Төҙөлөш компанияһының эштәре көйлө бара. Ҡулланыусылар төҙөлгән торлаҡты уңышлы баҙарҙа, туҡтауһыҙ һатылған тауар һымаҡ, эләктереп тора. Халыҡтың аҡсаһы бар – ипотека бирәләр, тимәк, киләсәккә өмөт тә етерлек.
Ошо юҫыҡтан бәләкәй генә һөйләшеү.
Көс структураларының урта ҡул полковнигы әллә улын өйләндерә, әллә ҡыҙын кейәүгә бирә. Ғаилә кәңәшмәһендә йәштәрҙе, фатир бүләк итеп, ҡыуандырырға булдылар.
Полковник төҙөлөш компанияһының именлек хеҙмәте етәксеһенә шылтырата:
– Ваҡыт тар, нимә кәрәк, Фәләныч? – ти именлек хеҙмәте етәксеһе.
Полковник, ҡыҙымы, улымы хаҡында ентекләп һөйләргә теләге бар, хатта теге етәксене туйҙа күреүгә лә шат буласаҡ, ләкин именлек өсөн яуап биреүсенең ваҡыты юҡ һәм ул полковник һынлы полковникты тупаҫ рәүешә бүлдерә:
– Фәләныч! Ваҡытым юҡ. Нимә кәрәк? Фатир? Но проблем! Нисә бүлмәле? Өсәүле етәме? Бер килгәндә, документтарын ҡалдырып кит.
Ә хәҙер шул фатирҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалыуы ихтимал. Сөнки бынауы Ғәзиз, төҙөлөш компанияһы етәксеһенә “мөгөҙ ҡуйыуы” етмәгән, үҙе һымаҡ Данил менән Раянды йәлеп итеп, фетнә ойоштороп йөрөй. Быға юл ҡуйырға ярамай. Хәҙер был өсәү һәм уларға килеп ҡушылған, һис юғы, шылтыратҡан һәр кеше иҫәпкә алынырға һәм контролдә торорға тейеш. Быны улар тар бер төркөмдөң, йәғни инвесторҙарҙың, мәнфәғәте түгел, дәүләт ихтыяжы кимәленә күтәрәсәк. Бәй, шулай булмай ни, ҡалала торлаҡ етмәй. Ана, етемдәргә бер нисә йөҙ фатир кәрәк. Раян менән Данил һәм уларға ҡушылған Ғәзиз бынауында баҡса ере һатып алғандар, хатта үҙҙәренә милек итеп рәсмиләштерә яҙғандар. Ә торлаҡ төҙөү буйынса пландар хаҡында уйлаған кеше юҡ.
Полковникка бер генә шылтыратып әйттеләр: “Раян Әйүпов – дальнобойщик, Данил Ғималов – шәхси предприятиела водитель булып эшләй”.
Ғәзиз, Раян, Данил – үҙҙәренең шәхси милектәрен ҡотҡарыу буйынса әҙәм көсө еткеһеҙ эшкә тотондолар. Улар өсөн ғәҙеллек ана – гәзиткә, йәки интернетҡа яҙылған, телевизорҙан, йәки радионан яңғыраған хәҡиҡәт. Һәр кемдең ер һатып алырға һәм йорт төҙөргә хоҡуғы бар. Дәүләт шәхси төҙөлөш менән шөғөлләнеүселәрҙе үҙе ҡурсалай. Эшлә, аҡса тап, торлаҡ төҙө. Шулай булмағайы!
– Йә, егеттәр, редакцияға барҙығыҙмы?
– Барҙыҡ, һөйләштек, – тине Данил күңелһеҙ генә. – Беҙҙең ергә дәғүә иткән төҙөлөш компанияһы гәзит менән, торлаҡ һатыуҙы рекламалау буйынса оҙайлы килешеү төҙөгән икән. Әгәр ошо хаҡта яҙып сыҡһалар, компания килешеүҙе өҙәсәк һәм аҡсаны кире талап итәсәк.
– Һуң, үҙегеҙҙең ауылдан килеүегеҙ, өйөгөҙҙө һатыуығыҙ, бынан баҡса һатып алыуығыҙҙы һөйләмәнегеҙме ни? – тип аптыраны Ғәзиз.
– Һөйләнек, ҡат-ҡат дәлилдәр килтерҙек, – тине Раян. – Минең – ике балам, Данилдың – өсәү – ошондағы мәктәптәрҙә уҡыйҙар. Ләкин беҙҙең бәлә уларға йоғонто яһаманы. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта.
Тәҙрәләре ҡараңғылатылған “Уаз”иктың эсендә ултырыусылар әлеге бер ҡатлы өсәүҙең аптыраныуҙарын хихылдашып тыңланылар. Уларҙың күҙе алдында фажиғәле драма көндән-көн ҡыҙыуыраҡ һәм аяныслыраҡ төҫ ала. Ләкин ҡараңғыла ултырыусылар быны комедияға әйләндерҙе.
Данил менән Раян бәлә килерен һәм үҙҙәренең ҡат-ҡат үкенәсәген әле һиҙмәй. Сөнки ҡалалағы мөмкинлектәр – балаларҙы уҡытыу, һаулыҡ һаҡлау, күңел асыу, хеҙмәтләндереү – уларҙы тамам арбаны, хатта үҙҙәренә оҡшаған табышлы эш тә бар, ҡатындары ҡәнәғәт. Сөнки улары ла аҙым һайын һатып алыусыларҙы саҡырып торған береһенән-береһе ҙурыраҡ сауҙа үҙәктәренә, күңелде йылытҡан йоморо һандар менән тулы аҡса карталары менән сыға. Нимә теләһәң, шуны һатып алаһың, нимә теләһәң, шуны бешерәһең.
Көн һайын, ауылда ҡалған дуҫтары шылтырата һәм һораша: “Шунда тағы юҡмы баҡса ере һатыусы? Бындағы үҙебеҙҙекен һатыр инек, һеҙҙең янға килер инек”, – тиҙәр.
Һатасаҡтар, киләсәктәр һәм бик оҙаҡ үкенәсәктәр.
Кисен Закир менән Динә араһында, Ғәзиздең әлеге йәшәгән ере менән бәйле, һөйләшеү икеһен дә аптыранырға мәжбүр итте.
– Ә был егет, Ғәзизде әйтәм, оҙаҡламай торлаҡ эҙләргә мәжбүр буласағын беләме? – тине Закир.
– Улар нимәлер хәл итеп йөрөйҙәр шикелле, – тине Динә.
– Мине кемдәрҙер ҡыҙыҡһындырмай. Һин ярҙам иткәс, Ғәзиз хаҡында ғына хәстәрлек күрәм. Ул егет шул ерҙә үҙенең киләсәге юҡлығын беләме?
– Белмәйем, юҡтыр.
– Нисек белмәйһең?
– Әллә берәр нимә бармы? – тип хафаланды Динә.
– Минең белеүемсә, компанияның хоҡуҡ бүлеге белгестәре баҡсаларҙы тулыһынса ҡарап сыҡты, ундағы милекселәрҙең береһенең дә, хатта Ғәзиздең дә, ер майҙандарына ҡарата мөнәсәбәте рәсмиләштерелмәгән.
– Уныһы нисек була инде?
– Бик ябай: Ғәзиз ерҙе азат итергә, йәғни ерҙе ҡалдырырға тейеш.
– Нисек инде, ҡалдырырға тейеш?
– Бик ябай ғына итеп әйберҙәрен, икенсе урынға күсереп кенә, ҡотҡара ала. Оҙаҡламай элекке баҡса ойошмаһы ерендә бульдозерҙар эш башлаясаҡ һәм унда тип-тигеҙ ер барлыҡҡа киләсәк. Ә тағы бер аҙҙан ыҙандар билдәләү, план, проект эштәре тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
– Был бит – енәйәт! Уны туҡтатыу мөмкинме?
– Нисек туҡтатаһың? Унда төҙөләһе фатирҙарҙың ҙур ғына өлөшө күптән үк һатылып бөткән, ҡалғанын сират тороп алалар.
– Уларға ярҙам итеп буламы?
– Уларға бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Сөнки шул баҡса ойошмаһына элек ҡараған ер һәм уның эргәһендәге ҙур ғына майҙан күптән инде беҙҙең төҙөлөш компанияһы милкенә күсерелгән.
– Мин был хаҡта Ғәзизгә әйтә аламмы?
– Мәғлүмәт яғынан, бында сикләү юҡ. Тимәк, әйтә алаһың. Әлбиттә, шау-шыу ҡупһа, фатирҙар һатып алырға теләүселәр һағаясаҡ, яңы белешмә талап итәсәк, ләкин зыяны шунан артыҡ булмаясаҡ. Төҙөлөш хәҙерге заманса талаптарға ярашлы ойошторола. Шулай булғас, алданған өлөшсөләрҙең артыуы көтөлмәй. Һин Ғәзизгә ярҙам итергә теләйһеңме?
– Эйе, уға ярҙам итергә кәрәк.
– Белмәйем. Беҙ һуңламаныҡмы икән? Хәҙер уға ярҙам итә алыусы табылырмы?
***
Раян, юлға йыйыныр алдынан, иң тәүҙә мунсала йыуынып сығырға өйрәнгән. Ҡайһы ваҡыт аҙна-ун көн йөрөргә тура килә. Юлда мунса эләгеүе бик икеле. Алда уны бик йәтеш рейс көтә. Аҙна эсендә йөрөп ҡайтһаң, икеләтә тариф менән түләйбеҙ, тип дәртләндерҙеләр. Ундай ҡалъя һәр кемгә эләкмәй. Шуға ул ышанысты юғалтмаҫҡа тырыша. Хатта был юлы, гаражға барып етеү өсөн, үҙенең “Жигули”йын да сығарып торманы. Өшөп бөткән ике “гаишник”тың, оло юлға сығыр алдынан, ҡаршы алыуына ла иғтибар итмәне.
Гараждан “фура” менән килеп сығыуына, әлеге инспекторҙар уны ғына көтөп торалыр, тип уйламаны Раян. Уяулығын юғалтты, хаталанды, юҡҡа ышанды. Ҡала асыҡ ауыҙҙарҙы яратмай. Әгәр ғаиләң бар икән, һин икеләтә-өсләтә уяу булырға тейешһең. Сөнки һин эш урынын юғалтһаң, һинең балаларыңды, һинән башҡа, берәү ҙә ашатмаясаҡ. Шуның өсөн һиңә ҡаршы кешеләр һине еңергә һәм юҡ итергә теләһә, иң тәүҙә һине эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Инспекторҙар, бер күҙ һалыу менән, Раяндың водитель таныҡлығының ялған икәнлеген асыҡланы һәм тикшереү эштәре башлап ебәрҙе. Гаражда шау-шыу ҡупты. Яңы водитель эҙләнеләр, уны тапҡансы, кис етте, ҡиммәтле сәғәттәр юғалды, ашығыс йөктө килтереү хаҡында түгел, рейсты ҡотҡарыу мәсьәләһе алғы планға сыҡты. Быныһы – эҙәрлекләүҙең башы һәм иң еңеле генә ине.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын яңы әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"