-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Сентябрь 2021, 08:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮЛ Хикәйә Өсөнсө өлөш (аҙағы)

Күшегеп өлгөргән ир-егетте ҡатын-ҡыҙ яу ҡайтарғандай данлап ҡаршы алды, әйтерһең, баяғы ыҙғыш икенселәр менән булған: –Вәт, ҡустылар шәп итте! –Үҙебеҙҙең ауыл егеттәре бит улар! –Эй, хоҙайым, ирҙәрҙән яҙҙырмаһын был донъяны Аллаһым. Эсһә-тысһа ла, ҡайҙа ла шул ир көсө кәрәк. –Эйе, имен-һау булһындар, ҡалайтһалар ҙа йөрөп ятһындар, бар булғырҙары.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮЛ Хикәйә Өсөнсө өлөш (аҙағы)
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЮЛ Хикәйә Өсөнсө өлөш (аҙағы)

Артабанғы юлда салон терелеп, геүләп китте. Халыҡ ҡапыл аралашыуға, танышыуға күсте, кемдең кемгә нимә һөйләгәне лә аңлашылманы:

–Улым, һин Кинйәғолдан Фатиманың малайымы әллә? Әйтәм, шул атаңа оҡшаттым шул. Тас уның һымаҡ ярҙамсыл, уңған икәнһең.

–Мына, йылы сәй бар, әпәкәй ҙә...

–Аҡса эшләйем тип йөрөп, аслы-туҡлы, ҡарауһыҙ-тәрбиәһеҙ йонсоп бөттөгөҙ инде...

–Аръяғына нимә менән ҡайтаһың, апай? Әйҙә, апарып ҡуям, мине үҙәктә машина көтә.

–Ай, рәхмәт яуғыры!

 

Төн уртаһына ҡалып, ваҡытынан күпкә һуңлап, шулай ҙа тәғәйен нөктәһенә етеп туҡтаны автобус. Юл тамам булды. Юлсылар шаулашып төштө, сумка-маҙарын барлашты, хушлашты, ҡаршы алыусылар менән күреште. Фырт егет, сығып баҫып, яурындарын уйнатып, физзарядка яһағандай итте лә, китә һалып бармай, шул тирәлә тапанды. Күҙ ҡырыйы менән генә самалап, автобус ишегендә теге сибәркәй күренгәнде көттө. Бына, кеше ағымы араһында ҡыҙ ҙа пәйҙә булды. Егет килә һалып уның сумкаһын алды:

–Ҡанағыҙ, ярҙам итәйем.

Ҡыҙ уға аптырап ҡараны, сөнки бындай уҡты көтмәгәйне. Егет был мәлде ысҡындырмаҫҡа тырышты:

–Һеҙ ҙә бында беренсе тапҡыр, буғай. Бигерәк ҡырағай яҡтар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе барыр урынығыҙға оҙатып ҡуяйым.

Тик ҡыҙ унан аша ҡарап кемделер эҙләне. Һәм, ниһайәт, табып, ихлас йылмайып тора бирҙе. Уның ҡарашы артынан эйәргән егеттең күҙҙәре, артта, автобус янында баҫып торған “ауыл ирен”ә төртөлөп, һөмһөрө ҡойолдо. Тапҡан бит! Тик ҡыҙҙың уның кәйефендә лә, үҙендә лә эше юҡ, тегегә ҡул болғаны. Уныһы эргәләренә килде.

–Һеҙ... ошо райондан бит, эйеме? – сибәркәйҙең һоҡланыуы, арбалыуы йөҙөнә сыҡҡан.

–Эйе. Ә һеҙ?..

–Мин... эшкә. Мәктәпкә.

–Ы-ы... бик яҡшы. Улайһа... уҡытыусылар йортона алып барып ҡуям, – был икәү башҡаларҙы онотоп атлап китте, – Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙҙә халыҡ һәйбәт ул... тәбиғәт матур... Ә юл ул... бары юл ғына.

-1-     -2-     -3-

------------------------

Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: