+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Сентябрь 2021, 21:03

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Дүртенсе өлөш

Ғәзиз, өйҙә улы менән икәү генә ҡалғас, бик оҙаҡ уйланып ултырҙы. Донъялар күҙ алдында ауырайҙы, мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт өҫтәлде. Ир үҙе лә аңлай: уның ике улын түгел, береһен булһа ла ҡарарлыҡ мөмкинлеге юҡ. Теләге, әлбиттә, икеһен дә үҙ ҡарамағында, үҙ тәрбиәһендә үҫтереү. Ғәзиз көн һайын ошо уйҙар менән йоҡлап китә һәм уянғас та мәшәҡәттәрен хәл итеү юлдарын эҙләй, ләкин таба алмай. Юҡ, ир аҡсаға ҡыҙыҡмай, әҙме-күпме ярҙам итеүсе булһа, ул эшләргә, аҡса табырға әҙер. Динәнең ярҙамының да ваҡытлы икәнлеген ул яҡшы аңлай. Ә мөнәсәбәттәренең икенсе юҫыҡҡа күсеүе тағы ла уйландырмай ҡалмай. Эйе, Динә әле ярҙам итә, ул үҙе лә балаға эҫенеп китте. Әле мөмкинлек булғанда ошонда буласаҡ. Ләкин был – ваҡытлы күренеш.

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Дүртенсе өлөш
БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Дүртенсе өлөш

Иртән күтәренеп Динә килеп инде. Ғәзиз уны ишек төбөндә үк ҡаршы алды.

– Мин һине килмәҫ тип ҡурҡҡайным, – тине Ғәзиз.

– Ҡурҡма, мин киләсәкмен, хатта таш яуһа ла, мин ошонда килеп етәсәкмен, – тине Динә. – Малай нисек йоҡланы?

Ул арала булмай, сабыйҙың мышҡылдағаны ишетелде.

– Ана, һинең килгәнде һиҙеп тә ҡалды.

Сабыйҙы алдылар, йыуындырҙылар, шунан һуң малай ҡомһоҙланып шешәгә йәбеште.

– Һеҙҙең ер буйынса өмөтләндерерлек бер нәмә лә юҡ, – тине Динә, күңелһеҙ генә итеп. – Күләгәләге инвесторҙар ошонда аҡса эшләү өсөн байтаҡ сығымдарға юл ҡуйған, уларҙы бер нисек тә тынысландырып булмаясаҡ.

– Ә иптәшең, Закирҙы әйтәм, был төҙөлөшкә нисек ҡарай?

– Ул ялланған етәксе, хужаларының һүҙенән сыҡмаясаҡ. Әгәр ошо “Һалҡын шишмә” ширҡәтендә баҡса тотоусылар күмәкләп күтәрелһә, бәлки, берәй эш сығара алырбыҙ.

– Мин быны күҙ алдына ла килтерә алмайым, – тине Ғәзиз. – Үҙең беләһең, ергә минең хоҡуҡ бик сикләнгән. Хәҙер мираҫ мәсьәләһен асыҡлау өсөн  судҡа мөрәжәғәт иткәндә лә, мине тегеләргә отоласаҡмын.

– Шулай булыуы бик ихтимал, – тине Динә, – шуға бер аҙ көтәйек.

Төшкә ҡарай баҡсасылар йәмғиәтенән килделәр, уларҙы ла ошо уҡ мәсьәлә борсой икән. Ғәзиз һымаҡ ер һатып алған һәм алданған тағы ике ғаилә бар. Улар ауылдағы өйҙәрен һатып, банктан бурысҡа аҡса алып, ошонда ергә һәм өйгә хужа булғандар.

Ер өсөн көрәштең еңел генә хәл ителмәҫе барыһына ла мәғлүм, ләкин бөтәһенең дә хоҡуҡ мәсьәләһе бик сикләнгән. Ғәзиз, был йәһәттән аҙмы-күпме хәбәрҙар булғас, көрәштең уңышһыҙ тамамланыу мөмкинлегенә лә ишара яһап ҡуйҙы.

Йәштәрҙең Данил исемлеһе бигерәк ҡыҙыу.  

– Ширҡәтте уратып алайыҡ, ҡоралланайыҡ, мәғлүмәт сараларын йәлеп итәйек, – тип ҡыҙып тотондо.

Ғәзиз был ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең бер файҙа ла килтермәүен аңлатып ҡараны, ләкин уны тыңларға теләүсе табылманы. Бер яҡтан ҡараһаң, улар хаҡлы ла һымаҡ – ер участкалары халыҡҡа таратылған, ләкин дәүләт теркәүе үтеү оҙаҡҡа һуҙылған.

Ғәзиз уйлауынса, бындағы бәхәсте хәл итеүҙә бер мәсьәлә ярҙам итере төҫмөрләнә: бындағы ер баҡсасылыҡ һәм ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән. Бының өсөн ер хужалары ерҙең тәғәйенләнешен төҙөлөш йүнәлешендә үҙгәрттереп алырға бурыслы. Ә бындай үҙгәртеүҙәр дәүләттең бюрократик ойошмалары аша бик оҙаҡ тормошҡа ашырыла.

Ғәзиз ошо хаҡта һөйләп аңлатҡас, баҡсасылар үҙҙәре лә дәртләнеп китте.

– Ана бит, закон беҙҙең яҡта икән, – тине бер өлкән генә ағай. – Беҙгә ошонда йәшәп, ҡартлығыбыҙҙы ҡаршыларға ғына мөмкинлек бирһендәр. Беҙ ерҙәребеҙҙе алып китергә уйламайбыҙ, беҙ үлгәс, барыһы ла ошонда ҡаласаҡ.

Төштән һуң  Закир килде һәм Динәне телефон аша шылтыратып саҡырып сығарҙы.

– Әйҙә, мин һине бер ергә алып барам, – тине Закир, серле генә итеп.

Динә ҡайҙа барырҙарын һиҙә ине. Хәйер, көндөҙ ҡайҙа көтһөндәр инде? Театрҙар, концерт залдары кискә генә асыла. Өндәшмәне ҡатын, йә магазинға, йә балалар йортона алып баралыр, тип кенә уйлап ҡуйҙы.

Һуңғы фаразы раҫҡа сыҡты. Ҡаланың тыныс бер мөйөшөндә ҙур ғына өс ҡатлы бина эргәһендә туҡталдылар.

– Йә, бәпес һайларға алып килдеңме? – тине Динә.

– Һине аптыратып булманы инде, – тип, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарҙы Закир. – Юҡҡа теге ваҡыт һин һорағас та ризалашманым.

Тәүҙә Динә баш тартырға, кәрәкмәй, мин әҙер түгелмен, тип, һылтауын табырға ла тырышҡайны, ләкин иренең һүҙен йыға алманы. Етмәһә, һуңғы арала береһенән береһе яҡтыраҡ төштәр күрә. Төн һайын эргәһендә ҡуйынында сабыйы ята, ул ашарға таптырып мышҡылдай һәм, ауыҙына имсәген ҡаптырғас, ҡомһоҙланып имә башлай.

Ошо төштө ҡатын ымһынып көн һайын күрә, ә тегендә Ғәзиз улы менән көтөп ҡалды. Динәнең ире менән ҡайҙалыр барырға йыйыныуын ишеткәс, шунда уҡ кәйефе төштө.

Хушлашҡанда Динә Ғәзизгә ҡараны һәм уның йөҙөндә “мин шулай булырын белә инем инде” тигән күңелһеҙ һығымтаны күрҙе.

Бәлки, уға шулай тойолғандыр ғына. Ләкин Закир ҡыҙыу тотто, сөнки әллә нисә тапҡыр әйтеп, инәлеп, өгөтләп ҡараһа ла, үҙ улына һылтанып, тәрбиәгә бала алыу тәҡдимен кире ҡаҡҡайны. Әле бына үҙе башлап йөрөй.

Балалар йортонда уларҙы бик йылы ҡабул иттеләр. Тәртип шулай икән: тәүҙә бындағы шарттар менән таныштырҙылар.

– Һеҙ бик тәүәккәл һәм изге ниәт менән килгәнһегеҙ, – тине балалар йорто директорының урынбаҫары. – Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн байрам. Шуға күрә беҙ һеҙгә рәхмәттәр әйтеп ҡабул итәбеҙ. Директор үҙе һеҙҙең менән танышырға теләк белдергәйне, ләкин уны кәңәшмәгә саҡырып алдылар.

– Беҙҙең малаймы, ҡыҙмы һайлау мөмкинлеге бармы икән? – тип һораны Динә. – Әгәр ундай мөмкинлек булһа, мин малай һайлар инем.

– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – тип һораны урынбаҫар, ҡарашын Закирға йүнәлтеп.

– Атай кеше, әлбиттә, малайҙарға өҫтөнлөк бирһә, дөрөҫ булыр, – тине Закир. – Шулай ҙа мин һайлау мөмкинлеген Динәгә тапшырам. Әйҙә, ул һайлаһын.

Бүлмәләрҙә балалар үҙ эштәре менән мәшғүл: кемдер яҙа, кемдер уйнай, кемдер һүрәт төшөрә. Динә менән Закир ингәс, балалар йүгерешеп өлкәндәр эргәһенә килде. Береһенең уйынсығы ватылған, икенсеһе тәрбиәсе апайына яңы ғына төшөргән һүрәтен күрһәтә.

Динә ошондағы сабыйҙарҙың күҙендә өмөт һәм һағыш күрҙе. Ҡулынан килһә, һәр береһен алып яратыр, үҙенең ғаиләһенә ҡабул итер ине.

Ана, бер өлкәнерәк малай, башҡаларҙы әкрен генә этеп, Динә эргәһенә килде лә:

– Һеҙгә малай кәрәкме, әллә ҡыҙмы? Әгәр малай булһа, мине алығыҙ. Мин аҡыллы, мин былар һымаҡ һейеп тә ятмайым, – тине.

Бер аҙ аралашҡандан һуң Динә менән Закир ҡайтып торорға һәм артабан да уйларға ҡарар иттеләр.

Бер аҙ ваҡыттары булғас, сауҙа үҙәктәренең береһендә Динәгә яңы кейем ҡаранылар, ресторанға кереп ашап сыҡтылар.

Закир Динәнең бик тулҡынланыуына иғтибар итте. Нимә булды икән, тип аптыранды ул һәм ҡапыл төшөндө: ул бит теге баҡсасылыҡ ширҡәтендә ҡалған ир менән уның балаһы тураһында уйлай. Кем булды әле ул егеттең исеме? Оҙаҡ ҡына уйлаһа ла, иҫенә төшөрә алманы.

Закир Динәнән:

– “Һалҡын шишмә”ләге теге егеттең исеме нисек әле? – тип һораны.

– Ғәзиз, – тине ҡатын. – Ә нимә булды?

– Булманы. Әллә кереп, хәлдәрен белеп сығайыҡмы?

Ҡатын шатланып китте.

– Ваҡытың булһа, әйҙә керәйек, мин риза, – тине.

Закир был һорауҙы ҡатынын һынар өсөн генә бирҙе һәм шундай һығымтаға килде: ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре икенсе юҫыҡҡа күскән, әгәр ул ҡәтғи саралар күрмәһә, ҡатынын юғалтыуы ла бик ихтимал. Әлбиттә, әгәр ошо көнгә тиклем юғалтып өлгөрмәһә.

Динә кереп магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алды һәм Ғәзиздең өйөнә ғәҙәттәгесә биш минутҡа ғына тип кереп китте лә бер сәғәттән һуң ғына ҡабалана-ҡабалана килеп сыҡты.

– Йә, күңелең булдымы? – тине Закир, ҡаты ғына итеп. – Ә ниңә мине саҡырманың? Мин һеҙгә ҡамасаулар тип ҡурҡтыңмы?

 

Дауамы бар.

 

 

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: