+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Сентябрь 2021, 15:57

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Бишенсе өлөш

Шаҡтай тупаҫ яңғыраған был һүҙҙәрҙән Динә баҙап ҡалды. Тәүҙә нимә әйтергә белмәне. Шунан һуң өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Автомобиль салоны эсендә хәүефле тынлыҡ урынлашты. Динә, ныҡ итеп тын алғандан һуң: – Ғәфү итегеҙ, – тип кенә әйтә алды. – Ғәфү итергә? – тип һорау менән мыҫҡыллы яуап бирҙе ире. – Мин көнө буйына ас, арығанмын, йонсоғанмын. Ә һин, тағы, ниндәйҙер мажаралар эҙләп, яңғыҙ ир янына инеп юғалаһың!

БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Бишенсе өлөш
БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Бишенсе өлөш

Дина тамам шаңғып ҡалды. Яуап бирер урынға, бында кем ултыра икән, тигән һымаҡ, иренә боролоп ҡараны.

– Ғәфү ит мине, Закир. Мин һинең төшкө ашты ашамағанлығыңды онотҡанмын. Әйткәндәй, мин үҙем дә иртәнге сәй менән генә йөрөйөм. Мажараға килгәндә, хәтерем алдамаһа, һин миңә үҙең кәңәш иттең: “Бына – ирекмәндәр ойошмаһы. Күңелең өсөн, бер эш булыр”, – тинең.  Миңә ул эш оҡшаны. Ә инде эшһеҙлектән интегә тип уйлаһаң, мин эшкә сыға алам. Һәр хәлдә, үҙемде генә ҡарарлыҡ йәштәмен.

            Хәҙер Закир уйға ҡалды. Бәй, бөтәһе лә шулай булды ла инде. Әгәр теләһә, өйгә лә керә ала ине. Олоғара тауыш сыға ине, ләкин Динәнең сабырлығы еңде.

– Динә, ҡәҙерлем, ғәфү ит! – тине Закир. – Мин ҡапыл ҡыҙып киттем. Кисер мине, мин хаталандым.

– Ярай, мин уйлармын, – тип көлкөгә һабыштырырға тырышты Динә. – Ҡайһы ваҡыт, һине аңламай ҡуям, Закир. Элек, мәҫәлән, тәрбиәгә бала алыуға ҡаршы инең. Бөгөн килеп, ҡабаландыра башланың. Бәлки аңлатырһың?

            Закир юлды бик ентекләп ҡарап бара һәм яуап бирә:

– Үҙең беләһең, эшем ауыр. Ҡыҙып та киткеләйем. Башҡа ҡабатланмаҫ.

– Ә ниңә ҡабаланаһың?

– Ҡабаланмайым. Бер көн интернетта уҡыным, беҙҙеке һымаҡ ғаиләләргә бала алыу бик ыңғай тәьҫир яһай икән.

– Ҡыҙыҡ! – тине Динә. – Балалары булғас, улар әрләшмәй, бер-береһенең кәйефен боҙмай ғына йәшәйҙәрҙер инде? Шулаймы?

– Эйе, шулай! Әллә һин дә уҡыныңмы ул мәҡәләне?

– Юҡ, уҡыманым. Нимә тип яҙалар?

– Бик ҡыҙыҡлы, ышандырырлыҡ итеп яҙалар. Мәҫәлән, социологтар шундай күренешкә иғтибар иткән: быға тиклем балалары булмаған ғаиләләр, тәрбиәгә сабый алһа, ни ғәжәп менәндер, күпмелер ваҡыт үткәс, уларҙың үҙҙәренең балаһы – улы, йәки ҡыҙы – тыуған. Һин ошо хаҡта ишеткәнең бармы?

– Бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт! – тип уйға ҡалды Динә. – Тимәк, тәрбиәгә алған бала – симка телефонды әүҙемләштергән һымаҡ. Йәғни, ойотҡо ролен үтәй инде. Мин дөрөҫ аңланыммы?

– Симка тип әйтеүең оҡшаны. Мин шул хаҡта һиңә һөйләргә теләгәйнем. Ләкин, нисек кенә тырышмаһындар, ғалимдар был күренешкә аңлатма бирә алмаған. Кем белә, бәлки тәрбиәгә бала алыу үҙе кеше организмының беҙ белмәгән һәм аңламаған мөмкинлектәрен әүҙемләштерәлер?

– Эх, беҙгә лә шундай бәхет йылмайһа ине! – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтеп ҡуйҙы Динә. – Бер бала алаһың, икенсеһе – үҙебеҙҙән. Донъябыҙ түңәрәкләнер ине.

– Эйе шул, мин дә шул турала уйлай инем. Тик бына ғалимдар нимәгә иғтибар иткән, беләһеңме?

– Белмәйем. Әйт әле.

– Үҙҙәренең балалары тыуған ата-әсәләр быға тиклем тәрбиәгә алғандарын кире тапшырғандар.

– Кире тапшырғандар? – тине Динә, шаңғып.

– Эйе, тап шулай иткәндәр.

– Ҡот осҡос! Нисек инде, ал, тәрбиәлә, өйрәт һәм, үҙеңдең балаң тыуһа, кире тапшырып ҡуй... Ә һин нимә эшләр инең, Закир?

– Мине был һорау әлегә борсомай. Сөнки беҙ әлегә бала алмағанбыҙ, тимәк, үҙебеҙҙеке лә юҡ. Мин, мәҫәлән, кире тапшырыуға ҡаршы төшөр инем. Бала прокатҡа алған һыуытҡыс, йәки кер йыуыу машинаһы түгел.

            Динәнең күңеле күтәрелде. Иренең тәүәккәл булыуы, үҙ һүҙендә тора белеүе уға оҡшай ине. Киләсәктә лә шулай булһын инде!

Икенсе көнөнә Динә, Закирға ултырып, ҡалаға иртүк сыҡты. Сыҡмаҫ ине, ул имеҙгән бала тағы төшөнә инде. Был ни ғиллә булыр икән? Дауаханала оҙаҡ көтөргә тура килмәне, бер сәғәт үттеме, юҡмы, эскә саҡырҙылар.

– Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? – тине таныш табип.

Динә уңайһыҙланып ҡына үҙе күргән төш хаҡында әйтергә мәжбүр булды.

– Дөрөҫ күргәнһегеҙ! – тине табип, йөҙө асылып. – Ниһайәт, һеҙ балаға уҙғанһығыҙ! Һеҙ оҙаҡламай әсәй буласаҡһығыҙ.

            Динә юғалып ҡалды. Бала имеҙеү – яҡшы хәбәр генә түгел, Хоҙайҙың әшкәртеүе һымаҡ яңғыраны. Былай булғас, уның барлыҡ тормошо үҙгәрә түгелме һуң? Закир нимә әйтер? Әлбиттә, сабыйҙың атаһы Ғәзиз икәнлеге ҡатында шик уятманы. Әгәр Закир тикшерә башлаһа? Хәҙер ДНК анализы алыу ғәҙәткә әйләнеп китте.

            Таксиҙа ҡайтып килгәндә, Динә шундай ҡарарға килде: уға был хаҡта берәүгә лә әйтергә ярамай. Хатта Ғәзиздең үҙенә лә. Юҡ, бәлки Ғәзизде киҫәтеп ҡуйырға кәрәктер? Барып етһә, Ғәзиз менән улы саф һауала йөрөп яталар. Һағынғайны Динә Ғәзизде. Килеп етеү менән, тартынып торманы, сикәһенән үбеп алды. Ғәзиз, һөмһөрө ҡойолоп тора ине, Динә килгәс, йөҙө асылды.

– Нимә булды? Бик ҡыуанғанһың, – тине Ғәзиз.

– Һөйөнсө! – тип әйткәнен Динә үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

Ниңә йәшереп торорға? Улар бала-саға түгел дә инде. Әйтһен, ҡыуандырһын. Исмаһам, ниндәй фекергә килеүен белер.

– Һөйөнсөгә – минән бер бүләк!

– Ярай, башыңды әйләндермәйем. Мин – ауырлы. Беҙҙең балабыҙ буласаҡ.

            Ғәзиз, шатлығынан, үрле-ҡырлы һикерҙе. Ҡатынды ҡосаҡлап алды, үпте һәм, был – минең өсөн иң ҙур бүләк, тине.

            Ҡойма буйында тәҙрәләре ҡарайтылған “Уазик”тан ике кеше ир менән ҡатынды бер туҡтауһыҙ видеоға һәм фотоға төшөрөп, һөйләшкәндәрен яҙҙырып ултырҙы.

– Ҡара әле бынау ҡатынды! – тине береһе.

– Нимә эшләгән? Иренә мөгөҙ ҡуйғанмы?

– Мөгөҙ генә булһа, тағы бер хәл. Бынауы “чувак”тан ауырға ҡалған.

– Китсе әле!?

– Эйе, әле генә шул хаҡта хәбәр итте. Ире, ишетһә, ҡыуанырмы икән?

– Ә быныһы ниңә үрле-ҡырлы һикерә?

– Тимәк, баланың атаһы – ул.

– Ә ниңә, беҙҙең топ-менеджер түгелме ни? Закир Маннановты әйтәм.

– Юҡ, әлбиттә! Килер алдынан, мин уның эше менән таныштым. Саңғы спорты буйынса Рәсәй чемпионы. Йыйылма командаға кандидат. Ләкин саңғы спорты менән мауығып, үҙен бик ҡарамаған. Йәғни, кейенмәгән. Шул сәбәпле, атай булыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған. Ябай ғына итеп әйтһәк, өшөткән.

– Аңлашылды.

– Әһә! Ана, теге икәү килә.

Ғәзиздең өйө эргәһенә ошонда йәшәүсе йәштәрҙән Данил менән уның дуҫы Раян килә ине. Хәҙер Ғәзиз сығырға тейеш һәм улар баҡса йәмғиәтен һаҡлап ҡалыу хаҡында кәңәшләшәсәк.

Ә был ике шымсы ошо баҡсасылыҡтағы йорт хужаларын күҙәтергә тейеш ине. Динә менән Ғәзиздең серенә улар көтмәгәндә юлыҡты. Ҡапылда баҡсасылыҡҡа ҡараған ерҙәрҙе тартып алыу өсөн башланған операция көнкүреш драмаһын киҫкенләштереүсе бер ҡоралға әйләнде.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ
Читайте нас: