– Түгел әле, егет ниндәйҙер, – тип, хатта “егет” тигәнгә айырым баҫым яһап ебәрҙе етәксе ағай. Сөнки, ул инде, ул ғына түгел, моғайын, ауылда барыһы ла тигәндәй Зөлфиәне Рамаҙандыҡы тип иҫәпләй. Һәм әлеге ауылдың яҙылмаған ҡанунын тотоп, уны “килен” итеп, хужа булып тороуы.
– Егет?.. Алло! Эй-йе... Ә-ә... – ҡыҙ, ҡаушауҙан, ниндәйҙер ярамаған эштә тотолғандай булып тирә-яғына ҡаранып алды, йәнәһе, уны берәйһе тыңлап тормаймы? Ярай әле, Зәйнетдин ағай, ҡамасауламаҫҡа булыптыр, бухгалтерҙары яғына сығып киткән.
Ә сымдың теге осонда Зәбир ярһыны:
– Һин ҡайҙа юғалдың да ҡуйҙың ул? Зөлфиә! Мин һиңә нимә тинем? Барып урынлашҡас та, хәбәр ит, тинемме?
– Эш күп... Көн үтеп тик тора...
– Алып барып ҡуймағаныма үкендем. Әйттем бит мин һиңә, йүнәлтмәне үҙем һайлап бирәм, тип. Эргәләге генә районға эләгеп, ҡаланан йөрөп тә эшләр инең, бәлки. Ҡарыштың да киттең бит үҙең, ҡайҙа булһа ла барам, тип...
– Булһын... Үкенмәйем!
– Ярай, оҡшағас - яҡшы. Үҙең нисек? Ҡайҙа йәшәйһең?
– Бер инәйҙә.
– Зөлфиә! Зөлфиә...
– Нимә?
– Нисектер... тауышың үҙгәргән һымаҡ. Һөйләшеүең дә... Нимә булды?
Ниндәйҙер өҙә һуҡҡан һүҙ ташлап трубканы һалып ҡуйғыһы килде ҡыҙҙың. Әммә ҡапыл ғына улай итә алманы. Зәбирҙең бит уға зыяны теймәгән. Әле лә хәл беләм тип, өҙгөләнеп шылтыратып тороуы.
– Бер нәмә лә булманы. Барыһы ла яҡшы, эштә лә яҡшы. Былай шылтыратып аҙапланма ҡабат. Йә, ярай, мин бында директор кабинетындамын, телефонды оҙаҡ тота алмайым.
– Ярай-ярай, аңлашылды. Һау бул әлегә! Әй! Адресыңды... адрес! – тип ҡысҡырып ҡалды Зәбир, шул секундында тауышы өҙөлдө лә. Зөлфиә ҡабаланып һалып өлгөрҙө һәм, бер мәшәҡәттән ҡотолғандай, еңел һулап ебәрҙе.
Эш өҫтәленә килеп ултырғас та тыныслана алманы әле ҡыҙ. Башынан йөҙ төрлө уй йүгерҙе. Ул бит Зәбирҙе бөтөнләй онотҡан. Әйтерһең, ике йыл уның менән аралашмаған, дуҫлашмаған кеүек. Нисектер хәл итергә кәрәк был мәсьәләне. Хат яҙыр, эйе-эйе, бөгөн кис үк ултырып яҙыр. Барыһын да асыҡтан-асыҡ итеп яҙып ебәрер. Үҙендә уға ҡарата хөрмәттән башҡа тойғолар булмауын... Рамаҙанды өҙөлөп яратыуын... Рамаҙанды иҫләгәндән үк күңеле иреп китте. Йөҙөндә нур балҡыны, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йылмайҙы.
– Ҡалай ҡыуандырҙылар Зөлфиәне. Әсәйеңме? – тигән булып белмәмешкә һалышты кабинеттағы ҡатындар. Директорҙың “егет” тигәнен һаҡ ҡолаҡтары шунда уҡ тотоп алғайны бит инде. Ә бит асыҡлап, төбөнә тоҙ һалып ҡуйырға кәрәк.
– Юҡ та... Бер иптәш егет... Староста, курстың старостаһы, практика буйынса белешә, – тип ашығып әллә нимәләр һөйләп ташланы ҡыҙ.
– Улай булһа ярай ҙа, – асыҡ ишек аша ишетеп ултырған хужа ла уйынлы-ысынлы һүҙгә ҡушылып китте, – Юғиһә, ул егет икенсеме-өсөнсөмө тапҡыр шылтырата ул, гел һин эш менән йөрөгән мәлгә тура килә лә, аҙаҡ мин дә онотам. Староста булғас – бата, атыу мин әллә беҙҙең ҡыҙҙы сит ҡош тибергә маташамы тип, үҙебеҙҙекенә һөрән һалайыммы тип торам. Матри, ҡыҙыҡай, беҙҙә егеттәр гурдый ул.
Ололар шаярышып-көлөшөп хәбәр һатһа ла, ҡыйын булды Зөлфиәгә, ул үҙен алдаҡсы, намыҫһыҙ әҙәм итеп тойҙо. Хәҙер тороп йүгереп барып Рамаҙанды эҙләп тапҡыһы һәм барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп биргеһе килде. Тик улай итеп булмай, егет бөгөн был ауылда түгел. Сабырлыҡты йыйып көтөргә генә ҡала. Ә әлегә ул бөтөн эшен ҡуйып тороп Зәбиргә хат яҙа ала. Шулайтып булһа ла күңелен баҫып тормаҡсы булып, ҙур амбар дәфтәренең урталыҡ табағын һурып алды ла, яҙа башланы: “Зәбир, баштан уҡ был хат өсөн ғәфү үтенәм. Яҙғаныма түгел, ә беренсе көндән үк яҙмағаныма...”
Өйҙә уны тағы ла бер сюрприз көтә булып сыҡты. Зөлфиә эш урыны итеп алған оҙон өҫтәл өҫтөндә бер өйөм ҡағыҙға төрөлгән әйберҙәр ята. Ҡыҙ ингәс тә шуларҙы аңғарып, һораулы ҡарашын Ғәйниә апайға төбәне.
– Рамаҙан һуғылып китте, гурыттан ҡайтып баралар икән. Былары -һиңә.
– Миңә?.. – өҫ кейемен эргәләге ултырғысҡа ырғытып, бүләк алған бала һымаҡ ыуаланып йөрөп төргәктәрҙе алып ҡарай башланы, – Нимә икән? Әйтмәнеме?
– Әйтеүгә әйтмәне, “һиңә” тигәс ней, ас та ҡара, уны гадайт итеп тороп һуң.
– Эйе шул... – тип, бәләкәсен асып ебәрһә, – А-а-а...
Төргәк эсенән бер бәйләп ҡәләмдәр, төрлө ҙурлыҡтағы рәссам бумалалары килеп сыҡты. Икенсеһенән акварель, майлы буяу, акрил, политралар. Өсөнсөһөнән атлас ҡағыҙҙар. Иң ҙур төргәккә йәтешерәк мольберт тиреп төрөлгән ине. Һәр бәйләмде асҡан һайын ҡыҙ “саррр” итеп ҡалды ла Ғәйниә апаһын ҡурҡытты, “аһ” итте лә тертләтте. Уныһы бот сапты:
– Йә, Алла! Ней булды? Ҡағыҙ-ҡәләм өсөн дә ул ҡәҙәрем булыр икән берәү...
– Апай! Былар бит миңә!
– Һиңә инде һиңә, һиңә бумай миңәме атыу?
– Апай! Был бит рәссам наборы! Уй, Рамаҙан!..
– Һүрәтте шәп төшөрә тип маҡтай бит ураған һайын, дәфтәр битенә яһап ултырмаһын тигәндер инде.
– Апай! Мине Рамаҙан ярата, ивет? – йәш аралаш көлә хәҙер ҡыҙ.
– Яраталыр... яраталыр...
Төн уртаһына тиклем иҙәндә ултырҙы Зөлфиә. Ҡалайтһа ла мольбертты йыйып ҡуйҙы, ҡәләм-бумалаларын ҡат-ҡат тотҡоланы, буяуҙарын еҫкәп-еҫкәп кинәнде. Ул бит был еҫте мәктәпте тамамлағандан алып тойғаны юҡ. Ошо буяуҙар менән буялып үткән бала сағына ҡайтҡандай булды. Яратҡан уйынсығын тартып алып йәшергәндәр ҙә, хәҙер ул шуны табып алып иләҫләнеп ултыра һымаҡ. Рамаҙан... Рамаҙан ҡайтарҙы уға был рәхәтте... Рамаҙан уны ярата...
Ғәйниә ҡыҙҙың ҡыланыштарын ситтән күҙәтә-күҙәтә йөрөп киске мәшәҡәттәрен атҡара ла, баш сайҡап көлөмһөрәй:
– Йә, иҙәндә оҙаҡ ултырҙың... һыуыҡ алырһың. Кил, ашайыҡ. Бик булмаһа ҡосаҡлап йоҡларһың ул нәмәләреңде.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"