Дөрөҫөрәге, ул был урынға йоҡмай. Был егет мотлаҡ үҙе кеүек текә автола йөрөргә тейеш. Һәм шуны иҫбатлағандай, юлдаштарының уйын дәлилләп, тынысландырып ҡуйырға теләгәндәй, телефондан һөйләшә:
–Эйе-эйе, брат, тыңлайым. Эйе, юлға сығып барам. Юҡ шул... Сервисҡа индергәйнем, оҙаҡҡа һуҙҙылар. Автобуста! Ха-ха-ха! Ышанаһыңмы? Таксилар бармай... Был миҙгелдә кем унда машинаһын ҡыуһын инде? Тау-таш араһына... Алла тарафынан да онотолған яҡ бит ул. Юҡ-юҡ, ниндәй ял, ундай ҡырағай районда ял итеп ятырға башыма тай типкәнме инде? Эшем бөтөү менән һыҙам. Эйе... эйе...
Хәҙер инде күҙ өҫтөндә ҡаш булғандай юлдаштарының был төркөмгә осраҡлы ғына йәки сараһыҙҙан килеп ҡушылғанын аңлаған юлсылар һәр береһенең эсендә тыуған һорауға яуап алды. Ә егет йомшаҡ күн бирсәткәләр эсендәге йоҙроҡтарын ыуғылап, әленән-әле былай ҙа ни ғиллә менәндер ыҫпайлап һалынған сәсен һыпырғыланы һәм, беләгендәге шаҡмаҡ сәғәтенә ҡарай-ҡарай, башҡалар кеүек үк автобус көттө.
Бына бер ваҡыт асфальтта “соҡ-соҡ” иткән тауыштар ҡолаҡҡа салынды. Бындай туҡылдауҙы тик ҡатын-ҡыҙ һәм айырыуса йәш ҡатын-ҡыҙ ғына сығара алырын аңлағандар шундуҡ боролоп ҡараны. Артҡа ҡайырылып ҡараусылар араһында теге егет тә бар ине.
–Был автобус ҡайһы яҡҡа бара? – йәш ҡыҙҙың аҙашып йөрөгәндәй булып аптыранған ҡарашы үҙен тексәйгән йөҙҙәр буйлап йүгерҙе.
–Ә һиңә ҡайҙа кәрәк ине?
Ҡыҙ район атамаһын әйтте. “Эйе, шунда” тиеште тороусылар. Ыңғай яуаптан ҡыҙыҡай еңел һулап, ҙур булмаған юл сумкаһын эргәләге эскәмйәгә ҡуйҙы. Уның өҫтөндәге асыҡ-зәңгәр плащынан бигерәк, аяғындағы бейек үксәле матур итекбаштары хужабикәләренең юл йөрөп өйрәнмәгәнлеген күрһәтеп, ҡала ҡыҙын танытып тора ине. Оҙон юлға, етмәһә шул районға сығып барған берәү бейек үксә кейәме? Ундай үксәләр менән теге егеттең машинаһында ғына ултырып йөрөргә була.
Ҡыҙ бәләкәй сумкаһынан көҙгө сығарып, алһыу тырнаҡлы нескә бармаҡ остары менән тейер-теймәҫ кенә итеп күҙ-ҡашын, ашығып килеүҙән ялбырай биреп киткән сәсен ипләне. Унан шул уҡ сумканан ҡап сығарып, ҡыптырлатып асты ла, эсенән аҡ ҡына салфетка һурып алып, былай ҙа таҙа булған итекбаштарын, унан бәләкәй сумкаһын, унан ҙур сумкаһының тышын һөртө. Был мәшәҡәтте ул шундай бирелеп һәм ентекле башҡарҙы, әйтерһең, шуларында ниндәйҙер саң бөртөгө булһа, автобусҡа алмайҙар. Бер мәл хатта ҡыҙыҡай шул салфеткаһы менән итек-сумкаларын ғына түгел, ә вокзал эскәмйәһен дә, эскәмйә ҡырындағы ҡый урнаһын да һәм таш иҙәнде лә ышҡып йыуып ҡуйыр һымаҡ булып китте. Сөнки, бик яратып башҡарғайны ул был эшен. Әммә улай итмәне. Үҙ әйберҙәрен ялтыратҡас, керләнә төшкән сепрәген урнаға төшөрҙө. Ырғытманы, бәрмәне, ә ҡулын биҙрә эсенә тыға биреберәк һаҡ ҡына итеп һалып ҡуйҙы. Мәғәнә белгәндәр сибәр юлсыларының әлеге ҡыланыштарынан, уның таҙалыҡ һәм тәртип белгән бала булыуын самаланы.
Ҡыҙҙан һуң килгән юлсылар артыҡ ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырманы. Сумкаларын яурын аша аҫып, тәмәке көйрәтеп йөрөгән ирҙәрҙең таушалған өҫ кейемдәре лә, устарын һыулап ҡына бармаҡ менән “таралған” сәстәренең өтөрәйеүе, ҡапыл-ҡапыл йыуынып таҫтамал менән тызып һөрткәндән нисек етте һылашҡан йөнтәҫ ҡаштарына, йоҡолары килеп иҫәнәшеүенә ҡарап уҡ, вахтанан ҡайтып барыуҙары аңлашыла. Поезда ыҫланып килгәндәрме, әллә эсеүҙәнме – еҫләнгәндәр...
Арала тағы ла пакет өҫтөнә пакет, төйөнсөк өҫтөнә төйөнсөк тотҡан өс-дүрт инәй бар. Уларҙың, әйтерһең, ҡулдары бишәү. Ни эшләп шулай тейәнә икән ололар юлға? Шул ҡәҙәрем пакет-ҡумталарҙы ике усҡа ғына һыйҙырып булмаҫы билгеле лә инде. Ә улар нисектер итеп тота шуларҙы. Төйөнсөктәренең әле береһе, әле икенсеһе төшөп китә, пакеттары ҡолап ҡуя, шуларҙы туҡтауһыҙ ипләп-йыйнап баҫып торалар. Өҫтәрендә лә сыуаҡ көндәргә ҡарата самаһыҙ йылы кейем. Вәт, бына былар, исмаһам, урман-тау араһындағы көҙҙөң нимә икәнлеген белә. Шул яҡ кешеләрелер, күрәһең.
Инде автобустың шоферы килеп, кабинаһында кәрәк-ярағы менән була башлағас, шулай ҙа халыҡ инеп урынлашмағанда әле, төркөмгә тағы ла бер йәш ир килеп ҡушылды. Баштан-аяҡ ҡара-һоро спецовкала булып, аяҡтарына ла суҡмар башлы, бейек ҡуңыслы ботинкалар кейгән, арҡаһында оло рюкзак. Түбәһенә спорт шапкаһын төрөп ултыртып алған. Киң эйәген ҡара төк баҫып, ярайһы һаҡал итеп күрһәтеп тора. Ҡарашында бер аҙ тартыныу һиҙелеп ҡала, билдәле инде – ауыл егете. Бына ул ҙур устарын ҡайҙа итергә белмәгәндәй тора торғас, ҡулдарын кеҫәләренә тыҡты ла, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрҙән ҡасып ситкә боролоп баҫты.
Кемдәрҙер уға бер генә ҡарап ҡуйһа, беҙҙең тәүге егет башҡаларға һиҙелерлек итеп юрамал оҙаҡ төбәлде. Тупаҫ ботинкаларынан алып еткән һаҡал-мыйығына тиклем байҡап сығып, ирен ситен ҡыйшайтып ҡуйҙы. Йәнәһе, йылмайҙы. Уның был баһаһын, әлбиттә, башҡалар ҙа, һәм иң мөһиме, теге сибәркәй күрҙе. Асылда, был ҡыланыш тап шул ҡыҙ өсөн башҡарылды ла инде. Шул бер генә ымы менән егет ауыл иренең үҙе менән сағышыр әҙәм түгеллеген иҫбатланы. Ир-егет араһындағы сәм, ярышыу, көс һынашыуҙың, ҡатын-ҡыҙ алдында үҙ өҫтөнлөгөн күрһәтеүҙең бер алымы ине был.
Дауамы бар.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"