, – тине лә ир, ҡағыҙҙарға күрһәтте. – Ошо ер майҙанын һәм йортто һатып алғанда хужа кеше уның хосусилаштырылмауын миңә әйтмәгән. Һуңынан асыҡланыуынса, был баҡсасылыҡ йәмғиәтендә, ҡалаға терәлеп тороу сәбәпле, шәхси милеккә күсереү мәсьәләһе хәл ителмәгән.

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө өлөш
БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө өлөш

– Ә бының ниндәй ҡурҡынысы бар? – тип һораны Динә.

– Ошо баҡсалар йәмғиәтен, “Һалҡын шишмә”не, ҡаланың бер бик көслө торлаҡ төҙөлөшө ойошмаһы үҙенә алған. Ә был егеттәр – уның вәкилдәре – бында кемдәр йәшәгәнен, нисә кеше йәшәгәнен асыҡлап йөрөй.

– Бәлки бында йәшәгәндәргә алмашҡа фатир бирерҙәр? – тип һораны Динә.

– Ай-һай, бирерҙәрме икән? Хәҙерге капиталистар осһоҙораҡты, еңелерәкте, анһатты эҙләй. Шуға мин уларҙың нимәлер тәҡдим итеренә шикләнәм.

– Ә төҙөлөш ойошмаһының исеме бармы?

– Ниндәйҙер “ЭлитСтрой”, тинеләр.

“ЭлитСтрой”?.. Ысынлар та, Закир етәкселәренең береһе булған төҙөлөш компанияһы бит. Әгәр үҙе менән һөйләшеп ҡарағанда?” – тип уйланды Динә.

– Хәҙер фатир эҙләргә тура килә инде. Бында малайға йәтеш ине – саф һауа, тыныс.

– Мин аңламайым, – тип аптыранды Динә. Нисек итеп, кеше йәшәгән йорттарҙы ҡутарып ташлап, ерҙәрен тартып алмаҡ кәрәк?

– Һеҙҙең бер ҡатлы булыуығыҙ мине аптырата, Динә ханым! – тип туҙынды Ғәзиз. – Һеҙгә беҙҙең илдә, коммунизмға ҡарағанда, капитализмдың уңышлыраҡ төҙөлөүен иҫкә төшөрөп тороу кәрәкме икән? Коммунистар 70-80 йыл беҙҙе әүрәтеп йөрөһә, капиталист әфәнделәр, үҙҙәренең ҡоролошон урынлаштырыу буйынса бик әүҙем булып сыҡтылар.

– Хәҙер нимә була инде? – тип һораны Динә.

– “Һалҡын шишмә” ширкәте биләгән майҙанға бер-ике ҡеүәтле генә бульдозер килеп төшәсәк һәм төҙөлөш майҙаны барлыҡҡа киләсәк һәм бөйөк төҙөлөш башланасаҡ.

– Ярай, халыҡҡа төҙөйәсәктәр бит, – тине Динә. – Торлаҡ төҙөлөшө күбәйһә, бәлки хаҡы ла төшөр.

            Бөгөн сабыйҙы тағы ла йыуындырҙылар. Төштән һуң балалар поликлиникаһынан педиатр килеп китте. Табип малайҙың үҫешен ҡәнәғәтләнерлек тип тапты, ниндәй ярҙам кәрәк булыуы менән ҡыҙыҡһынды.

            Ҡайтҡас, бер аҙ саф һауала йөрөнөләр. Шул ваҡыт эргәләренә ҙур бер джип килеп туҡтаны һәм унан аптыранған Закир килеп төштө.

– Һине, ошо тирәлә булырға тейеш, тип уйлай инем. – тине ул аптыранып. – Уйлап та өлгөрмәнем, һеҙ килеп сыҡтығыҙ. Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле малайығыҙҙы.

            Закир бик ентекләп малайҙы ҡараны, шул арала Ғәзиз менән танышты.

– Эх, ошондай бер малай үҫтереп буламы инде? – тип һөйләнеп ҡуйҙы. – Оҙаҡ булмаһаң, өйгә бергә ҡайтырбыҙ.

– Был кем булды? – тине Ғәзиз, бер нимә лә аңламай.

–  Минең ирем, – тине. – Закир Зөфәр улы. Маннанов. Уның хаҡында ишеткәнең бармы?

– Беренсе тапҡыр күреүем, – тине Ғәзиз.

            Өйгә инделәр, сәй ҡуйҙылар.

– Беҙ оҙаҡламай хушлашырбыҙ ахыры, – тине Ғәзиз.

– Нисек хушлашабыҙ? Һин ҡайҙалыр күсенергә йыйынаһыңмы?

– Юҡ, мин баҡсанан күсенеү тураһында киҫәтеүҙе алдым. Хәҙер ҡаланан фатир эҙләргә тура киләсәк. Мин һеҙгә күпме түләргә тейешмен? Һинең алда, Динә ханым, бурыслы булғым килмәй.

– Беҙ бит эш хаҡы тураһында һөйләшмәнек. Шулай булғас, был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Юҡ, мин һине бушҡа эшләтергә теләмәйем.

– Ә мин бушҡа эшләмәнем, – тине Динә. – Һинең менән сабыйҙы тәрбиәләргә, уны кейендерергә, ашатырға өйрәндем. Ул – үҙе бер мәктәп. Бының өсөн мин үҙем түләргә тейеш түгелме икән? Нисек уйлайһың?

– Хәҙер заман үҙгәрҙе бит. Бушҡа, эш хаҡы алмайынса, хеҙмәт күрһәтергә теләгән кешене табыуы ҡыйын.

– Ирекмәндәр хеҙмәте шуның өсөн дә ойошҡан. Түләй алмаған кешеләр ҙә бар, уларҙы урамда ҡалдырып булмай бит. Ә мин һинең сабыйың өсөн ҡыуанам, Ғәзиз. Мин уны беренсе тапҡыр күргәндә, ул шул тиклем ярҙамға мохтаж ине. Ана нисек үҫеп килә ул! Үҙе лә беҙгә өйрәнде шикелле. Беҙҙең тауышыбыҙ сыҡһа, шунда уҡ ынтылып, тирә-яҡҡа ҡарап ҡуя. Мин уға шул тиклем өйрәндем. Һеҙҙән башҡа, нисек йәшәрмен икән?

            Динәнең күҙҙәре йәшләнде. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, Ғәзизгә тотондо. Ир уны, йыуатыр өсөн, ҡосаҡлап алды. Ни эшләһен Динә, шунда уҡ ирене лә ҡуйҙы.

Оҙаҡламай Закирҙың джибының килгәне ишетелде. Динә, әйберҙәрен йыйып, машинаға сығып ултырҙы.

– Һиңә ни булды? – тине Закир, уның илағанын күреп. – Әллә берәйһе рәнйеттеме?

– Эйе, мине рәнйеттеләр.

– Кем ул?

– Кем булһын, һин рәнйетең мине.

– Аңламайым. Төшөндөрһәңсе. Мин һине нисек рәнйеттем?

– Сөнки һин етәкселек иткән компания оҙаҡламай ошо ерәрҙе тип-тигеҙ итеп ҡырып-таҙартып ҡуясаҡ. Бейек-бейек йорттар төҙөр өсөн. Ә бәләкәй баҡса йорттарында йәшәгән кешеләрҙе урамға һөрөп сығарасаҡ. Ошонда йәшәргә иҫәп тотоп, баҡса һатып алып, алданған Ғәзиз менән уның яңы тыуған сабыйы, Риф, урамда тотоп ҡаласаҡ.

– Мин нисек ярҙам итә алам? – тине Закир.

– Ярҙам итеүҙең бер генә юлы бар. Һин ошондағы төҙөлөш эштәрен туҡтата алаһыңмы?

– Юҡ, әлбиттә! Был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.

– Ни өсөн? Һин бит – компания етәксеһе!

– Сөнки мин – менеджменттың күренгән өлөшө генә. Минең өҫтә һәм эргәмдә – ошонда аҡса һалған, инвестицияларын икеләтә, өсләтә, бишләтә ҡайтарырға теләгән кешеләр тора.

– Һин уларға ҡаршы бара алаһыңмы?

– Саҡ ҡына шик булһа, улар мине юҡ итәсәк һәм миңә мөнәсәбәте булғандар, теләктәшлек күрһәтеүселәр ситләтеләсәк.

– Ә баҡса йорттарында йәшәүселәргә фатир бүлеп, уларҙың зыянын ҡаплатыу ғәҙел булмаҫ инеме?

– Беренсенән, уларға компенсация түләһәң, табыш кәмейәсәк, инвестор быны күтәрә алмаясаҡ һәм риза булмаясаҡ. Икенсенән, бындағыларҙың береһенең дә ергә хоҡуғы юҡ. Был ерҙәр – дәүләт ҡарамағында. Фатирҙар ҙа ошонда йәшәгән кешеләргә бүленәсәк, бер өлөшө һатыласаҡ. Шулай булғас, кешеләр мәнфәғәте яҡланмай тип әйтеп булмай.

– Ә беҙ Ғәзиздең ғаиләһенә ярҙам итә алабыҙмы?

– Ярҙам тигәндә, нимәне күҙ уңында тотаһың? Шәхси төҙөлөш компанияһы ирекмәндәр йәмғиәте түгел. Хәйриә акциялары менән шөғөлләнеү өсөн, беҙҙә байтаҡ сығымдар ҡаралған. Ләкин улар иҫәбенә фатир һатып алыу һәм мохтаждарҙы тәьмин итеү инмәй.

            Киске тамаҡты икәүләп күңелһеҙ генә итеп ашанылар. Динә Ғәзиз менән уның улын уйланы. Шулай бер нисек тә ярҙам итеп булмаҫмы икән?

            Закир ҙа үҙенең бүлмәһендә уйланып ултыра. Әлбиттә, был иргә балаһы менән ярҙам итергә кәрәк. Ләкин нимә иҫәбенә? Яңынан үҙенең улын иҫкә төшөрҙө. Әгәр үҙенең балаһын ҡарай алмай икән, башҡаларға ярҙам итһә, килешерме? Динәһе лә әлеге балаға эҫенеп киткәйне. Бәлки балалар йортонан берәр сабый алып, үҙен тынысландырырға кәрәктер?

            Динә аш бүлмәһен йыйыштырып йөрөй ине. Закир килеп ингәс, уға бер генә күҙ һалып ҡуйҙы.

– Һин нисек уйлайһың, бөгөн күргән сабыйҙы бәлки атаһы беҙгә тәрбиәгә бирер? Ул, барыбер, үҙе генә ҡарай алмай түгелме һуң?

            Динә иренә, һин нимә һөйләйһең, тигән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы.

– Үҙ улын ни өсөн беҙгә бирһен ул?

– Ҡарай алмай, тигәйнең бит.

– Өйрәнде, уның ҡулы килешеп тора. Хатта улын ярата. Бик матур, тыныс малай.

– Һин теге ваҡыт, тәрбиәгә бала алайыҡ, тигәйнең. Был тәҡдимең көсөндә ҡалһа, мин – риза.

            Динә тағы ла иренә битараф ҡына ҡарап ҡуйҙы.

– Уйларға кәрәк, – тине ул.

– Нимәһен уйлап тораһың? Барабыҙ ҙа, һайлайбыҙ ҙа алабыҙ. Тик асыҡлайыҡ һәм һөйләшеп ҡуяйыҡ: малай алабыҙмы, әллә ҡыҙыҡаймы?

 

Дауамы бар.

 

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: