+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Сентябрь 2021, 08:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮЛ Хикәйә Икенсе өлөш

Ниһайәт, автобус ҡуҙғалып китте. Ҡала һәм ҡала янындағы ауылдарҙы үтеп, тауҙар яғына ҡарай елдерҙе лә, елдерҙе. Ә ул тауҙары, шылып барғандай, алыҫайҙы ла-алыҫайҙы. Ярты көн шул тауҙарҙы баҫтырып барып етеүгә китеп, төш ауғас ҡына ауыр һөйрәлеп үргә артыла башланылар. Эстәге ҡайһы берәүҙәргә ҡайҙа һәм ни рәүешле барыуҙары мөһим дә түгел ине инде был ваҡытта. Арттағы алты-ете ир, ултырып бер аҙ йылынып алғас та, салонға әскелтем еҫ таралтып эсә башланылар ҙа, бер-ике сәғәттән тартынмай сыҡылдатып сәкәштерә, кемуҙарҙан бауылдашып гәпләшә инеләр. Аҙаҡҡа ҡарай байрам яһаусылар артыҡ ныҡ шаулағас, инәйҙәрҙең береһе шелтә яһаны. Унда ла табын тынмағас, водитель, ынтылып ҡарап, ҡысҡырҙы: –Харош, мужики! Ҡайтып еткәс, теләһә нимә эшләрһегеҙ! Хәҙер, бына, урманда ҡалдырып китәм өҫтәлегеҙҙе!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮЛ Хикәйә Икенсе өлөш
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮЛ Хикәйә Икенсе өлөш

Был һөрәндән эскән халыҡ аҙыраҡ шыма төштө, әммә оҙаҡҡа түгел. Араларынан икәүһе эләгешеп, яман һүгенешеп даулашты ла китте. Уларҙы айырам типме, әллә эт ҡоторғанда бет ҡоторған типме, башҡалары ла тығылып, салон төбөндә ғауға ҡупты. Автобус туҡтаны. Водитель салонға үтеп, тыйып ҡараны:

–Етәрегеҙ! Етәр! Сығығыҙ! Давай, сығып бөтөгөҙ! Артабан китмәйбеҙ!

Тик уны ишеткән кеше булманы. Шул ваҡыт саҡ сыҙап ултырған әбейҙәрҙең береһе сәсрәп сыҡты:

–Кит-кит! Булыр-булыр ҙа шул хәттем булмаҫтар! Йыйын эскесе, йүнһеҙ абышҡалар! Аҡса эшләп ҡайтып килә берәүҙәр! Анда бахыр бисәләре, бала-сағалары ултыралыр инде көтөп, ирем ҡайта, атам ҡайта, тип... Ә былары мал булышып килә... Йә, инде!

Уға икенселәре ҡушылды:

–Нишәп был ирҙәр вахтанан әҙәм һымаҡ ҡайта белмәй икән?!

–Шул хәтлем һыуһап киләләр микән? Сыҙамай юлда эсеүҙәрен әйт!

–Терегөйөктәр! Сама тигән нәмә бар ҙа һаң! Ҡасанан бирле күнеп ултырабыҙ, оят юҡ, ней юҡ.

–Был башҡорт эсеп ҡырылып бөтөргә уйлайҙыр...

 

Башҡалары таралышһа ла, теге ике башлаусы һаман айырылыша алманы. Әтәсләнеп баҫып тора бирҙе. Водитель килеп этәрә биргәйне береһен, тотто ла бер ғәйепһеҙ шоферға йәбеште. Ҡатын-ҡыҙ араһында тағы “сар-сор” ҡупты. Шул ваҡыт алдараҡ ултырған “ауыл ире” ҡалҡып баҫты һәм иҫеректең водителгә тотонған ҡулдарын һелкеп төшөрҙө лә, тегенең алға һонолоп килгән түшенә усын ҡуйҙы:

–Бар. Ултыр.

Эскесе тызырайып тора бирһә лә, күҙе ҡаршыһындағы мыҡты әҙәмдең киң яурындары буйлап төшөп, ҙур йоҙроғонда туҡталғас, бер һүгенеп, “лып” ултырҙы. Ҡуҙғалып киттеләр.

 

Халыҡтың хырлап йоҡлаған мәлендә автобус бейек тауҙың түбәһенә етә алмай аҙапланды. Артҡа биреп төшә бирҙе лә, ҡабаттан ынтылды, сигенде лә яңынан үрмәләне, әммә бер генә уйпат үткәрмәне лә ҡуйҙы. Сәбәбе лә бар – ямғыр һибәләй башлаған. Көн һарҡыуға һыуытып, ваҡ ямғыр уны тамам ҡотһоҙайтып, япрағы ҡойолоп бөткән шыҡһыҙ урман бөтөнләй бер сараһыҙлыҡҡа әүерелдергәйне был яҡ көҙөн. Автобус яман тазылдап үрҙе алырға маташты ла маташты. Арттағы иҫерек төркөмдән башҡаларҙың барыһының да йоҡоһо осоп, борсолоп тәҙрәнән батҡаҡ юлды күҙәтте. Шофер бер сыҡты, бер инде, ахырҙа, арыптыр, тәмәке ҡабыҙып тәҙрәһен асты.

–Йә, нимә, ошонда ҡунабыҙмы инде? – беҙҙең тәүге герой – тәтәй егет, шоферға төбәп өндәште.

–Ҡунмаҫҡа ине... – руль артындағы оло ғына ир артыҡ ыжламай, нимәлер планлаштырып ултыра, буғай.

–Ҡунмаҫҡа булғас, давай, сыҡ, решай. Һин бит бында командир.

–Ә нимә тәҡдим итәһең? – водитель “ояһынан” һонолоп ҡараны.

–Лопату в руки – и вперед! Ҡом һип юлға, барҙыр бит ҡомоң. Өйрәтергә что ли?

Уның был тупаҫ бойороғонан эстәгеләр аптыранып ҡалды, әммә шул хәтлем күрмәлекле һәм текә егеткә ҡаршы өндәшергә ҡыйыулығы еткәндәй табылманы. Икенсе яҡтан, дөрөҫ тә әйтә бит, был осраҡта шул – “лопату в руки” инде...

 

Водитель сығып фар яҡтыһында соҡсона башлағас, баяғы “ауыл ире” тағы ҡуҙғалды. “Асып сығар” тигәнде аңғартып ишекте туҡылдатты. Сығарғайны, үҙ йомошо менән урман яғына юлланамы тиһә, өлкән ирҙең ҡулынан көрәген алып, өндәште:

–Һин, ағай, давай газуй. Мин бында ҡайһы яғына кәрәк икәнде самалап ташлармын.

Ярҙам булғанға шатланып киткән шофер, кабинаһына һикереп менеп ултырып, тырҡылдап тоҡанды ла, ажғыртып газға баҫты...

Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде тыштағылар. Эстәгеләр әле тегеләй, әле былай һелкенеп, унда нимәләр ҡылынғанды самалап ултырҙы. Ярайһы ваҡыт үтте. Яуын көсәйҙе. Тик автобус соҡорҙы ашатлай алманы. Бер мәл лыс һыу булған “ауыл ире” ҡулын болғап ишекте астырҙы ла, эскә башын һоноп һөрәндәне:

–Мужики! Подъем! Әйҙәгеҙ, этәбеҙ автобусты!

Иҫеректәр уянмағас, үтеп, һәр береһен тигәндәй тартҡылап уятты:

–Давай-давай! Ҡайтҡығыҙ киләме? Килһә, тороғоҙ. Аҙыраҡ көсәнгәндән үлмәҫһегеҙ.

Уның һүҙен ҡатындар ҙа ҡеүәтләне:

–Ҡана, шулайтығыҙ әле, ҡустылар.

–Ҡыбырлап алығыҙ, айнығышып китерһегеҙ.

–Һай, шәптәр! Әйҙә тороғоҙ... Әйҙә, бар-бар...

Айнығып етмәгән вахтовиктар төркөмөн өйөрөп алып сығып барған ир эстәге хәл-ваҡиғаларҙы ишетмәгән-күрмәгәндәй булып алдына тура ҡарап ултырған егеткә туҡтап төбәлде. Уның кемгә ҡарағанын барыһы ла аңланы. Тик егет үҙе генә аңғармағанға һалыша бирҙе. Ирҙең ирен ситендә әсе йылмайыу ишараты сағыла биреп ҡалды ла, ул ашығып алға атланы:

–Тә-әк! Таралмайбыҙ! Давай, һеҙ арттан! Һеҙ  – ҡабырғанан... Раз-два-три!!

–Раз! Два! Три – һо-оп!

–Раз! Два!

–Вот-вот-вот!

–Әйҙә-әйҙә!

–Һо-о-оп!!

–Булды-ыы!

–Һа-ай, малатсы!

 

 

Аҙағы бар.

-1-     -2-     -3-

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: